+24 °С
Ямғыр
Иртәсәк ейәнсәрем мәктәпкә йыйына, спорт кәрәк-яраҡтарын, алмаш аяҡ кейемен ҡара моҡсайға тултыра.
- Моҡсайың иҫкереп, уңып бөткән икән балаҡай, йыуа-йыуа былҡылдап та бөткәнер...
- Өләсәй, был өр-яңы ул, шоппер ул, Вайлдберриздән алынды. Модала хәҙер ошондай сумка, моҡсай түгел.
Аптырандым, иҫке генә күренгән сумка ла, шуны һаталармы икән.
Йәлләнем уны шулай ҙа, сифатлы ғына тауарҙан, мәктәптән ҡайтыуына "шоппер" тектем әле, оҡшатырмы икән, үҙебеҙсә ҡара моҡсай, береһен яурынға элмәле, икенсеһе тотоп йөрөмәле.
Ялтыр-йолтор өҫтәп тегергәме икән? Оҡшатырмы?
Гөлдәр әбей.