Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
1 Август , 19:00

Дуҫтар

– Ишеттеңме, Әкрәм Мөкминов үлеп киткән! – Ҡасан? – Кисә. – Ҡара әле, ураҙа айының йома көнөнә тура килеүен әйт әле. – Шулай шул! – Урыны йәннәттә булыр. – Һәйбәт кеше ине. Был хәбәр ҡалала ғына түгел, бөтә йәмәғәтселеккә тиҙ таралды. Телевидениенан да, радионан да хәбәр иттеләр. Уның хеҙмәт юлы, уңыштары хаҡында һөйләнеләр. Яҡындарының, ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлаштылар. Мәрхүм менән хушлашыу фәлән мәҙәниәт һарайында төгән көндә була, тинеләр. Уның бына нисәнсе йыл инде түшәктә ятыуын белгәндәр:...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Дуҫтар

Бараһы юл оҙон ғына. Кәримдең мейеһендә мең төрлө уй буталды. Әҙәм балаһының төрлө ҡиәфәткә инә алыуын башына һыйҙы­ра алманы. “Мәрхүмдәр һыйлай алмай шул”, – тип ҡабатланы эстән генә.

– Ишеттеңме, Әкрәм Мөкминов үлеп киткән!

– Ҡасан?

– Кисә.

– Ҡара әле, ураҙа айының йома көнөнә тура килеүен әйт әле.

– Шулай шул!

– Урыны йәннәттә булыр.

– Һәйбәт кеше ине.

Был хәбәр ҡалала ғына түгел, бөтә йәмәғәтселеккә тиҙ таралды. Телевидениенан да, радионан да хәбәр иттеләр. Уның хеҙмәт юлы, уңыштары хаҡында һөйләнеләр. Яҡындарының, ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлаштылар. Мәрхүм менән хушлашыу фәлән мәҙәниәт һарайында төгән көндә була, тинеләр.

Уның бына нисәнсе йыл инде түшәктә ятыуын белгәндәр:

– Ярай, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай, – тиһә, икенселәре уны йөпләне.

– Ҡуй, инде тамам толланды.

– Улына ауыр инде.

– Ауыҙына һыуҙы пипеткә менән генә тамыҙып торғандар, ти ҙәһә.

– Ысынмы?

– Ҡатыны Әлфиә лә йонсоно инде.

– Әйтмә лә!

– Шулай ҙа бер тапҡыр зарланғаны ишетелһәсе!

– Был тиклем дә үкем кеше булыр икән!

– Ғүмер баҡый шулай булды бит ул! Эсендә эт үлһә лә белмәҫһең!

Берәйһе үлеп-фәлән китһә, уның сәбәбен үҙҙәренсә йәһәт кенә билдәләп ҡуйыусылар ҙа табыла торған. Был юлы ла ундайҙар булманы түгел.

– Теге ни үлеп ҡалған, тиҙәр, тилвизерҙән әйттеләр.

– Нимә булды икән?

– Шул күп булһа, эсеп үлгәндер инде, ай самаһы элек баҙарҙа күреп ҡалғайным даһа, айыу кеүек шәп ине әле.

– Ғүмер буйы етәксе булған. Бушҡа аша, бушҡа эс тигәндәй. Йә, шундай ауыр эш күрмәгән әҙәмдәр ҙә тәгәрәр икән.

Бөгөн ҡаланың мәҙәниәт һарайҙарының береһендә мәрхүм менән хушлашыу була. Уны ойоштороуҙы ҡусты тейешле кешеһе Кәрим үҙ өҫтөнә алды. Бына әле ул шунда китеп бара.

Әкрәм Хажи улы ижад кешеһе булғас, халыҡ уны яҡшы белә ине. Командировкаларҙа күп йөрөнө, халыҡ менән осрашты. Йыш маҡтап яҙҙылар, гәзит-журналдарҙа һүрәттәре баҫылды. Картиналары мәктәп дәреслектәренә ингән. Күргәҙмәләренә халыҡ күпләп йөрөнө. Хеҙмәттәре ҙур-ҙур түрәләрҙең кабинеттарын биҙәне. Ҡайһы берәүҙәр өсөн уны күреү үҙе бер мәртәбә иҫәпләнде. Ысынлап та, һомғол кәүҙәле, тулҡынланып торған ҡара сәсле, һәр ваҡыт ҡып итеп кейенгән рәссам ҡала урамында әллә ҡайҙан күҙгә ташлана ине. Уның ҡәҙимге кеше түгел, ә ниндәйҙер ижад әһеле икәнлеген бөтөнләй белмәгән кеше лә шунда уҡ тоҫмаллар. Урамда танып ҡалғандар бер-береһенә:

– Ана, ана, ҡара, шул рәссам китеп бара, – тип бышылдар ине.

– Ҡайҙа, ҡайҙа?

– Ана, матур костюм кейгән ағай.

Уны шулай күҙҙән юғалғансы энәһенән ебенә ҡәҙәр тикшереп ҡалалар. Аҙаҡ форсаты сыҡҡан һайын “мин шул ағайҙы күрҙем” тип үҙенә күрә бер ғорурлыҡ менән һөйләйҙәр.

Концерттар, төрлө тамашалар ваҡытында гөрләп торған мәҙәниәт һарайында йән өшөткөс һалҡынлыҡ. Уртаға табут ҡуйылған. Фотонан эйәгенә таянған рәссам моңһоу ғына баға. Ана, атлас мендәрҙә миҙалдары, республиканың иң юғары ордены ята. Кәрим ағаһы өсөн ғорурланып ҡуйҙы. Гүйә, мәрхүм портреттан дуҫтарын һынамсыл күҙәтә.

Халыҡ килә лә килә. Таныштар ҙа, таныш булмағандар ҙа килә.

Ағаһының дуҫтары күп булды. Ғәжәп изге күңелле, ихлас, йомарт ине ул. Хоҙай бер кешегә шундай йомартлыҡты нисек ул ҡәҙәр өйөп бирә алғандыр. Ул моңланып ебәрһә, юҡ-бар артистарың ары торһон. Ә гармунда һыҙҙырһа, иллә-мәгәр аяҡһыҙҙар ҙа бейергә төшөп китер ине. Шуға ла юбилейҙарға, төрлө байрамдарға уларҙы мотлаҡ саҡырырға тырыштылар. Аяҡсы өсөн унан да ҡулай кеше юҡ. Абруйы бар. Йотһа ла самаһын белеп кенә. Еңгәһе менән икеһе табындарҙың бер йәме булды. Ваҡытында әллә күпме ауылдашының, дуҫ-иштәренең балаларын уҡырға индерергә лә ярҙамлашты.

Кәрим табут эргәһендә үҙ дәрәжәһен белеп кенә торған ағайға күҙ һалды. Ул да – танылған кеше. Мөхәммәт Насирович ул. Иң яҡын дуҫтарының береһе. Бер нисә йыл элек ағаһының юбилейын билдәләгәндә, Өфөлә лә, район үҙәгендә лә табындың түрендә ултырҙы. Хатта уның тураһында маҡтап айырым китап та сығарҙы. Һәр ваҡыт беренсе һүҙҙе ул әйтте. Тик ағайҙың сәйер холҡо оҡшап бөтмәй уға – күберәк “тейәһә”, самаһын онота. Теге ваҡытта ла байрамдың йәмен ебәрә яҙҙы. Ярай, ул тиклем генәһе була торғандыр. Әлбиттә, уның беренсе булып һүҙ әйтергә хаҡы бар.

Йәнәшәһендә икенсе дуҫы тора – Ҡорбан Әхмәтович. Унан ары – билдәле композитор Ғаян Мөхтәрович. Бигерәк бала күңелле кеше. Уның ҙур һүрәтен төшөргәнен бөгөнгөләй хәтерләй. Шул саҡ композитор ағайҙың ҡыуанғанын күрһәң! Рәхмәт уҡып бөтә алманы. Эй был ижад кешеләре, шул тиклем дә сабый күңелле булырҙар икән. Кәрим ағаһы өсөн йәнә ҡыуанып ҡуйҙы. Булғас, дуҫтарың шундай мирауай булһын…

Байрамдарҙа һуң! Ағаһын да, еңгәһен дә һорап-һорап йырлаттылар. Ә улар бер ҡасан инәлтмәне. Анау “Дуҫлыҡ” йырын ҡайһылай шәп башҡаралар ине.

Һаубуллашып, йыраҡ китһәк тә,

Беҙ ҡайҙарға ғына етһәк тә,

Дуҫлыҡ йырҙары ҡалыр йөрәктә…

Мөкминовтарҙың йырлап бөтөүе була, барлыһы гөрләтеп ҡул саба.

– Әллә кемдәрҙең дуҫтары!

– Ана шулай!

– Афарин!

Ярым ҡыҙмаса булып алған табындаштар йырҙы күтәреп ала.

– Мәңге бергә йәшәргә яҙһын! Әйҙәгеҙ, бокалдарҙы шул хөрмәткә күтәрәйек!..

Кәримдең уйҙарын Мөхәммәт Насировичтың телмәре бүлде:

– Яҡын дуҫыбыҙҙы юғалтыуға тәбиғәт тә ҡайғыра, илай кеүек. Кисә генә салт ҡояшлы көн булһа, бөгөн күктә йәмрәйеп болоттар йөҙә. Әкрәм Хажи улы кеүек таланттар һирәк тыуа. Дуҫым харап шәп йырланы. Әгәр яҙмышын сәхнә менән бәйләгән булһа, унда ла ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп, танылған, халыҡтың яратҡан йырсыһы булыр ине. Әммә ул етәкселекте лә, рәссамлыҡ эшмәкәрлеген, йырҙы ла, шиғырҙы ла бергә ҡуша алды. Шуға ла уның һәр әҫәре йырлап торҙо. Күп рәссамдар унан өлгө алырға тырышты, өйрәнде. Бихисап портреттары әллә күпме фатирҙы, музейҙы йәмләй, халыҡты тәрбиәләй, матурлыҡты аңларға өйрәтә. – Ҡорҙашы бер талай халыҡҡа ҡарап алды ла, дуҫының күҙ йәштәренә төйөлөп ултырған ҡатынын күреп, үҙенең дә килеп сыҡҡан тамсы күҙ йәшен ҡулъяулығы менән һөртөп алды. Имән кеүек ирҙәр ҙә илар икән.

– Хуш бул, ҡәҙерле дуҫым, – тине ҡалтыранған тауыш менән. – Һинең картиналарың халыҡтың күңелен, донъяһын биҙәр, моңло йырҙарың мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр.

Унан сал сәсле олпат ҡорҙашы һүҙ алды. Бына ул уң ҡулы менән сәсен өҫкә ҡарай һыпырҙы, тамаҡ төбөн ҡырҙы. Унан мәрхүмдең:

– “Яҙ ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:

Бер шаулашып боҙҙар китеүе.

Йәй ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:

Салғының бер сыңлап алыуы…

Үҙәк өҙөп кәкүк ҡысҡырғанда

Йәшендәрҙең сыртлап алыуы”,

– тип йыш ҡабатларға яратҡан шиғыр юлдарын иҫкә төшөрҙө лә, ауыр һулап, телмәрен башланы.

– Яҡын дуҫымдың ғүмере лә салғының бер сыңлап алыуы кеүек булды. Беҙ Әкрәм Хажи улы менән бер үк йылда тыуғанбыҙ. Йәшлек осоробоҙ бер мәлдәрҙә үтте, бер төркөмдә уҡыныҡ, бергә хеҙмәт юлыбыҙҙы башланыҡ. Иң ауыр ваҡыттарымда ул миңә таяныс, дуҫ булды. Үкенескә ҡаршы, бөгөн уның кеүек дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән шәхестәр һирәк. Бәхил бул, яҡын дуҫыбыҙ! Һинең хаҡта яҡты хәтирәләр мәңге күңелдәрҙә һаҡланыр…

Бына хушлашыу минуттары тамам. Бер нисә кеше табутты һаҡ ҡына күтәреп машинаға ҡарай ыңғайланы. Әкрәм Хажи улы тыуған ауылында ерләүҙәрен һораған икән. Халыҡ әкренләп таралыша башланы. Кемдер йәнә ауыр уфтанды:

– Эй, Хоҙайым, үткән ғүмер!

– Был донъяла барыбыҙ ҙа ҡунаҡ ҡына, бөгөн – бар, иртәгә юҡ тигәндәй.

Бәй, Мөхәммәт Насирович әллә ҡайҙа китеп бара лаһа! Моғайын, машина барлығын белмәйҙер. Кәрим кисә үк таныш ағайҙары аша улар өсөн иң яҡшы машинаны хәстәрләп ҡуйғайны. Ул ағаһының дуҫын ҡыуып етеп:

– Һеҙ анау машинаға ултырырһығыҙ, йәме, – тине.

Мөхәммәт Насирович күрһәткән яҡҡа ыңғайланы ла:

– Был тиклем хитланмаһығыҙ ҙа булыр ине, мин алыҫ йәшәмәйем бит, йәйәү ҙә ҡайтыр инем, – тигәс, Кәрим ғәжәпләнеп:

– Ағай, машина Әкрәм Мөкминовтың тыуған ауылына бара, – тине.

– Нисек инде ауылға? Юҡ, ҡустым, мин бер нисек тә бара алмайым, башҡа мөһим эштәрем күп.

– Нисек инде улай? – Егеттең күҙе упайҙы. – Бөгөн ошонан да изге эш юҡтыр, моғайын.

– Әйттем бит, ваҡытым юҡ, – тип егеткә ҡаты екерҙе Мөхәмәт Насирович.

– Юҡ, ҡустым, мин алыҫҡа барырлыҡ итеп кейенеп килмәгәнмен. – Быныһы композитор дуҫының яуабы булды.

– Бөгөн ейәнсәремдең тыуған көнө, бер йәш тула, бүләк вәғәҙәләгәйнем. – Өсөнсө дуҫының сәбәбе лә етди ине.

Машина тигеҙ юлдан мәрхүмдең тыуған яғына ҡуҙғалды. Бараһы юл оҙон ғына. Кәримдең мейеһендә мең төрлө уй буталды. Әҙәм балаһының төрлө ҡиәфәткә инә алыуын башына һыйҙы­ра алманы. “Мәрхүмдәр һыйлай алмай шул”, – тип ҡабатланы эстән генә.

Зыяратта халыҡ күп ине. Күрше-тирә ауылдарҙан уҡыусылар, ололар, хатта бөтөнләй ят кешеләр ҙә килгәйне. Һәр кем билдәле шәхестең ҡәберенә бер ус булһа ла тупраҡ һалып ҡалырға тырышты...

Автор:Венер Исхаков
Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында әҙерләнде: kandinsky-download-1710217217754
Дуҫтар
Дуҫтар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: