Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Июль , 19:00

Ау. Хикәйә. Гөлдәр әбей яҙмалары

Суд аша Үзбәкстандағы квартираны һатырға рөхсәт алып, һатып бурыстың бер өлөшөн ҡапланыҡ, әммә  етмәне, проценттар һаман өҫтәлә..    Мин кредит алғанда ғүмеремде страховкалағайнылар, улым аҡса өсөн СВОға китергә булғас үлергә лә теләгәйнем, әммә үҙ ғүмереңде үҙең ҡыйһаң, страховка түләнмәйәсәк икән, ошо ипотека ҡаңғырығы башланғас ауырыуға һабыштым, Паркинсон ауырыуын таптылар, нервылар ҡаҡшаған...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Интернеттан кешеләрҙең биҙрә-биҙрә еләк йыйып фотоға төшкәндәрен күреп, күҙем ҡыҙып мин дә ауылыбыҙ тирәһен ҡараштырып сыҡҡан булам. Яҙ ап-аҡ келәм түшәлгәндәй, аяҡ баҫырлыҡ урын булмай еләк сәскәләренә күмелеп ятҡан аҡландарҙа быйыл бер бөртөк еләк булһасы, яҙ көслө ҡырауҙар көйҙөрҙө шул еләк сәскәләрен.

Етмәһә район гәзитендә ,, Минең еләкле йәйем" исеме аҫтында конкурс уҙғарыла, фотоларҙағы еләктәргә ҡарап ауыҙ һыуы ҡойола, тирә-яҡ  ауылдыҡылар еләк йыя, мин ҡышҡылыҡҡа еләкһеҙ ҡалам инде былай булһа.
.   Беҙҙең ауыл тау башында урынлашҡан, яҙғы ҡырау иң аҙаҡҡы көсөн беҙгә ҡалдырһа, ел юлы ла беҙҙең төпкөлдән үтәлер, торбанан һөйрәгәндәй туҡтауһыҙ ел һалҡын һауаны тарта.
.   Оло юл буйындағы ауылда йәшәгән ике туған һеңлемдең саҡырыуына туралап, ҡултығыма пластмасс биҙрәләремде ҡыҫтырып, тәүәкәлләп сыҡтым өйҙән, эштән саҡ йырылып еләк йыйыу уйы менән, ней булһа ла булыр, йыйнаулағандарыма ҡуш булыр, еләкһеҙ ҡалып булмаҫ.
.  Беҙҙең ауылдан ул яҡтарға барыусы машинаны алдан белешкәйнем, шуға тағылдым, ауылдарына барып еткәнсе яландарын ҡыҙырып еләк йыйырмын, унан һуң ҡунаҡ, ҡайтыуыма автобусҡа туралап алданыраҡ сыҡһам, тағы ла сүпләрмен. Пландар хәтәр, ике ҡуянды бер юлы атмаҡсы әбейегеҙ, өйҙә бабай ғына теҙгененән ысҡынып китеп эште боҙмаһа, юғиһә малды ла йыйыусы кеше булмаҫ, балалар таралышып бөткәндәр, килергә уйлағандар килмәгәндәр әле.
.    Ауылға етмәҫ элек, үҙемсә матур ғына аҡланда төшөп ҡалдым юлайҡан тотҡан машинанан, кеше теймәгән урынды байҡауым инде, ҡомһоҙлоҡ ғәләмәте, йәнәһе аулаҡта ҡутараһынан аҡтарып йыйырмын бер үҙем еләкте.
.     Әммә урынын дөрөҫ самаламағанмындыр, аттар йөрөгәнлектән тапалған урында еләк осраманы, байтаҡ ҡына урман ситтәрен, яланды ҡыҙырҙым, биҙерәмдең төбө лә йәйелмәне, ят ерҙә ҡайҙа еләк барын белмәгәнлек бәкәлгә һуҡты. Йөрөй-йөрөй асыҡтыра ла башланы, пластик  шешәләге алған һыуым да яртыланы, ҡулымдағы сумкам ауырайҙы, еләк ҡайғыһы китте, әкренләп һеңлемдең ауылы яғына ыңғайланым.
.     Алда беләктәренә һауыт элгән ике ҡыҙҙы күреп бошоңҡоланған күңелем бер аҙ күтәрелде, уларға эйәреп йөрөрмөн бергилке, ошо ауылдыҡылар булһа беләләрҙер еләкле урындарҙы, анауынсама ауыл аша килеп буш күнәктәремде һөйрәп ҡайтһам бабай күҙемде астырмай  көлөр, ҡунаҡҡа ҡорһаҡ күтәреп барыуың етмәгән, буш  күнәктәрен дә тултырырға һөйрәгән тиер, булыр унан.
.    Үҫмер ҡыҙҙар үҙҙәре миңә табан ҡаршы киләләр, быныһы шәп әле, йәштәрҙең артынан ҡыуалар йәштән күптән үткәнлегемде үҙем дә беләм.
.     -Һаумыһығыҙ, анауында бер инәй ауырып киткән ахырыһы, ҡолап ята, уға ярҙам итергә теләгәйнек, беҙҙе ҡыуып ебәрҙе.
.    -Һеҙҙең ауылдыҡымы? Танышығыҙмы? Тиҙ ярҙам машинаһын саҡырттығыҙмы?
.   Еләк булған урынды һорашырға тип асылған ауыҙымдан һорауҙар ғына яуҙы.
.   -Таныш түгел ул беҙгә, беҙҙең ауылдыҡыла түгел, телефон бында тотмай, анау тау башында ғына тота, шунда китеп барабыҙ, бәлки һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәгер, уға тиклем беҙ ,,Тиҙ ярҙамды" саҡыртырбыҙ, анау үҙәндәрәк ята ул инәй...
.   Ҡыҙҙар шәпләп атлап тауға юнәлделәр, мин улар күрһәткән урынға табан тәнтерәкләнем, ниңәлер ҡапыл быуынһыҙландым, бәлки арыуым да еткәндер.
.     Уйһыуыраҡ ерҙә сәсле түмгәктәр эргәһендә минең йәштәрҙәге ҡатынҡай ята, әбей тип әйтергә ҡыйманым инде. Башы тартылып уңайһыҙ ҡыйшайған, аяҡ-ҡулдары, бөтә тәне ҡалтырай, хәс тә үрмәксе ауына эләккән себен кеүек бәргеләнә, байтаҡ ҡына арауыҡта ятҡан пластмасс биҙрәләге еләге түгелгән.
.   Яҡын килдем, һүҙ ҡушмаҫ элек еҫкәп ҡарайым, иҫерек түгелме, араҡы еҫе һиҙелмәй. Быума ауырыулылыр тиергә ауыҙынан аҡҡан шайыҡ фәләне күренмәй, ундайҙарға ла ярҙам иткән саҡтар булды, ауыҙын ҡараным, теле урынында.
.   Минең үҙенең ауыҙ тирәһен һыйпауымды күреп күҙҙәрен асты, быныһы яҡшы, аңында тигән һүҙ.
.   Әммә көслө ҡалтыраныу аша миңә китеүемде ымлауын аңғарҙым, шулай ҙа аңламамышҡа һалышып һөйләндерергә тырышам.
.    -Ауырып киттеңме, башыңа эҫе һуҡҡандыр шул, әллә ҡан баҫымың күтәрелде микән, быумаң тоттомо әллә, эсә торған үҙеңдең дарыуҙарың бармы яныңда?
.    Ҡаршылаша, йөҙөндә ризаһыҙлыҡ сағыла, һөйләшеүе насар, аңлап булмай, бары хәлһеҙ ыңғырашыуға тартым.
.     Кеҫәһен ҡарайым, бәлки дарыуы барҙыр, меҫкенкәй ирекһеҙ хәрәкәттәр аша ҡаршылашып булаша түгелме, мине берәй бурға һанайҙыр был.
.    -Миңә һине таларға ғына ҡалғайны шул, кеҫәңдә дарыуыңды ҡарайым, ауырыу икәнлегеңде белә күрә дарыуһыҙ сыҡмағанһыңдыр моғайын.
.     Тапманым кеҫәһендә дарыуын, теге ҡыҙҙар тауға барып етеп табибтарҙы саҡыртҡан көндә лә ҡасан килеп етәләр әле, район үҙәге алыҫ ҡына, үлә был ҡатынҡай уңғарсы, ана ҡалай ҡорошоп бөгәрләнеп ҡалды.
.   Шунда ғына үҙемдең сумкала дарыуҙар барлығын хәтерләнем, мин шул аспирин менән дибазолды ғына беләм, башым ауырыһа ла, йөрәк ҡаҡҡанда ла шуны эсәм.
.     Аспиринға ике таблетка дибазолды ҡушып иҙеп, башын күтәреп ҡатындың ауыҙына һалып һыу ҡойҙом. Дарыу эсерергә тырышҡанымды белеп, башын борғоларға маташа, төкөрә генә алмай дарыуҙы, ауыҙын бөрөштөрөп тоттом. Минән ысҡынырға тырышыпмы, бәлки асыуланғандыр ҙа миңә, беләгемә ярайһы ғына ҡулы төртөлдө, һуҡмаҡсы түгелме был миңә.
.   -Атағатаҡ, ит изгелек, көт яуызлыҡ, беләгемде күгәртеп тороп ищщу, һинең менән мәшәҡәтләнгән мин алйот, ят әйҙә ату, өйәнәгең  бөтһә торорһоң әле, еләгеңде йыйыштырып китәм, табибтар килһә алырһың үҙең менән больницаға.
.   Ситкәрәк китеп ҡарап торам, хәле еңеләймәй бының, үлеп-нейтеп ҡуймаһын бисара, өйөндә көткәндәре барҙыр, белмәйҙәрҙер ҙә бының ҡайҙа ятҡанын, телефоны ла юҡ бит кеҫәһендә, яҡындарына шылтыратырға.
.   Еләкле биҙрәһе янына килдем, шунда ғына ҡырҙараҡ ятҡан сумкаһын абайланым. Телефоны ята сумкаһында, элемтә тормағас унан ней хәжәт,  бәләкәй косметика сумкаһы күренә, уның эсендә дарыуҙары икән. Ят дарыуҙар, ҡайһыныһын эсерергә белергә теләп, яҙыуҙарын уҡыйым, Паркинсон ауырыуынан яфаланыусыларға тәғәйенләнгән дарыуҙар. Һәр береһенән берәр бөртөк алып, иҙеп һыу менән ҡатындың ауыҙына ҡоям, һаман ҡаршылаша, мине этәрмәксе, йөҙө салышайып асыулы ҡарай. Был юлы ҡатыраҡ ҡыландым, дарыуҙары тамаҡ юлына китте. Ташлап китеп булмай инде уны был хәлдә, табибтар килһә ниндәй дарыуҙар биргәнлегемде әйтермен, уның ыҙаланыуҙарын күреү имәнес, ваҡыт үткәрергә түгелгән  еләктәрен сүпләргә керештем, ыҙалап йыйғандары әрәм-шәрәм булмаһын.
.    Дарыуҙарҙың йоғонтоһонанмы, тартышыуҙары, ирекһеҙ хәрәкәттәре кәмей төштө, кәүҙәһе турайҙы, шулай ҙа хәле ауыр, тын алышы ғына тигеҙләнде. Бер аҙҙан күҙ ҡараштарына йән инде, торғоҙоп ултыртып, ҡалған һыуымды эсереп бөтөрөп ҡуйҙым, өҙөк-өҙөк үкһеп, йән асыуы менән илай башланы, күңеле бушағансы илаһын әйҙә, үлмәҫ былай булғас, ҡурҡытты ғына әй.
.   -Ниңә ҡотҡарҙың мине, эсермәҫкә ине миңә дарыуҙарҙы, ялҡтым йәшәүҙән, үлһәм исмаһам бер аҙ файҙам тейер ине, үлергә лә бирмәйҙәр...
.    Китсе Хоҙайым, эскәндер был, улай тиһәң еҫе сыҡмай, ней һөйләгәнен дә белмәй түгелме был. Олоғайған көнөндә тәүбәгә килер көндә, Ғазраилдән дә файҙа һыҡмаҡсы түгелме был, ыстағафирулла, әйтһәң кеше ышанмаҫ, юнле кеше түгелдер был, юнһеҙгә тарыма, тарыһаң арыма, тигәндәре шулдыр, ней ташлап китеп булмай.
.    Ул да тынысланғандай булды, тартышыуҙары ла кәмене бер аҙ, әммә хәлһеҙ әле, шулай ҙа уңайлап ятып алды ла күҙ йәштәрен ҡоя ғына.
.     Нимә эшләргә белмәй аяҡ һуҙып ултырып тын ҡалғанмын, алыҫтан оло юл күренә, үткән-һүткән машиналар араһынан тиҙ ярҙам машинаһын абайланым. Юлда торған ҡыҙҙар уны ҡаршылап беҙҙең яҡҡа төртөп күрһәтәләр, рәхмәт яуһын уларға, изгелекле балалар булып сыҡтылар, үҙҙәрен Аллаһыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан аралаһын.
.   Оло юлдан төшөп машина беҙҙең янға килеп туҡтаны, мин үҙ сиратымда ниндәй дарыу биргәнемде аңлатырға тырышам, ауырыуҙы оҙатырға сумкаһын, еләкле биҙрәһен әҙерләйем.
.    Булыр ҙа кеше, бының һымаҡ тиҫкәре булмаҫ, әле генә мин уны үлер тип ҡурҡҡан ауырыуым, теше тырнағы менән больницаға барыуҙан баш тарта, үҙенә ярҙам күрһәткән табибты таный икән, уға һүҙен бирмәй үҙенекен раҫлай, ниндәйҙер ҡағыҙға ҡул ҡуя. Бер нисә укол ҡаҙап, ҡан баҫымын үлсәп, машина йөрөтөүсе үҙенең ҙур шешәләге һыуын ҡалдырып, табибтар ҡуҙғалып китте, ҡатынҡай тиҙ арала больницаға барып күренергә һүҙ биреп сиҙәмдә ултырып ҡалды.
.   Ул да, мин дә һүҙ башламайбыҙ, ул минең һорашыуымды көтә, мин үҙе асылыр тип сабыр итәм, ниңә былай килеп сыҡҡанлығын аңларға тырышам.
.   Икебеҙ ҙә һыу эсеп, бит-күҙҙәрҙе сайып алғас, ул минән ҡайһы ауылдан икәнлегемде һорашты, минең һеңлемде эше буйынса ишетә белә икән, яҡын танышлығы юҡ, ауылға яҙ ғына йәшәргә килгән.
.   Әкрен генә ауылға табан ыңғайланыҡ, ниңәлер үҙемде шаңҡып ҡалғандай тойҙом, еләк, ҡунаҡ ҡайғыһы ла китте, өйҙәге ҡалған донъям да онотолдо, үлем менән йәшәү араһының бер ҡыҫҡа мәл генә икәнлеген тойоу шулай һеңгәҙәткәндер.
.    Бер аҙ өндәшмәй барғас бер йығылған ағас өҫтөнә ултырып хәл алды юлдашым, ауыр көрһөнөп үҙенең ниндәй ауыр хәлгә ҡалғанын аңлатырға тырышты, бәлки үҙенең хилаф ҡылығынан аҡланырға тырышманымы икән.
.   -Йәш саҡта дыуамал, ярһыу, ныҡышмал ҡыҙ булдым, гел алдынғы булғым килде, кешенең ихтибарын тойоу күңелемде күтәрә ине. Ниндәйҙер бөйөк эштәр башҡарғым, юғары бейеклектәр яулағым килеү теләге булды. Атай-әсәйемдәрҙең ҡаршылашыуына ҡарамай армияла хеҙмәт итергә теләп хәрби контракт төҙөнөм. Әҙерлек көслө булды, элемтәсе һөнәрен үҙләштерҙем, штабта ултырыу минең өсөн түгел ине, Афған иленә барырға теләп ғариза яҙҙым, ул саҡта интернациональ бурыс үтәргә, тип аңлаттылар, һуғыш һүҙен әйтеү тыйыла ине.
.   Ундағы мәхшәрҙе һөйләмәҫкә ант иткәнбеҙ, сәстәрем егерме йәшемдә ағарып ике йылдан һуң Үзбәкстандың бер гарнизонына тәғәйенләгәндә лә контракт ваҡыты үтмәгәйне әле. Үзбәкстанға эләгеү ваҡыты  Афған иленән совет ғәскәрҙәрен сығарыу осорона тап килде, рапорт яҙып һораһам да Башҡортостанға ҡайтарманылар.
.    Гарнизонда бер бүлмәле служебный квартира бирҙеләр, эш урыным йәшерен, урындағы халыҡ менән аралашһам да ҡайҙа эшләүем сер булып һаналды.
.    Үҙемә оҡшаған кешене осраттым, улым тыуҙы, әммә берәүгә лә буйһонмаҫ булмышым арҡаһында оҙаҡ йәшәй алманыҡ, баҫалҡы ҡатын була алманым, улыма бар йәшлегемде арнаным.
.   Уның киләсәген алдан хәстәрләп өс бүлмәле фатир һатып алдым, балам уҡырға барҙы. Әммә донъялар болғанып, йәшәүе ауырлашты, илдәр бүленде, улымды мәктәптә ҡыйырһыта башланылар. Эшемдән китергә рапорт яҙҙым, служебный квартираның асҡысын тапшырырға ҡуштылар, Рәсәйгә сыҡҡас хәрбиҙәргә йәшәгән ерендә служебный квартира биреләсәк икән.
.   Әммә бирелмәне, мин контрактты СССР менән төҙөгәнмен, ил хәҙер Рәсәй атала, уның миңә ҡағылышы юҡ.Йыйған аҡсам Өфөлә бер бәләкәй бүлмә алырға ғына етте, аҡсалар алмашынған саҡтар. Үзбәкстан сит ил һанала, ундағы өс бүлмәле квартирамды һатырға мөмкинселек юҡ.
.    Аҡсаһыҙлыҡ, тар бүлмәлә ыҙаланыуҙарым үҙәккә үтте, улым менән ҙур өйҙә йәшәйәсәгебеҙҙе хыялланып ғүмер үтте, улым ҙурайып кәләш алды.
.   Ипотека, кредит заманы килде, улым Өфөлә төҙөлгән сит ил заводына эшкә төшөп яҡшы эш хаҡы ала башланы, ипотекаға ике ҡатлы,  төҙөлөп бөтмәгән өй алдыҡ. Тырышып төҙөп бөтөргә, ҙур, иркен өйҙә балалар үҫтерергә хыялланғанда санкция иғлан ителеп, сит илдең Өфөлә заводтары ябылды, улым эшһеҙ тороп ҡалды, был ваҡытта  килен дүртенсе балаһына ауырлы ине.
.   Ипотекаһын түләй алмағас проценттары үҫте, минең пенсиям әҙ, әле ун алты мең алам, миҙалдар өсөн, һуғыш ветераны булараҡ өс мең өҫтәмә бар. Банк бурысты коллекторҙарға һатты, улары көнө-төнө шылтырата, янай башланылар, судҡа бирҙеләр, түләргә, йәки өйҙө бушатырға ҡушҡас, улым СВОға аҡса эшләргә барырға уйланы, өй банк исемендә иҫәпләнә. Дүрт бала, килен, ете кешегә урамда тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай, күп уйланғандан һуң үҙем проценттарын түләр өсөн генә миллион һум банктан кредит алырға булдым. Килем әҙ булғас яртыһын ғына бер банктан алырға мөмкин икән, тиҙ генә бер-береһенә яҡын урынлашҡан банктарға заявка биреп, ике банктан миллион һум аҡса алып ипотеканың проценттарын түләнек, ярты сәғәт эсендә ике банктан алғас тикшереүҙе үттем, алдаштыҡ инде.
.  Суд аша Үзбәкстандағы квартираны һатырға рөхсәт алып, һатып бурыстың бер өлөшөн ҡапланыҡ, әммә  етмәне, проценттар һаман өҫтәлә.
.    Мин кредит алғанда ғүмеремде страховкалағайнылар, улым аҡса өсөн СВОға китергә булғас үлергә лә теләгәйнем, әммә үҙ ғүмереңде үҙең ҡыйһаң, страховка түләнмәйәсәк икән, ошо ипотека ҡаңғырығы башланғас ауырыуға һабыштым, Паркинсон ауырыуын таптылар, нервылар ҡаҡшаған.
.   Улымды СВОға ебәрмәҫкә була, үҙем үлһәм стараховка аҡсаһына ипотека бурысын ҡайтарырҙар тигән өмөттә, дарыуҙарымды ваҡытында ашаманым. Урманда кеше күрмәгәндә, үлһәм ҡотҡарыусы булмаҫ, үҙем балам хаҡына нисек тә түҙергә тип ҡарар иттем, килеп сыҡманы.
.    Бөтә пенсиям кредит түләүгә китә, үҙем еләк йыйып һатам, бәшмәк йыям, бөгөн еләгемде алыусылар ҙа булманы.
.   Ошо ауылда тыуып үҫтем мин, ауылда картуф сәсеп ашаһам да тамағым туйыр, тип Өфөнән ҡайттым, балалар ҡалала ҡалдылар. Ташландыҡ иҫке өйҙә йәшәйем, мунсаһы серегән, тирә яғы емерелеп тора, таҙартып алдым шулай ҙа...
.    Йөрәгем һыҙлай, дуҫтарҙы һаҡлайым тип, һуҡыр идея менән сит ерҙә, Афған яуҙарында йөрөгәндә бындай көнгә ҡалырмын тип уйламағайным...
.   Әле бына тағы болғаныш, илдә күпме яугирҙәр башын һала, ғәрип булып ҡайталар, кем гарантия бирә ҡартайған көндәрендә минең көнгә ҡалмаҫтар тип, мин дә уйламаным элек, ауға эләгермен тип, ысҡыныр яйын ғына тапмайым, берҙән-бер улымды ут эсенә ебәргем килмәй.
.    Хәҙер иламай ул, ҡатып ҡалдымы, дарыуҙар тәьҫиреме, бер нөктәгә төбәлеп ултыра. Мин тороп ауылға барырға йыйындым, ул ҡуҙғалмай.
.     -Көтәләрҙер, былай ҙа минең арҡала һуңлағанһыңдыр, мин әҙерәк ултырам әле - уны ҡалдырып минең атлағы килмәй, кеше уйында нимә барын ҡайҙан беләһең, йыуатыр һүҙен дә тапмайым. Айырылып киттем, ул ҡалды.


Гөлдәр әбей.

Фото: Л.Такаевой

Ау. Хикәйә. Гөлдәр әбей яҙмалары
Ау. Хикәйә. Гөлдәр әбей яҙмалары
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: