Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
17 Июль , 22:56

ЗАМАНСА ҠЫҘ УРЛАУ

Ә беҙ икәү, һаман да үкһеп- үкһеп илайбыҙ, бер нисек тә тыныслана алмайбыҙ. Ҡото алынған ҡыҙыбыҙ һораша башланы, һөйләй алмай, илайбыҙ ҙа ебәрәбеҙ шул... Ниһайәт, нисектер һөйләп бирҙек. "Ах" та "ух" килгән Рабиға бер заман, тыйыла алмай, шарҡылдап көлөргә тотонмаһынмы! Асыуланабыҙ, үпкәләйбеҙ үҙенә, юҡ, тәгәрәп көлә бит был беҙҙән. "Ярай инде, тынысланығыҙ, урламағандар бит!" - ти.

ЗАМАНСА ҠЫҘ УРЛАУ
ЗАМАНСА ҠЫҘ УРЛАУ

🍂🍂🕸🌧🌧🌼🌼🌼

Сәлиә Ғатауллина 

ЗАМАНСА ҠЫҘ УРЛАУ

(Булған хәл) 

*** 

Алыҫ йәшлек йылдарында ҡалған бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булған хәл ҡапыл иҫемә килеп төштө бит! Әхирәтемә кисен шылтыратып, оҙаҡ ҡына хәтирәләргә бирелеп алдыҡ. Ул бер ҡыҙыҡ хәлде иҫенә төшөрһә, мин икенсе осраҡты. Бигерәк күңелле йәшәгәнбеҙ, юҡтан да ҡыҙыҡ табып. Йәш саҡтар, нисек кенә һағынһаҡ та, ҡабатланмай ғына шул. Шулай бер сәғәт ваҡыттың нисек үтеп киткәнен дә аңғармай ҡалдыҡ... 

***

...Һикһәненсе йылдың август айында, төҙөүсе һөнәрен үҙләштергәндән һуң, беҙҙе йунәлтмә менән яңы ғына төҙөлә башлаған ҡаласыҡҡа эшкә ебәрҙеләр. Һай, ямғырлы ине ул йәй! Юлдарҙа балсыҡ йәйрәп ята. Хәс тә һаҙлыҡ! Беҙ дүрт ҡыҙ килгәйнек. Көнө буйы шау-гөр килеп төҙөлөштә эшләйбеҙ, ял көндәрендә кисен күмәкләп ауыл клубына кино ҡарарға барабыҙ, уйнап - бейеп күңел асабыҙ. Гармунсылар ҙа етерлек. Йәш саҡ - дәртле саҡ. Ятаҡхана гөрләп тора, күпселек - йәштәр бит! Ҡаласыҡ тауҙа булһа, ауыл тауҙан аҫтараҡ урынлашҡан. Унда элек - электән урман ҡырҡыусылар ғаиләләре менән йәшәгән. Беҙ ял иткәндә ауылға, үҙебеҙҙең таныштарыбыҙға ла барып сығабыҙ. Улар бер нисә ғаилә ине. Мин бер ғаилә менән күптән, был ҡаласыҡҡа килмәҫ элек үк таныш инем. Уларға йыш барабыҙ. Яҡын туғандарындай, көтөп алалар. Мунса яғалар, матур итеп ҡунаҡ итәләр. Мин үҙем менән гармунымды ла ҡалдырмай йөрөтәм. Ҡайтҡан саҡта беҙгә тәмле ауыл күстәнәстәре бирәләр, һөт - ҡатыҡ, өй икмәге... 

Бер ялыбыҙҙа беҙҙең барыбыҙҙы ла ул ғаилә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ихласлап. Йәкшәмбе ине. Рабиғабыҙ ниндәйҙер сәбәп менән бармаҫҡа булды, дүртенсебеҙ ауылына ҡайтып киткәйне. Венера менән икәүләшеп кенә барырға булдыҡ. Һәр ваҡыттағыса мунса яҡҡандар. Мул итеп табын әҙерләгәндәр. Ишле ғаилә, күңелле уларҙа. Улар миңә туғандарымдай яҡын кешеләргә әйләнеп бөткән ине инде. Бер улдары әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан, баҫалҡы ғына егет. Һөйләшеп бармай, йылмайып ҡына ҡуя ла, тик үҙ эше менән булышып, унда - бында йөрөүен белә. Урамда мал - тыуар, ат. Шуларҙы тәрбиәләй. Кискә табан ҡайтырға йыйындыҡ. Иртәгә эшкә. Башҡа ваҡытта хушлашып, ҡайта ла китә инек. Тик был юлы ҡайтармайҙар бит, ә! Хәҙер үҙебеҙ ат менән алып барып ташлайбыҙ, тиҙәр. Ҡараңғы ла төшә башланы. Ниһайәт, урамға сығып, арбаға ултырыштыҡ. Беҙ икәү, тегеләр өсәү. Һеңлеһе, ҡустыһы менән теге баҫалҡы егетебеҙ беҙҙе оҙатырға сыҡты. Дилбегә егет ҡулында. Ауыл буйлап киттеләр, нишләптер. Ҡаласыҡҡа тура машина юлы булһа ла. Бер заман Венера аптырап: "Нишләп һеҙ икенсе юлға төштөгөҙ ул? Был урамды икенсегә урайбыҙ бит?" - тисе. Мин дә аптырайым, йәйәүләп күптән ҡайтып етер инек инде, тип. Юҡ, һаман ауыл буйлап йөрөтәләр... Беҙ уларҙы ашыҡтыра башланыҡ, һуң бит инде. Ниһайәт, беҙҙе ҡаласыҡҡа алып барған юлдан алып киттеләр. Шул саҡ был өсәү үҙ - ара нимәлер шыбырҙаштылар ҙа, егет кеше дилбегәне һеңлеһенә тоттороп, беҙҙең янға күсеп ултырҙы. Миңә ниҙер әйтте үҙе, хәтерләмәйем. Оҡшамағанын ғына иҫләйем ул хәбәренең. Мин уға асыуланып: "Венера, әйҙә йәйәүләп ҡайтабыҙ, төш арбанан!"- тип әйтеүем дә булды, шул минутта арбала ята инем инде. Егет көслө ҡулдары менән муйын тирәһенән ныҡ итеп арбаға ҡуша тотоп, ебәрмәй бит! Етмәһә, ҡустыһы ныҡ итеп аяҡтарыма йәбешкән. Шунда улар үҙҙәренең уйын белгерттеләр. Баҡтиһәң, улар шулай итеп мине(!) урлап, егетте өйләндерергә йыйынғандар! Шулайтмаһа ярай ине! Яратмаған кешегә сығам, ти, имеш. Урланып, етмәһә! Мин тартҡылашам, тибешәм, ҡысҡырам! Венера ирешә! Әмәлгә ҡалғандай, ямғыр яуа башланы. Бына бер мәл берәүһе ысҡындырҙы: "- Венера ҡайтһын, Фәнзиәне ебәрмәйбеҙ!" "Венерааа! Мине ташлап китһәң, бер ҡасан да һине ғәфү итмәйәсәкмен!" - зәһәр итеп ыҫылдайым. Шул хәтлем ҡурҡыныс, бер нисек тә ҡотолорлоҡ түгел хәлдәр. Илашабыҙ, инәләбеҙ... Ямғыр шәбәйгәндән - шәбәйә. Ҡаласыҡҡа боролған урында йылға аша күпер бар. Күперҙе сыҡтыҡ. Былар һаман Венераны ғына алып барып еткереү уйы менән киләләр. Шул саҡ, Алланың ҡөҙрәтелер, ҡапыл ҡаршыбыҙға геүелдәп йөк машинаһы килеп сыҡты. Атыбыҙ шул хәтлем өрктө микән, ҡапыл һулға боролоп, сығынсылап шәп итеп сығып китмәһенме! Дилбегәне тотҡан ҡыҙҙың атты туҡтатырға көсө етмәй, ағаһын ярҙамға саҡырҙы. Егет һикереп тороп дилбегәгә йәбеште. Мине ысҡындырҙы бит! "Венера, шәберәк!" - тинем дә арбанан һикерҙем. Йүгерҙек. Тегеләр ҡысҡырышалар. Тауға табан йүгерәбеҙ, үҙебеҙ илайбыҙ. Йөрәк шартларҙай булып, атлығып тибә. Ямғыр ҡоя. Тегеләр аттарын тынысландырғансы, беҙ хәтһеҙ ара үткәйнек инде, инде яйлабыраҡ атлайбыҙ. Шул хәтлем ҡыйын үҙебеҙгә, ҡотолғаныбыҙға һаман ышанып бөтмәйбеҙ. Ятаҡҡа ҡайтып индек, баштан - аяҡ ныҡ итеп бысранғанбыҙ, һыуланғанбыҙ ямғыр аҫтында йүгереп. Рабиғабыҙ йып - йылы, тып - тыныс бүлмәлә... рәхәтләнеееп ял итә! Ә беҙ икәү, һаман да үкһеп- үкһеп илайбыҙ, бер нисек тә тыныслана алмайбыҙ. Ҡото алынған ҡыҙыбыҙ һораша башланы, һөйләй алмай, илайбыҙ ҙа ебәрәбеҙ шул... Ниһайәт, нисектер һөйләп бирҙек. "Ах" та "ух" килгән Рабиға бер заман, тыйыла алмай, шарҡылдап көлөргә тотонмаһынмы! Асыуланабыҙ, үпкәләйбеҙ үҙенә, юҡ, тәгәрәп көлә бит был беҙҙән. "Ярай инде, тынысланығыҙ, урламағандар бит!" - ти. Бераҙ тынысланғайныҡ инде, үҙебеҙ ҙә уға ҡушылып, көлөргә тотондоҡ. Ана шундай, бер ҡасан да онотолмаҫ хәлдәр булған йәшлектә. Атыбыҙ сығынсылап китмәһә, уй, аллам, нимә менән бөтөр ине ул саҡта?? Мин барыбер ҡасыр инем! 

ПыСы 

Ул ғаилә менән аралар барыбер йылы килеш ҡалды. Ниңәлер, үҙҙәренең килендәре булыуымды теләгәндәр икән шул. Шул шаян, тынғыһыҙ, гармунсы булыуым сәбәпсе булғандыр, бәлки... Һуңынан, барыбыҙ ҙа ғаиләле булып бөткәс, ҡунаҡтарҙа ла бергә булырға тура килде улар менән. Матур аралашып йәшәнек. Бына шундай иҫтәлектәр ҡалған йәшлек иленән... 

 Сәлиә Ғатауллина. 

30 ноябрь, 2023йыл - Учалы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: