Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Июль , 20:51

Кеше донъяһы

Үҙенең уландары, ейәндәре сит өйгә килә алмайҙар, ә ирҙең балалары улар ял итһенгә йәй буйы ауылда, атай-әсәй ҡорған нигеҙ, тип кенә ебәрәләр. Илап атаһынан ике баш аттарын һаттырып ипотекаһын ҡаплаттырҙы ҡыҙы, Эле белгәндән генә, аҡсаға хужалығы юҡ хәҙер, Раҡыяның улдары һаман түләйҙәр.

Кеше донъяһы
Кеше донъяһы

Кеше донъяһы. 

 

Хикәйә. 

 

.   Киске һауындың һөтөн һөҙөп урынлаштырғас, Раҡыя әбей һарайынан һыйырҙарын үрешкә ҡыуып сығарған ыңғайы, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә артын терәне. Тәне ауырайып торғандай, арыуы ла үткәндер күрәһең, ҡолағы зыңлауына ҡарағанда ҡан баҫымы ла шаяралыр.

.   Ике һыйырының да һөтө арыу сыға, быҙау имеҙгәндән һуң ҡалғанын һауһа ла иртәле-кисле сепараттан үткәрерлек. Тик бөгөн һөт менән булышырға күңеле төшмәне, иртәнсәк иртәнге һауынға ҡушып үткәрер.

.   Ял кисен көтөп ала ул, иркен тын алып, йәне ирәйеп киткәндәй тоя үҙен. Хәйер, ошоғаса шулай булды, бынан һуң нисек булыр. Күҙҙәре ебеп, күкрәгенең һыңҡылдауы көсәйеүен һиҙеп, Раҡыя әбей илауҙан үҙен үҙе тыйҙы.

.   -Йә, йә! Әҙәм көлдөрөп урам буйында илап ултырмаҫһың инде, дуҫың бар, дошманың бар, уларҙың күңелен күтәреп. Булды етте, инде ял ит, киләһе йомаға тиклем ваҡытың бар, йәшә, уйна, көл.

.    Бына нисә йыл йәшәү миҙгеле аҙнанан аҙнаға бүленгән. Йома алдынан әҙерләнә башлай, балалар ялға киләләр! Ял көнө кис таралышалар, был әлбиттә ҡышҡы, яҙғы, йәйге каникулдарға ҡағылмаған көндәрҙә. Уның ҡарамағында аҙна уртаһы ҡала, ул көндәре лә балалар сисеп ырғытҡан кейемдәрен йыуып урынлаштырыу, түшәк ҡаралтыларҙы йыуып үтекләү, киләһе килеүҙәренә ашарҙарына, биреп ебәрергә хәстәрләү менән үтә.

.   -Ауылдағы кейгән кейемдәрен балаларға ҡалала кейҙерергә яратмайым.

.  Был утыҙ биш йәшлек ҡыҙының яратып ҡабатлаған һүҙе. Ҡыҙы тип, үгәй ҡыҙы була инде, үҙе ике малай үҫтерҙе, үҙенең ҡыҙы юҡ.

.   Юҡ тип әйтеүе генә еңел, булды Раҡыяның ҡыҙы, һигеҙ айлыҡ ҡына сағында үлде ул, дөрөҫөрәге Раҡыяның ҡатнашлығы менән, ҡотҡарып ҡалырға була ине.

     Раҡыя әбей хәҙер мәңгелеккә оноторға теләгән ваҡыт араһын хәтеренән юйырға тырышһа ла, киҫәк кенә иҫенә төшөп йөрәгенә ҡан һауҙыра, йәнең әрнетә, олоғая килә бигерәк йыш төшөнә инә кескәй ҡыҙғынаһы, күңел яраларын ҡуҙғата.

.   Был юлы күҙ йәштәрен эсенә йәшерә алманы, ҡайнар йәштәр күҙҙәрен әсетеп яндырып аҡтылар. Бәләкәйҙән ҡысҡырып, һөйләнеп илай белмәй ул, эске һыҙланыу менән тауыш тынһыҙ ғына һығылып илай.

.     Әсәһе үтә ҡаты булды балаларына ҡарата, яңғыҙ ҡатын ҡояш күренеү менән бәләкәс ҡыҙҙарына тиклем уятыр ине. Ағайҙарына ла һәр саҡ эш табыла, ҡыҙҙарының да  буш ултырған минуттары булманы, эйе сәғәттәре түгел, минуттары.

.    Кемдер оло ҡыҙ Раҡыя һауған һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуа, икенселәре йылға буйынан үлән урып быҙауҙарға килтерә, бәпкә-себеш ҡарауылларға ла эшкинә бәләкәстәре. Һәр саҡ эшен табып ҡына торҙо әсәләре, шуғалыр ҙа донъялары бөтөн, тормоштары иркен булды, атайһыҙлыҡты белдерергә тырышманылар.

.   Тыш күңелдән, әммә серәшеп алһыҙ-ялһыҙ эшләү балаларҙы ялҡыта ине. Башҡа балалар менән йылғала уйһыҙ һыу инеүҙе белмәне улар, киске уйынға сығыуҙы ла күрмәй үҫтеләр, тиңдәштәре менән һыҙыҡ, туп ҡыуыу уйындары уйнап та үҫмәнеләр. Әммә һәр береһе эшкә талымһыҙ, таҙалыҡты, тәртипте һаҡлап, үҙаллы булып үҫтеләр.

.   Ҡыш күрше ауылға интернатта ятып уҡығанда ла әсәһе иләгән йомғаҡтарын биреп ебәрер ине, теләйһеңме, теләмәйһеңме аҙнаһына бер шәл эргәһе бәйләп алып ҡайтырға тейешһең. Ҡайтҡас та иң тәүҙә эшеңде уға күрһәтәһең, уҡыу билдәләрен һорамай ул, ваҡ-төйәк эште эшләгәс кенә ашарға ултыраһың.

.   Мәктәпте тамамлағас та төҙөүсе һөнәрен алып эш башланы Раҡыя, күрше районда больница төҙөнөләр. Йәшәүгә ваҡытлыса ятаҡҡа урынлаштырҙылар, ашарға етә, ҡулына аҡса ингәс үҙен иркен тота ине Раҡыя. Билгеле сәғәттәрҙе эшләйһең дэ, һин ирекле, уны эшлә, быны булдыр тиеүсе юҡ, арыу талыуҙы белмәй көндөҙ  эшләй йәштәр, кис уйын-көлкө.

.   Һылыу Раҡыяға тәүге көндәрҙән үк Мәхмүт исемле балта оҫтаһы күҙ һалды, һоҡланыуын белдереп янынан ебәрмәне, серле күҙҙәре менән арбап оҙаҡламай ятаҡ бүлмәһендә ҡунып сыға башланы.

.   Үҙенең ауырға ҡалғанын белеп егеткә әйтеү менән Мәхмүт күҙгә күренеп шиңде, артабан Раҡыя менән араларын ҡырҡа өҙөп армияға хеҙмәт итергә юлланды.

.    Раҡыяның кисерештәрен берәү ҙә аңлай алмаҫ ине ул саҡтарҙа, өйҙә уҫал әсәй көн күрһәтмәйәсәге билгеле, йәшәү урыны юҡ, бала тапһа эшкә сыға алмаясаҡ, нишләргә, баланы алдыртырға ла һуңлаған.

.   Мәхмүттең ата-әсәләренә барып хәлен аңлатырға теләһә лә, улар ишетергә  теләмәне, беҙ нимә беләбеҙ, улым армиянан ҡайтһа үҙе хәл итер.

.   Ауылға ҡайтмай һуңғы көндәренә тиклем төҙөлөштә эшләп, ҡыҙын тапты. Ятаҡта ваҡытлыса йәшәп торорға рөхсәт иттеләр, больницаны төҙөп бөтөргәнсе генә, артабан ҡайҙа барыр.

.   Бала тыуып биш ай үтеүгә йыйнаҡлаған аҡсаһы бөттө, ә ашарға, йәшәргә кәрәк. Яҡындағы өйҙөң подъездарын, ятаҡ коридорҙарын йыуырға эшкә ялланды, берәү ҙә законлы рәүештә эшкә алырға  ашыҡмай йәш балалы яңғыҙ ҡатынды.

.  Больницаны төҙөп бөтөп тапшырғас бүлмәне лә бушатырға талап итә башланылар, ҡайҙа барырға. Балалар баҡсаһына баланы алырға  теләмәйҙәр, йәше етмәй. Баланың Раҡыя эштә саҡта илап, арып йоҡлап киткән саҡтары күп булды, аҙаҡ үҙен үҙе әүрәтеп бер аяғына ыштанын, ойоғон, пинеткаһын кейергә өйрәнде, сәғәттәр буйы кейеп-сисеп уйнар ине, ә икенсе аяғына бер нисек тә кейеп өйрәнә алманы.

.   Тиңдәштәре кис киноларға, концерттарға йөрөй, Раҡыя бала менән, етешмәүсәнлек, аҡсаһыҙлыҡ, билдәһеҙлек кәмһетә, ярһыта, сығырынан сығара. Ауылға, әсәһе янына ҡайтыуҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа, әсәһенең сәләме лә килеп етте, башы йәнселеп, урам буйлап эт һөйрәп йөрөһә лә барасағым юҡ, битемә ғүмерҙә бөтмәҫлек серкәү яҡты, оятһыҙ, тигән.

.   Бала ауырымаған саҡта түҙерлек булған да, һигеҙ айында сәсрәп ауырып китте, саҡырған табибтар ҡарап ҡағыҙҙар тултырып дарыуҙар яҙып киттеләр, аҡса бармы юҡмы берәү ҙә һорашманы.

.  Көслө тымау, юғары температура менән ятҡан бала мыжый, илай, тын да ала алмай тамағы шешкәнлектән, төндәрен ҡулдарында йөрөтөп, арҡаһы, биле талсыҡты.

.   Көндөҙ эштә, төнөн йоҡларға ла сара юҡ бала менән, сыҙаманы үҙе лә илап-ярһып бала өҫтөнә яҫтыҡ ырғытты, нисектер төндә йоҡоһона илереп үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Бер нисә минуттан иҫенә килгәндә бала тын алмай ине, саҡыртҡан табибтарға баланың үлгәнлеген раҫларға ғына ҡалды.

.   Үкенде аҙаҡ, төштәренә инеп йөҙәтте, артынан илап эйәрҙе балаҡай.

.    Аҙаҡ үҙенә күҙ һалып йөрөгән тыныс күренгән ҡарт егеткә изем бирҙе, тегеһе ҡыуанып ризалашты, үҙе менән ауылына алып ҡайтып никахлап, туйлап йәшәп киттеләр.

.    Егеттең ата-әсәһе, ауылдаштары Раҡыяның үткәнен белмәһәләр ҙә, шымыҡай күренгән ире гел аҫтыртын игәне, рәнйетте, ҡыҙғанды, эскән һайын тауыш күтәрмәй семтей, туҡмай ине.

.   Әммә ире эшкә әрһеҙ булды, маҡсатлы йәшәне. Уртаҡ балаларын, ике улын йәнен бирерҙәй булып яратты, уларға алдан хәстәрләп ҡала ерендә өй төҙөнө, улдары тырыш, егәрле инеләр. Йылҡы малдары ғына үҙенеке айырым өйөр булып эркелеп йөрөрҙәр ине, дүрт-биш баш һыйырҙарының ағын эш итеү, бейәләрен бәйләп ҡымыҙ яһау, Раҡыяға көндәлек, еңел эш кеүек.

.   Ҡайны-ҡәйнәһе лә эшкә талымһыҙ, бөтмөр киленен яраттылар, ҡырыҫ холоҡло улдарынан айырмалы рәүештә, киленен хөрмәт итеп, үҙ балаларылай эскә тарттылар, хәлдәренән килгәнсе ярҙамынан ташламанылар.

.    Балаларын башлы-күҙле итеп, йыйған донъяһының, ҡорған өйөнөң мәнфәғәтен дә күрә алмай иртә юлланды ире мәңгелек йортона. Ҡапыл ғына, һыуға төшкәндәй юҡ булды ла ҡуйҙы, йөрәге ярылған тинеләр.

.   Оҙаҡ тырышты Раҡыя нигеҙенең ҡотон ебәрмәҫ өсөн. Тик тибендә йөрөгән йылҡыларға ирҙең ҡаты ҡулы кәрәк, һыйырҙарға бесән әҙерләү ҙә ҡатын кешегә ауыр. Бараларҙың үҙ тормошо, үҙ ғәмдәре, гелән генә килеп тора алмайҙар. Тағы ҡәйнә-ҡайныһы ла бер-бер артлы китеп барҙылар, төплө кәңәш биреүсегә лә мохтаж булды Раҡыя.

     Шундай мәлдә күҙ һалды Раҡыяға ҡатыны эскенән үлгән әлеге бабайы. Ул саҡта ир уртаһынан яңы үткән буйҙаҡ ирҙең ярҙамы күп тейҙе, ат дағалағандамы, малдарға ветеринар ярҙам кәрәккәндәме, ҡыш йылҡыларҙы ҡарлы дала буйлап өйөр башынан ҡайырыуы ла ауыр ҡатын кешегә.

.    Ике яңғыҙ бергә йәшәргә ҡарар иттеләр, малдарын бергә ҡушып, үҙе  күсеп килде абышҡаһы йортона, уның бесән, һаламы етерлек ине, Раҡыяның наҡыҫ, шуныһын уйланы.

.   Ҡатын ҡулы теймәгән йортто үҙенсә биҙәп, тәрбиәләп алды Раҡыя, тәүҙән үк ике аттарын һатып еңел ремонт яһаны, тәҙрәләр ҡуйҙыртты, хәҙер донъяларына ҡыйып баҡҡыһыҙ.

.   Абышҡаһы һүҙенә күнеп үҙенең ике атын осорҙо, йәнәһе урынына алмашҡа ире тайҙар үҫтереп бирә, беренсе яңылышы шул булды.

Тайҙар үҫеп етһә лә иренең милке булып ҡалды, тәүҙәрәк һинеке-минеке беленмәне.

.  Гармунда өҙҙөрөп уйнаған, йыр-таҡмаҡтары теленән ҡойолоп торған ир, һәр саҡ табын күрке. Бергә ҡатнашҡан ғаиләләр табынынан араҡы төшмәүен күреп, тәүҙә тартынһа ла аҙаҡ үҙе лә табын күркенә әүерелде. Нисек үҙеңде хөрмәт итеп саҡырған иреңдең дуҫтарын кире саҡырмайһың, ояты ни тора, әлбиттә араҡыға.

.    Гармунсы ирҙең тәүге ҡатыны ни өсөн араҡынан үлгәнен аңлағанда һуң ине инде, тәүҙә эскесе бисә ғәйепле тигән уйҙа булһа, хәҙер генә ғәйептең атта ла, тәртәлә лә булыуын аңлай.

.  Әкренләп һарайҙа үҙенең малдары бөттө, телгә йомшаҡ, һүҙгә татлы, ҡосағы ҡайнар булған ир үҙенекен эшләй ине. Унан килгән аҡсалар ҙа һыу кеүек уның өйөн  төҙөкләндерергә һеңделәр, хан һарайында йәшәгән кеүек йәшәйәсәкбеҙ бәғерем, йәнәһе.

.   Үҙе лә тырышты Раҡыя, тиң-тош күрһен, күршеләр һоҡланһын уларҙың булдыҡлылығына, йәшәгәс-йәшәгәс кеше сәмләнерлек итеп йәшәр кәрәк, машина яңырттылар.

.  Хәтере ҡалған мәлде лә яҡшы хәтерләй, ваҡытлыса эшһеҙ ҡалған кесе улына һуғымының бер ботон тейәп ебәрҙе, үҙенең һуңғы кинйә малы бит, ире өндәшмәҫ йәнәһе.

.   Кис иттең юҡлығын белеү менән  оло тауыш ҡуптарҙы ире, эт ашамаҫ һүҙҙәрҙе теҙҙе генә. Әллә ҡайҙағы тоҡом-тыуғандарын ҡайҙан белә тигән, һәр береһен барлап сыҡты.

.   Кейемдәрен төрҙө лә ҡайтты ла китте өйөнә Раҡыя, малы булмаһа ней көн итер үҙенсә, пенсияһы килеп тора.

.   Әммә иртәгәһенә үк килеп етте ире, алдында теҙләнеп, тубыҡтарын ҡосаҡлап ғәфү үтенде, үкенеп илап кире ҡайтыуын һораны, мәңге тауыш күтәрмәҫенә анттар итте.

.   Ҡайтты кире Раҡыя ир йортона, ир генәһе уны йәлләп өйгә газ үткәртергә вәғәҙә бирҙе. Аҡса  күп кәрәк икән дә газ үткәрер өсөн, Раҡыя был юлы үҙе йөрөнө, бабайы әйткәнсә үҙе исеменә юлланы.

.   Ниәт эштең башы булһа ла, аҡсаһыҙ алға китмәй шул, ир Раҡыяның өйөн һатып алыусы тапҡан, әгәр газ үткәрһәләр әбейең ҡала бисәләре кеүек йәшәйәсәк.

     Алдан уйлап эшләнелгән булғандыр, Раҡыяның ҡасып ҡайтыр өйө булмаһын өсөн.

.   Шунан башланды ла ығы-зығы, ҡалалағы килеп-китеп йөрөгән ҡыҙы үҙенең бүлмәһенә инеп йөрөмәҫкә ҡәтғи тыйҙы, быға тиклем аҙна һайын балалары менән килеп шунда ҡуналар ине, Раҡыя ихтибар итмәне, барыбер буш тора,  ремонт яһағанда бер ҙә өндәшмәне, ҡаланан ҡыйбатлы обойҙар алдыртты, интерьерҙы үҙе һайланы, атай малы аҡсаһына.

.    Үҙенең уландары, ейәндәре сит өйгә килә алмайҙар, ә ирҙең балалары улар ял итһенгә йәй буйы ауылда, атай-әсәй ҡорған нигеҙ, тип кенә ебәрәләр. Илап атаһынан ике баш аттарын һаттырып ипотекаһын ҡаплаттырҙы ҡыҙы, Эле белгәндән генә, аҡсаға хужалығы юҡ хәҙер, Раҡыяның улдары һаман түләйҙәр.

.  Их, терһәкте тешләп кенә булмай, барыһын да кире ҡайтарып булһа белер ине хәҙер нисек йәшәргә. Әле үҙ аяҡтарында йөрөй, ныҡлап ҡартайһа кемгә ышанырға, яйлап-яйлап балалар ҙа ситнәтелде. Күҙе томаланған булған һөйөүҙән, өндәшмәҫ ир менән йәшәгәндән һуң был ирҙең матур һайрауына, күктәргә күтәреүенә ирегән, ә ул уны бары үҙ мәнфәғәтенә файҙаланған.

. Үҙ ҡыҙы тере булһа барыбер ҙә кәрәкле кәңәштәрен бирер ине ваҡытында, терәге, таянысы булыр ине, малайҙарға, килендәренә ҡалырмы көнө, ғәфү итерҙәрме улар, уларға кәрәк саҡта үҙ тормошон яйларға тырышты.

.    -Кемде көтөп йәйерәп ултыра минең кәләшкәй, ә мин уны өйҙә көтәм, бар сәй ҡуй, сарсап кителгән, балалар шауынан һуң бер аҙ серемгә киткәнмен.

.   Үҙе сәй ҡуйып саҡырһа, ниндәй бәхет булыр ине, өйҙә барыһы ла бар, хөрмәтләү, күңел тигән нәмә лә бар бит әле.

.   Кеше донъяһында йәшәгән кеүек хис итә Раҡыя үҙен хәҙер, хәйер, кеше донъяһы шул.

Гөлдәр әбей.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: