Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Июль , 23:00

Хикмәтле төш

- Эйе, был- һин Көнһылыу, - тине. - Егерме йылдан һин нәҡ ошолай буласаҡһың.  "Мине, ябай башҡорт ҡыҙын, ысынлап та ошондай яҙмыш көтәме икән ни?" - тип уйлауы булды, был уйына ла шунда уҡ яуап килде:  - Тик бының өсөн һеҙгә минең улым Этган менән берләшергә кәрәк булыр. Быны нисек аңларға белмәгән Көнһылыу Этганға ҡараны.  - Эйе, ошо серҙе әйтер өсөн һине бында алып килдек, Көнһылыу. – тине Алиф ҡыҙға һынап ҡарап.- Был осрашыу Бэш менән Ер планеталары араһындағы дуҫлыҡтың нигеҙе булыр. 

Лира Яҡшыбаева 

Хикмәтле төш 

 

Иртәгә Рамаҙан айы башлана, тигән кисте Көнһылыу өләсәһенең "Ҡөрьән" китабын башы аҫтына һалды ла: " Изге ай алдынан күргән төштәр киләсәкте әшкәртә, тиҙәр. Ниндәй төш күрермен икән?" - тип уйланы һәм йоҡларға ятты. Күҙҙәрен дә йомоп өлгөрмәне, уны йоҡо баҫты. Әллә төш, әллә өн ине, тәҙрәһе ҡаршыһында тәрилкәгә оҡшаған бер яҡтылыҡ өйрөлә башланы. Бер аҙҙан билдәһеҙ обьект шыма ғына кәйелеп, ул йоҡлаған бүлмәнең тәҙрәһе ҡаршыһына килеп туҡтаны. Тәрилкәгә оҡшаған аппарат байрам фейерверкы һымаҡ балҡый, тирә-яҡҡа аллы-гөллө нур сәсә. Көнһылыу ни уйларға белмәй ғәжәпләнеп торған арала обьект эсенән өҫтөнә алтынланған ялтыр һары комбинезон, башына йәшел яҡут төҫлө скафандар кейгән ун биш-ун алты йәштәрҙәге егет килеп сыҡты ла күҙ асып йомған арала уның ҡаршыһына килеп баҫты: 

- Эй, Ер ҡыҙы! Мин Ер шарының киләсәге тураһындағы бер ҙур сер асыр өсөн бында Бэш планетаһынан ебәрелгән астронавт, - тине. 

Тәү ҡарашҡа ҡыҙға сит планета кешеһенең Ер кешеһенән әллә ни айырмаһы күренмәне. Ҡәҙимгесә ике аяғы, ике ҡулы бар, буй-һыны ла хәс беҙҙеке һымаҡ. Тик битенең яртыһын тиерлек алып торған күҙҙәре генә ғәҙәти түгел, улар зәңгәр нур сәсеп балҡыған кескәй экранға оҡшай. Ни уйлауы, әйтергә теләгән фекере шунда уҡ күҙҙәрендә сағылып бара. 

Хәҙергә туғыҙынсы синыфта ғына уҡып йөрөгән ошо яп-ябай ҡыҙҙың киләсәктә Ер планетаһының яҙмышы өсөн яуаплы зат, сер ғилеме эйәһе булырын белгәнлектән, астронавт егет Көнһылыуға мөғжизә күргәндәй йотлоғоп ҡараны. Ҙур ихтирам менән күрешергә ҡулын һуҙҙы: 

- Минең исемем Этган. 

- Көнһылыу. 

- Мин һиңә Ер шарының киләсәге тураһындағы хикмәтле серҙе асыр өсөн килдем. Бының өсөн беҙ икәүләп Йыһан киңлегендә һәм ваҡыт арауығында сәйәхәт итергә тейешбеҙ. Иң башта Бэш планетаһында туҡталырбыҙ. Унда минең атайым Алиф хужа, ул һине бик тә күрергә теләй. Ул беҙҙе көтә. 

Йыш ҡына төндәрен тышҡа сығып, Йыһан киңлегенә баҡҡан, Ғаләм серҙәрен белергә теләп, тәрән уйға ҡалған Көнһылыуҙың бындай хикмәтле һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып типте, йәшел күҙҙәре ҙурайып, Этгандыҡы һымаҡ булып балҡып китте. Тик ят планета егетенә эйәреп яңғыҙы сығып китеүҙе башына һыйҙыра алмайынса, күңелһеҙләнде, болоҡһоуы төҫөнә сыҡты. Ҡыҙҙың ни уйлауын белеп-һиҙеп торған астронавт: 

- Ҡурҡма, эй, Ер ҡыҙы! Минең ниәттәрем изге! Ышан миңә! - тине һәм ҡыҙҙы етәкләп тәрилкә-аппарат яғына әйләне. 

Осоу аппараты тыштан бәләкәй күренһә лә эс яҡтан иркен икән. Көнһылыу иғтибар менән обьект эсен ҡарай башланы. Стеналарҙы иңләп-буйлап йыһан карталары эленгән, ниндәйҙер таныш булмаған аппаратуралар, планшеттар, компьютерҙар, беҙ белмәгән электрон приборҙар теҙелеп киткән. Ҡайҙа ҡарама төрлө төҫтәге ялтыр төймәләр иғтибарҙы йәлеп итә. 

Этгандың йәшел нур сәскән бер төймәгә баҫыуы булды, аппарат-тәрликә кәйелеп кенә ҡуҙғалды ла ҙур тиҙлек менән осоп та китте. Шул саҡ Көнһылыу үҙенең өҫ-башына иғтибар итә ҡуйҙы, ни күҙе менән күрһен, өҫтөндә алһыу комбинезон, башында ап-аҡ скафандар! Ҡайһы арала кейенде ул? Кем уны кейендерҙе!? Ҡыҙыҡайҙың аптырап ҡалыуын күргән егет: 

- Һин махсус Йыһан астронавтары кейемендәһең, шунһыҙ беҙ сәйәхәт итә алмайбыҙ,- тине егет. - Оҙаҡламай беҙ Алиф хакимлек иткән планетала буласаҡбыҙ. 

- Нисә көнлөк юл? 

- Беҙҙең карап зәңгәр нур тиҙлеге менән оса. Уның тиҙлеге ҡояш нурынан мең тапҡыр артыҡ. 

Кинәт Көнһылыуҙы йоҡо баҫты. Уянғанда аппарат Бэш планетаһында ине. 

- Ер ҡыҙы, һин беҙҙең кунағыбыҙ! - Этгандың күҙҙәренән йылы нур бөркөлдө. - Атайым беҙҙе көтә. 

Мөһабәт кәүҙәле, аҡыллы күҙҙәре йондоҙҙай балҡыған, ап-аҡтан кейенгән, әҙәми затҡа бик ныҡ оҡшаған Бэш хакимы улар ҡаршыһында пәйҙә булды. Көнһылыуҙың күҙҙәренә тура ҡарап йылмайҙы ла: 

- Беҙ Ер кешеләрен яратабыҙ. Төҫө-башы, булмышы менән улар бит нәҡ беҙҙең ише, - тине. - Ер кешеләре әле үҫмерлек осорон кисерә. Күпселек Йыһан серҙәрен белмәй, яңы өйрәнә. Планеталар ҙа тере организм кеүек тыуа, үҫә, йәшәй, ҡартая, үлә. Ә беҙҙең Бэш планетаһы үҫеп еткән, ул өлгөрөү, камиллашыу дәүерен кисерә. Беҙ икенсе планеталарға осоп бара, улар менән аралаша алабыҙ. Мең-мең йылдар кесе туғаныбыҙҙы, Ер шарын, төрлө афәттәрҙән, мәҫәлән, икенсе планеталарҙың һөжүменән, ер тәнен яралап барып төшөрҙәй метеориттар, остероидтарҙан һаҡлап киләбеҙ. Ер кешеләре быны, әлбиттә, белмәй. Әммә тиҙҙән Ер яңы цивилизацияға, өлгөрөү осорона күсәсәк. Шуға беҙ хәҙер планетаның яҙмышын Ерҙә йәшәүселәрҙең үҙ ҡулларына тапшырабыҙ. 

Хаким Алифтың ҙур күҙҙәре тағы нығыраҡ етдиләнде. Күрәһең, бик мөһим һүҙ әйтергә йыйынды. 

- Ер планетаһының яҙмышы һиңә тапшырыла, Көнһылыу! - Ул бер аҙға ниндәйҙер серле ауаздарҙы тыңлап тын ҡалып торҙо. - Ғаләмдәр хужаһы Аллаһ һине һайлаған, тыуғаныңда уҡ маңлайыңа ошондай тәҡдир мөһөрө баҫылған. Бынан ары һин туранан-тура Ғаләмдәр хужаһына буйһонаһың, уның ҡушҡандарын үтәйһең. Һеҙҙең планетаның әле миллиард йыллап ғүмере бар. Тик сит цивилизациялар, икенсе планеталар һөжүм итеп, Ергә зыян килтермәһен, шунан һаҡланырға кәрәк. Һиңә, Көнһылыу, Ереңде ҡурсалау, галактикалағы башҡа планеталар менән бәйләнеш һәм дуҫлыҡ булдырыу эше йөкмәтелә. 

Бер ни аңламай был хикмәткә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй хайран ҡалып торғанда Көнһылыуҙың ҡаршыһында зәңгәр экран тоҡанды. Унда астронавттар кейемендәге бер ханымдың Йыһанда осоп йөрөүе күренде. Бына ул бер планетанан икенсеһенә оса. Көмбәҙе күк менән тоташҡан ниндәйҙер дворецта, иҫәпһеҙ күп халыҡ алдында сығыш яһай. Барыһы уны иғтибар менән тыңлай. Бына әлеге ҡатын ниндәйҙер документтарға ҡул ҡуя. Ҡыҙыҡай: "Бит осондағы ҡап-ҡара ғына түңәрәк миңе хәс тә минеке һымаҡ", - тип уйлауы булды Бэш хакимы Алиф: 

- Эйе, был- һин Көнһылыу, - тине. - Егерме йылдан һин нәҡ ошолай буласаҡһың. 

"Мине, ябай башҡорт ҡыҙын, ысынлап та ошондай яҙмыш көтәме икән ни?" - тип уйлауы булды, был уйына ла шунда уҡ яуап килде: 

- Тик бының өсөн һеҙгә минең улым Этган менән берләшергә кәрәк булыр. Быны нисек аңларға белмәгән Көнһылыу Этганға ҡараны. 

- Эйе, ошо серҙе әйтер өсөн һине бында алып килдек, Көнһылыу. – тине Алиф ҡыҙға һынап ҡарап.- Был осрашыу Бэш менән Ер планеталары араһындағы дуҫлыҡтың нигеҙе булыр. 

Планета хужаһы нисек ҡапыл пәйҙә булһа, шулай һиҙҙермәй ҡапыл күҙҙән юғалды. 

Этган менән Көнһылыу икәү генә ҡалдылар. 

- Атайым һине Ер ҡыҙҙарының иң аҡыллыһы, иң гүзәле тип һанай. Был уның күҙҙәренән күренде, - тине Этган. - Ысынлап та, һин иҫ киткес камил зат! 

Маҡталыуҙы өнәмәгән Ер ҡыҙы тиҙ генә һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо: 

- Этган, һин Ер шарының үткәнен һәм киләсәген күрһәтәм, ваҡыт арауығында сәйәхәт итербеҙ, тигәйнең. 

Егеттең үҙгәреүсән күҙҙәре нур сәсеп балҡып китте. Бер ҡарауҙан күңеленә оҡшаған ҡыҙыҡайҙан уның да айырылып киткеһе килмәй. 

- Ваҡыт машинаһы һинең ҡарамаҡта! Рәхим ит! 

Осоусы тәрилкә эсенә инеп ултырыу менән Көнһылыуҙы тағы йоҡо баҫты. Уны Этгандың һүҙҙәре уятты: 

- Көнһылыу, иллюминаторға ҡара әле. Беҙ Ер шарының үткәнендә, һеҙҙеңсә әйткәндә, тәү тормош тирәһендә сәйәхәт итәбеҙ. 

Йыһан бейеклегенән ҡарағанда Ер шары ниндәйҙер гигант тере йән эйәһен хәтерләтә икән. Осоусы тәрилкә бейек ағастар менән ҡапланған тауҙар өҫтөнән елде. Көнһылыуға тауҙар планетаның башы, урмандар сәсе, башҡорттар йәшәгән ерҙәр йөрәге һымаҡ тойолдо. Ер тәне буйлап аҡҡан йылғаларҙы кешенең ҡан тамырын хәтерләтте. 

- Ә хәҙер объект Ер шарының киләсәгенә сәйәхәт ҡылыр. 

Бына бер саҡ улар икһеҙ-сикһеҙ ҡом даръяһы өҫтөнән оса башланы. Сүллектә ағас, йәшеллек әҫәре күренмәй. Бая күргән, аҙым һайын аҡҡан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ йылғалар ҡайҙа булған? Ҡороп бөткәндәрме ни? Ә кешеләр ҡайҙа? Ниңә кешеләр күренмәй? 

- Ер шарын һаҡлай алмаһағыҙ, киләсәктә уның ошолай булып ҡалыуы ихтимал. Ҡабатлайым, тиҙҙән Ер планетаһының яҙмышы Ер кешеләренең ҡулына күсәсәк. Һинең бурыс – ошо хаҡта кешеләргә еткереү. 

Ҡот осҡос хәлде күреп, Көнһылыу Этгандың аҡыллы күҙҙәренә төбәлде: 

- Планетаны һаҡлау өсөн беҙгә ниҙәр эшләргә? Әйтсе, эй, Бэш егете! 

- Иң беренсе, Йыһандағы башҡа планеталар менән дуҫлашырға! Йәнә улар һеҙҙән тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш талап итәләр. Һеҙ Ер аҫты, ер өҫтө хазиналарын самалап тотонолорға тейешһегеҙ! Эсер һыуҙарҙы ныҡ һаҡларға! Һыу - ерҙең ҡаны. Ер кешеләре шуны гел иҫендә тотһон. Айырыуса ағын йылғаларҙы бысратмаҫҡа! Ер кешеләре Ғаләмдәр хужаһының барлығын, берлеген таныһын, уны Бэш планетаһындағылар кеүек ихтирам итһен. Беҙҙең кеүек тыйғандарынан тыйылһын, ҡушҡандарын үтәһен! Ер планетаһының оҙон ғүмерле булыуы Ер кешеләренең үҙҙәренән тора. Имен булыуҙың тотҡаһы - әҙәп, иман. Йыһанда күрәләр: һуңғы ваҡытта Ер кешеләре бәйле аҙа башлаған: урмандарҙы аяуһыҙ ҡырҡалар, тауҙарҙың аҫтын-өҫкә килтереп аҡтаралар, йылғаларҙы бысраталар, бер туҡтауһыҙ үҙ-ара ыҙғышалар, һуғышалар, тигән хәбәр йөрөй. Бәйле аҙыу - Йыһандың йәшәйеш тәртибен боҙоу тип һанала. Был үтә хәүефле. Ғаләмдәр хужаһы бындайҙы оҡшатмай. 

Этган ошоларҙы һөйләп бөтөүгә улар Көнһылыу йәшәгән йорт эргәһенә килеп еткәйне инде. 

Егет ҡыҙҙы етәкләп алды ла бая үҙе алып сыҡҡан бүлмәгә индерҙе. 

- Эй, гүзәлдәрҙән гүзәл Ер ҡыҙы! - Эдгар зәңгәр күҙҙәренән көлтә-көлтә нур бөркөп, ҡыҙға һөйөп ҡараны. - Рөхсәт ит тағы яныңа килергә. Һинең бөйөк эштәреңдә ярҙамсың булырға теләйем. Беҙ икәүләп Ер планетаһын төрлө афәттәрҙән ҡурсаларбыҙ. Мин һине бик яраттым! 

- Һин шундай изге күңелле, Эдган. Хуш, дуҫым! Төштә генә түгел өндә лә беҙгә тағы осрашыу яҙһын! 

Көнһылыу ҡояштың сағыу нурҙары битенә төшөүҙән уянды. Күргән өн аралаш төшөн ҡабатлап күҙ алдынан үткәрҙе. Рәхмәт, Бэш егете Эдган! Төштәремә инеп әшкәрттең, йәшәүемә маҡсат ҡуйҙың, Рамаҙан айының тәүге иртәһен изге уй-ниәттәрҙән башларға ярҙам иттең! Күңелендә мөхәббәт хисе бөрөләнгән ҡыҙҙың күңеле шатлыҡлы хис -тойғоларҙан елкенде. Ер халҡына бәхет юраған зәңгәр күҙле егетте тағы күргеһе килде. Осрашырҙар әле, алда бергәләп эшләйһе эштәре күп бит. Көнһылыу үҙендә Ер шарына ҡағылышлы төшөндә күргән барлыҡ проблемаларын хәл итерлек көс-ҡөҙрәт тойҙо. 

 

 

Хикмәтле төш
Хикмәтле төш
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: