Әҙәби бит
18 Июнь 2024, 15:00

Хикәйә. Сәүиә Солтанова

-Тағы нимә генә булды икән? -Ҡарға- фәлән генә теймәһә ярар ине. Сөмбөл ишек алдында ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙарының тауышына ихатаға йүгереп сығып таяҡ алып ҡыуырға кереште. -Көшә, көшә,-тим мин һеҙгә.- Былай ҙа ҡорттан сағылып имгәнеп үҫмәй бәләкәй булып ҡалған бәпкәне ҡыйырһытмаһағыҙ. Күпме генә емегеҙҙе ашар тиһегеҙ?! Әйҙә, үҙеңә айырым һалайым,иркенләп аша,-тип икенсе һауытҡа ем һалып, айырып бикләп ҡуйырға уйлағайны, аныһы ҡарышып, суҡышып тығып сығырға маташа. -Эй, бәпкәмде, яңғыҙлыҡтың ҡыйын икәнен белеп, ауыр булһа ла ҡағылып -һуғылып күмәк ҡаҙҙар араһына сығырға ынтылаһың. Шулай инде үҙе лә бит күпме генә кеше һүҙе ишетһә лә, төндәр буйы илап сыҡһа ла, иртән тороп бәләкәйе-кесеһенә алсаҡ йөҙ, яҡшы һүҙен тапты. Бер ваҡытта уның йөҙ йыртып, турһайып, кеше менән талашып йөрөгәнен бер кем дә күрмәне. "Кешенең бар нәмәһе лә матур булырға тейеш" тигән девиз менән йәшәй ул. Ә иң беренсе кешенең күңел күркәмлеге-кеселеклек. -Эх, бөтә кешеләр ҙә шулай уйлаһасы!..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

-Юҡ шул!

Шулайтып Сөмбөл үҙе лә һиҙмәҫтән ауыр уйҙарға бирелеп бүрәнәгә барып ултырҙы.Кисәге көндө һис оноторлоҡ түгел бит.

... Электричкала төнгө сменаға эшкә китеп бара ине. Вагонда кеше күп Береһенә лә иғтибар итмәйенсә генә, кеҫәһенән телефонын алып , яңылыҡтар уҡып килә. Эргәһендә ултырған ике ир, нимә тураһындалыр бәхәсләшә. Артҡы ултырғыстағы һөйләшеп килгән ике ҡатындың береһенең тауышы шундай таныш. Иғтибар итмәй ҙә булмай шул, улар бит уны, ғаиләһен исемдәрен әйтеп һөйләп киләләр . Бынан ете йыл мәрхүм булған ирен, уның бар туғандарын энәһенән ебенә тиклем үткәрҙеләр. Кемдең һөйләгәнен тауышынан таныны Сөмбөл, тороп баҫырлыҡ хәле лә, теләге лә юҡ ине. Күҙҙәренә тулған күҙ йәше бар донъяны томаланы, дөрләп типкән йөрәгенең хәле бөткәнен, быуынһыҙ булған аяҡтарының ҡалтыранғанын тойһа ла:"Етәр, теге донъяла исмаһам тыныс ятһын,күпме сәйнәргә була, ете йыл үтте бит инде",-тип әйтергә көс тапты.

Быны көтмәгән ине килендәше, ауылдың абруйлы ҡатындарының береһе.

Нисек матур башланған ине бит уларҙың тормошо. Ғүмер юлындағы ауырлыҡтарҙы, осраған кәртәләрҙе, кеше һүҙен тыңламай, ҡулға -ҡул тотоношоп үтергә вәғәҙәләр бирешкәйнеләр. Тормоштарын йәмләп ҡыҙҙары, улы тыуғас ҡайһылай һөйөнгән ине ире. Шатлығының иге-сиге булманы. Эштән ҡайтыуына балалар йоҡлап китһә, һаҡ ҡына карауаттары эргәһенә килеп, уларға һоҡланып ҡарап торор ҙа: "Беҙҙән дә бәхетле парҙар юҡтыр ул, кәләш,"- тип йылмайыр ине.

Зилә ни әйтергә белмәй юғалып ҡалды.Сөмбөл башын ғорур тотоп, эстән генә килендәшенә һаулыҡ теләп туҡталышта төшөп ҡалды.

Ни өсөн килендәше Сөмбөлдө түбәнһетергә тырыша? Кеше көнләшерлек нимәһе бар һуң Сөмбөлдөң? Ауылдың үҙәгендә өй һалып сыҡтылар. Донъялары гөрләп барҙы, ике уңған бер- береһен күҙ ҡарашынан аңлап торған парҙың. Үҙҙәре алсаҡ, йомарт булғас өйҙәренән кеше өҙөлмәне.

Бәхетле, етеш тормошта йәшәгәндәрҙе күрә алмаусылар, нисек булһа ла аяҡ салыусылар һағалап ҡына торған икән шул. Тәүге көндәрҙән үк бергә ҡатышып йәшәгән килендәшенә Сөмбөл бик ныҡ ышана ине. Булған серҙәрен дә уның менән бүлеште. Балаларын да бер- береһенә ярҙам итеп бергә үҫтерҙеләр. Нисек аңламаған Зиләнең ике йөҙлөлөгөн? Уның биргән кәңәштәрен тыңлап ире менән талашҡан саҡтары ла аҙ булманы бит. Иренең Зиләне яратмағанын да белде Сөмбөл, быны Зилә һиҙенә ине.

-Улай ярамай. Һин бына мин әйткәнсә эшлә әле. Һин төнгө сменала эштә булғанда Рәисеңдең ҡайҙа нимә эшләп йөрөгәнен белмәйһең әллә?-тип йөрәгенә ҡотҡо һалған саҡтары ла аҙ булманы бит.

-Юҡ, Зилә еңгә, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ миңә кәрәкмәй,- тип кенә әйтергә булған да бит ваҡытында.

Үкенесле шул үткәндәр. Беҙ, ҡатын -ҡыҙҙар шуны белеп етмәйбеҙ: ирҙәрҙең күңеле бер мәл осоноп ала. Шул ваҡытты сабыр аҡыл менән уҙғарып ебәрер кәрәк. Түҙемлектәр етмәһә инде,ҡәҙерләп кенә һаҡлаған гәлсәр һауыт төшөп ярылғандай, селпәрәмә киләсәк.

Ауыр уйҙарынан тағы ла нығыраҡ ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙары бүлде. Ашап туйғас, йылғаға төшөргә, ҡаңғылдашып ҡапҡа яғына йүгергән ҡаҙҙарын ҡыуып сығарҙы ла, ҡайтыуҙарына ем әҙерләп ҡуяйым, тип һауыттарын тотҡан ине, ҡулын ҡорт сағып, ауыртыуына түҙә алмай, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

-Уф, ҡайһылай әсе итеп саға бит әле ул. Нимә ҡалған икән инде һеҙгә ошонда безелдәшергә, нимә эҙләйһегеҙҙер унда?! Сәскәләр етмәйме һуң?! Ана йүкәләр шау сәскәгә төрөнгән, тирә- яҡты хуш еҫтәре менән солғап алған....

Кешеләр ҙә бит ҡайһы саҡ шул ҡорттарҙан арттырып ебәрә. Үҙҙәрен белмәй кеше донъяһында ҡаҙыналар, ҡаҙынып ҡына ҡалмай, әсе ағыуҙарын сәсәләр.

Сығанаҡ: Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмө.

Фото: ИИ Кандинский программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1711538743218

Хикәйә. Сәүиә Солтанова
Хикәйә. Сәүиә Солтанова
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас