АУЫЛ
Һин дә мине һағынғанһың -
тын алышыңдан һиҙәм,
Йәй көндәрен көтөп алып,
мин һиңә ҡайтып киләм.
Ни хәлдәһең, ауылҡайым,
именме урамдарың,
Яңы йорттар һалалармы
буй еткән уландарың?
Яҙып яулығын ябынып,
шәлен һалып иңенә,
Ултырамы инәйҙәрем
һаман ҡапҡа төбөндә?
Йылы ойоҡбаш өҫтөнә
кейеп ялтыр кәлүшен,
Көтә инеләр сиҙәмдә
ҡаҙ бәпкәһен, себешен.
Һаулыҡ һорашып үткәндә,
улар янынан мине,
"Кем ҡыҙы әле ул һин?",-
тип һөйөп ҡалырҙар ине...
Гөрләтәме һыу буйҙарын
бала-саға тауышы?
Баҫыуҙарың сәселдеме?
Була ине бик ашлы...
"Һаумы, хыялсан ҡыҙым",
тип, сәләмләй ауыл мине, -
"Һин һағынып ҡайтҡан саҡтар -
хәҙер хәтирә инде..."
Буш урамдан төшөп киләм...
күренеш йәнде өҙә:
Һуҡыр күҙҙәрен төбәгән
ташланған иҫке өйҙәр...
Ишек алдарын ялмаған
ала-бута, кесерткән,
Күрәһең, улар бик күптән
был йорттарҙы үҙ иткән...
Сәселмәгән, буш яталар
гөрләп торған баҫыуҙар,
Сабыулыҡта бесән уңған,
әммә юҡ шул мал-тыуар,
Ер-әсәнең күңеле лә
шуға микән бик бойоҡ:
Күкрәк һөтө ташҡан да бит -
имеҙер балаһы юҡ.
Үҙебеҙ йәтим иттекме
таралышып ҡалаға?
Кемдәр генә яуап бирер
минең ошо һорауға...
ГузелияХакимьянова
📝