-Һаумыһығыҙ !
40 йәштәрҙәге юлдашым башҡорт ҡыҙы булып сыҡты.
-Һаумыһығыҙ ,мин Рауза апай.
- Мин- Гүзәлиә.
Йоҡом инде туйған. Сәс- башымды рәтләп, йөҙөмдө һалҡынса һыу менән сайып килдем дә, уртаҡ өҫтәл артына килеп ултырҙым.Купе тәҙрәһенән күҙ һалдым.Поезд дингеҙ буйындағы ауыл- ҡалаларҙы артта ҡалдырып алға елде.Матурлығы һүрелмәгән яландар, урмандар ноябрь ҡояшының нурҙарына иркәләнә. Көнсығышҡа табан елгән һайын, тәҙрә артында һүрәттәр үҙгәрә бара, тәбиғәт ҡырыҫыраҡ төҫ ала.
-Ҡайҙа ҡайтаһың, һеңлем?- тинем ҡарашымды тәҙрәнән алмай ғына.
-Башта Өфөгә. Артабан күҙ күрер,- тине һылыу. Ул да күтәрелеп ҡарамай ғына юл багаждарын урынлаштырҙы, уңайлы спорт кейемен кейеп , өҫтәлгә пластик һауыттарҙа ашамлык, картон пакетта һут ултыртты.- Ә һеҙ?
-Башта Өфөгә, унан Саллыға.Килеп еткәс бер сәғәт тирәһе автобус көтөргә тура килә инде. Дингеҙ буйында ял иттегеҙме?- тинем, һорауыма ыңғай яуап көтөп .
-Юҡ, апай.Покой нам только снится.Алты ай баш та күтәрмәй эшләнем дә эшләнем.Ипотека түләргә кәрәк, беҙҙә аҡсалы ғына эш юҡ бит!
- Иптәшең юҡмы ни?Аҡса табыуҙы ирҙәр ҡайғыртырға тейеш бит!- тинем, тәҙрә ҡорганын тартып төшөрҙөм дә,бөтөнләй Гүзәлиәгә табан боролоп ултырҙым.
- Бар .Тик бергә тормайбыҙ .Ул үҙ йортонда, мин үҙем квартира булдырам , Аллаһы бирһә. Егерме ике йәшлек ҡыҙыбыҙҙың үҙенең ҡыҙы бар инде.Атаһы уға йорт һала.
- Аңламаҫһың хәҙерге йәштәрҙе. Ниңә улай?
- Шулай килеп сыҡты инде.Ун йыл торғандан һуң, йәйге ялға ҡайтҡан ирҙән айырылған бер ҡатынға әүрәп киткән ине.Үҙемә квартира алдым да, айырым торам, бына түләп бөтөрәм инде.Ҡыҙыбыҙ икебеҙҙең арала йөрөп, үҫте, уҡыны, кейәүгә бирҙек.
- Атаһы өйләндеме ни?
-Юк!
-Үҙең икенсегә сыҡтыңмы ?
-Юҡ, юҡ!
-Бәй…..?Һорауымды дауам иттермәне, һөйләп алып китте. Ҡайһы саҡта сит кешегә сереңде һөйләүе еңел була бит.
-Беҙ бергә ул.Теге ҡатындан тиҙ һыуынды. Миңә ҡунаҡҡа килә, яратҡан аштарын бешереп ашатам.
Ул да мине ҡайҙа кәрәк шунда машинаһына ултыртып йөрөтә, күпме һораһам, шул хәтлем аҡса бирҙе бала уҡытҡанда. Бары ипотеканы ғына түләттермәйем, үҙем булдырам тип тырышам.Уның өйөнә кире барғым килмәй.
-Эй, йәштәр, йәштәр.Ваҡыт уҙа, ғүмер туҙа…
Шул саҡ юлдашымдың телефоны шылтыраны. Ҡатындың йөҙө яҡтырып китте.Тиҙ генә купенэн сыҡты. Оҙаҡ һөйләшкәндәр, күрәһең, мин йоҡлап киткәнмен.
…Мин телефонға ҡуйған сигнал менән уянғанда, Гүзәлиә ҡашын- күҙен буяштырып ултыра ине.Сәсен килешле итеп тарап өйгән.Өҫ-башына ялт итеп кейенгән. Сумка- сумаҙандарын әҙерләп ҡуйған.
- Апай, Өфөгә етәбеҙ оҙаҡламай. Мине тимер юл вокзалына Үҙе килеп ала.Был юлы Уның менән етди булды һөйләшеү. Квартиранды теләһәң нишләт, үҙебеҙгә ҡайтабыҙ, тине.
- Бик яҡшы һеңлем, ярым-ярты йөрөмәгеҙ шул, ғаиләгеҙ матур, бергәләп татыу йәшәгеҙ, - тинем.
- Һеҙгә рәхмәт әйткем килә, апай. Әҙ генә һөйләштек һеҙҙең менән. Шулай булһа ла , был төндә күп уйландым.Ваҡыт уҙа, ғүмер туҙа, - тинегеҙ бит.
Өфөнөң тимер юл станцияһынан вокзалға тиклем ай-вайыма ҡарамай килтереп киттеләр.
Арттарынан “Бәхетле булығыҙ!- тип теләк теләп ҡалдым.Улар ишетмәнеләр, ахыры. Уларҙың былай ҙа бәхеттәре йөҙҙәренә сыҡҡан ине.
Фото: ИИ Кандинский программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1710217115785