Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
11 Июнь , 19:00

Һин башҡаса килмә миңә

– Мин үҙем оҡшатҡан ирҙе осраттым, беҙ бергә йәшәйбеҙ. Иртәгә һеҙҙе уның менән таныштырырға уйлайым.Ҡыҙы аптырауҙан күҙҙәрен ҙур итеп асты, ә был мәлдә сәй эсеп ултырған улы саҡ сәсәмәй ҡалды.– Ниндәй ир ул тағы? Ҡайҙан килеп сыҡты? Һин бит пенсионерка! Нисек инде бергә йәшәйһегеҙ? Беҙҙең фатирға сит кешене алып килгәнһең... Был фатирҙы, әсәй, һеҙ атайым менән икәүләшеп һатып алдығыҙ бит! – тип ярһып ҡысҡырҙы ҡыҙы, ул бала-сағаның уяныуын да уйламай ине, ахырыһы.– Әсәй, һинең йәшеңдә ниндәй ир ул тағы? – тип һеңлеһенең һҙҙәрен йөпләне улы. – Пенсиялағы башҡа әбейҙәр кеүек тыныс ҡына йәшәргә булмаймы ни?..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Һин башҡаса килмә миңә

Хикәйә

Рәшит Кәлимуллин

– Ниндәй ир ул тағы? Ҡайҙан килеп сыҡты? Һин бит пенсионерка! Нисек инде бергә йәшәйһегеҙ?

Һин башҡаса килмә миңә ...
Миңлегөл, аяҡтары менән ерҙәге япраҡтарҙы туҙҙыра-туҙҙыра, ашыҡмай ғына көҙгө парк буйлап килә. Йылдың моңһоу миҙгеле. Фатирына ҡайтаһы килмәй ине уның. Өйҙә кем көтһөн инде... Миңлегөлдән башҡа әҙәм заты юҡ унда һәм берҙән-бер әхирәте – телевизор. Ә бит элегерәк улай түгел ине...
Эйе, элегерәк ҙур ғаилә ине улар. Яратҡан ире, балалары... Балалар әле лә бар, тик алыҫта йәшәйҙәр шул. Бөтә аралашыу телефон аша ғына һәм йылына бер осрашыу.
Тормош иптәше менән егерме йыл элек бәхилләште Миңлегөл. Бәхетһеҙлек осрағы әле ҡартайып та өлгөрмәгән, көсө ташып торған ирҙең ғүмерен өҙҙө. Ул мәлдә балалар ҙа атай-әсәй йортонда ине әле һәм Миңлегөл, бөтә хәстәрен уларға бағышлап, күңелен йыуатты.
Әммә бер заман бала-саға ла үҫеп етте һәм ситкә таралыштылар. Артабан ул бөтә иғтибарын эшенә бирҙе, башкөллө сумды тиһәң дә була, хатта эш көнө тамамланғас та үҙ вазифа бурыстарын дауам итә, өйгә лә эш алып ҡайта ине Миңлегөл. Шул тырышлығы менән банктағы иҫәбендә лә ҙур ғына сумма туплай алды, пенсияға сыҡҡас, был аҡсаны ҡыҙы менән улына бүлеп бирҙе.
Тик яңғыҙлыҡ барыбер килде. Иртән эшкә ашығырға кәрәкмәй. Ләкин хеҙмәттәштәре менән әңгәмәләшеү форсаты булмау һәм өйҙәге тынлыҡ уны ныҡ баҙата ине. Телевизорҙы ул йоҡонан тороу менән ҡабыҙа һәм уныһы кис йоҡлап киткәнсегә саҡлы һүндерелмәй. Сараһыҙҙан шулай эшләй ине ул, әлбиттә. Кистәрен көн һайын тиерлек паркта йөрөй, ундағы тар һуҡмаҡтарҙан сәғәттәр буйы атлай, эскәмйәлә ултырып уйға ҡала.
Бер саҡ шулай уйланып килгәндә ул юлдағы түмгәкте абайламаған һәм йәнтәслим ҡолап китте, тубығын ауырттырғансы бәрҙе. Ярҙамға сама менән уның йәшендәге бер ир килеп етте:
– Ауыртындығыҙмы? Әйҙәгеҙ, торорға ярҙам итәм. Аяҡҡа баҫа алаһығыҙмы?
Миңлегөл, уның ҡулдарына тотоноп, аяғына торҙо.
– Баҫа алам, шикелле. Йә инде бына, ҡартайыу шулай була икән...
– Һеҙ ни эшләп ҡарт булаһығыҙ, Һеҙ йәш әле! Әйтһәм әйтәйем – Һеҙ әле бик тә һөйкөмлө ҡатын! Бына мин, исмаһам, ҡарт бабай... – тине әлеге ир.
Миңлегөл көлөп ебәрҙе:
– Миңә ҡалһа, беҙ тиңдәштәр кеүек.
Үҙен Ғәйнулла тип таныштырған ир ҡәнәғәт йылмайҙы, ул ошо ҡатын менән һөйләшеп алып китеүенә шатлана ине. Дөрөҫөн әйткәндә, был ҡатынды күптән күҙәтә ине, сөнки ул да өйҙәренән алыҫ булмаған ошо Ғафури паркына нисәмә йыл инде яңғыҙ йөрөргә сыға. Ҡатынға мөрәжәғәт итергә лә бер нисә тапҡыр ынтылып ҡараны, тик, уның бөтөнләй иғғтибар итмәгәнен шәйләп, тағы ниәтенән кире ҡайта ине. Миңлегөл һәр саҡ үҙ уйҙарына батып йөрөй шул. Бөгөн килеп, танышыу форсаты сыҡты.
Улар икәүләп яҡындағы эскәмйәгә ултырҙы һәм ҡараңғы төшкәнсе әңгәмәләштеләр. Баҡһаң, уларҙы ҡыҙыҡһындырған уртаҡ темалар бик күп булып сыҡты һәм бер-береһен ярты һүҙҙән аңлайҙар кеүек. Тормошҡа ҡараштары ла тап килә.
Урамда ҡараңғы тамам төшкәс, Ғәйнулла Миңлегөлдө йортона хәтлем оҙатып ҡуйҙы. Иртәгә тағы осрашырға вәғәҙәләштеләр. Ә Миңлегөл һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр телевизорын тоҡандырманы. Аралашыу мохтажлығы бөгөн былай ҙа үтәлгәйне инде. Сәй эскәндә ул, Ғәйнулла әйткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, йылмайып та алғыланы.
Икенсе көнө Миңлегөл, вәғәҙәләшкән ваҡытты ла көтмәй, паркка алдараҡ барырға һәм эскәмйәлә көтөп ултырырға булды. Барһа, ни күрә: Ғәйнулла аллея буйлап йөрөй, ул да алдараҡ килгән икән.
Ошо көндән башлап улар кис һайын осраша башланы. Артабан тормоштары ла яңғыҙ һәм күңелһеҙ булып күренмәне. Көнө буйы Миңлегөл Ғәйнулла менән кис осрашыуҙы көтә һәм уға бөгөн булған ваҡиғаларҙы – телевизорҙағы ҡыҙыҡлы тапшырыуҙы, бешергән кәтлитенең көйөүен һәм башҡаларҙы һөйләргә әҙерләнә ине.
Был хәл ай ярым шулай дауам итте. Тора-бара ҡыш та килеп етте, һыуыҡта паркта йөрөүе лә яйлы түгел ине. Бер көн аяуһыҙ буран башланды һәм, әлеге урында осрашҡас, Миңлегөл үҙенең дуҫына былай тине:
– Әйҙә, миңә барабыҙ, сәй эсеп йылынырбыҙ.
Бындай тәҡдимде күптән көткән Ғәйнулла шатланып риза булды. Фатирҙа уңайлыраҡ ине, әлбиттә. Сәй эстеләр, телевизор ҡаранылар. Ә тышта буран туҡтарға уйламай ҙа ине. Шуға күрә Миңлегөл уға бөгөнгө үҙендә ҡалырға тәҡдим итте, залда урын бар, ҡунаҡ килеүе көтөлмәй.
– Рәхмәт, Миңлегөл, шунда йоҡлармын улайһа, дөрөҫөн әйткәндә, бындай һыуыҡта төнгө урам буйлап атлайһы ла килмәй, – тине Ғәйнулла.
Ике ай самаһы уҙыуға ул Миңлегөлгә бөтөнләйгә күсеп килде. Был хәлде улар үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалды, шикелле. Ир кешегә кистәрен ҡайтып китәһе, ә ҡатынға унан айырылаһы килмәүе сәбәпсе булғандыр инде быға. Ике яңғыҙ йән өсөн был тәбиғи үҙгәреш ине. Улар кибеткә лә бергәләп йөрөй, аш-һыуҙы ла икәүләшеп әҙерләй башланы, тулы мәғәнәле тормош башланды улар өсөн.
Миңлегөлдө борсоған бер генә нәмә ҡалды һәм ул гел күңелен өйкәп тора ине: тормошонда ир кеше лә пәйҙә булыуы хаҡында ул балаларына һаман әйтмәгән әле һәм был турала нисек һүҙ башларға ла ҡыймай. Эйе, улы һәм ҡыҙы аталарын ныҡ ярата ине, ләкин уның был яҡты донъянан китеүенә лә егерме йыл үткән бит! Балалар уны аңлар һәм ғәйепләмәҫ кеүек...
Ул арала әбейҙең тыуған көнө яҡынлашты. Балалар, шылтыратып, ҡунаҡҡа киләсәктәрен әйтте, килен менән кейәү, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Уңайһыҙ булһа ла, Миңлегөл Ғәйнулланың ваҡытлыса үҙ өйөнә ҡайтып тороуын үтенде.
– Балалар килеп инеү менән икенсе кешене күрһәләр яйһыҙыраҡ булыр кеүек. Тәүҙә уларҙы әҙерләрмен, һинең турала һөйләрмен. Икенсе көнө һин килерһең һәм улар менән таныштырырмын.
Ғәйнулла шунда уҡ ризалашты. Ул да Миңлегөлдөң балаларының тәүҙә уның тураһында иштеүҙәре, шунан ғына күреүҙәре дөрөҫөрәк тип иҫәпләй ине.
Ҡыҙы һәм улы ғаиләләре менән тыуған көнгә бер көн ҡалғас килеп төштөләр, фатир шау-шыуға, балалар тауышына күмелде. Миңлегөлгә шундай ығы-зығы, тирә-яғында кешеләр булыуы, ейәндәренең йүгерешеп йөрөүе оҡшай.
Кис, сабыйҙар йоҡоға талғас, Миңлегөл ҡыҙы менән улын кухняға етди һөйләшеү өсөн саҡырҙы. Ул көнө буйы әйтер һүҙҙәрен әҙерләп йөрөнө. Балалар өҫтәл янына ултырғас та былай тине:
– Мин үҙем оҡшатҡан ирҙе осраттым, беҙ бергә йәшәйбеҙ. Иртәгә һеҙҙе уның менән таныштырырға уйлайым.
Ҡыҙы аптырауҙан күҙҙәрен ҙур итеп асты, ә был мәлдә сәй эсеп ултырған улы саҡ сәсәмәй ҡалды.
– Ниндәй ир ул тағы? Ҡайҙан килеп сыҡты? Һин бит пенсионерка! Нисек инде бергә йәшәйһегеҙ? Беҙҙең фатирға сит кешене алып килгәнһең... Был фатирҙы, әсәй, һеҙ атайым менән икәүләшеп һатып алдығыҙ бит! – тип ярһып ҡысҡырҙы ҡыҙы, ул бала-сағаның уяныуын да уйламай ине, ахырыһы.
– Әсәй, һинең йәшеңдә ниндәй ир ул тағы? – тип һеңлеһенең һҙҙәрен йөпләне улы. – Пенсиялағы башҡа әбейҙәр кеүек тыныс ҡына йәшәргә булмаймы ни? Ейәндәреңде уйлайһы урынға... Һин атайымдың рухын рәнйеткәнһең булып сыға...
Улы менән ҡыҙы әсәләрен оҙаҡ ҡына шулай битәрләп ултырҙы. Миңлегөл иһә, башын эйгән килеш, бер нәмә лә өндәшергә баҙнат итмәне. Ул балаларынан быны көтмәгәйне. Аталарының рухын рәнйеттем тип уйламай ул, фәҡәт яңғыҙлыҡты һәм ҡартлыҡты кем менәндер уртаҡлашаһы килә. Ахырҙа уның ҡан баҫымы ла күтәрелеп китте һәм балалары, быны күреп, һөйләшеүҙе туҡтатырға булды.
Икенсе көнө тыуған көндө билдәләнеләр. Тик Миңлегөлдә байрам кәйефе бөтөнләй юҡ ине. Улы менән ҡыҙы ла әсәләре менән һөйләшмәҫкә тырышты. Ейән-ейәнсәрҙәре генә шау-шыу килеүҙән туҡтаманы, килене менән кейәүе мәжлесте күтәрергә ынтылып ултырҙы былай, уларға ҡәйнәһенең кем менән йәшәүе барыбер ине, әлбиттә.
Вокзалда балаларын оҙатҡанда ҡыҙы уға шулай тине:
– Әсәй, онотма – йә ул ир, йә беҙ. Беҙ ҡайтып киткәс, шул кеше менән йәшәргә ҡарар итһәң, беҙҙе лә, ейәндәреңде лә башҡаса күрмәйәсәкһең.
Фатирына ҡайтҡас, Миңлегөл, бер аҙ илап ултырҙы ла, Ғәйнуллаға шылтыратты:
– Ғәйнулла, һин башҡаса килмә инде миңә. Осрашмаясаҡбыҙ ҙа. Балалар ҡаршы. Ғәфү ит мине...

Фото: ИИ Кандинский программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1710217176092

Һин башҡаса килмә миңә
Һин башҡаса килмә миңә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: