Әҙәби бит
2 Июнь 2024, 07:00

Урланған ҡыҙ

- Мине ғәфү ит, кисерә алһаң кисер Сәлимә, - тине ул. - Һинең алдыңда шул тиклем ғәйеплемен. Һиңә килеп барыһын да һөйләргә, тип нисә йылдар уҡталдым. Һинең нәфрәтле ҡарашыңдан ҡурҡтым. Һине Коля менән уның иленә ебәрергә мин уйлап сығарҙым бит. Булат менән булған мөхәббәтегеҙгә шул тиклем көнләштем. Нисек тә егетте үҙемә ҡаратырға теләнем, тик һин миңә ҡамасау булдың. Ул көндө Коля иленә ҡайтып китергә тейеш ине. Алдан һөйләшеү буйынса совхоз менән иҫәп-хисабын өҙөп, егет юлға сыға, ҡалаға йыйынған беҙ тап булабыҙ, ашханаға инеп ашағанда мин һинең ашыңа йоҡо дарыуы һибәм. Барыһы ла тап мин уйлағансы килеп сыҡты. Тик ҡайтып атай-әсәйеңә был турала әйтеүе ҡыйыныраҡ булды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Урланған ҡыҙ

Төнгө дежурствоһын тапшырып, машинаһына атлаған Сәлимә Кәбир ҡыҙын шәфҡәт туташының шөбһәле тауышы туҡтатты.

- Сәлимә Кәбировна, юл фәжиғәһенә осраған ауыр яраланы алып килделәр. Хәле ҡыл өҫтөндә. Әле ренгент үткәрәләр, анализдар алалар. Һушын юғалтыр алдынан һеҙҙе саҡырыуҙы үтенеп һораны.

Ҡала дауаханаһында баш табиб булып эшләгән, хирург Сәлимоваға ауырыуҙар йыш мөрәжәғәт итә. Тыуған ауылы яҡын да булғас, ауылдаштарының йыш ярҙам һорап килеүҙәренә өйрәнеп тә бөткән.

Ауырыуҙың әҙер анализ һөҙөмтәләрен ҡарай-ҡарай палатаға ашыҡты табиб. Ауырыуҙың йөҙөнә ҡарау менән уны таныны. Класташы, ҡасандыр серҙәше, йән дуҫы булған, һуңынан яҙмышын ҡырҡ градусҡа әйләндергән ауылдашы Зөһрә ята ине. Йылдар йөҙөнә бураҙналар һалған. Ауырыуҙың хәле ныҡ ауыр.

Операцияға, тип хеҙмәттәштәренә күрһәтмәләрен бирә-бирә операция бүлмәһенә ашыҡты. Ул өс сәғәткә тиклем һуҙылды. Мөмкин булғандың барыһын да эшләнеләр. Хәҙер көтөргә лә, көтөргә. Барыһы ла үҙенән тора. Таушалып бөткән организмдың тере ҡалыуы бик икеле ине.

- Тыуғандарына, ғаиләһенә хәбәр итегеҙ, килһендәр, - тип кушеткаға барып ятты Сәлимә.

Төнгө дежурствоһы ла тынғыһыҙ булды шул. Ярҙамсыһы килтергән ҡуйы ҡәһүәне эскәс, хәл ингәндәй булды. Ашығып, ауырыу эргәһенә йүнәлде. Наркоз йоғонтоһынан сыҡмаған әле Зөһрә. Нисәмә йылдар үткәндән һуң осрашты улар...

Зөһрә менән Сәлимә бер партала ултырҙылар. Бер береһенә ҡарата семтем дә хыянаты булмаған яҡын дуҫ булдылар. Унынсы класта уҡығанда Сәлимә, үҙенән ике йәшкә өлкән, күрше ауыл егете Булатҡа ғашиҡ булды. Бер-береһенә тап килгән ине ғашиҡтар. Зөһрә тыштан белдермәһә лә әхирәтенең бәхетенә шул тиклем көнләште. Үҙе лә эстән генә Булатҡа ғашиҡ булып, йәштәрҙең араларын боҙорға ине, тигән хыял менән йәшәне.

Булат ике йыл элек урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Ауылға һирәкләп ҡайтҡанында Сәлимә менән осрашып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бер ҡалала уҡып,, ғүмер юлын бергә үтергә хыялланды йәштәр.

Сығарылыш имтихандарын яҡшы билдәләргә бирҙеләр. Документтарын медицина институтына биргән Сәлимә конкурстан үтте, ә Зөһрәнең балы етмәне, техникумға уҡырға инде. Көҙгә уҡыуға хәтлем ваҡыт етерлек. Ҡыҙҙар ырҙын табағына эшкә урынлашты. Уҡыу кәрәк-яраҡтарына ла, кейем-һалым алырға әҙ булһа ла ярҙам булыр тип уйланы улар.

Иген ул йылды шул тиклем уңды. Эшсе ҡулдар етешмәй, етәкселәр йәштәрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Ул йылды иген йыйышырға ситтән бик күп машиналар килде. Баҫыуҙа, ырҙын табағында эш көнө-төнө гөрләп торҙо.

Йәшлек йәшлек инде. Көнө буйы эшләп арыныҡ, тимәйҙәр, ситтән килеп эшләүселәр ҙә, ауыл йәштәре лә клубҡа сыға. Уйнап-көлөп таңға ҡарай ҡайтып йоҡлаһалар ҙа иртә менән һәр береһе эш урынында инеләр.

Уҡыу йортонан Булат практикаға китте, тик сентябрь аҙағында ғына ҡайтырға тейеш. Сәлимәнең Булат булмағас, киске уйындарға бик сығаһы ла килмәне. Шаталаҡ Зөһрә әхирәтенә бошоноп ултырырға бирмәне. Ай-вайына ҡуймай, клубҡа алып сыҡты.

Иген йыйышырға ситтән ярҙамға килгән Коля исемле урыҫ егете Сәлимәне парлы бейеүгә алып төштө. Көн һайын эргәһенән китмәгән егеткә һөйгәнем бар, тип тә аңлатып ҡараны. Утыҙ йәшкә яҡынлаған егет ҡыҙға тамам ғашиҡ булған. Ҡыҙҙар егеттең оло булыуына төрттөрөп:

“Коля, Коля Николай

Сиди дома не гуляй...”

- тип таҡмаҡ әйтеп тә ала. Ҡолағына тиклем ҡыҙарған егет ситкә барып баҫа ла, вальс иғлан ителеү менән, тып итеп Сәлимәнең алдына килеп баҫа.

Их, белгән булһам, өйҙән бер аҙым да ситкә сыҡмаған булыр инем, тип һуңынан үкенгән саҡтары йыш булды ла ул Сәлимәнең...

Уҡырға китергә лә күп ваҡыт ҡалманы. Ҡыҙҙар эш хаҡы алғас, күрше ҡалаға барып кәрәк-яраҡтар алырға, тип иртә менән юлға сыҡты. Оҙаҡ торманылар, йөк машинаһы эргәләренә килеп тә туҡтаны. Рүлдә ултырған Коляны күреп аптырап ҡалдылар. Коля совхоз ашханаһына аҙыҡ-түлек алырға барам, тип аңлатты. Ҡала магазиндарын ҡыҙырып, кәрәкле әйберҙәрен алып, ашханаға ингән ҡыҙҙарҙы Коля өҫтәл тулы ризыҡ менән көтә ине. Ҡайтырға, тип машинаға ултырғас, Сәлимәне йоҡо баҫты. Уянып киткәнендә ҡара төн ине. Эргәһендә Коля, әхирәте юҡ...

Шәфәҡ туташы инеп ауырыуҙың туғандарының килеүен хәбәр итте.

Зөһрәнең тыуғандары менән һөйләшеп, хәлде аңлатып, ҡайтырға сыҡҡанында төн уртаһы еткән ине. Отпускаға килгән улы Саша йоҡлай. Әсәһенең эшенә күнегеп бөткән.

Иртәнсәк Сәлимә Зөһрә эргәһенә ашыҡты. Наркоздан сыҡҡан Зөһрә Сәлимәне күргәс, йылмайырға итте. Тик йылмайыу урынына бите йыйырылып ҡына ҡуйҙы.

- Мине ғәфү ит, кисерә алһаң кисер Сәлимә, - тине ул. - Һинең алдыңда шул тиклем ғәйеплемен. Һиңә килеп барыһын да һөйләргә, тип нисә йылдар уҡталдым. Һинең нәфрәтле ҡарашыңдан ҡурҡтым. Һине Коля менән уның иленә ебәрергә мин уйлап сығарҙым бит. Булат менән булған мөхәббәтегеҙгә шул тиклем көнләштем. Нисек тә егетте үҙемә ҡаратырға теләнем, тик һин миңә ҡамасау булдың. Ул көндө Коля иленә ҡайтып китергә тейеш ине. Алдан һөйләшеү буйынса совхоз менән иҫәп-хисабын өҙөп, егет юлға сыға, ҡалаға йыйынған беҙ тап булабыҙ, ашханаға инеп ашағанда мин һинең ашыңа йоҡо дарыуы һибәм. Барыһы ла тап мин уйлағансы килеп сыҡты. Тик ҡайтып атай-әсәйеңә был турала әйтеүе ҡыйыныраҡ булды. Төпсөк ҡыҙы өсөн йәнен бирә яҙған әсәгә:

- Сәлимә һеҙ риза булмаҫ, тип һөйгән егете менән уның иленә китте, тиҙ генә ҡайта алмаҫ, тип әйтеүгә иҫтән яҙып ҡоланы. Фельдшер килеп беренсе ярҙам күрһәтеп, бик оҙаҡ дауаханала ятып сыҡты. Атайың тәүҙә милицияға хәбәр итергә булғайны, Сәлимә ҡайтыу менән исеме сыҡҡас, бармаҡ төртөп күрһәтерҙәр, тип ҡайғыһын эскә йотто.

Практиканан яңы ҡайтҡан Булат минең һөйләгәндәрҙе ишеткәс, ҡара янып, башын эйеп оҙаҡ ултырҙы. Һинең адресеңде һораны, һине эҙләп, сығып китмәксе ине.

Һин булмағас, Булатты нисек булһа ла үҙемә ҡаратырға, тип план ҡорҙом. Тик бер йылдан ғына бер табында тура килтереп, тағы дарыу ярҙамында Булатты үҙемдеке итергә өлгәштем. Тик ул мине Сәлимәм тип яратты. Ауырға ҡалғас, өйләнергә мәжбүр булды. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, исемен дә һинең исемеңде ҡушты. Тик яратманы ул мине, ғәфү итмәне. Өйҙә йылылыҡ булмағас, мин дә ситтән эҙләнем. Әкренләп спиртлы эсемлектәр эсә башланым, әшнәләр ҙә күбәйҙе. Өйгә лә ҡайтмай башланым. Тәүҙә Булат эҙләп алып ҡайта ине. Табибтарға алып йөрөнө. Төҙәлергә үҙемдең теләгем дә булманы. Әсәлек хоҡуғын юғалтҡас, емеш һатҡан үзбәк иренә эйәреп ситкә сығып киттем. Унда ҡулдан-ҡулға йөрөп, һаулығым бөткәс, кире ҡайтырға сыҡҡанда, иҫерек водитель арҡаһында юл фажиғәһенә осраным. Туғандарҙан һирәкләп килгән хаттарында Булаттың ҡыҙым менән Себер тарафтарына күсеп киткәнен хәбәр иттеләр. Ун биш йыл ҡыҙымды күргәнем да юҡ, еткән ҡыҙҙыр инде хәҙер ул. Сәлимә, кисерә алһаң кисер мине. Һиңә күпме боҙоҡлоҡ эшләһәм дә бирешмәнең. Дарыуханала барыһы ла һине хөрмәт итә, абруйың ҙур.

Хәле бөткән Зөһрә күҙҙәрен йомғас, палатанан сыҡты Сәлимә. Өйөнә ҡайтҡас та ишеткәнен һеңдерә алмай уйланып оҙаҡ ятты.

Ул ваҡытта китеп барған машинанан һикереп төшөп аяғын ҡаймыҡтырғайны. Ер-һыу илаған ҡыҙҙы Коля нисек йыуатырға белмәне. Өс көндән генә егеттең йәшәгән еренә килеп еттеләр. Сит ер, сит милләт "яратам Сәлимә" тип өҙгөләнеп торған ир, иғтибарлы Коляның ата-әсәһе... Яйлап уларға эйәләште, ә инде ауырға ҡалғанын белгәс, яҙмышына баш эйҙе. Ата-әсәһенә үҙе тураһында хат яҙҙы. Коля ысынлап та шул тиклем һәйбәт ир булып сыҡты. Һөйгәне өсөн нимәләр генә эшләмәне. Улдары Саша тыуғас ерҙән түгел күктән осоп йөрөнө. Сәлимәгә ҡыйбатлы тундар, алтын биҙәүестәр алып бирҙе. Сәлимә үҙе лә тырышты. Медицина институтын да тамамларға өлгәште. Тыуған еренә биш йыл үткәс, йөрәк яралары бер аҙ уңалғас ҡына, ғаиләһе менән ҡайтып китте. Ныҡ бирешкәнен ата-әсәһенең күреп йөрәге һыҙланы Сәлимәнең. Зөһрәне күргеһе килеп, хыянаты тураһында һөйләшкеһе килгәйне лә, уны ситкә сығып киткән тинеләр. Булат тураһында ла һөйләнеләр.

Алыҫта йәшәһә лә Сәлимә ауылына йыл да ҡайтырға тырышты. Яҡындары мәрхүм булғас ҡына тыуған еренә юлы тутыҡты. Коля ла ныҡ ауырый башланы. Яман сирҙән май шәме һымаҡ шиңде. Өйләнеп, ғаиләһе булған улы Сашаның атаһы төйәген ташлап киткеһе килмәне. Ә Сәлимә тыуған яғында нисәмә йылдар инде дауаханала эшләп йөрөй...

Иртәнсәк Сәлимәгә Зөһрәнең аңына килмәй, үлеп ҡалыуы тураһында хәбәр иттеләр...

Бер нисә көндән кабинетына килеп ингән таныш кешене күреп Сәлимә йөрәген тотто. Ике Сәлимә уртаһына тороп, икеһен дә ҡосағына алған Булат ине ул...

Әнүзә Мәжитова.

Фото: Ф.Набиуллина: 1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v

Урланған ҡыҙ
Урланған ҡыҙ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас