Ташҡа әйләнгән әсәй йөрәге
Люциә Нотфуллина.
Алтын көҙҙөң ҡояшлы бер көнө ине ул. Бөтөн донъяның иркәләнеп йәшәгән ваҡыты. Һары япраҡтан түшәлгән йомшаҡ балаҫ, янып тороусы аяҙ күк, йыраҡтан уҡ ымһындырған ҡып-ҡыҙыл миләш... Бөтәһе лә күҙҙе иркәләй...
Тупһанан уҡ атлап инеүенән ҡыҙымдың кәйефе юҡлығын һиҙҙем. Уның минән йәшерен сере юҡлығын да беләм, үҙе һөйләр әле, тип көттөм. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Ашарға ултырғанда ул тыныс ҡына итеп:
- Әсәй, әйт әле, әсәйҙәр үҙ балаһын йәне-тәне менән яратмауы мөмкинме?
Бер мәлгә юғалып ҡалдым. Бындай уҡ боролош көтмәгән инем.
- Ниңә улай тиһең, ҡыҙым?
Ул иртәнсәк күргәндәрен һөйләй башланы. Күршеләге йорттоң беренсе ҡатында теш дауалау клиникаһы бар. Ҡыҙың шуның эргәһенән үтеп барғанда клиниканың тупһаһында 4-5 йәшлек ҡыҙҙың илап баҫып тороуын күрә. Баланы теш врачына алып барғандағы ғәҙәти күренеш, тип уйлай тәүҙә. Һәр ата-әсәнең был тәңгәлдә үҙ рецебы. Әммә был юлы ҡыҙымдың күргәне уйынлы-ысынлы барған тартҡылашыу түгел, ә ысын һуғыш ҡырын хәтерләтә.
- Мин нимә, бер мең аҡсаны һыуға һалырға тейешме әллә һинең өсөн? - тип сәсе-башы туҙған бер ҡатын балаһын әрләп, бөтә урамға яу һала икән.
Ҡыҙым туҡтап уларҙы күҙәтә башлаған.
- Булды, туйҙым! Инде өсөнсө тапҡыр килеүебеҙ. Һин аңырамы әллә?! Теш һыҙлай икән, уны дауларға кәрәк! - тип ҡысҡырыуын дауам иткән әсә кеше. Был ҡыҙыҡай әсәһенең ҡысҡырыуынан ҡурҡып, ишек артына инеп боҫан. Ошо урында туҡтарға ла мөмкин ине. Әммә әсә кеше “ауыр артиллерия”ға күскән.
Барма минең артымдан! Ҡал шунда! Мин һине өйгә алып ҡайтмайым. Ошо дауахана төбөндә ҡалдырам, - ти ҙә әсә кеше ҡулдарын болғай-болғай баҫҡыстан төшөп китә башлай. Ҡыҙыҡай был мәлдә нимә кисергәндер, әммә ҡыҙымдың йөрәге жыу итеп ҡала. Хатта мин дә был һүҙҙәрҙе ауыр кисерҙем. Ә бында бала! Ул был һүҙҙәрҙе ишетеү менән, ишек артынан сығып:
- Әсәй, мине бында ҡалдырма, - тип илап артынан йүгерә. Ләкин тегенеһе ҡапыл ғына туҡтап, уға ҡаршы йүгергән баланы ҡулы менән этә төртөп: “Миңә бындай бала кәрәкмәй! Мин башҡаны табам! Бөтә нервыларымды бөтөрҙөң илауың менән! Ниңә тыңламайһың? Атаң шундай кире, һин дә шулай. Туйҙым барығыҙҙан да!..” - тип ярһый.
Ҡыҙымдың әйтеүе буйынса, әсә кеше артына ла ҡарамай, ҡысҡыра-ҡысҡыра юлын дауам итә. Ә меҫкен бала илай-илай уның артынан йүгергән. Был “язалау” күпме дауам иткәндер, билдәһеҙ. Әммә ҡыҙымдың һөйләгәне йөрәгемдә уйылып ҡалды. Әсәһе рәнйеткән баланы күкрәгемә ҡыҫып, иркәләп, наҙлап, үбеп тынысландырғым килде. “Балаҡайым, илама. Донъяла төрлө хәлдәр була. Шулай ҡыйырһытырҙар ҙа, үпкәләтерҙәр ҙә. Ә һин бирешмә! Әсәйең бөгөнмө-иртәгәме аңлар, һине ишетер. Ул үҙ хатаһын барыбер аңлар”, - тип әйткем килде.
Был хәлде күҙ йәштәренә ирек биреп күҙәтеп торған ҡыҙыма ул әсәнең ҡыланышын нисек итеп аңлатырға белмәй аптырандым. Сөнки үҙем дә аңламай инем. Нисек инде әсәй кеше йөрәк ярып сыҡҡан балаһын яратмаҫҡа мөмкин?! Тәбиғәткә, Хоҙайға ҡаршы килеү бит был. Ул, бәлки, үҙен яратмайҙыр. Уңмаған тормошон, булдыҡһыҙ ирен, аҡсаһыҙ эшен, яраҡһыҙ дуҫтарын, килделе-киттеле туғандарын... Ул бит быларҙы уларға ҡысҡырып әйтә алмай. Ә асыуын сығарғыһы килә. Кемгә көсөн төшөрә? Әлбиттә, уға ҡаршы яуап ҡайтара алмаған сабыйына. Сәбәбе лә бит сығып тора – балаһы теш врачына инергә теләмәй. Уның күҙен донъяға булған бөтә асыуы ҡаплап алған. Нәфрәте эсенә һыймай. Мөхәббәтен улар еңгән. Ул үҙ ғәйебен таныр, тип өмөтләнәм. Ләкин һуң булмаҫмы? Гел әрләнгән, туҡмалған бала йөрәге тора-бара ташҡа әйләнмәҫме?
Фото: ИИ Кандинский программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1710217949754