Зәбир утты һүндереп, эш бүлмәһенән сығайым тигәндә генә телефон шылтыраны. Ир терт итеп ҡалды.
— Ҡайтырға ваҡыт етһә, эшем эйәләре табыла торған, — тип үҙ алдына һөйләнде лә, утты яңынан ҡабыҙып, телефонға һонолдо.
— Эйе, тыңлайым!
— Хәйерле кис! — Сымдың икенсе осонда ойошма секретарының яғымлы тауышы ишетелде.
— Зәбир ағай, һеҙҙе Флорид Әғзәмович үҙенә саҡыра. Хәҙер үк.
— Әллә берәй мөһим эш килеп сыҡтымы? — Зәбир ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алмай һорап ҡуйҙы.
Әммә теге ҡыҙ ишетмәне, буғай, бәйләнеш өҙөлдө.Зәбирҙең йөрәге дөпөлдәп тибә башланы. Нимә булды? Ҡайтыр алдынан шеф ниңә саҡырта икән? Һуңғы арала тәртип боҙманы, шикелле. Ошо бөтмәҫ һорауҙар уның башын сүкене.Зәбир бында йылға яҡын эшләй. Коллективта иң йәш белгес. Шуға ла бүлектә гел уға бәйләнергә генә торалар. Олораҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә оперативка һайын, берәй хәбәр һөйләһә, йәштәргә аҡыл өйрәтеп тамамлап ҡуя. Ул өгөт-нәсихәт һаман да Зәбирҙең ҡолағында сыңлаған кеүек:
— Беҙ ҙә йәш булдыҡ, әммә эшкә ҡарата яуаплы инек...
— Ҡуй инде, хәҙерге быуын аҡса тураһында ғына уйлап тик йөрөй.Бигерәк инде! Шул тиклем философ булып ҡыланалар. Әйтерһең дә, үҙҙәре эшкә килгәндә күпте белеп, рәхмәткә генә тир түгеп йөрөгәндәр, тиерһең. Ә йәштәрҙең берәй етешһеҙлеген күрһәләр, ябырылырға ғына торалар.Флорид Әғзәмович ни өсөн саҡыртты икән? Һуңғы арала нимәне дөрөҫ эшләмәүе, ниндәй хата ебәреүе хаҡында иҫенә төшөрөргә тырышты.Әй, ҡәһәр һуҡҡыры! Шуны ла онотоп торсо әле!
Кисә эштән ярты сәғәткә алдан һыпыртҡайны бит. Быны күрше бүлектән Гәрәй генә күрҙе. Ә уның күҙенә салындыңмы — бөттө! Гәрәй алдында артыҡ хәбәр һөйләргә ярамай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Кисен ишетеп ҡалһа, таң атыуға ойошмала бөтәһе лә белә.