Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Май , 21:00

Ә уның өйҙә ҡатыны, улы булған...

– Танышҡанда, һылыу, тип эр­гә­ңә килеп баҫтымы? – тип һораны. – Шулайтты шул… – Шул-шул тарихты һөйлә­неме? – Эйе, ҡайҙан беләһең? – Хушлашҡанда, тағы осра­шыр­­быҙмы, тип эйелеп ҡара­нымы? – Эйе, бигерәк тә ана шуныһы күҙ алдынан китмәй бит инде... – Уны көтөп, илап йөрөгәндәр бер һин генә түгелдер. Икенсегә осрашмауың хәйерле: ғүмерлек үкенесле булып ҡалыр. Уның өйҙә ҡатыны, улы бар… Теге бахыр ҡыҙ ҙа Фәнилдең таҫма теленә алданып, ауырға ҡалғас, уны ата-әсәһе менән саҡ эҙләп тапҡан, өйләнергә мәжбүр иткәндәр, – тине ауылдашы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ә уның өйҙә ҡатыны, улы булған...

Фәнилдең йөрөмтәл, алдаҡсы тигән даны күптән таралған икән. Быны ишетеү миңә бер ниндәй еңеллек, тыныслыҡ килтермәне. Үҙем уйлап сығарған, күңелдә үҫтергән мөхәббәтем Фәнил ҡиәфәтендә күҙ алдына килеп баҫа ла йөрәкте әрнетеп тик тора ине.  

Май байрамдары етеп, муйыл сәскәһенең хуш еҫе тарала башлаһа, күңелде әллә ниндәй һағыш солғап, бөтә донъяға ышанып баҡҡан бер ҡатлы сағымды иҫкә төшөрөргә мәжбүр итә.

...Беренсе курстың майы. Байрамға ҡайтырға тип автобус туҡталҡаһына килеп, билет алып, ваҡыттың еткәнен көтөп торам.

– Һылыу, һеҙ ҙә шул яҡҡамы? – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, эргәмдә оҙон буйлы йәшкелт-һоро күҙле егет йылмайып баҫып тора.

Шулай танышып киттек артабан юлдашым булып эргәмдә килергә тейеш Фәнил менән. Уның менән юлдың оҙонлоғо ла, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне – ҡайтып еткәнсе осраған ер-һыу атамалары, төрлө легендалар тураһында һөйләне, миңә ҡарата шундай иғтибарлы булды, автобус ялға туҡтаған арала аҡ сәскәләр өҙөп бүләк итте.

Тәүгә шулай яҡындан егеттәр менән аралашыуым ине, һөйләшә башлауыбыҙҙың тәүге минуттарынан тиерлек ул үҙенә арбаны, улай ғына ла түгел, ғашиҡ иттерҙе.

Ауылы минекенән алдараҡ булып, төшөргә ваҡыт еткәс, күҙҙәремә текләп ҡарап: “Һылыу, тағы осрашырбыҙмы?” – тип һораны. Күңелем “Һорап тораһың тағы!..” тип ҡысҡырһа ла, тыныс ҡына яурын һелккән булдым.

Был осрашыу күңелемдең аҫтын-өҫкә әйләндерҙе: төн йоҡоларымдан яҙҙырҙы, иҫәр һымаҡ ҡапыл көлөп йә үҙ алдыма йылмайып ебәреүемде өйҙәгеләр сәйерһенеп күҙәтте – бер һүҙ менән әйткәндә, мин тәүге мөхәббәт утында яна инем.

Шулай иләҫ-миләҫ йөрөп йәйем дә үтте. Ярай, ауылда саҡта килә алмағандыр, уҡырға барғас, күрешербеҙ, ул да бит студент, тип уйлап ашҡынып ҡалаға юлландым. Онотолған ятаҡ тормошо тағы юлға һалынды. Мин ғашиҡ ҡыҙ көн дә Фәнил килер тип көттөм, тик өмөттәрем бушҡа ғына булды, ул шылтыратманы ла, остоҡ  хәбәр ҙә ебәрмәне. Йөрәкһегән мин, ахыры, уның тураһында ауылдаш ҡыҙынан һорашырға булдым.

“Һинең дә башыңды әйлән­дереп өлгөргән икән. Уның шундай ғәҙәте бар: үҙенә ғашиҡ иттерә лә юғала”, – тип уныһы күңелемде тағы нығыраҡ төшөрҙө.

Ышанмайыраҡ торғанды кү­реп:

– Танышҡанда, һылыу, тип эр­гә­ңә килеп баҫтымы? – тип һораны.

– Шулайтты шул…

– Шул-шул тарихты һөйлә­неме?

– Эйе, ҡайҙан беләһең?

– Хушлашҡанда, тағы осра­шыр­­быҙмы, тип эйелеп ҡара­нымы?

– Эйе, бигерәк тә ана шуныһы күҙ алдынан китмәй бит инде...

– Уны көтөп, илап йөрөгәндәр бер һин генә түгелдер. Икенсегә осрашмауың хәйерле: ғүмерлек үкенесле булып ҡалыр. Уның өйҙә ҡатыны, улы бар… Теге бахыр ҡыҙ ҙа Фәнилдең таҫма теленә алданып, ауырға ҡалғас, уны ата-әсәһе менән саҡ эҙләп тапҡан, өйләнергә мәжбүр иткәндәр, – тине ауылдашы.

Фәнилдең йөрөмтәл, алдаҡсы тигән даны күптән таралған икән. Быны ишетеү миңә бер ниндәй еңеллек, тыныслыҡ килтермәне. Үҙем уйлап сығарған, күңелдә үҫтергән мөхәббәтем Фәнил ҡиәфәтендә күҙ алдына килеп баҫа ла йөрәкте әрнетеп тик тора ине.

Шундай янып-көйөүҙәр менән икенсе май байрамдары ла етте. Тағы туҡталышта торам. “Һылыу, һеҙ автобус көтәһегеҙме?” тигән таныш тауышҡа ялп итеп әйләнеп ҡарайым. Былтырғы кеүек кейенгән, киң йылмайған Фәнил баҫып тора! Ысынлап та, былтырғы ошо мәл ҡабатлана тиерһең: бер үк хәбәр, ым-ишара, текәлеп ҡарауҙары... Тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндергәне – ул мине таныманы! Сәсемде ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырғайным ғына – шул арҡаламы, әллә ысынлап та ҡыҙҙарҙың башын күп әйлән­дергәс, иҫендә ҡалмағанмынмы…

Бер йыл буйы ғазапланып, хыялланып сыҡҡан ваҡытым йәл булып, үҙемде кесерәйеп киткәндәй тойҙом был ваҡытта. Танытманым, һөйләшмәнем, яңынан ғашиҡ булырымдан ҡурҡып, бөтә ихтыяр көсөмдө йоҙроҡҡа төйнәп, уның яғына әйләнеп тә ҡараманым. Тәүге саф мөхәббәтем күңелдә шундай көйөклө йөй ҡалдырыр, уның шауҡымы оҙаҡҡа етер, тип ул ваҡытта башыма ла килтермәгәйнем әле...

Бына ошондай үҙенә күрә фә­һемле тормош һабаҡтары хаҡында һәйләне миңә бер студент ҡыҙ…

Әҡлимә Ғиззәтуллина.

Л.Такаева фотоһы.

Ә уның өйҙә ҡатыны, улы булған...
Ә уның өйҙә ҡатыны, улы булған...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: