Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
4 Май , 20:00

Яҡшы менән яман.

Бындай осраҡта ауылдың нисек геү килгәнен һөйләп тормаһаҡ та була. Берәүҙәре Хужаның никахланған ҡатыны Гөлсирәне йәлләй, икенселәре иргә ышанып эйәреп килгән Әнисәне… Олораҡтар, була торған хәл, элек ирҙәр өсәр ҡатын алып, бына тигән йәшәгән, тип тә ебәрә. Элегерәк, бәлки, өсәүҙе алып та торғандарҙыр, тип ҡаршы килә йәшерәктәре, әммә хәҙер бит яңы тормош. Партия ағзаһына ике ҡатын рәзе ярай?Ярамай, ярамай… Тик ғашиҡтар ғына ярамайға ҡарамай, Хужа, холоҡ-фиғеле фәрештәнеке, төҫө-башы һыу һылыуыныҡылай ҡатынын, туҡтамай ҡойған көҙгө ямғырҙан брезент плащ менән ҡаплап, МТС-тан егеп килгән тырантасҡа ултыртып, ҡара таңдан кире китә. Уларҙы оҙон юл көтә, сөнки ике бригадирҙы ла һуғыштан һуң тәүге мәртәбә ойошторолған ауыл хужалығы алдынғыларының йыйылышына ебәрәләр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Яҡшы менән яман.
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Уның тураһында беҙ, бала-саға, ул саҡта әллә нәмәләр белмәнек, шуға йәйелдереп һөйләп тормаһаҡ та була. Әммә аты сыҡҡас, эш урыны телгә эләккәс, ситләтеп үтеп булмай. Килде-китте генә әҙәм булһа, ҡул ғына һелтәп, иғтибарға ла алмаҫ инек, әммә бик эшлекле кеше ине председатель бабайым. Шуға, рәхим итегеҙ, Хан бабай.
Атһуйырға, йә күрше ятҡан башҡа ауылдарға килеп, исемен генә әйт, бөтә халыҡ бер булып ҡулын һелтәп һөйләп бирер.

Әәә, Ханмы, тиерҙәр... О-о-о, уның кеүек башлы кеше яҡын-тирәлә булдымы икән? Нисә йылдар, ауыр замандарҙа власть булып торҙо. Көр тауышы менән яңғыратып бер ҡысҡырһа, өс ауыл тораташтай ҡалҡып баҫыр ине. Хан ағай, Хан ағай, тип өлтөрәп һәр һүҙен еренә еткерер.

Дилбәгәне бына шулай, тип устарын йомарлар кешеләр, ҡыҫып тотто. Бик тә аҡыллы, ҡаты холоҡло, кешеһенә ҡарап, хатта уҫал әҙәм ине, тип тә өҫтәр ҡайһылары. Беҙҙең колхоз, тип ғорурланып дауам итерҙәр, районда иң алдынғыларҙан һаналып, хөкүмәткә ылау-ылау ашлыҡ, мал оҙатты. Ни әйтһәң дә, хөрмәт итә беҙҙең халыҡ ҡаты ҡуллы етәкселәрҙе!

Тик ниндәй бормалы булғандыр инде ул ылауҙарҙың юлдары, әммә беҙ үҙебеҙҙең магазинда бер ҡасан да икмәк тә, ит тә күреп үҫмәнек. Тик бында Хан бабайымдың һис кенә лә ғәйебе булмағандыр, тип уйлайым.

Мин белгәндә ул буйға оҙон да, ҡыҫҡа ла түгел, төптән йыуан, муйыны-башы бер, әсәһе Бибикамал инәйгә оҡшап, оло йәштә булһа ла, табаҡ бите уттай янып, холҡо кеүек шырт ҡаты сәсе ҡыҫҡа итеп алынып, терпе кеүек тырпайып, “авторитет”ы һиҙелеп, бүксәйеп сыҡҡан, теүәл бер центныр тартҡан дастуйын кеше ине.

Әммә... мин белгәндә ул бер кем дә түгел ине, Хан бабай һәм шуның менән вәссәләм. Председателлектән алдылар, партиянан төшөрҙөләр. Сәбәптәре булғандырмы, юҡтырмы... Тапҡандарҙыр инде уныһын ғына, әллә ни ҙур аҡыл кәрәкмәй. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, ул ҡайҙалыр хат яҙып, партия билетын кире ҡайтартып алды. Нимәгә кәрәк булғандыр инде бабайыма ул дөкәмит. Ҡәберемә ҡыҙыл йондоҙ ҡуймаҫтар, тинеме икән?

Быны аңлар өсөн Хан бабайҙың үҙе булып, һуғыш ваҡытында ун биш йәштән туҙан йотоп, көнө-төнө тракторҙан төшмәй ҡара ер аҡтарырға, шәп малай икәнлеген күрһәткәс, партия ағзаһы булып китергә, шунан бригадир итеп үрләтелгәс, һәр бер кешеһенең күңеленә юл табып, план үтәргә, ә был һүҙ артында йоҡоһоҙ төндәр, ҡара көҙгә хәтлем ел ыжғырған осһоҙ-ҡырыйһыҙ яландар, оҙон-оҙон юлдар... Аҙаҡ, түрәләрҙең ышанысын аҡлағас, тыуған ауылы ла ҡараған колхозды етәкләп, уны районда иң алдынғы хужалыҡҡа әйләндерергә кәрәк.

Ошо һикәлтәле оло юлды үткән тағы бер кеше табылған хәлдә, ул барыһын да аңлатыр, был ваҡиғаларҙан һуң уның күп тә йәшәмәй сиргә һабышып, аръяҡҡа китеп барыуының сәбәбен дә төшөндөрөп бирер. Әммә “буйыбыҙ үҫһә лә, уйыбыҙ үҫмәй”, ул осор беҙгә шулай һорау өҫтөнә һорау өҫтәп, үтте лә китте. Ҡәберлектә генә, эх, бабайҙар, үҙегеҙ менән ниндәй серҙәр алып киттегеҙ һеҙ, тип, ташҡа уйылған йөҙҙәренә текәлеп, уйланырға ғына ҡалды.

Ул заманда уның урынынан төшөрөлөүе, партбилетын үҙе теләп бирмәүе, барыбер һүҙендә тороп ағза булып ҡалыуы – ололарҙың теленән төшмәне.

Әсәйемдең:

Хан абзыйым ҡара көйөп йөрөй, – тип ҡат-ҡат уфтанғаны ғына хәтерҙә уйылып ҡалған.

Беҙҙең колхозға ҡайҙандыр ситтән бер ағайҙы килтереп ҡуйҙылар. Ул кеше өҫтән төшөрөлгән председателдәрҙең тәүгеһе генә булды, артынан ҡалғандары теҙелеп китте.

Ҡатырға сумаҙан менән ҡаҙ муйыны ғына булып киләләр ҙә, үңәстәре үгеҙҙеке кеүек булғас, ылау менән ҡайтып китәләр, – ти ине улар хаҡында атайым.

Әммә уныһы икенсе тарих.

Хан бабайымды һөйләп, уның ҡатыны Әнисә тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәһәк, хәбәребеҙ ярты-йорто булыр. Сөнки Ханды Хан иткән ул ине бит. Тормошоноң терәге, туғыҙ балаһының әсәһе.

Тракторсылар бригадиры уттай янып торған Хужаға, өҫтәмә көс итеп, Ямашта саҡ курс тамамлаған Паша Ангелинаның йөҙ мең әхирәтенең бәләкәй генә бер өлөшөн − ун бер бөртөк йәш кенә ҡыҙҙы ебәрәләр. Тәүгеләре янына икенсе ағым булып яңылары килә (саҡыр ғына, беҙ – хә-ә-ә-ҙер!), ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған бригада төҙөйҙәр. Шулар араһында буйы-һыны ҡойоп ҡуйғандай, аҡһөйәк ҡыҙылай аҡҡош муйынлы, ап-аҡ битле, ҡара күҙҙәре осҡонланып балҡып, барыһынан да айырылып торған Әнисәне бригадир итеп ҡуялар.

«Фордзон» – тимер тәгәрмәсле, кабинаһыҙ ҡорос ат наҙлы ҡулдарҙы бик тыңламай, йә ҡабынмай, йә һүнмәй тигәндәй. Ҡыҙҙар әйләнә лә, әле уныһын төҙәтеп бир, әле быныһын тип, тәжрибәле ир-егеткә килә. Әнисә, әлбиттә, ул-был була ҡалһа, Хужаға йүгерә.

Көслө кешенең тойғолары ла ташып тора. Әгәр Хужа һуҡыр, һаңғырау ҡалған, йә әҙәм затынан булмаһа, ул Әнисәләге матурлыҡҡа иғтибар итмәҫ, моңло тауышын ишетмәҫ, ҡыҙ күренеү менән йөрәге дөп-дөп типмәҫ тә ине. Әммә бәхеткә ҡаршымы, бәхетһеҙлеккәме, иң үткер күҙ, иң сос ҡолаҡ була Хужала, ә инде уның ир затының аҫылы икәнен дә әйтһәк, ни эшләп ул ураҡ тамамланғас МТС-тан ауылға Әнисәне эйәртеп алып ҡайтҡаны, ә сибәр апайҙың уға эйәреүе аңлашылыр. Тик суҡлы кәшемир шәлен муйынына ҡыҫып бәйләгән ҡыҙҙы шатланып ҡаршы алыусы булмай, сөнки үрге оста ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өйҙә был ваҡытта, тап Хужаның бала сағындағы килеш-килбәтен ҡабатлаған бәләкәс кенә малай йүгереп йөрөй, тәбәнәк буйлы, йоп-йомро ҡатыны икенсегә ҡорһағын бушатырға йыйына.

Бындай осраҡта ауылдың нисек геү килгәнен һөйләп тормаһаҡ та була. Берәүҙәре Хужаның никахланған ҡатыны Гөлсирәне йәлләй, икенселәре иргә ышанып эйәреп килгән Әнисәне… Олораҡтар, була торған хәл, элек ирҙәр өсәр ҡатын алып, бына тигән йәшәгән, тип тә ебәрә. Элегерәк, бәлки, өсәүҙе алып та торғандарҙыр, тип ҡаршы килә йәшерәктәре, әммә хәҙер бит яңы тормош. Партия ағзаһына ике ҡатын рәзе ярай?

Ярамай, ярамай… Тик ғашиҡтар ғына ярамайға ҡарамай, Хужа, холоҡ-фиғеле фәрештәнеке, төҫө-башы һыу һылыуыныҡылай ҡатынын, туҡтамай ҡойған көҙгө ямғырҙан брезент плащ менән ҡаплап, МТС-тан егеп килгән тырантасҡа ултыртып, ҡара таңдан кире китә. Уларҙы оҙон юл көтә, сөнки ике бригадирҙы ла һуғыштан һуң тәүге мәртәбә ойошторолған ауыл хужалығы алдынғыларының йыйылышына ебәрәләр.

Хужаның атаһы, дини ҡарт, әлеге лә баяғы ярамай, ярамай тип, йәштәрҙең ай-вайына ҡарамай, уларға никах ҡына уҡып өлгөрә.

Тик Бибикамал инәй генә бик көйә, тәүге килене менән бик борсаҡтары бешмәһә лә, ейәне бик йәл була уға.

Риза түгелмен, риза түгелмен, тип илай тәүге килен Гөлсирә. Иренә булған һөйөүен шул сәғәттә нәфрәткә әйләндереп, ҡарғанырға тотона. Күрәһең, башҡаға көсөнән килмәй. Кешеләр бит төрлө-төрлө, берәү башҡаның мөхәббәте менән эсендәге туймаҫ бушлыҡты тултыра, икенсеһе, киреһенсә, үҙе мөхәббәттән сайпыла.

Әммә беҙҙең һүҙгә һаран яҡта бер кем дә улай тип торманы, матур һүҙҙәрҙән һалдырманы, бына тинеләр Хужа бисә өҫтөнә бисә алды, партия ҡушмаһа ла, ике балалы итеп Гөлсирәне ташлап сыҡты…

Әҙәмдең ҡылығын аңлау өсөн күңел тарлығы ҡамасаулағандыр, шулай итеп

Хужаның дыуамал мөхәббәте арҡаһында күрше генә торған ике нәҫел дошманлашты ла ҡуйҙы. Иҫәнләшмәнеләр ҙә.

Ни эшләп тап уға өйләнгәндер? Бик ҡыҙыҡ кешеләр ине тишек кәмәгә ултырып ҡалған ҡоҙалар. Төп ҡоҙа, етмеште уҙған ҡарт, матур итеген кейеп, йорто алдына сығып тора, күпмелер уңға-һулға күҙ һалып ары-бире атлай ҙа, тиҙ генә өйөнә инеп, уны сисеп ҡуя, йәнәһе, күрегеҙ, ниндәй шәп әйбере бар Әхмәҙейҙең.

Күрше генә торғас, аралашып йәшәгәндәрҙер, элекке ғәҙәт буйынса ололар, ваҡыт һиңә, улым, әллә ҡайҙа йыраҡҡа йөрөп мәшәҡәтләнгәнсе, әйҙә, һиңә күрше ҡыҙын ғына алайыҡ та бирәйек, тигәндәрҙер. Йәштәрҙе өйләндергәндәр ҙә, вәссәләм. Ҡыҙҙың нәҫел-нәҫәбе, хәлле генә кешеләр, ике яҡ та бер булып, өй ҙә һалып биргәндәр. Үҙенә күрә мөхәббәт тә булғандыр. Әммә шуныһы ла бар бит: тойғо ул, шул тикле ваҡытлы әйбер, яңы күлдәк кеүек уңа ла ҡуя, кемдеке-кемгә, билдәле.

(дауамы бар)

Фото: Ф.Набиуллина:makQB5MZ1Ga9kq6aSF8CTPS0quS978rMdUFh5RCNVCDzaRcFmDKImcyX9JIHfNlEWhd4vQh-m0vLmPHZNAP2XFMN

Яҡшы менән яман.
Яҡшы менән яман.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: