Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
4 Май , 12:00

Ҡурсаҡ. Хикәйә.

Ләкин кем белгән унан да алданып ҡайтырын, өс бөртөк аҡса менән генә һушһынырын… Бөтәһе лә уңмай ул Себер яҡтарында. Ә кредиттар түләнмәне, бурыс йыйвылды, банктарҙан шылтырата башланылар. Аптырап уларҙы ҡапларға теләп, тағы бер кредит юлланы. Был да ҡотҡарманы. Айгөл менән аралар насарайҙы. Ә бер көн ул түҙмәне: эсергә яратҡаныраҡ дуҫын осратып һалдырып ҡайтты. Ғүмерендә беренсе тапҡыр. Сусҡа һымаҡ. Быныһын инде кисерә алманы Айгөл. 3 йәшлек Хәйҙәрҙе алды ла Салауатҡа ҡайтып китте. Ғәзизде был айнытып ебәргәндәй итте.  Бер аҙнанан һуң ул әйберҙәрен тейәне лә ғаиләһе артынан китте...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ҡурсаҡ. Хикәйә. Гөлшат Хажиева

– Атай, беләһеңме, балалар баҡсаһында Лиданың шундай матур ҡурсағы бар… Мин дә шундайҙы теләйем! Алып бир әле, зинһар…

Йөрәк сәнсеп ҡуйҙы.

 

– Әлбиттә, ҡыҙым мотлаҡ алып бирермен, шундай матур ҡыҙға нисек алып бирмәҫкә!

 

Йөрәк икенсегә сәнсте.

 

– Тик һуңғараҡ, йәме. Әле атай эш хаҡы алмаған.

– Һин һәр ваҡыт шулай тиһең!... – Әмиләнең йөҙө сытайҙы. – Шунан онотаһың!

 

Ғәзиз йөрәк тәңгәлен ихтыярһыҙҙан ҡапшаны. Өсөнсөгә сәскәндә, тыны ҡыҫылды.

 

– Ҡ-ҡ-ҡыҙым, был юлы вәғәҙә, мотлаҡ алып бирәм, Лидаңҡынан да ҡупшыраҡты, ки-леш-тек-ме?

 

Биш йәшлек Милә, ниһайәт, йылмайҙы. Атаһына ҡулын һондо. Йөрәк бер аҙҙан ебәрҙе.Атай менән ҡыҙ етәкләшеп балалар баҡсаһынан ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Ғәзиз еңел һулап ҡуйҙы. Ни эшләп йөрәк һуңғы арала үҙен насар тота әле? Былтырҙары диспансеризациянан һуң йөрәгеңде ритмы насарыраҡ, тикшереү үт, стрестан һаҡлан тигәйнеләр ҙә… 

 

Әйтеү генә рәхәт. Тикшереү үткән хәлдә лә, стрестан нисек һаҡланырға? Тормош стресһыҙ буламы? Бар ғүмере ул йәшәү өсөн көрәш төҫлө. Саҡ утыҙ өсөн ҡыуып етеп килә(христос йәнен биргән йәш түгелме әле) үҙен ҡарт-ҡоролай тоя. Йонсоғанлыҡ бар булмышын сорнаған. Көнө буйы тегеләй - былай сабып, кис көс-хәл менән кәүҙәһен фатирына ҡайтарып еткерә. Сөнки төп эшенән һуң такси урынына сыға. Әҙ-мәҙ аҡса эшләйем тип инде. Өйҙә бер аҙ ял итәһе килә лә, унда ла тыныслыҡ юҡ. Ҡатыны Айгөлдөң игәүен кисерергә кәрәк. Уға асыуланмай, юҡ, асыуланырға хаҡы бармы? Ул да бит эшенән арып ҡайта, ҡайтыу менән ашарға ҡайғыртырға кәрәк һәм башҡаһы тигәндәй…

Ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, әлбиттә. Ҡатыны ашарға бешергән арала биш йәшлек Миләне әүрәтергә, икенсе класта уҡып йөрөгән Хәйҙәрҙең өйгә эшен эшләтә. Ләкин был да ҡотҡармай. Айгөлө ҡайтыу менән ябырыла.

 

– Әйт, әле мин нимә бешерергә тейеш? Йүнле ит алып булмай, ә бит балалар көнөнә минимум 100 грамм аҡһым ашарға тейеш. Ә еләк-емештән тик алма ғына күрәбеҙ, уныһы ла онотҡанда ғына бер…. Ә йәшелсә, һин күрҙеңме хаҡтарын, алтын һаталармы ни…

 

– Кисә, ана, һурпа өсөн йыйылма алып ҡайтҡайным бит… Һурпа бешер…

 

Ир ипләп кенә һүҙ ҡушҡан була. 

 

– Ә һин күрҙеңме ул йыйылма ла нимә: тауыҡ муйындары һәм тауыҡ күттәре… Әҙ генә булһа ла ите булһасы… Шуны бешерәм инде. Ас ултырып булмаймы бит инде… Бәрәңге бар, ахыры… Спагетти турап һалырмын инде…туҡмас баҫһаң да булыр ине, бер ике күкәй һыуытҡыста ҡалғайны. Эх, ниңә миңә шундай хәйерсе яҙмышы, ә! 

 

Мығырҙай-мығырҙай плита алдында булыша башланы. Был юлы оҙаҡ игәмәне. Иң мөһиме, Ғәзиздең бар яңылышлыҡтарын һанай башламаны … 

 

Ғәйепле инде ул һөйөклөһө алдында, тик ни эшләй ала, хәҙер ни булһа ла төҙәтеп булмай, һөҙөмтәләр менән генә булышырға тура килә. Ғәйебе нимәләме? Бурысҡа батырҙы бит бар ғаиләһен. Күтәрә алмаҫтай бурысҡа. Нәфсеһенә хужа була алманы заманында…

 

Айгөлө менән танышҡан йылдары ине. Шул, ҡайҙа булһын, Бәйләнештә селтәрендә таныштылар. “Таныш булайыҡ” тигән төркөмдә фотоһын күреп ҡалды. “Бөтөнләй насар ғәҙәттәре булмаған башҡорт егете менән танышырға теләйем!” Комментарийҙар донъя ине аҫтында. Нисек инде эсмәҫкә лә, тартмаҫҡа ла мөмкин тигәнерәк….  Шунда уларға яуап итеп, ни эшләп мөмкин булмаһын, мөмкин тип яҙған булғайны… Уны ла мыҫҡыллап маташтылар, йәнәһе, лә эсһәң холҡоң юҡтыр, йә, ауырыуһыңдыр тип… Ҡыҙ былай һөйкөмлө генә күренде, әммә Ғәзиз күп яҙырға оялды, гүзәл зат менән аралашырға тиһәң ҡобараһы оса… Йөҙгә әллә ни ямаҡ булмаһа ла… Хоҙай буй ҙа биргән, спорт менән дә дуҫ… Әрменән һуң әҙ-мәҙ толҡа тапмай йөрөп алды, төрлө ерҙә йөрөп эшләп ҡараны, һәм ниһайәт, район үҙәгенә китеп, күңеленә ятҡан эш тапты…Шофер булып. Эсмәгән егетте ҡуш ҡуллап алдылар. Ул да эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа, тырышып эшләне егет. Әсәһе яғынан туған тейешле апаһы йәшәргә лә рөхсәт итте. Тормошо яйланды бер төрлө. “Кәләш алырға ғына ҡалды…” тип шаярттылар туған-тыумаса, таныш-тоноштар…

Өйләнәм тиһәң, тәүҙә парын табырға кәрәк бит инде… Ә ул ҡыҙ-ҡырҡынға ҡалай яҡынайырға белмәне. Шул хәтлем дә оялсан. Тиҫтерҙәре ҡыҙҙар менән типтергәндә, ул бер ҡайҙа сыҡмай бары телевизорҙан фильмдар ҡарап тик ятты. Йә булмаһа, Бәйләнештә селтәрендә башҡалар тормошон күҙәтте. Айырыуса шул танышайыҡ төркөмө ҡыҙыҡһындырҙы, ундағы комментарийҙар һушты алырлыҡ бит. Нисек кешеләр нимә уйлай шуны яҙалар ине… “Бар бит шундай ҡыйыу кешеләр!” Ул бер ҡасан да нимә булһа ла яҙырға ҡыймайсы. На шул эсеү-эсмәү тураһында әңгәмәлә генә бер ҡатнашты. Һәм шул комментарий уның яҙмышын әлеге хәләл ефете Айгөл менән бәйләне лә. 

Комментарий яҙылған икенсе көнөнә, иғлан хужаһы уға смс ебәрҙе: 

 

“Таныш булайыҡ, мин Айгөл. Һин ысынлап та эсмәйһең дә, тартмайһың дамы?”

 

Ул хәбәр уны ныҡ тулҡынландырҙы. Сөнки беренсе тапҡыр уның менән ҡыҙ үҙе ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ул уҡыны ла, нимә тип яуап яҙырға белмәне. Ете ят ҡыҙға яҙыу ҡурҡыныс ине. Ҡыҙ тағы хәбәр ебәрҙе. “Ниңә яуап яҙмайһың, уҡының да…”

Ғәзиз бар батырлығын йыйып, “Сәләм, Айгөл һылыу, эйе мин эсмәйем дә, тартмайым да.” Виртуаль аралашыу шулай ҙа ҡыйыулыҡ өҫтәй, әңгәмәсе  әллә ҡайҙа йыраҡта, ул һинең эмоцияларыңды күрмәй. Смс-ты йыйғансы ҡул аҫты тирләп сыҡты хатта. Ниңә шул хәтлем тулҡынлана икән? 

Ниңә “һылыу” тип өҫтәне инде…

“Һин ниндәй райондан? Мин Салауат ҡалаһынан.” “ Мин Мораҡтан.. “Аңлашылды, эшләйһеңме, уҡыйһыңмы? – Эшләп йөрөйөм. Шофер булып, район үҙәгендә. Ә һин?” 

Һәр смс уға ҡыйынлыҡ менән бирелде, әммә егет ҡыҙ алдында оялсанлығын йәшерергә тырышты… 

“Мин дә эшләп йөрөйөм, ашхана ла ашнаҡсы…”

Шулай башланды уларҙың һөйөү тарихы. Бик матур башланды. Улар смс менән һөйләшеүҙән, телефон аша һөйләшеүгә күсте. 

Фотолар ебәрештеләр. Ҡыш бөттө, йәй етте.

“Осрашайыҡ. Күрешәйек.”

Ғәзиз отпуск һораны. Ҡыҙ ҙа ял алдым, тине. Һәм бына ул Салауатта. Бында  тик үтеп китешләй генә туҡталғаны бар. Айгөлдө шунда уҡ таныны. Перронда килеп туҡтаған автобустарҙан күҙен алмай, тегеләй былай борғолана. Өҫтөндә еңел йәйге күлдәк. Сәстәрен артҡа йыйған. Артыҡ матурлығы юҡ та төҫлө, әммә шул хәтлем яҡын һәм үҙ. Уның яңғыҙ кистәрен тылсымға тултырған ҡыҙ. Һәм бына ул уны көтөп тора.

Күптәнге таныштар һымаҡ күрешеп, һөйләшеп киттеләр. Тәүҙә кафеға һуғылдылар, ҡала урамдары буйлап йөрөнөләр. Һөйләшеүгә әүәҫ ҡыҙ бер туҡтауһыҙ хәбәр һатты. Һаран һүҙле Ғәзиз гә был уңайлы ине. Кис иһә ҡыҙ уны ятаҡтағы бүлмәһенә алып ҡайтты. Икәүҙән-икәү ҡыҙ менән ҡуныу төшөнә лә ингәне юҡ. Ә унда бер карауат. Ни эшләргә? Бәлки ҡунаҡханаға китергәме? Отпуск аҡсаһы янында. Ҡыйбатмы икән? Икеле уйҙарына батып шулай ултырҙы бер аҙ. Ләкин ҡыҙ уның бында ҡунасағынан уңайһыҙланмай, ахыры. Сәй әҙерләне, телевизор тоҡандырҙы. Юҡҡа ғына ашнаҡсы түгел икән, төрлө ҡамыр аштары әҙерләгән.

Егет маҡтай-маҡтай сәй эсте. Юл йөрөп арытылғайны.

Айгөл икеһенә урын йәйҙе. 

Әлбиттә, ҡыҙға тейер тигән уйҙа юҡ. Уның хатта, ғөмүмән, үбешкәне лә юҡ ине. Ләкин үбеп тә маташмаһа, ҡыҙ нимә тип уйлар? Ул бит хәҙер үҫмер түгел, 25 йәштә. 

Ул юрғанды һыпырып йөрөгән ҡыҙҙы ҡулдарынан тартып алдына ултыртты. Кинола төп герой тап шулай итә бит. Ҡыҙ ҙа ҡарышманы, быны көткәндәй, уға һырылды…

 

Тәүге маташыуҙан уларҙың бер нәмә лә килеп сыҡманы, Ғәзиз артыҡ тулҡынланды, ахыры. Шулай ҙа Айгөл сәменә теймәне, ҡосаҡлашып ятып йоҡланылар. Бына ҡайҙа ул йәннәт – ҡосағыңда ҡыҙ булыуы, уның сәстәрен еҫкәү, йәтеш кенә тәнен һыйпау. Ғәзиз үҙ бәхетенә ышанмай ине – уның хәҙер һөйгәне бар! Иптәштәре белһә, тел шартлатырҙар инде! Әтеү уның оялсанлығынан гел көләләр. Хәҙер бына ул уларҙың ауыҙын ябасаҡ: уның да осрашҡан ҡыҙы бар. 

 

– Миңә кейәүгә сығаһыңмы?

 

Бар батырлығын йыйып иртәнге сәй артында ул ошо һүҙҙәрҙе әйтте. 

 

– Һин ысынлапмы? Ысынлап та миңә өйләнергә әҙерһеңме?

 

– Эйе, мин әҙер. Ниңә оҙаҡҡа һуҙырға.

 

Айгөл бер аҙ шымып ултырҙы. 

 

– Әйҙә, бер аҙ осрашайыҡ, йәме. Туғандар менән танышайыҡ. Әле әсәйем ауырыраҡ хәлдә бит, үҙең беләһең, операциянан һуң…

 

– Ну, мин вобщем, әйтәм… Һиңә етди ниәтемде белдереү йәһәтенән инде… эээ…

 

– Рәхмәт. Мин юҡ тимәйем бит. 

Ҡыҙ уның алдына ултырҙы – Һинең һымаҡ скромняшкалар миңә оҡшай ул.- тип ирененән үбеп алды. – Етмәһә, эсмәйһең дә, тартмайһың да. Был бөгөнгө заманда алтынға бәрәбәр. Шунан бөгөн ни эшләйбеҙ? Киноға фәлән барайыҡмы әллә, йә театрға, ауылдан ҡалаға килгән егеткә культур-мультур күрһәтергә кәрәк бит инде. 

 

– Үҙең хәл ит. Ҡайҙа алып бараһың, шунда барырға әҙер. Хатта ер сигенә лә.

 

– Романтик икәнһең. Тик бына кисә сәскәһеҙ килеп төштөң…

 

– Ну… яҡын ара түгел …һулырҙар ине… Мин һиңә бөгөн иң күркәм букет алып бирермен, йәме, ниндәй оҡшай …

 

– Ярай, шаяртып әйтәм… Үпкәләгәндән түгел… 

 

…Шул мәлдәрҙе иҫләһә күңеленә йылы йүгерә Ғәзиздең, булған бит ҡайғыһыҙ мәлдәр. Бөгөнгө көнө сағыштырып булмай. Ҡатыны күптән яҡын юлатҡаны юҡ. Хатта айырым йоҡлайҙар. Ниңә кәйефе юҡлығын аңлай ир, шуға был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға ҡурҡа. Эйе, ҡурҡа. Эй, шул хәтлем юҡһына бер юрған аҫтында йоҡлаған осорҙо.

 

… Бер аҙна булдылар улар бергә. Көндөҙ ҡала буйлап йөрөнөләр, төнөн бер-береһен һөйҙөләр. Беренсе егете булмаһа ла, көймәне Ғәзиз, иң мөһиме, иң һуңғыһы булһын. Айгөл уны бәхетле итә ала. Шул арала һәләк эҫенде ҡыҙға егет, ҡайтаһы килмәне. Ләкин эшкә сығырға кәрәк бит. Мөмкинлек булған һайын килеп йөрөр ҙә, ләкин автобус менән йөрөү мәшәҡәтле бит. Быға тиклем бер бабаһының “семеркаһын” иләне. Ә бәлки берәй иномарка алырғалыр?  Кредитҡа? Күптәр шулай ала. Бер иптәш егете күптән тәҡдим итә. 

Шундай ҡарар менән ҡайтып китте егет.

Ләкин анһат эш түгел икән кредитҡа алыу. Банктар бирмәне. Эш хаҡын түбәнһенделәр. Төрлө ерҙәргә барып ҡаранылар, юлға аҡса күп китте, бурысҡа батты. Ниһайәт, баш ҡалалағы бер банк уға йәшел ут күрһәтте. Юғары процентҡа тик. Ләкин Ғәзизгә барыбер ине. Ул инде ул машинала йөрөп ҡараны, бер-ике тапҡыр Айгөл янына барҙы. Тегенеһе ныҡ кинәнде: насар ғәҙәттәре булмауына хәҙер автомобиле булған егет бит буласаҡ ире. Һис бер ни уйламай ҡанатланып йәшәне ул ваҡыт Ғәзиз. Аҙна аҙағын көтөп кенә тора. Апаһының өйөнә һуғылып өҫтөн алмаштыра ла Салауатҡа саба. Тәүҙә кредитын, эш хаҡының яртынан күберәген алһа ла түләүе ҡыйын булманы. Яңғыҙ кешегә күп кәрәкме, апаһы ашата-эсерә, шуға бошманы Ғәзиз. Шулай ярты йыл үтте: Айгөл, ниһайәт, никахҡа ризалашты. Бер юлы туйын да үткәрергә булдылар. Аҡса яғы самалы ине егеттең: ә яратҡанына матур туй бүләк итәһе килә бит! Атай-әсәй ярҙам итергә әҙер ҙә. Ләкин был әҙ генә тойолдо уға. Йәнә банктан аҡса алып торорға булды. Хужаһы аҡсалыраҡ эшкә күсерергә вәғәҙә иткәйне, республика буйлап төрлө командировкаларға йөрөргә тура киләсәк. Эш хаҡы ике тапҡырға артасаҡ! Тимәк, тағы бер кредитты күтәрә аласаҡ. Быныһын ана һин дә мин түләп килә бит. Шулай уйланы буласаҡ кейәү. Был хаҡта Айгөлгә әйтергә ҡыйманы. Ул бит ир кеше, был мәсьәләне үҙе лә хәл итә ала. Ниңә һөйгәнен борсорға? Әйҙә ир ҡанаты аҫтында кинәнеп йәшәһен. 

Гөрләтеп туй үткәрҙеләр, туй күлмәген иң ҡупшыһын алып кейҙерҙе Айгөлөнә, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо, тамада ла ялланы хатта. Туй бит ғәҙәти ваҡиға түгел, иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш. Хатта тәүге мәлгә йәшәргә лә әҙ-мәҙ аҡса ҡалды. Туған тейешле ағаһы яңы йорт төҙөп сыҡҡайны, тәүге осорҙа район үҙәгендәге бер бүлмәле фатирында йәшәргә тәҡдим итте. Барыһы ла ыңғай барған төҫлө тойолдо Ғәзизгә. Хәҙер ул һөйөклөһө менән законлы ир һәм ҡатын. Командировкаларынан ашҡынып ҡайта, ҡайнар ашы менән Айгөл уны ҡаршы ала. Урындағы ашханала уға ла эш табылды: ҡаланан тәжрибәле ашнаҡсыны ҡушҡуллап алдылар. 

Аҡса мәсьәләһен тәүге мәлдәрҙә ҡуҙғатманылар. Туйҙан килгәнен, кредиттан ҡалғанын ул ҡатынына бирҙе. Ләкин ул аҡса тиҙ бөттө. Иркенерәк тотондолар, ахыры. Икенсе айға инде эш хаҡтарына ғына таянырға ҡалды. 

 

Әле лә иҫендә. Эш хаҡын алды Ғәзиз. Ике кредитын ҡапланы. Яртыһынан әҙерәк ҡалғандыр. Кис торт алды, сәскәләр. 

Айгөлө ғәҙәттәгесә йәш ҡатындарға хас булғанса ихласлыҡ менән ҡаршы алды. Ана шул яғы айырыуса оҡшай ине ул. Бер аҙ яндырай, шуҡ һәм дәртле. Ғәзиздең киреһе. Ҡаршылыҡтар бер-береһенә тартыла, тиҙәрме әле. 

Тупһа аша гөлләмә һуҙҙы, тортын, ҡатыны битенән суп итеп үбеп алды.

 

– О, рәхмәт! Минең ир ҡатын күңелен күрә белә. Йә, ҡулдарыңды йыу ҙа, ашарға ултыр. Асыҡҡанһыңдыр.

 

Үҙ алдына ниҙер көйләй, көйләй розаларын вазаға ҡуйырға юлланды.

Кухнянан тәмле еҫтәр килә, уңды бисәнән, уңды Ғәзиз. Аш-һыуға оҫталығынан һәр кем көнләшә. 

Бына Айгөл уға тәрилкәгә аш һалып бирҙе, итен ашына тураны. Йәшелсә салатын уға табан этте.

 

– Шунан эшеңдә хәлдәр нисек? Арыталыр инде…

– Арыта инде. Бөгөн 500 гә яҡын саҡрым үттем. 

– Оһо! 

– Ә һинең ниндәй яңылыҡтар?

– Ниндәй булһын? Шул ләстит һатабыҙ инде, беҙҙең ашханаға бит төрлө түрәләр ҙә керә торған. Шуларҙы сәйнәп хәле бөтә коллегаларым. Мин ни килмешәк булғас, күбеһенсә уларҙың хәбәрен генә тыңлап тик йөрөйөм. Йә, эш хаҡы алам, ти инең. Әтеү коммуналка түләнеп бөтмәгән бит. Ҡыш көнө отоплениеға күп китә. 

 

Егет бер ни уйламай кеҫәһенән булған аҡсаһын һуҙҙы. Хәләл ефете тиҙ генә ҡағыҙ аҡсаларҙы һананы…

 

– Ошо ғынамы? 

– Ошо ғына.

– Эш хаҡым һәйбәт тинең дә.

– Ну, мин башҡа водительдәргә ҡарағанда күберәк алам эйе.

– Ләкин бында мин ашнаҡсы зарплатаһынан дә кәмерәк сумма бит

 

Тимәк мәл етте. Әлбиттә, өркөңкөрәй барыһын асып һалырға. Шулай ҙа араларында серҙәр булмаҫҡа тейештер. Аңлар ҙа, моғайын. Эскегә-фәлән тыҡмаған бит. 

 

– Минең өҫтә ике кредит бар. Шуларҙы түләгәйнем.

– Кредит? Берәү түгел, хатта икәү?

 

Айгөлдөң тауышы бер аҙ күтәрелеп китте. 

 

– Ниндәй кредит? Ни эшләп мин белмәйем. Ғәзиз, һин шаяртаһыңдыр ул…

 

Йәш ир устарының тирләй башлауын тойҙо. Айгөлдөң беренсе тапҡыр тауыш күтәреүе булды был. Ошонан һуң ул хатта күнегәсәк был тауышҡа. Ә әлегә был уны бер аҙ хафаға һалды. Хәҙер Айгөлө үпкәләрме, уны әрләрме? Мөмкин тиклем тыныс тауыш ул ҡатынына өндәште.

 

– Йәнем, барыһы ла һәйбәт. Мин контрольдә тотам... Ҡайғырма, һәм , зинһар,үсекмә инде, йәме... Мин һиңә барыһын да аңлатырмын…

– Аңлат, йә.

 

Айгөлдөң тауышы бер аҙ йомшарҙы, әммә ҡараштарында бер аҙ һалҡынлыҡ бар. “Хәҙер мине яратмаймы инде? Шатлыҡта ла, ҡайғы ла – бергә, тигәне буш һүҙме?” Шундай уйҙар ҡамашты Ғәзиздең башында.

 

– Бер кредит машина өсөн. Икенсеһе – туйға тип алғайным. Ғәфү ит инде, алдан әйтмәгәнемә. Ҡурҡма, мин һине аҡсаһыҙ интектермәм. Ҡалған аҡса һинеке. Миңә бер ни кәрәкмәй: һин генә янда бул. 

 

Ул йөрәгендә булған бар наҙын ҡарашына йыйып Айгөлөнә төбәне. Ихлас ине. Мөмкин булһа, ул бар донъялағы байлыҡты һөйгәненең алдына һалыр ине. Тик асыуланмаһын, уны ташламаһын.

 

– Беләһеңме, Ғәзиз, мин нимәне йәнем һөймәй. Эскән кешене(атайым ғүмер буйы йонсотҡаны еткән) һәм алдаҡты. Һин миңә был хаҡта күптән әйтергә тейеш инең. 

– Вәғәҙә, бынан һуң бер ни йәшермәйәсәкмен.

 

Ул мәлдә ул был һүҙҙәренә ныҡлы ышанһа ла, һигеҙ йыл бергә йәшәүҙәрендә был уның һуңғы ялғанлауы булмаҫ шул. Айгөл шулай ҙа ул кис был хаҡта бүтә һүҙ ҡуҙғатманы, бәлки ныҡлы әрләп ташлаһа, еңелерәк булыр ине, валлаһи. Һәм беренсе тапҡыр баш ауыртыуға һылтанып, егеттең наҙынан баш тартты. Ныҡ тәъҫир итте был Ғәзизгә. Төнө буйы йоҡлай алманы. Иртән шулай ҙа түҙмәне, кухняла сәй ҡуйып йөрөгән ҡатынын арттан ҡосаҡлап алды.

 

– Айгөл, зинһар, ғәфү ит инде, мин башҡа улай итмәм. 

– Ҡайҙа ҡамасаулама, сәй ҡуйып йөрөйөм бит.

– Асыуланаһың инде тимәк. 

 

Ир ҡулдарын шулай ҙа ысҡындырманы.

 

– Ғәфү итмәйенсә, ҡосағымдан сыға алмаясаҡһың.

– Ну, Ғәзиз, хәҙер эшкә һуңлайһың…

– Һуңлаһа..

– Һуңлатырмын мин һиңә… ике кредитыңды кем түләр?

– Ну, Айгөл…

 

Ҡатын уға табан боролдо.

 

– Йә, ярай. Ләкин ваҡытында түләп барырға кәрәк. Алдараҡ әйтһәң, туйҙан төшкән аҡсаны ипләберәк тотонор инем.

 

Һөйгәненең яғымланыуын күреп, кинәнесенән, Ғәзиз уны күтәреп үк алды.

 

– Эх, яратам һине шул тиклем! Минең ҡатын иң шәп ҡатын!

– Йә, төшөр, йүләр! 

– Бүтән асыуланмайһыңмы, әтеү, кисә күтеңде борҙоңда яттың, төнө буйы йоҡлай алманым…

– Ну, майлы ҡалъя көн һайын булмай бит инде…Йә, ярай, төшөр инде…

 

Ғәзиз уны иҙәнгә ҡуйҙы ла ирендәренән һурып үбеп алды.

 

– Все, минең тамаҡ туйҙы, йүгерҙем, йәнем..

– Ә сәй? 

– Әй, шунда берәй ҡайҙа ҡапҡылармын әле….

 

Ул күтәренке кәйефтә өйҙән сығып китте. Айгөлө уға бүтән асыуланмай. Шул түгелме бәхет?

 

…Эх, ул бәхетле мәлдәре үткәндә генә ҡалдымы? Кис балаларҙы йоҡларға һалғас, ул телефондан ниҙер ҡарап ятҡан ҡатынына яҡын килде.

 

– Айгөл, мин берәй нәмә уйлап табырмын, зинһар, ҡайғырма, йәме…

 

Уныһы башын экрандан алмай ғына яуап бирҙе:

 

– Нимә эшләй алаһың инде, һин был һүҙҙәрҙе нисәнсе йыл инде ҡабатлайһың? Ә бер ни үҙгәрмәй…

– Һуң миңә лә рәхәт түгел. 

– Тимәк, һин бөгөн ҡорбан ролен уйнарға булдың инде…

– Юҡ, улай түгел. Һин генә ғазапланмайһың, мин дә ҡайғырам тип әйтергә теләгәйнем. Был бошмай тип уйлама.

– Тимәк, һине хәҙер минең уйҙарым борсоймо? Кредит өҫтөнән кредит алғанда бер ҙә борсолмағанһың бит…

– Һуң ниңә һинең менән бер нисек тә кешесә һөйләшеп булмай, элегерәк һин аңлаусаныраҡ инең. 

– Юҡ бүтән һинең аңлаусан бисәң. Юҡ! Бар, зинһар, башымды ҡаңғыртма. Садикка ҡалайтып түләргә  тип баш ҡатҡан. Магазинға ла бурыс йәнде өйкәй, шуны бирһәк, ҡабаттан бурысҡа алып торор инек. Бирһәләр инде, берҙән-бер кибеттең ышанысын юғалтһаҡ, бөттө баш…

– Ғәфү ит бөгөн клиенттарым әҙерәк булды. Бензинға ла аҡса күп китә. Таксистар донъя бит хәҙер. Был Яндексгоу бар клиенттарҙы үҙенә йәлеп итеп бөттө.

– Һин шул ғәфү үтенә генә беләһең инде…

– Яратыуың буш һүҙ булған инде, тимәк…Ауырлыҡтар тыуғайны, мине күралмаҫ булдың да ҡуйҙың…

 

Ниһайәт, Айгөл телефонынан айырылды. Тороп ултырҙы. Төндә ҡараштары ялтлап китте хатта.

 

– Тимәк, һине әлеге ваҡытта минең һине яратыуым йә яратмауым борсой инде. 

– Борсомаҫҡа тейешме?

– Мин һиңә аптырайым, ысын… Бында ашарға аҡса еткереп булмай, ә һин тик Айгөл мине яратмай, тип ҡайғыраһың…

– Мин һинһеҙ тере үлек кеүек, йәшәү мәғәнәһен юғалтам… 

– Һин үҙгәрмәҫһең инде.

– Ә һин үҙгәрҙең. 

– Ә һуң кем сәбәпсе?

– Йә, хәҙер мине ғәйеплә башла инде, һин быға оҫта.

 

Ир боролоп ултырҙы. Йөрәк урыны һыҙланғандай итте. 

 

– Ғәзиз, ғәфү ит. Әлеге мәлдә һөйөү минең өсөн иң һуңғы урында. Уға бер ниндәй хәлем юҡ. Бар уйлағаным – ҡайҙан аҡса табырға, бурыстарҙы нисек ҡапларға. Хәйерсе тормошо шул хәтлем үҙәгемә үтә. Яратаһым да, яратылаһым да килмәй. Берәй мөғжизә булһын да, күп аҡса итеп бирһен, Хоҙай тимен. Һинең өмөттәреңде аҡламаһам, ғәфү ит.. Үпкәләһәң, үпкәләйһең инде. Берәй ҡасан, проблемаларыбыҙҙан ҡотолһаҡ, бәлки мине йәнә ихлас, шуҡ һәм һине яратҡан элекке дәртле Айгөлгә әйләнермен. Тик әле быны минән талап итә алмайһың. Хаҡың да юҡ.

Бар урыныңа, миңә иртәгә эшкә, йоҡларға ятам.

 

– Шулай тиһең инде, тимәк. Яратмайым, тиһең инде. Бәлки бүтән берәйһен тапҡанһыңдыр…

– Уф, Ғәзиз, бүтән эшем юҡ, эйе… 

 

Ғүмерҙә булмағанса Ғәзиздә көслө асыу тойғоһо яралды. Бар донъяны емерәһе килде. Ул ҡапыл әйләнде лә, ҡатынын үҙенә тартты.

 

– Теләйһеңме, юҡмы һин бөгөн минең буласаҡһың!

– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә, ни эшләүең был, Ғәзиз… 

– Эйе, яҙҙым!

 

Ул ҡатындың ирендәренә ҡаҙалды, тегенеһе уны этәреп ебәрҙе.

 

– Хәҙер ҡысҡырам!

– Ҡысҡыр, миңә барыбер, төрмәгә ултыртһалар ҙа миңә барыбер… 

 

Ҡатын ҡапыл ғына йомшарҙы. Ҡулдарына ҡағылды.

 

– Ярай, тыныслан, алтыным…

 

Алтыным… Элек йыш ҡына  ине уға шулай өндәшә ине Айгөлө. Ҡосағынан сыҡмай ине. Бер аҙ шылтыратмай, яҙмай торһа, бимазалай ине, көнләшеп… Ә хәҙер берәй йомошо ғына булһа яҙа. Күп саҡта ирҙең смс-каларына яуап та бирмәй. Ваҡытһыҙ шылтыратһа, хатта һүгеп ташларға мөмкин… 

 

– Балалар йоҡлай бит, шауламайыҡ. 

 

Ҡатынының бер генә наҙлы һүҙенән асыуы таралды ла ҡуйҙы. Ни хәтлем һағынғайным ул уның наҙлы тауышын.

 

– Айгөл, мин һине шул хәтлем һағындым. Һин күҙ алдына ла килтерә алмайһың нисек һине һағынғанымды. Мин аңлайым, бәлки мин һинең өсөн иң яҡшы ир түгелмендер, минең уйламай эшләгән ҡылыҡтарымдан һин дә, балалар ҙа ыҙалана. Ләкин зинһар, әрләһәң әрлә, тик менән биҙмә инде, ялбарам… Мин быны кисерә алмаясаҡмын, һинең боҙҙай ҡараштарың шул хәтлем ғазапҡа батыра мине…

 

 Ғәзиз йәнә ҡатындың ирендәренә үрелде. Был юлы Айгөл ҡаршылашманы, бәлки уның да ир һөйөүенә танһығы уянғандыр шул мәлдә, бәлки, нисәмә йыл түшәк бүлешкән ирен йәлләнеме, барына ыңғайланы. Ғәзиз, әйтерһең дә, һуңғы тапҡыр ҡатын менән төн үткәргәндәй, айырыуса наҙ менән һөйҙө. Оҙаҡ көттө бит, бик оҙаҡ…Бер йыл булғандыр, берәйһе белеп ҡалһа, ятып көлөр. Һин ир түгелме ни тип? Эстән ғәрләнеп тә йөрөгәйне бер килке. Шулай ҙа нисек инде ҡатынды үҙ ризалығынан тыш алырға мөмкин? Баяғы эмоцияларына бирелгәненән оят хәҙер. 

 

Эске кейемдә килеш йоҡлап киткән ҡатынының өҫтөнә плед япты. Ипләп кенә битенән үпте: “Рәхмәт, матурым! Тәмле төштәр һиңә!”-тип эстән генә теләк теләне. Ҡапыл ғына тамаҡ кипкәнен тойҙо, барып һыу эсеп килде. Айгөлө эргәһенә ятайым юҡмы икән тип бер аҙ уйлап торҙо ла, ғәҙәтенсә, иҙәнгә матрас йәйҙе. Айгөлдөң кәйефен иртән нисек булыр, белеп булмай. Ул хатта көлөмһөрәп ҡуйҙы. Холҡо уҫалланды һуңғы йылдарҙа. Ниндәй булһа ла ярай, Ғәзиз уны нисек бар шулай ярата. 

Урынын йәтешләп ятты, бер аҙ телефонды ҡараштырҙы юҡ-бар, шунан зарядкаға ҡуйҙы. Әммә йоҡоға тала алманы. Теге уй керҙе башҡа, икенсе уй… Йәнә лә үткәндәргә батты…

 

… Йәшәүҙәренә өсөнсө ай тигәндә, ауырға ҡалды Айгөл. Ғәзиздең кинәнгәне! Ҡыуанысынан затлы ғына алтын балдаҡ алып бирҙе, кредитҡа булһа ни! Һөйгәненә бит, уның һөйөү билдәһе. 12 айға алғас, түләү әллә ни ҙур түгел ине. Быныһын инде әйтмәҫкә булды, эйе, ялғанламам, тигәйне, ләкин был һуңғы тапҡыр тип үҙен ышандырҙы. 

Ә Айгөлөнә премия алдым, шул аҡсанан тигән булды. Уныһы төпсөнөп торманы. Һигеҙ айҙан шулай итеп уның Хәйҙәре донъяға килде. Йәнә алтын бүләк итте: сылбыр һәм алҡалар! Ҡаршы алырға туйға барғандай әҙерләнеп барҙы: белһендәр уның ниндәй шәп атай икәнлеген! Йәнә ҙур булмаған кредит алып торҙо, бәпескә кәрәк әйбер күп бит! Быныһын да йәшерҙе Айгөлдән. Айгөл бала менән булғас, финанстарҙы иренә йөкмәтте. Эше һәйбәт бара ине ул мәл Ғәзиздең, кредиттары булған хәлдә лә, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәнеләр. Ләкин күрәһеләре алда булған икән. Бер көн хужаһы саҡыртты. Ниңәлер йөрәге һиҫкәнеп ҡуйҙы шул мәл. Ниндәйҙер бер күңелһеҙ хәл булырын һиҙгәндәй. 

– Һаумы, Ғәзиз дуҫ. Шунан бәпес үҫәме?

Тауышы былай яғымлы яңғыраны директорҙың.

– Үҫә, аллаға шөкөр!

– Ярай, улай булғас. Тик мин һиңә насар яңылыҡ менән. Беҙҙең ойошманы ябалар, ликвидация. Миңә бик йәл. Мин, ярай, пенсия йәшендә инде. Һеҙгә йәштәргә яңы эш эҙләргә тура киләсәк инде. Барыһына ла үҙ теләге менән эштән китергә ҡуштылар.

– Туҡтағыҙ, нисек инде ябыла, мин эшһеҙ ҡала алмайым, минең кредиттар, ҡатыным бала ҡарай…

– Мин аңлайым да, тик бер нимә эшләй алмайым. Тағы бер-ике аҙна эшләрбеҙ әле, тик һин эш эҙләй башла.

 

Әтеү рәхәт, эш эҙлә тип. Әйтерһең дә, район үҙәгендә йүнле эш бар. Был хаҡта нисек Айгөлгә әйтергә? 

Ғәзиз бар булған вакансияларҙы барлап сыҡты. Уның шоферлыҡтан башҡа белгеслеге булмағас, ни эшләргә лә белмәне. 

 

– Ә һин себергә барып ҡара, интернеттан эҙләп ҡара эш сайттарынан, унда эш хаҡы күберәк тә. Кредиттарыңдды ла тиҙерәк ябырһың.

 

Бер танышы шулай өгөтләне.

Тәүәккәлләне егет, күптәр шул вахтаға йөрөй бит. Ул кемдән кәм? 

Ләкин кем белгән унан да алданып ҡайтырын, өс бөртөк аҡса менән генә һушһынырын… Бөтәһе лә уңмай ул Себер яҡтарында. Ә кредиттар түләнмәне, бурыс йыйвылды, банктарҙан шылтырата башланылар. Аптырап уларҙы ҡапларға теләп, тағы бер кредит юлланы. Был да ҡотҡарманы. Айгөл менән аралар насарайҙы. Ә бер көн ул түҙмәне: эсергә яратҡаныраҡ дуҫын осратып һалдырып ҡайтты. Ғүмерендә беренсе тапҡыр. Сусҡа һымаҡ. Быныһын инде кисерә алманы Айгөл. 3 йәшлек Хәйҙәрҙе алды ла Салауатҡа ҡайтып китте. Ғәзизде был айнытып ебәргәндәй итте.  Бер аҙнанан һуң ул әйберҙәрен тейәне лә ғаиләһе артынан китте.

Тәүҙә эш табырға булды. Бәхетенә ҡаршы бер заводта уны слесарь итеп эшкә алдылар. Шунан һуң ғына Айгөл һәм улы янына барҙы. Ғәфү үтенде. Ҡатыны шулай ҙа ҡайтымһаҡ кеше, балаға ла бит атай кәрәк, ана ҡара, нисек атаһын һағынған… Ҡәйнәһе лә ҡыҙын өгөтләне, тормош булғас барыһы ла була, бер-береңә терәк булырға кәрәк тине.

Бик ҡыйбат булмаған фатир арендаға таптылар. Йәнә тормош яйланғандай итте. Банктағы бурыстарын әҙләп булһа кәметә башланылар. Хәйҙәрҙе садикка урынлаштырып, Айгөл дә эшкә сыҡты. Донъялары йәнә түңәрәкләнгәндәй тойолдо. Тик бына ҡатыны эш башлап өлгөрмәне, йәнә ауырға ҡалды. Ләкин был атай кешене генә ҡыуандырҙы, Айгөл алдырам тип бер булды. Шулай ҙа Ғәзиз һүҙен йыға алманы: бала йәнле бигерәк ире. 

Ҡыҙын айырыуса яратты ла ҡуйҙы Ғәзиз. Етмәһә  һуйған да ҡаплаған үҙе: ул танау, ул күҙҙәр хас атаһыныҡы. 

Бер йыл әллә ни бошмай ғына йәшәнеләр, ипотека хаҡында уйлана башланылар. Кешегә арендаға түләгәнсе, ипотека түләү яҡшыраҡ бит. Маткапиталдарын беренсе взнос урыныга кертергә мөмкинлек булғас. Ғәзиздең кредит тарихы насар булһа ла, бер риэлтор уларға ярҙам итте. Айгөл фатирҙы үҙ исеменә алды. Ата-әсәһе лә бер аҙ ярҙам күрһәтергә риза булдылао, Айгөл эшкә сыға алғансы.

Ләкин яҙмыш улар алдына тағы бер сюрприз яһаны. 

“Һеҙҙең иҫәпкә арест һалынды” тигән смсты тәүҙә бер шаяртыу тип ҡабул итте Ғәзиз. Шул көн аванс алырға тейеш ине. Түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөгән мәлендә, аҡсаһы килде лә ҡапыл юғалды. Ул кис Ғәзиз өйгә ҡайтырға ҡурҡып йөрөнө. Ләкин ни эшләйһең, ҡайтмайынса булмай бит инде. 

Ҡатынын бөгөн аванс килмәне тип алданы инде, бәлки ҡайтарып булыр тип өмөтләнде.

Тик приставтар уны тыңлап торманы. Айгөл тағы ғауға ҡуптарҙы. Тәүҙә өлгөрһә, Айгөлдөң иҫәбенә күсерҙе. Шунан рәсми булмаған эш эҙләне. Ипотека ла түләргә кәрәк бит. 

Һуңғы биш йыл шулай үтте. Айгөл менән аралар һалҡынайҙы, күршеләр һымаҡ йәшәй башланылар. Йөрәге шуға сыҙамағандыр инде, эстән генә һыҙланып, бер кемгә белгертмәй йөрөнө. Оят ине уға. Ул бит Айгөлөн иң бәхетле итәм тигән кеше. Малайы ана яңы велосипед һорай, ҡыҙы матур ҡурсаҡ теләй, ә уның аҡсаһы юҡ. Эх, кемдең матур йәшәгеһе килмәй? Теләге насар инеме: ул бит бары башҡаларҙан кәм йәшәмәҫ өсөн тырышты. Ҡатыны алдында шәп ир булып күренәһе килде. Ләкин ахырҙа тишек шоманға ултырҙы. Кредитты алыуы ғына еңел, түләүе ҡыйын шул… Ҡасандыр бүләк иткән алтын биҙәүестәрен дә һатты ҡатыны аҡса юҡта, иң үкенеслеһе шул булғандыр… Иренең төҫө тип һаҡларға теләмәнеме? Әллә юрый һаттымы, уға үс итеп? Әллә аптырағанданмы?

Компьютерҙары бар ине, уны ла ломбардҡа һалып торғайнылар, кире ала алманылар. Шулай ҙа ипотека түләнде: Айгөл эшкә сыҡты. Ә Ғәзиздең бурыстары эш хаҡынан тотолоп бара, ярай яртыһы ғына. Ҡалғаны менән хушһыналар инде. Был хәйерсе тормош ҡасан бөтөр икән, ә? Ҡайһы бер ҙә шешә менән дуҫлашырҙай була: эсәһең дә, ике донъя бер мөрйә. Ләкин был аҙымға бүтән бармаясаҡ: Айгөл уны ташлап ҡуйһа тағы… 

 

…Уйҙарынан арынғанда сәғәт өс ине инде. Йоҡларға кәрәктер ул. Моғайын да, берәй әмәл килеп сығыр: бурыстары ла бөтөр, Айгөл менән аралары яйланыр… Шундай яҡты уй менән йоҡоға талды Ғәзиз.

 

Иртән алыҫ бер туған тейеш ағаһынан хәбәр килеп төштө. “ Ҡалаға киләм бөгөн, эшеңдән һуң мине районға алып ҡайтырһың әле, аҡсаһын түләрмен, унан тыш берәй тоҡ бәрәңге һәм ит биреп ҡайтарырмын” 

Белмәй, нимәһенә нығыраҡ кинәнгәндер: ауыл бәрәңгеһенәме( ҡаланыҡының һис тәме юҡ бит), әллә итенәме… Хатта күҙҙәренә йәш төйөлдө. Айгөл шатланыр инде. Уның ҡыуанысын күҙ алдына килтергәс, Ғәзизгә рәхәт булып китте. Бөгөн уның кәйефен бер ни төшөрмәҫ кеүек. Эштә лә( ул ҡабаттан слесарь булып элекке эшенә кергәйне) бөгөн шаяртып-көлөп йөрөнө. Хеҙмәттәштәре аптыраны: “ Был ауыҙы гел һалынып йөрөгән Ғәзизгә ни булған?” “Хатта ғашиҡ булдыңмы, әллә?” - тип төрттөрҙөләр. “Эйе, мин ғашиҡ! Мин был донъяға үлеп ғашиҡ! Айгөлөмә ғашиҡ!” -тип эстән генә яуап бирҙе ул. 

Кис ғәҙәтенсә Әмиләһен баҡсанан алып ҡайтты, уныһы һаман ҡурсаҡ таптыра ине.

 

– Бөгөн аласаҡмын, ҡыҙым, алдатмайым, бына хәҙер бер бабайҙы ауылға алып ҡайтам да, ул аҡса бирәсәк, ә мин һин теләгән ҡурсаҡ алырмын, йәме?

– Алдатмайһыңмы? Ысынмы? Әтеү, ҡасандан бирле шулай тиһең… 

 

Миләһе ауыҙҙарын ослайтты. Ғәзиз сүкәйеп уның алдына ултырҙы, ҡыҙының ҡулдарынан тотоп, күҙҙәренә ҡараны.

 

– Бөгөн мотлаҡ һатып алам. Мин бәлки һин йоҡлағансы ҡайтып етмәм, ләкин эргәңә һалырмын. Баҡсаңа алырһың, Лида алдында маҡтанырһың… Һөйләштекме?

– Һөйләштек! 

 

Айгөлө лә бөгөн уны йылы ҡаршы алды. Тик аш ашап торманы Ғәзиз, ашыға ине. Миләне генә кертте лә, ҡатынын битенән үбеп хушлашты ла сығып йүгерҙе. Бабаһы көтә ине. Уның һатып алған әйберҙәрен тейәне лә, юлға сыҡтылар. 

Алдаманы, аҡсаһын да артығыраҡ бирҙе, етмәһә, бәрәңге менән ит янына, тоҙланған төрлө йәшелсә менән өс литрлы банкала ҡарағат ҡайнатмаһы өҫтәне. “Айгөл килен менән балалар ауыл ризығын һағынғандыр инде..” Был хәтлем байлыҡ тейәп ҡайтып барыуына һаман ышанмай ине. Әллә, яҙмышы уға яҡты йөҙө менән боролдомо? Бына өйҙәгеләр кинәнер инде. Уйынсыҡтар магазинан кереп Милә һораған ҡурсаҡты ла тапты, малайын да ҡыуандырғыһы килде: футбол  тубы алды. Иптәштәре менән туп тибергә ярата бит. Ҡатынына уның яратҡан сәс шампунен алды. Ҡайтҡансы ирененән йылмайыу китмәне. 

Ҡалаға етергә күп ҡалмағайны, йөрәк урыны кинәт ҡыҫылды. Эх, доктор яҙған дарыуын алмай сығып киткән, ҡәһәрең. Ярай, моғайын, бер ике сәнсер ҙә туҡтар тип уйланы. Шул уҡ мәл һул ҡулы ойой башланы..

…Был ни ғәләмәт, инфаркт булырҙай итәме? Табибы иҫкәрткәйне шул. Ул әллә ни иғтибарға алмағайны. Аптырай ине, эсмәй ҙә, тартмай ҙа, ни эшләп ул йөрәге бирешкән.. Йәш бит әле. “Йөрәк ул тән сире түгел, ә йән сире. Стресстан һаҡлан, тип юҡҡа ғына әйтмәнем бит.” 

Кардиолог шулай тигәйне. 

 

Ауыртыу көсәйҙе. Тын алыуы ауырайҙы. Бер ҡул менән көс-хәл машинаһын юл ситенә туҡтатты. Үлерме икән инде хәҙер? Эх, ниңә тап бөгөн? Ниңә тап бөгөн? Иң бәхетле көндәрҙең береһендә? “Шулай ҙа яҙмыш, йәлләмәйһең мине, әй? Балаларҙы атайһыҙ итмәксе булаһыңмы? Бер уйлаһаң, уның һымаҡ эшкинмәгән атай нимәгә…” Ана, пенсия алырҙар. Ғаиләһе аҡсаға ҡытлыҡ күрмәҫ. Ул үлһә, бурыстарын ла түләргә кәрәкмәй. Машинаһы ареста. Уның мөлкәте юҡ башҡа. Әйткәйне бер, миңә берәр хәл була ҡалһа, минең мөлкәттән баш тарт, тип, бурыстары ғаиләһенә күсмәһен, тип. Шунда Айгөлө иҫәүән тип битәрләгәйне. Шулай ҙа әллә иҫкәртеп ҡуйған. Ул кеҫәһенән телефонын ҡапшаны. Уныһы артта ята икән. Ыңғыраша-ыңғыраша күҙ алдары томаланған,  ярты кәүҙәһен тоймаған килеш ул телефонына ынтылды. Эләктерҙе шулай ҙа. Томан аша “Матурым” тигән номерҙы табып баҫты ла ул, ауыртыуҙан кинәт бөгөлдө,  телефон ҡулдан төшөп китте… Икенсе оста ҡатынының борсолоулы тауышы ишетелде: 

– Ғәзиз, тим! Алло, алло…Ғәзиз ниңә өндәшмәйһең?

Ғәзиз! Нимә булды, яуап бир…

 

Ә Ғәзиздең тауышы ҡарлыҡты. Ауыҙынан бер өн дә сығара алманы.

 

“Хуш бул, матурым… Мин бөгөн ҡайтып етә алмаҫмын инде. Ғәфү ит, йәме…. “

 

… Ҡараңғы төн. Ҡаланың бер фатирында бәләкәй ҡыҙ үкереп илай. Уны нисек тынысландырырға белмәгән әсәһенең дә күҙҙәре шешенеп бөткән.

 

– Ҡыҙым, йә, йоҡлайыҡ, тыныслан, бына ҡара ниндәй матур ҡурсаҡ, уның да йоҡоһо килә…

– Кәрәкмәй миңә ул ҡурсаҡ! 

 

Ҡыҙсыҡ әсәһенең ҡулынан уны тартып алды ла, мөйөшкә быраҡтырҙы.

 

– Атай, ниңә юҡ, ниңә ҡайтмай, һин генә ғәйепле, атайҙы әрләнең дә әрләнең, шуға ул ҡайтмай…Миңә атайым кәрәк! 

 

Бала аяҡ-ҡулдары менән юрғанын этеп бәреп тибенә башланы. Ҡатын бары уны ҡосағына алды ла ҡуша үкһергә кереште. Ҡыҙы бер ҡасан да әсәһенең илағанын күрмәгәс, ҡапыл тибенеүҙән туҡтаны.

 

– Әсәй, ә ниңә һин илайһың… Һин дә атайҙы һағындыңмы? Ул ҡайта ул, ул бит һине шул хәтлем ярата, ул бит беҙһеҙ йәшәй алмай. Быны ул миңә күп тапҡыр әйткәне бар.

 

Ҡатын был һүҙҙәрҙән һуң тағы ла нығыраҡ һыҡтаны. Ҡайтмаҫ шул бүтән алтыны, бүтән бер ҡасан ҡайтмаҫ, матурым, тип күкрәгенә ҡыҫмаҫ, яратыу тулы күҙҙәре менән ҡарамаҫ… Теге ваҡыт ниңә генә ул алтындарын һатты икән, хәҙер үкенә, иренең төҫө итеп һаҡлар ине, һуңынан ҡыҙына бүләк итер ине... Ниңә генә шуларҙы һатты икән, хатта никах балдағын да… Иренең шул хәтлем ул мәл кәйефе төшкәйне… Балдағы ла юҡ, тормош иптәше лә юҡ… Йөрәге насар хәлдә икәнлеген ниңә йәшереп йөрөгән инде, борсомайым инде тигәндер… Эх, йүләр…

 

Ә плита өҫтөндә ауыл бәрәңгеһе менән һыйыр итенән бешерелгән һурпа ашалмай әсеп ултыра. Касайҙа ҡарағат вареньеһы ҡатҡан. Йәшелсә банкалары ғына һыуытҡыс төбөндә. Улар бына ҡайтып етте лә, Ғәзизе генә ҡайтып етмәне…

 

“Эх, ҡыҙым, атайың бүтән ҡайтмаҫ шул…” Әсәй кеше, ниһайәт, йоҡлап киткән ҡыҙының арҡаһын һыпырҙы. Хәйҙәр, киреһенсә, иламаны ла, унан йәшереп булманы инде, бер нөктәгә төбәлеп тик ултырҙы тубын ҡосаҡлап.

 

Шундай шыҡһыҙ хәҙер бүлмәһе. Ғәзизһеҙ. Һуңғы йылдарҙа яңғыҙы рәхәтләнеп йоҡлаған карауатҡа ята алмай. Ҡатын иҙәнгә иренең матрасын йәйҙе. Мендәре һаман һөйөклөһөнөң еҫен һаҡлай әле. Бынан һуң ул тик шул мендәр менән йоҡлай торған булып китте.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: