Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Май , 19:00

Онотолған йыр

– Әбей, сутырҙама тим, сутырҙама. Аҡташ тирәһендә әбей-һәбейҙәр минең өсөн ҡырталаша башлағас, түҙмәнем, ектем дә Ҡолатты, һыпырттым Мырҙаҡайға попути. Бер күреүҙән күҙем төштө бит әй үҙеңә. И алып та ҡайттым. Кәнишнә, димселәр ҙә ҡотортто инде.Был юлы ҡарттың уйынлы-ысынлы мәрәкәһенән өсәүләшеп көлөштөләр. Тиҙҙән ҡарттың сырайына әкренләп уйсанлыҡ, тәүәккәллек йүгерҙе. Ул ҡаты ҡорот ярсығына һары майҙы мул ғына һыланы ла шуны имеп, мөнйөр өсөн һирәк тешле ауыҙына тыҡты.– Шуға әйтәм: үлем бар, тыуым бар фани донъяла, ну үлгән артынан әбизәтелне үлергә тимәгән. Һин дә, ҡустым, алдағы тормошоңдо ҡайғырт. Бының бер ҙә ояты юҡ.– Анау Шәүрәне димләһәк, шәт отолмаҫ инең, – Сөнәғәттең еңгәһе, ҡартының аҡыллыраҡ һүҙгә күсеүен хуплаптырмы, үҙе лә берәй файҙалыраҡ тәҡдим әйтер өсөн ҡыйыр-ҡыймаҫ кәңәшкә ҡушылды. ..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Онотолған йыр. Хикәйә

Сөнәғәт, звено башлығы, үҙенекеләр өсөн аҙыҡ-түлек, һәнәк-тырма тейәп килтермәксе була ауылға ҡайтып бара. Кисеүҙән-кисеүгә һуҙылған шар яландарҙы оҙонбил арбаға егелгән Турылы дыңғырҙатып ҡына юрғалай. Өсөнсө кисеүҙе сыҡҡас, алыҫтан уҡ Шәүрәне шәйләп ҡалды. Яңғыҙы ғына.

Сөнәғәт ҡарт, миңрәүләнгән кешеләй, һаман да өй ишеге алдында ултыра бирҙе. Ҡарт тип, нимәһе ҡарт булһын инде уның. Быйыл алтмышҡа сыға-сығыуын, ләкин, үҙе әйтмешләй, хәҙерге заманда кеше ҡартая беләме ни?!
Тиҙҙән ҡыҙы Әлмирә мәктәптән ҡайтыр. Уҡытыусы булып эшләй ул. Үҙ класын уҡыу йылы бөтөү хөрмәтенә иртүк бер генә көнлөк походҡа – бынан ун саҡрым тирәһендә ятҡан рудникты күрһәтергә алып сығып киткәйне. Дүртенсе класта ғына уҡыған ыбыр-сыбыр балалары ыратып атлай алмайҙыр инде, оҙаҡланылар.
Ҡартыбыҙға, әлеге лә баяғы үҙе әйтмешләй, ике ҡулына бер эш – пенсия ала, уныһын да өйгә килтереп, ҡулына ғына тотторалар. Ғәжәпләнергә урын юҡ. Сөнәғәт бик йәшләй генә хеҙмәт армияһына эләкте. Диләнкәләрҙә, билдән ҡар ярып, шпал бысты, ҡатҡыллана төшкәс, рудникта өлкәндәр менән бер ҡатар тимер рудаһы сығарҙы. Һай, ул замандарҙа!.. Руданың яртыһын тиерлек кәйлә менән аҡтара торғайнылар. Хәҙер ни, ана, шаңҡытып аттыралар ҙа ҡатлам асалар, тау тоҡомдарын машинаға тейәп, фабрикаға оҙаталар, унда саң-ҡомон арлы-бирле һыу менән йыуҙырғандан һуң, тимер юлдан металлургия заводына ебәрәләр.
Ҡыҙы оҙаҡлай. Рудник элекке ише түгел шул хәҙер. Үҙе бер комбинат! Аҙаҡҡы тапҡыр унда Сөнәғәт бынан биш йыл элек пенсия юллағанда справка-фәлән артынан барғайны. Тау эшендәге стажы күп булғас, ул ялға илле биш йәштән сыҡты.
Әле лә теләһә ниндәй эште түҙҙермәҫ ине Сөнәғәт. Тик былтырҙан бирле, йәғни Сәлимәһе – насармы-яҡшымы, утыҙ туғыҙ йыл бергә донъя көткән ҡарсығы – вафат булғандан һуң, эшкә дәрте һүрелде лә ҡуйҙы. Юғиһә йыл да колхозға бесән сабыша, йыйыша, утын әҙерләшә, тегеһен-быныһын йүнәтешә торғайны. Үҙенең йорт-ҡураһы ҡаҡшамаған, һаман да ныҡ әле. Шөкөр, аты-ҡамытынан яҙырға тырышмай, арба-санаһы бар, утыны ике-өс ҡышҡа етерлек. Ашайым тиһә – ризығы, кейәм тиһә кейеме етә. Тик бына Сәлимәһе ваҡытһыҙыраҡ китеп барҙы. Эстә, йөрәк тапҡырында, яман шеше бар ине. Шул ғәләмәт гүргә тыҡты үҙен.
Бына хәҙер Әлмирә ҡайтып инер. Әсәһенә оҡшатып, еңелсә һуҡранып алыр. Эй, атый, тиер, арҡырыны буйға ла һалмай башланың бит. Исмаһам, салғы, һәнәктәрҙе рәтләй торор инең, тип әйтер. Улай әйтмәһә, шуға оҡшашыраҡ башҡа һүҙ табыр. Шулай, ҡыҙы атаһын эс бошорғос кисерештәренән арындырырға, уй-зиһенендә йәшәү дәртен һүрелтмәҫкә теләйҙер инде. Быны Сөнәғәт ағай һиҙмәй ҙә ине, шикелле. Мәгәр ул Әлмирә әйткәндәрҙе күңеленә һендереп барырға, хәленән килгәнсә үтәргә тырыша.
Әллә нисегерәккә әйләнде шул Сөнәғәт ағайҙың кәйеф-сафаһы һуңғы осорҙа. Йәм тапмай ҡарт үҙенә, тынғы тапмай, һөйләй башланиһә – уйламағанда йомолоп ҡала, көлөргә ниәтләһә – ихласлығы етмәй, тегене-быны әтмәләргә тотонһа, теүәлләй алмай аҙаплана. Ана бит, арбаһының артҡы тәгәрмәстәрен нығытып, шиндарын тарттырып ҡуйырға һаман да ҡулы етмәй. Егеп сығырға яҙмаһын – әҙәмдән оят: «иҫерек» тәгәрмәстәр ҡайшан-ҡойшан бәүелтә башлар.
Ниндәй ҙә булһа эш-көшкә тотоноп, күңелен баҫырға ниәтләптерме, ҡарт урынынан торҙо. Юҡ, бөтәһенән элек ишек алдын ялт иткәнсе һепереп алыу зыян итмәҫ. Анһат эш был, уның ишек алды тотошлайға яҫы-яҫы ҡайын таҡталары менән түшәлгән. Шуға ла ваҡ-төйәк сүп-сар әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.
Ысынлап та, әллә нисегерәккә әйләнде шул Сөнәғәт ҡарттың күңеле быйылдарҙа. Сәлимәһен юҡһыналыр, ваҡытһыҙыраҡ ҡанаты ҡайырылды, тиер инең, ҡатыны менән әллә ни мөкиббән яратышып донъя көтмәнеләр ҙә кеүек. Былай ҡаҡманы, һуҡманы, әҙәм алдында йөҙөн йыртып, кәм-хур итеп ҡыялманы. Биш бала үҫтерҙеләр, теләгән һөнәрҙәренә уҡытып сығарҙылар, кеше итеп тәрбиәләргә тырыштылар. Шулай ҙа гонаһтары аҙ түгел уның мәрхүмә алдында. Ай-Һай, етерлек. Торғаны бер аҙғын булмаһа ла...
Үҙе лә һиҙмәҫтән, хужа өйөнә табан ыңғайланы. Соланда ла, бүлмәләрҙең алғыһында ла, төпкөһөндә лә һалҡынса ине. Эйе, күп әйбер-ҡаралды Сәлимәне хәтерләтеп тора ла баһа! Түрбаштағы тәҙрәлә килен булып төшөрҙән алда уҡ сиккән бер генә ҡорғаны элеүле тора, аҙаҡ, магазинға фабрикала сигелгәндәре ҡайта башлағас, кеше ыңғайына ул да ошо бәхет ҡошо һыны сигелгән ҡорғандан башҡа бөтә сигелгән-һырылған әйберҙәрен алыштырып бөттө. Уңда, йоҡа ғына итеп сутналған аҡ стенала, ҡушарлап төшкән фотолары ҡуйылған. Ул заманда Сөнәғәткә – ҡырҡ биш, Сәлимәгә ҡырҡ өс йәштәр самаһы булғандыр. Ҡыҫҡа ғына итеп алдырылған сәсле Сөнәғәт, дүрткел мыйығы аҫтынан һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайған булып, ҡыҫынҡы һоро күҙҙәрен билдәһеҙ бушлыҡҡа төбәгән.
Хәҙер ҙә Сөнәғәт сәсен еткереп йөрөтөргә яратмай. Ә Сәлимәһе... Сәлимәһе бына әле моңһоу ғына ҡараштарын нәҡ уға төбәгәндәй. Яурындарына эре биҙәкле йоҡа шәл япҡан, түшенә ҡыр сейәһе дәүмәлендәге тиҫбеләрҙән торған муйынсаҡ таҡҡан. Гүйә, ул Сөнәғәткә шелтәле, ниндәйҙер аңлашылмаған үпкәсел ҡарашын төбәгән. Быны һиҙгәндәй, Сөнәғәт фотоһүрәткә тура баҡмаҫҡа, уйҙарын ситкә борорға тырыша. Ярай, башын стена яғына ҡабат күтәрмәне, әммә уйҙарынан тиҙ генә арына алманы. Була бит шундай мәл: һин ниндәйҙер уйҙы, мейегә яҡын да юлатмаҫҡа, уны оноторға теләйһең, ләкин ул әрһеҙләнеп зиһенде телгеләй, башты ҡатыра. Кеше үҙен үҙе битәрләгәндә булғылай бындай кисе¬реш. Танһыҡ түгел инде ул бындай хис-тойғо, ләкин нишләмәк кәрәк. Уйланаһың, ниҙер хәтерләп, һиҫкәнәһең, үҙеңде аҡларға маташаһың…

***
Сөнәғәттең үҫмер сағы ла, егет ҡоро ла ауыр йылдарға тура килде. Йәшлек – йәшлек инде, дәүеренә ҡарап тормай, барыбер үҙенекен итә. Рудник ҡасабаһы Аҡташтан бик үк алыҫ булмаһа ла, ата-әсәһенә һирәгерәк, ике-өс аҙнаға бер генә, ҡайтып йөрөй торғайны Сөнәғәт. Сөнки егет-елән алмаш-тилмәш бер-береһенең яҡын-тирәләге ауылдарына барғылап йөрөнө. Ә бына һуғыш бөткән йылдың йәйге айҙарында Сөнәғәт тыуған төйәгенә ҡайтып китеүҙәрен йышайта төштө. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар ине. Ул саҡта ла, йылдар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, йәш-елкенсәк Ҡыҙҙар тауында күмәкләшеп милли уйын ҡора, гармун, таҡмаҡ йә ҡурай аҫтында йыр-бейеүҙәр ойоштора торғайнылар. Шунда уйнаһа-уйнамаһа ла буталып йөрөгәндә егеттең үрге остан Шәүрә тигән ҡыҙға күҙе төштө. Исеме лә, үҙе лә матур ғына ҡыҙ. Кәүҙәгә ыҡсым, йылмайыуы серле, атлап йөрөшө килешле, еңел. Ул мәлдәрҙә Сөнәғәт ҡыҙҙарға ғишыҡ тотоуҙың тәртип-йолаларын аңлап та, белеп тә бөтмәгәндер инде. Берәй аулаҡ ерҙә ҡултыҡлап йөрөтәһең дә үбәһең-ҡосаһың – вәссәләм. Шулайыраҡ та уйлаштыра ине егет. Һәр хәлдә, Сөнәғәт быларын булдырҙы һәм аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә ике йәш йөрәк бер-береһенә нығыраҡ тартыла барҙы. Тик уларҙың шытып килгән мөхәббәт тойғолары иҫкелек шауҡымынан тороп ҡалған бер көтөлмәгән кәртәгә юлыҡты. Сөнәғәттең атаһы, уҫал, үҙһүҙле Сабирйән ҡарт, тәүҙә төпсөк улын зәһәр һүҙҙәр менән Шәүрәнән биҙҙертергә маташты, шунан, күп ҡарышһаң, атайлыҡты танытырмын әле мин һиңә, тип һөйләнде-һөйләнде лә көҙгәрәк ҡоҙа тейешле күршеһенең ҡыҙына яусы ебәрҙе. Ҡарамаҡҡа бахыр ғына тойолһа ла, тотҡан ерҙән һындырырға ярата ине шул уның атаһы. Яҙмыштан уҙмыш юҡ типтерме, әллә йәшлек хатаһына бирелепме, Сөнәғәт Сәлимәгә өйләнде. Шәүрәгә өйләнә алмаҫын Сөнәғәт аңлай башлағайны инде. Ул имеш-мимештәрҙән шуны белде: Шәүрәнең атаһы Заһит, хәлле генә булғанлыҡтан, граждандар һуғышы йылдарында уҡ әле Сабирйәндең сабый сағында ҡолаҡ тешләгән ҡыҙын һалдырып ала һәм шуға өйләнә. Көслөнөкө – замана булғандыр инде. Шәүрә – ана шул боҙоҡ Заһиттың бисәһенән тыуған кинйә бала. Ни ҡылырһың? Ул йылдарҙа әле ауыл халҡы араһында йола ҡыуыу, ата-әсә һүҙенән сыҡмау әҙәбе апаруҡ ныҡ ҡына хакимлыҡ иткән шул.
Сөнәғәт, эстән генә ут йотһа ла, һыр бирмәне, атаһынан башҡаланып, Сәлимә менән арыу ғына тормош ҡороп ебәрҙе. Йылдар үтә торҙо, бала артынан бала тыуҙы, уларҙы ас-яланғас итмәҫ өсөн Сөнәғәт төрлөсә кәсеп итте, аяуһыҙ эшләне. Сәлимә лә йорт эштәренә бөтмөр булды. Әмәле сыҡһа, көнлөккә, ҡулалмашҡа йөрөнө, һорағандарға алдан килешелгән хаҡҡа күлдәк-ыштан текте, юрған-маҙар тышлап бирҙе. Ауылда бер тигән тегенсе ине ул. Үҙенә лә, бала-сағаһына ла бер ҙә әҙер күлдәк һатып алманы тиерлек. Туй-төшөмдә бүләккә тейгәндәрен генә кейгеләне.
Тәү тапҡыр ҡасан хыянат итте һуң әле Сөнәғәт Сәлимәһенә?.. Һи-и, оноторлоҡмо ни...
Сөнәғәттәр ул йылдары үлән бешеү менән звеноларға бүленешеп колхоз өсөн бесәнгә төшә торғайнылар.
Әлеге ише көн ныҡ ҡына кискә һарҡҡан мәл. Сөнәғәт, звено башлығы, үҙенекеләр өсөн аҙыҡ-түлек, һәнәк-тырма тейәп килтермәксе була ауылға ҡайтып бара. Кисеүҙән-кисеүгә һуҙылған шар яландарҙы оҙонбил арбаға егелгән Турылы дыңғырҙатып ҡына юрғалай. Өсөнсө кисеүҙе сыҡҡас, алыҫтан уҡ Шәүрәне шәйләп ҡалды. Яңғыҙы ғына. Сабынлыҡтың әле был, әле теге төпкөлдәрендә ҡалҡыу ғына күбәләр күренештерә. Бөгөн генә йыйып өйгән, баштарын ел туҙҙырмаһын тип, серек таған киҫкәләре менән баҫтырған. Хәҙер ҡайтырға йөрөгәнгә оҡшай.
– Кипмәй ҙә кипмәй тип илай инең, ана күпме күбәләп ташлағанһың. – Эйәк ҡағып ҡына иҫәнләшкәс, Сөнәғәт Шәүрәгә шулай тип өндәшкән булды.
– Әйләндереп-тулғандырып ҡына инде ул. Беҙҙең кеүек яңғыҙ бисәләргә ылаш кеүек сабын тәтейме ни. Бер үҙем булғас, эш тә ырамай. – Ысынлап та, Шәүрә яҙ башында ғына күршеләге Өскәзә тигән ауылдан ҡайтҡайны. Иренән айырылып. Әллә ысын, әллә буш, кейәүе Шәүрәне бала тапмағанға хушһынмаған, имеш, тигәнерәк хәбәр ҙә таралып ҡалды бер заман ауылда.
– Ултыр минең арбаға. Йәйәү ҡайтма, былай ҙа аяҡһып бөткәнһеңдер.
– Ҡуйсы, Сөнәғәт. Уйһыҙ ултырыр инем дә, кешенән оялам. Хәләл ефетең ишетеп ҡалһа, сәсемде йолҡоп бөтөр. Билән аша турыға төшәм.
– Әйҙә, тим. Иҫәр саҡта түшкә-түш терәшеп үбешкеләнек бит әле беҙ. – Йәш ирҙең ҡалын тауышынан бер аҙ үкенеү, үткәндәрҙе һағыныу, шул уҡ ваҡытта, әрһеҙләнеп, тиктомалға мәрәкәләргә маташыу сатҡылары һиҙелде. – Зыяратҡа етәрәк төшөп ҡалырһың. Бесән күпмәһендә йәтешләп кенә ултырабыҙ ҙа дрым-дрым. Ат елле...
Дрым-дрым... Йәнәһе, осортоп алып ҡайтырға ниәтләй. Ләкин Сөнәғәт атын ниңәлер ҡыуырға теләмәне. Үләне сабып йыйылғандан һуң иркенәйеп ҡалғандай күренгән яландың арғы осона етәрәк, көтмәгәндә атын һулға, иҫке юлға ҡайырҙы. Аты алаҡандап киреләнергә маташҡайны, осаһына муйыл сыбығын саҡ-саҡ ҡына тейҙереп алды.
– Ҡайҙа бараһың, Сөнәғәт? Иҫәр саҡта арбаңа ултыртмағанды. Башыңа ниндәй уй төштө?
– Боронғо юлдан алып ҡайтам үҙеңде. Урау булһа ла, кисеүе юҡ. Әтеү Турылдың дағалары былай ҙа ҡупшап бөткән.
Ҡабат әллә ни һөйләшеп торманылар. Турыл яйлап ҡына үрләскә тартыла. Боронораҡ был юлдан яндырылған ағас күмере ташығандар. Күҫә, юл япрағы менән ҡапланһа ла, юл таҡыр, һарҡыу урындары батҡыл түгел.
Шәүрә ни эшләргә белмәй, өнһөҙ генә тик ултыра, ҡараштары моңһоу, аҙыраҡ уйсан. Йылмайырға теләй, тик йөҙө генә һытыла.
Күмер юлы буйында сабынлыҡтар юҡ. Был арала берәү ҙә үтмәгәнгә оҡшай. Әлегә кеше бесән-фәлән ташырға тотонмаған шул. Был тарафтарҙа ағастар ҡуйыраҡ, ара-тирә ташлы морондар ҙа осраштыра.
Урманда тынлыҡ. Яңы сыҡҡан ҡош балалары пырылдашып оса, киске шәфәҡ нурҙары ағас баштарын ғәжәйеп төҫтәргә мансыған.
Сөнәғәт тәүҙәрәк һүҙен гел үткәндәр, бая үҙе әйткәнсә, иҫәр саҡтар тирәһендәрәк уралтты. Бына ул өҙөк-һурыҡ Шәүрә яғына ҡайырыла, уға күҙ һалып ала, ҡараштары осрашһа, күңеле әллә нишләп китә уның. Бәләкәй генә үңергә етәрҙән, һөҙәк ҡыразда арба ҡапыл һулға, Шәүрә ултырған яҡҡа ныҡ ҡына ҡырынайҙы. Сөнәғәт, ҡолап төшмәһен тип, һәләт кенә юлдашының биленән аймап алды. Арба тиҙ үк тигеҙгә сыҡты, ләкин йәш ир йәш ҡатындың биленән ҡулын алырға теләмәне.
Ҡыуыусы кеше булмағас, Турыл да аҙымдарын яйлатты, тора-бара бөтөнләй үҙ яйына бара башланы. Алаңғыртҡа сығыу менән ауыҙлыҡлы көйө һайлап йөрөп ат борсағын ялмарға тотондо.
Яр һалам, тине Шәүрә – ҡысҡырманы, тешләшәм, тине – тешләшмәне...
Ауылға ингәндә күп кенә өйҙәрҙән баҙырап шәм яҡтыһы һирпелә ине.
Аҙаҡ... бер-ике аҙна үткәс, Сөнәғәт ҡыуыштан кис ҡорон ғына атын ҡамытлап һыбай килде лә Шәүрәнең күбәләрен кәбәнгә һалды. Алдан һөйләшкәйнеләр. Ҡыш уртаһындараҡ өс-дүрт сана бесәнен ташыны. Ауылда ир-аттың тол ҡатындарға бындай ғына түләүле ярҙамы ғәҙәти күренеш булғанлыҡтан, бер кем дә Сөнәғәткә шелтәле ҡараманы.
Хәйер, ҡырын ҡараусы кеше булмаһа ла, Сәлимә барыһын дa һиҙгән, барыһын да белеп йөрөгән, әммә берәүгә лә ләм-мим белдертмәгән. Хатта уның Сөнәғәтте берәйһенән көнләп ауыҙ асып һүҙ ысҡындырғаны булманы. Ә Сөнәғәттең Шәүрә менән буталып йөрөүҙәрен иренә былтыр ғына, үҙен дауаханаға оҙатыр алдынан ғына, әйтте.
Былай булды. Кистән Сөнәғәт түшәктә ятҡан Сәлимәһе менән оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырҙы.
– Ярай инде, атаһы, бер-бер хәлгә тарып, был юлы балнистан кире ҡайталмаһам, һин... оялып-нитеп торма. Шәүрәне... теге, үрге остан... ал да ҡайт.
Сөнәғәт һиҫкәнеп ҡуйҙы, Сәлимә, ҡыйынлыҡ менән булһа лa, үҙ фекерҙәрен асыҡ итеп теҙә бирҙе.
– Саҡырып алып, үҙенә лә әйтермен тип уйлағайным да, нишләптер ҡыйманымсы. Эйе, эйе, Шәүрәне генә ал да тор. Аш-һыуға тәрбиәле, аҡылы камил. Мин бер саҡ унан былай тип һорағайным. Ниңә, тимен, Шәүрә, үҙеңде һоратҡандар бар, оҡшатҡандар бар, шуларҙың берәйһенә тормошҡа сыҡмайһың? Буй-һының күрекле, көнитмешең етеш, тим. Көлдө лә ҡуйҙы. Бала тапмағас, ти, ниңә кешене бәхетһеҙ итергә. Ирҙәр ҙә әҙәм затынан бит. Ул көлә, ә минең, үҙем дә аптырайым, ниңәлер шул саҡ илағым килгәйне...
Сөнәғәт йәнә фотолағы үҙенең бер ни тиклем маһайыулы йөҙөнә, мәрхүмәнең баҫалҡы сырайына төбәлә.
«Их, Сәлимә, һиндәй сабыр, һиндәй күндәм, һиндәй илтифатлы бүтән ҡатын бармы икән ер йөҙөндә?! Рәнйемә инде миңә. Ауыр тупрағың еңел булһын. Һинең алда яҙыҡ эштәрем байтаҡ...»
Быларҙы ҡартлас эсенән генә, Сәлимәһенән бигерәк, үҙенә төбәп өндәште. Йөрәгенең ҡайһы ҡатында баҫырылып ятҡандыр бындай миһырбанлы уйҙар? Әллә олоғайған көнөндә тәүбәгә килеүеме?
Тышта шығырҙап ауыр ҡапҡа асылды. Әлмирә ҡайтҡандыр. Аптырай атаһы: башҡа балаларын иркәләберәк үҫтергәйне, улары хәҙер йәндәре теләгән ерҙә йәшәп яталар, Әлмирәһе – үҙе менән. Үҙҙәренә торорға атаһын саҡырмайҙар, тиһәң, дөрөҫ булмаҫ ине, саҡыралар. Ләкин тормош бит, әтнәкәләре, шик-шөбһәләре күңелде ҡытыҡлап алғылай. Өлкән килене һыйҙырмаҫ – быныһы көн кеүек асыҡ. Уртан¬сы ҡыҙының ғаиләһе былай ҙа ишле. Кейәүе алсаҡ, кеше йәнле лә бит, барыбер улар менән бергә йәшәү килешмәҫ, уларға артыҡ тамаҡ ҡына булыр. Бер улы армияла хеҙмәт итә, офицер. Үҙе күсмә тормошта йәшәй. Бер-ике йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәйне, хәҙер бөтөнләй икенсе яҡта, тундрала йөрөй. Бер Әлмирә, кинйә ҡыҙы ғына, күҙле-башлы булмаған әле. Йәше еткән, хатта уҙып бара. Ниңә уҙмаһын ти? Бер уйлаһаң, әсәләре егерме өс йәшендә өсөнсө балаға йөклө ине лә баһа. Әлбиттә, заманаларҙы сағыштырыуҙан файҙа юҡ. Шулай ҙа һиҙенә ҡарт, һиҙенә: Әлмирәнең ошоғаса кейәүгә сыҡмауына өлөшләтә уның да ғәйебе бар. Ҡыҙы, моғайын, атайымды тәрбиәләргә кәрәк, яңғыҙын ҡалдырырға ярамай, тип уйлайҙыр әле. Холҡо-фиғеле менән әсәһенә ныҡ тартҡан ул. Ләкин атаһын ғына уйлап йөрөһә, хаталана ул. Хаталана. Әлегә бирешерҙән түгел дәһә Сөнәғәт, һаулығына зарланмай, мал-тыуары имен йөрөй. Умарталары күсле, мыр төшмәһә, быйыл да флягалап бал һурҙырасаҡ. Йорт тирәһен ҡарарға үҙе лә шап-шаҡтай, һыйырҙы һаумағас һаумаҫ инде. Бәй, Әлмирә берәй яры китеп барһа, һыйыр малын бөтөнләй аҫрамаҫ та ҡуйыр. Әгәр кейәү балаҡай бергә то¬рорға теләй икән, рәхим итһен. Анау һонтор ветфельдшер менән ымыйымдары берегә, тигән хәбәр салынғайны ҡолағына, шуға күңеле тыныс әле бер яҡтан. Итәғәтле егеткә оҡшай, үҙе эшкә дәртле генә күренә. Бер-береһенән уңырҙар кеүек.
Бына шулай, бер ҡайҙа ла китмәйәсәк Сөнәғәт. Ошо ауыл тупрағында уның ата-бабалары, хәләл ефете ерләнгән, үҙенә лә ошонда донъя ҡуйырға яҙһын. Бала-сағаһына, кейәүҙәренә, килендәренә уның яуабы үҙгәрмәҫ. Элеккесә, «Ҡыуарған ағасты ҡуҙғатмағыҙ... Юғиһә тиҙ ауа» тиер.
Әлмирә хаҡындағы уйҙары ҡартты тышҡа әйҙәне.
– Арыныңмы, ҡыҙым, – атаһы ишек алдындағы иҫке генә диванда ял итеп ултырған Әлмирәгә шулай мөрәжәғәт итте. Ҡыҙы атаһының йомшаҡ ҡына һорауына бышылдап «эйе» тип, башын ҡаҡты. Әлмирәнең бит-танау остары дымланып, ҡыҙарыңҡырап тора.
– Нисауа, бирешмәгәнһең. Күп йөрөгәндең аяғы һыҙлауһыҙ була. Көндөҙ үк аш яраштырып ҡуйғайным. Хәҙер самауыр яңыртам, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡартлас аласыҡҡа йүнәлде. Электр сәйнүге бар уның, ләкин ҡарт унда ҡайнаған сәйҙе хушһынмай. Уныңса, самауыр йырлатып сәй эсеү – үҙе бер дәүер!
– Мәшәҡәтләнмә, атый, үҙем генә ҡайнатырмын, – был төбәктә «атый», «әсей», «ағый», «апый» тип һүҙ ҡуша бер-береһенә туған-тыумаса. – Һин көтөүгә ҡаршы сыҡ, йәме.
Сөнәғәт, тыңлаусан малайҙай, урамға ыңғайланы. Тик ниҙер иҫенә төштө, күрәһең, соланға кире инә һалып сыҡты, сите-мите ҡырылып, уңып бөткән йәшкелт эшләпәһен башына ҡырын кейеп алырға онота яҙған икән.
Ҡояш байыуға табан бара. Тиҙҙән ул алыҫ-алыҫ офоҡ һыҙығын күкшелләткән тауҙар араһына тонйорап батасаҡ. Йылы кис, хатта томра. Елдең әҫәре лә юҡ. Сөнәғәттәрҙең урамында өйҙәр күп түгел. Улары ла бер генә рәткә теҙелеп ултыра. Өс өйҙө уҙғас, Сөнәғәт күршеләрҙең теремек ҡыҙына тап булды. Ул үҙҙәренең туҡалын, Сөнәғәттәрҙең ала һыйырын да бирегә табан ҡыуып килә ята ине.
– Һай, рәхмәт яуғыр, мин әпәт һуңланым бит бөгөн.
– Ярай, бабай, ҡапҡағыҙҙы үҙем асып индерермен әле.
– Һай, рәхмәт яуғыр!
Нәҡ шул саҡ ҡаршылағы йыуан-йыуан бүрәнәләрҙән һалынған боронғо өй ҡапҡаһы аша индәренә ҡыҫҡа тунын ябынып, аяғына әбейенең сөм калушын кейеп алған Бәхтийәр ҡарт урамға сыҡты. Һикһәнде ҡыуған был йыуантыҡ ҡына ҡарт – Сөнәғәткә өс туған тейеш ағаһы. Үҙенә һис тә етмеш етене бирмәҫһең. Шартлатып утынын да яра, мал-тыуарын ҡараша, ҡыҫҡаһы, ҡарсығы менән көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан көндәре. Башҡорт мәҡәлендә әйтелгәнсә, «Ҡыуарған ағасҡа һөйәлеп, тағы ҡырҡ йыл йәшәрлек рәте бар» әле икәүһенең дә.
– Сөнәғәтулла, здрасти, кил әле бында. – Бәхтийәр ағаһының, моғайын, ҡойған балы ныҡ ҡына әсегәндер – кәйефе күтәренке. Өҫтәүенә, ҡарт ҡыҙмасараҡ сағында хәбәренә урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырырға ярата. – Әллә эреләнеүең, әллә әҙәмгә һанамауың, бер ҙә ағайыңа күренгәнең юҡ был арала. Әйҙә, попути ин. Урамға хәл алырға, һауа еҫкәргә сыҡҡайным да, зерә йәтеш тап иттем әле үҙеңде. Давай миңә табындаш бул. Әҙерәк бар ул миндә, бар...
Ағаһының һүҙен йыҡманы Сөнәғәт. Былай ҙа иңке-ҡаңҡы йөрөгән мәлендә кем менән булһа ла гәпләшеп ултырғыһы, эс серҙәрен сискеһе килә ине уның.
Ҡарт аласыҡҡа етер-етмәҫтән ҡарсығына:
– Әбей, берәй сирек һарҡыт әле. Ҡәйнешең, Сөнәғәтулланы әйтәм, саҡырыуға килгән! – тине, ҡысҡыра яҙып. Шунан Бәхтийәр ҡарт ҡустыһына хәйләле генә күҙ ҡыҫып алды ла һөйләүен белде. – Попути инде, попути.
Төтөнгә ыҫланып бөткән аласыҡҡа инделәр. Еңһеҙ камзул кейгән әбей өлтөрәп йөрөп өҫтәл яңыртып ебәрҙе. Бәхтийәр ҡарт Сөнәғәткә һитәле балдан ҡойолған эсемлекте, сыңҡалы сеүәтәгә һалып, ҡулына тотторҙо.
Сөнәғәт инәлтеп-ҡыҫтатып торманы, бер тынала тиерлек бөткәнсе һемерҙе. Шулай итмәһәң, ағаһы оҡшатып еткермәй, йә мыҫҡыллай башлар. Эйе, ҡарт баяғы көләкәслеген һүрелтмәгәйне.
– Һин, ҡустым, кеше булһаң, шайлы бул, аңшайып, йәнде үртәп йөрөмә. Давай кәләш... әй, әттәгенәһе, никахыңды яңыртайыҡ, – ҡарт ҡустыһына һынаулы ҡарап торҙо, тегеһе хәбәргә ҡушылмағас, һаман үҙенекен тылҡыны. – Минән пример ал, исмаһам. Үҙеңә мәғлүм, Шәкирә еңгәңде ерләгәнгә биш былтыр. Миңә алтмыш өс кенә ине әле ул йылы. Барыбер олоғайылғайны инде. Оло кешегә тәрбиә кәрәк бит ул, ҡустым, тәрбиә кәрәк...
Ләкин ҡарттың етдилеге күпкә барманы. Йәнә тотондо был үҙенсә шытырға.
– Бәс, еңгәңдең ҡырҡын уҡытыу менән әбей күҙләргә самаланым бит бер заман. Тегене димләйҙәр, быны димләйҙәр. Уныһы ямаҡ, быныһы һармаҡ тигәндәй, берәүгә лә күңел ятмай бит, әй. Баш тубалдай булды инде.
Ошоғаса килде-китте хәбәргә әллә ни ҡыҫылмаған Хөснә әбей, сабырлығын юйып, ҡартын бүлдерҙе лә еңелсә генә битәрләп алды.
– Башланы инде, башланы. Тәк-һәләк Сөнәғәтулла һинең кем икәнлегеңде белмәй. Был тиклем дә ҡартая белмәҫ остоҡ булыр икән кеше!
– Һай әттәгенәһе, ысынды һөйләйем мин, һин дә тыңлап тор. Мин үлгәс, уландарға һөйләп кинәнерһең. – Бәхтийәр ҡарт ҡарсығын тыя бирҙе лә бая башлаған мәҙәген дауам итте. – Бер заман анау, әй, хәтер тигәнеңде әйтәйем, ҡарабайҙар затынан кем әле, кем?..
– «Йыуан» Нәзифәме, әллә «һаранымы»? – Сөнәғәт көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Эйе, нәҡ үҙе. Тап иттем бит шуны бер аулаҡ урамда, һүҙ ҡуҙғаттыҡ. Мин хәбәрҙе теге яҡҡараҡ ҡыйырлатмаҡсы бит инде. Ҡоҙаса, тим, һин дә яңғыҙ, мин дә яңғыҙ, яусы ебәрһәм, нисек булыр икән, тим. Риза бит әй, вәт, шайтан. Икенсе юлы тап булышҡайныҡ, тотто ла үҙе һүҙ башланы. Йә, ҡоҙа, ҡасан килә яусың, тимәһенме. Мин ни, мин ни, асыҡ-ярыҡ бит, үҙең беләһең. Үпкәләмә, ҡоҙаса, йәшерәкһең, балабыҙ-маҙар тыуып ҡуйһа, олоғайған көндә аҫрауы биҙа булыр һымаҡ бит әле, тимен.
Ҡарт ләззәтле кинәнес менән оҙаҡ итеп кеткелдәне. Сөнәғәттең дә был юлы ауыҙы йырылды.
– И-ий лаҡапсы! Үҙенең буш хәбәренә үҙе көлгән кешегә нимә әйтәһең инде? Етер инде, буйтым ялҡыттың. Сөнәғәтуллаға ла ҡайтырға кәрәк.
– Әбей, сутырҙама тим, сутырҙама. Аҡташ тирәһендә әбей-һәбейҙәр минең өсөн ҡырталаша башлағас, түҙмәнем, ектем дә Ҡолатты, һыпырттым Мырҙаҡайға попути. Бер күреүҙән күҙем төштө бит әй үҙеңә. И алып та ҡайттым. Кәнишнә, димселәр ҙә ҡотортто инде.
Был юлы ҡарттың уйынлы-ысынлы мәрәкәһенән өсәүләшеп көлөштөләр. Тиҙҙән ҡарттың сырайына әкренләп уйсанлыҡ, тәүәккәллек йүгерҙе. Ул ҡаты ҡорот ярсығына һары майҙы мул ғына һыланы ла шуны имеп, мөнйөр өсөн һирәк тешле ауыҙына тыҡты.
– Шуға әйтәм: үлем бар, тыуым бар фани донъяла, ну үлгән артынан әбизәтелне үлергә тимәгән. Һин дә, ҡустым, алдағы тормошоңдо ҡайғырт. Бының бер ҙә ояты юҡ.
– Анау Шәүрәне димләһәк, шәт отолмаҫ инең, – Сөнәғәттең еңгәһе, ҡартының аҡыллыраҡ һүҙгә күсеүен хуплаптырмы, үҙе лә берәй файҙалыраҡ тәҡдим әйтер өсөн ҡыйыр-ҡыймаҫ кәңәшкә ҡушылды. Ләкин ниңәлер һүҙе өҙөлөп ҡалды. Ул ҡыҫҡа сәсүрмес осондағы ҡуш тәңкәләрен сыңлатып, ҡабаланмай ғына етеле шәмде ҡабыҙҙы. Тышта ла ярайһы уҡ ҡараңғы ине был саҡта.
Аласыҡта бер килке тынлыҡ урынлашты. Көндөҙ үк бал еҫенә инеп ҡалған бер ҡорт зыр елпеп үрләй ҙә ҡолап төшә, үрләй ҙә ҡолап төшә. Бәхтийәр ҡарт уны ипләп кенә бармаҡтары араһына ҡыҫтырып алды ла ярым ҡыҫыҡ ишектән тышҡа сөйҙө:
– Бар ос, ояңды тапһаң ярай ҙа.
Шунан ҡарт ҡабат һике ситенә килеп ултырҙы ла итләс ҡулдары менән аҙ ғына ҡағылыуға ла ығышып барған өҫтәлгә таянды.
– Боронғолар әйткән: ҡатын алһаң, биш быуынын тикшер тигәндәр. Шәүрәне үҙең ҡарарһың әле, ҡустым. Ә мин икенсегә кәңәш итер инем. Өскәзәләге Фатима менән һөйләшергә самала. Бик донъяуи ҡатын. Уландары күҙле-башлы, үҙҙәре кешегә ипле, үҙҙәре эшкә егәрле. Күнһә, тейә лә алып ҡайт шуны. Юҡ, сразы апҡайтма, тәүҙә килеш үҙе менән. Булғас, һәүетемсә булһын. Ижапты ни, үҙем уҡырмын. Аллаға шөкөр, рәтен-сиратын һупалайым әле.
Сөнәғәткә Фатима таныш, яҡшы ғына таныш. Фатиманың ире бынан өс йыл элек уйламағанда машина аҫтына ҡалып һәләк булғайны. Сөнәғәт менән Фатима икәүһе бер осорҙараҡ хаҡлы ялға сыҡты. Иң мөһиме, уның ире менән Сөнәғәт үткән ауыр йылдарҙа рудникта бергә эшләп йөрөнө.
...Хәтерендә, элек Өскәзәгә киске уйынға барғанда, Фатима – ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы йәш кенә ҡыҙ – Сөнәғәтте «Комсомольский» бейеүгә саҡырғайны. Быҙауланып, шунда Сөнәғәт бейеүгә төшмәгән булды. Нафиҡ алдында уңайһыҙландымы икән, хәҙер улары онотолоп бөткән инде. Тик шул саҡта Фатима йырлаған бер төртмәс таҡмаҡты онотмай Сөнәғәт. Нисек әле...
Тау башында тимер бүкән
Типкеләмә, Сөнәғәт...
Эйе, йәтеш кенә көйгә һалып, аҡһыл ситса күлдәген елпелдәтеп бейей-бейей нәҡ шулай тип йырлағайны түгелме ни? Яңғырау, моңло тауышы менән. Ә аҙағы һуң? Әлбиттә, аҙағы ла еңел-елпе генә ине – төртмәсле таҡмаҡ бит.
Һиңә сыҡҡан таҡмаҡ түгел –
Үпкәләмә, Сөнәғәт.
Үҙҙәренең ауылындағы уйында булһа, Сөнәғәт, моғайын, яуап итеп ҡаршы йыр ҙа табыр ине әле. Валлаһи, табыр ине. Мәҫәлән, былай тип йырлар ине.
Тау башына тары сәстем,
Ҡош сүпләп ыҙалатты.
Бәләкәй генә еңгәмде
Тәкә һөҙөп ҡолатты.
Йырлар ине, валлаһи, йырлар ине. Арлы-бирле таҡмаҡ әйтергә Сөнәғәт тә булдыра торғайны бит элек.
Һай, заманалар! Йырҙарҙы яңырта ла, иҫкертә лә, оноттора ла.
***
Сөнәғәт Бәхтийәр ҡарттан һуң ғына ҡайтырға сыҡты. Урамда һиллек, еләҫ. Ҡайҙалыр сыңҡылдатып гармун тарталар, ауыл көйөнә йырлайҙар. Ҡараңғы. Үрге урамда эт лауылдап өрөп ебәрҙе, бирерәк уға икенсеһе ҡушылды, арғы остан өсөнсөһө күтәреп алды.
– Кит инде, атый, Попути бабайға инергә ҡуштыммы ни һиңә? Белмәйем, артабан былай нисек йәшәмәк кәрәк…
– Ярай инде, ҡыҙым, әрләмә бер юлға. Атай берәү була ул.
– Һине әрләгән кеше юҡ, атый. Тик аптырайым, ҡартайған һайын бәпескә әйләнеп бараһың.
– Ярар, ҡыҙым, ярар. Кәйефем шәп әле минең бөгөн. Айран ғына эсеп алам да, әүен баҙарына китәм. Иртәгә юл төшөп тора. Өскәзәгә барып әйләнергә кәрәк.
– Өскәзәгә тиһеңме? Унда нимә бар һиңә?
– Йомош бар, ҡыҙым. Донъя бит, йомош төшмәй тормай...
Уйламағанда яҡында ғына бер әтәс ҡысҡырып ебәрҙе, таңға йыраҡ ине әле. Күрәһең, төшәнеп ҡысҡырғандыр. Әтәстәр ҙә ҡай саҡ мәлде бутап тауышлана, тиҙәр, дөрөҫ икән.

Сабир ШӘРИПОВ.

Фото: Ф.Набиуллина:1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v

Онотолған йыр
Онотолған йыр
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: