Әҙәби бит
14 Апрель 2024, 16:00

“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”.

Иргә иртә барҙы ул. Артынан тотам ҡалмай йөрөгән егеттең һалдат салбары ла туҙып өлгөрмәгән ине улар өйләнешкәндә. Ир ошолай була икән дә, уның менән тормош шулай икән, тип, йәшәне лә китте. Яйлап айырым сыҡтылар, мал үрсеттеләр, бала-сағалы булдылар. Барыһы ла һәүетемсә кеүек ине лә, ир тигәне тәүге йылдары ҡунаҡтарҙан ҡыҙмасалап ҡына ҡайтыр булһа, тора-бара эштә эсә, бырҡылдап килеп туҡтаған тракторы кабинаһынан да ҡолап уҡ төшә башланы. Гөлсөм уны өҫтөрәп индереп һала, сисендерә, ҡаңғырһа – әүрәтә, илаһа – йыуата, ҡоҫһа түгә... (ошо урынға “тысһа - йыуа” тип тә өҫтәп ебәрергә булыр ине, уныһын геройыбыҙ әйтмәне)...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”.
Миләүшә Ҡаһарманова

Ошолай ғашиҡ булырын белгән булһа икән! Ун туғыҙ йәшенән кейәүгә сығып, ун һигеҙ йыл эскән ирҙе тәрбиәләп тә ыҙаланмаҫ, әллә ни төрлө уй-пландар ҡороп тормошон ҡайһы ыҙанға төшөрөргә белмәй аҙапланмаҫ та һәм тағы әллә нимәләрҙе эшләмәҫ тә ине. Ҡайҙан беләһең инде? Алдағыңдын түгел, иртән торғас көнөңдә ни булып китерен әйтермен тимә. Ҡыҫҡаһы, шулай булды. Ҡыҫҡаһы тип, Гөлсөм был хәлде баштан башлап һөйләргә ярата. Ләззәтләнеп, илай-көлә, ентекләп бәйән итә ул әхирәттәренә, һәм артыҡ әхирәт булмағандарына ла инде, мөхәббәт тарихын. Ҡатындарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде...
Иргә иртә барҙы ул. Артынан тотам ҡалмай йөрөгән егеттең һалдат салбары ла туҙып өлгөрмәгән ине улар өйләнешкәндә. Ир ошолай була икән дә, уның менән тормош шулай икән, тип, йәшәне лә китте. Яйлап айырым сыҡтылар, мал үрсеттеләр, бала-сағалы булдылар. Барыһы ла һәүетемсә кеүек ине лә, ир тигәне тәүге йылдары ҡунаҡтарҙан ҡыҙмасалап ҡына ҡайтыр булһа, тора-бара эштә эсә, бырҡылдап килеп туҡтаған тракторы кабинаһынан да ҡолап уҡ төшә башланы. Гөлсөм уны өҫтөрәп индереп һала, сисендерә, ҡаңғырһа – әүрәтә, илаһа – йыуата, ҡоҫһа түгә... (ошо урынға “тысһа - йыуа” тип тә өҫтәп ебәрергә булыр ине, уныһын геройыбыҙ әйтмәне).
Үтер кеүек ине ҡатынға был хәл, бер-нисә булыр ҙа үтер ҙә китер кеүек ине. Эскелек арҡаһында өҙлөкһөҙ һуғышып, эт-бесәй булып йәшәгән күршеләре түгел дә инде улар йәки алкаш иренән туҡмалып күҙенән күк китмәгән һатыусы апай түгел. Матур итеп һөйләшер, бик булмаһа әрләп алыр, хатта бер-ике көн үсегеп тә йөрөр әле. “Алтыным” тип өҙөлөп торған ире, ихласлап тотонһа, тыңламай- күнмәй ҡайҙа барһын? Тик... ни аралалыр ире уны инде тыңлауҙан үткән булып сыҡты. “Мин эсәмме? Кем эсә? Алкаш што ли мин һиңә?”- тип ажғырып ятмаһынмы, шул кисә алып килеп кәйкәләткән еренән. Ир менән ҡатын беренсе тапҡыр “тас та тос” ирешеп китте. “Бисмилла” тип ирешмәйҙәр бит инде, күп кенә аяуһыҙ һүҙҙәр ҙә ысҡынды. Тәүге раунд ҡатын сеңләп илап ебәреү һәм ирҙең атылып тышҡа сығып китеүе менән тамамланды. Унан инде... был раундтарҙың икенсеһе лә, өсөнсөһө лә, йөҙөнсөһө лә булды. Була торҙо, аҙағынан үкенес һурпаһы эселә торҙо, “ничья”лары ла, еңеү-еңелеүҙәре лә һәм хатта ир ныҡ иҫерек булып ҡыҙғанында ҡатынын нокаутҡа ла ебәргеләне. Бары булды инде, булды... Ир эскән, ҡатын шуға ҡаршы торған ғаиләлә нимәләр генә сыҡмаҫҡа мөмкин?.. Дауаланыуға ла тиклем барып еттеләр, улары ла иң оҙоно бер йылға тыныслыҡ биреп торҙо ла, унан тағы ла ҡоторғосораҡ булып кире әйләнеп килде.
Ун һигеҙ йылдың үткәнен дә, улы менән ҡыҙының үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалды ҡатын ир менән айҡашып йәшәп. Бер мәл ян-яғына ҡарап ебәрһә, балалар сығып китеп бөткән, ғүмер геүләп үткән дә, көҙгөнән һурылып, һарғайып кипкән бер ҡатын йораты ҡарап тора, имеш. Шул мәл Гөлсөмдө, мәңге иҫерек ирен күрмәҫ өсөн туҡтауһыҙ баҡсала соҡонған еренән ниндәйҙер ҡөҙрәтле көс ҡулынан тартып туҡтатҡандай булды бит. Ул, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ашығып мунсаға инеп китте лә, соландағы боронғо көҙгөгә текәлеп ҡарап ҡалды. Сағылыштағы үҙенә түгел, ә үҙенән дә аша нимәнелер күрергә, аңларға теләгәндәй күҙ алмаһын да шылдырмай, керпеген лә елпетмәй торҙо. Унан... төпкә үтеп сисенеп ташланы ла, һыуынған һыуҙарҙы ҡойоп алып, йүкә йыуғысты күпертеп тороп ышҡынырға кереште. Йәйге көн булһа ла эңер һалҡыны ла, яғылмаған бура һыуығы ла бар, сайынып бөткәндә теше тешкә теймәй ҡалтырап, шунда торған халатҡа уранып өйгә йүгерҙе. Ингәс һаҡ ҡына баҫып йоҡо бүлмәһенә үтте лә, һөртөнөп-кейенеп алғас, оло сумаҙанын һөйрәп сығарып, кейемдәрен тултыра башланы. Йыйыныуға ярты сәғәттәй генә ваҡыт етте. Йә, инде ошонда бәйләп ҡуйылғандай булып бер ғүмер йәшә лә, китәм тиеүеңә утыҙ минут та етә... Сығыр алдынан өйөн байҡап сыҡты. Бындағы һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән йыйнап, бөхтәләп, яратып ҡына барлап тотҡан бит ул. Һәр нәмә иҫтәлекле, ҡәҙерле. Шулай хисләнеп килеп төпкө бүлмәләге иҫерек янына инде. Нисек тә йәлләргә, аярға тырышып ҡараны, күңеленең әле бер, әле икенсе еген ҡапшаны, тик күңел тигәнең инде бик ҡаты бикләнгән һәм асылырға ла, йомшарырға ла телмәй ине. Шайығы ағып хырылдап ятҡан ирҙең шыуып төшкән юрғанын ҡалҡытып һалып, йорт ишеген һаҡ ҡына ябып сығып китте. Йортоноң ғына түгел, үткәненең ишеген япты ул. Бында кире әйләнеп ҡайтмаҫын ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙға ғына хас тойомлауы менән тойоп, белеп китте...
Ире телефондан шылтыратып бер-ике иреште лә, шул йәйҙе иркенләп һабантуйлап йөрөп үткәрҙе. Унан үҙе һымаҡ бер ҡатынды табып алып йәшәне лә китте. Гөлсөм хатта ишетеп хайран ҡалып ултырҙы. Уның ун һигеҙ йыл йыйған донъяһына ниндәйҙер эскесе бисә хужа булды ла ҡуйҙы. Ярай, йортто улына яҙҙырған да, уныһы артыҡ ҡайғы түгел, ә һуң ҡатынының ярты ғүмерен аяҡ аҫтына һалып тапауын бер айныҡҡанында уйлаһасы икән ул йүнһеҙ? Шулай тип әсенгән әсәләрен балалары үҙҙәренсә йыуатҡан булды:
--Һин үҙеңде ҡара, әсәй, һаулығыңды ҡайғырт, матур итеп кейен, концертҡа йөрө, ял ит.
Ял итеп кенә ятманы инде, ауылдағы китапханаһынан сығып, ҡала китапханалары буйлап эш эҙләп китте. Һәм тапты ла. Бәләкәй генә коллективҡа яғылып, өйрәнгән хеҙмәтен дауам итеп алып китте. Ҡыҙы, улы килеп-китеп йөрөнө, улар икенсе ҡалала уҡыны, Гөлсөм ярайһы ғына шәһәр ҡатынына әүерелеп алды. Баҡса, мал, ҡош-ҡорт булмағас, иң мөһиме уттан-һыуға ташлар ғауғалар, шөбһәләнеп-һағайып көтөүҙәр булмағасмы, ҡапыл ярһып китеүҙәре, илаҡлығы, ҡурҡаҡлығы юҡҡа сыҡты. Хәҙер ул күңелсәк кенә мөләйем апайға әйләнде. Матурлыҡ салонына, бассейнға, сәйәхәттәргә ваҡыт бүлергә өйрәнде. Тормош дауам итте.

Бер мәл уның контагына һуң ғына ниндәйҙер кешенән смс килде. “Һеҙ миңә оҡшайһығыҙ. Әйҙә, танышайыҡ.” тигән был. Һуңғы йылдары интернет менән эшләү талап ителгәс, ошо шөғөлдө лә өйрәнеп алып, ярайһы ғына йөҙә ине инде был киңлектә. Һәм яңғыҙ ҡатынға ир-егет тә яҙмай, мөрәжәғәт итмәй тормай. Ундайҙарға иғтибар бирмәй, юя ла ташлай ине, әлеге яҙманан тертләп киткәндәй булды. Һәм шул аңлайышһыҙ хис солғанышына эйәреп яуап яҙҙы: “Танышайыҡ һуң”. Шунан башланды ла инде яҙышыу. Ҡайҙалыр Ҡырым яҡтарында, диңгеҙ буйында йәшәгән ир менән өс көн эсендә утыҙ йыл белгәндәй булып аралашты ла китте. Һәр икеһе түгелеп үҙ яҙмышын һөйләне. Бер-береһен шул ҡәҙәрем яҡшы аңланылар, шул хәтлем яҡшы тойҙолар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, яҙышып төндәр етмәне. Һәм тора-бара ҡатын был ирҙән хат-хәбәр алмайса бер көн дә тора алмай башланы. Ике күҙе телефонда булып, эргәләгеләрен ишетмәй-күрмәй китте. Ул яҙһа шатланды-көлдө, яҙмаһа ҡайғы-хәсрәткә баты. Ул яҙһа аяғы ергә теймәй йөрөнө, яҙмаһа хәле бөттө лә ултырҙы. Әлеге мөнәсәбәттәргә шундай мохтажға, хатта ки ауырыуға әүерелде. Ярты йылдан Гөлсөм ул ирҙең бөтөн тормошон ғына түгел, шәхси хужалығында миҙгеленә нисә тонна виноград алыуын да, уны ҡайҙа күпмегә һатыуын да, кемдәр менән ҡайһы ваҡытта һәм нимә һөйләшеүен дә, һәм башҡа ваҡ нәмәләрен дә, ятлап алған ине.
Тиҫтә кешенән генә торған коллективта, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ғына булғанда, кемдеңдер айырым сере булыуы мөмкинме инде? Һәр көн иртән килеп ингәс тә, улай-былай итәләр ҙә, төшкө ашҡа тиклем һыуһын араһында сәйләп алалар. Шунда кемдең өйөндә нимә булған да, ире ни әйткән, ҡалай ҡыланған, балалары, туғандары, ҡәйнәләре... күршеләре йәки урамда... кемдер... нимәлер... ҡайҙалыр тураһындағы хәбәрҙәр башлана ла, хушлашып таралышҡанға тиклем дауам итә. Аңлайһығыҙҙыр инде? Ҡатын-ҡыҙ коллективы...
Гөлсөмдөң дә сере таш ҡапсыҡта ҡала алманы. Уның хыялый булып йөрөгәнен аңғарған бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын “ай-вай”ына ҡуймай, үтен һығып сығарып тигәндәй һөйләтеп алды.
--Ҡайҙан?
--Ҡырымдан...
--О-о! Диңгеҙ буйынанмы?
--Шулай шикелле...
--“Шикелле” булмаһын. Точноһын бел, диңгеҙе булмаһа сразы бер илегә баһаһы төшә.
--Кем? Нисә йәш?
--Илле...
--Ҡартыраҡ түгелме? Бабай нимәгә һиңә, Гөлсөм апай?
--Мин үҙем дә йәш түгел инде...
--Ярай, ир кешенең олораҡ булғаны яҡшы ул, — быныһын өлкәнерәктәре әйтә.
Һорау алыу дауам итә:
--Нимә менән шөғөлләнә?
--Виноград үҫтерәм тип яҙа.
--Ҡатыны юҡмы?
--Ҡатынлы кеше сит ҡатындар менән яҙышмаҫ инде.
--Э-эй! Яҙышмаҫтар! Интернетта фейк битенән биш ҡатынға хат яҙып ятҡан ирҙәр бар хәҙер.
--Әлләсе... Алдаҡсыға оҡшамаған да ул...
--Ярай, уныһын асыҡларбыҙ. Һиңә нимә тип яҙа?
Гөлсөм уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарып-бүртенде. “Оҡшайһың, бер күреүҙән ғашиҡ булдым, һин минең идеалым” тигәндәрен үк төпсөнмәҫтәр ҙә инде. Тик ҡатын-ҡыҙ халҡы яуыз, ишетергә теләгәнен әйттермәй ҡалмай.
--Яратам тейме һуң?
— ...
— Гөлсөм апай, хистәрен белдерәме, әллә һеҙ виноград үҫтереү тураһында ғына һөйләшәһегеҙме?
— Белдерә былай...
— Шунан, күрешәйек тейме?
— Тимәй, так то.
— Но ул һеҙгә оҡшай, шулай бит?
— Оҡшаймы тип...
— Улай бешмәгән булмағыҙ, уй-теләктәрегеҙҙ тура әйтеп өйрәнегеҙ, юғиһә, ир-егет төртөп күрһәтмәйсә аңламай ул.
— Минең улай берәүгә лә әүрәгәнем юҡ. Әллә нимәһе бик яҡын, күптән белгән, көткән кеше һымаҡ.
— Понятно. Һеҙ, апай, интернеттағы фотоларығыҙҙы алмаштырығыҙ әле, әллә ниндәй ауыльский үҙешмәкәр фотолар ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер беҙгә ул ирҙе һуштан яҙҙырыр фотолар кәрәк буласаҡ. Салонға барып, матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп... только шулай!
Шул көндән башлап теге бер ваҡытта ла күрмәгән, әммә Гөлсөм аша бар хәлен дә белеп торған иргә “Ҡырым еҙнә” тип исем ҡушылды ла, ул да әлеге коллективтың бер ағазаһына әүерелде.

(дауамы бар)

Фото: Ф.Набиуллина qCXdLEfcEN4 

“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”.
“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас