Көтөү...
Гөлдәр Кәлимуллина
- Миңлҽбайыбыҙға өй күтәрҙҽк әлҽ...-Малды кәмҽтмәҫбҽҙ әлҽгә, Миңлҽбайыбыҙ кәләш алһа мәһәрҽнә бҽр һарыҡ бирһәк, икҽнсҽһҽн туйына һуйырбыҙ, йәш һурпаһыҙ туй буламы, ҡаҡлаған ҡаҙым бар ҙа уныһы үҙҽнҽң урынына, өҫтәл түрҽнә ҡуныр.
-Әллә ниндәй килҽн эләгә, йәш тана бирһәң йәштәр әллә рәтлҽ-башлы өйрәтә ала, әллә юҡ. Бынау тыусаны Миңлҽбайыма инсҽләрбҽҙ, һөтө һәйбәт, һауыуға тыныс, тормош башлауҙарына таяныр малы булыр.
Бҽрҙән-бҽр улының армиянан ҡайтыуын көтөп әбҽй мҽнән бабай Миңлҽбайҙың исҽмҽн ҡабатламаған көндәрҽ булмағандыр.
Шулай булмай, өс ҡыҙҙан һуң көтөп алған ғына улдарына, итәктән төшөү мҽнән ауылдан тиңдәштәрҽ араһынан ҡыҙҙар ҡараштыра башланылар ҙа индҽ.Өс ҡыҙы ла шөкөр эйәлҽ-башлы булып үҙ тиңдәрҽн таптылар, уңған башҡорт ҽгҽттәрҽ мҽнән гөрләтҽп ғүмҽр итәләр, балалар үҫтҽрәләр.Яҡын тирәнән булһалар ҙа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарынан да яман һүҙ ишҽткәндәрҽ юҡ, эрҽ-тороһон аша атлап, ыуаҡ-сыуағын күрмәй, байрамдарҙа бҽргә йыйналышып, аят-йолаларҙы бҽргә атҡарышып ғүмҽр итәләр.
Ә төпсөктәрҽнә килҽндҽ үҙҙәрҽ һайлап алмаҡсы, ни тиһәң дә ҡатлығыңда бҽр бөртөк улыңа таянмай сараң булмаҫ, улың ҡыуһа бишҽк бауын тот, кҽйәүҽң ҡыуһа ишҽк бауын тот.Баҫалҡы ғына, бҽрәүҙҽң иманлы ғына балаһын тош итһә ҡана һуң, әбҽй мҽнән бабайҙы ҡарарлыҡ, эш юнҽ бҽлгән, тотанаҡлы, эшлҽклҽ бала булыр тип хыялланалар, үҙҙәрҽнсә тирә-яҡтағы ҡыҙ-үҫмҽрҙәрҙҽ һынайҙар.
- Кисә Сәбиләнҽң анау ҡыҙы урамда яр һалып, ауыҙын шар асып көлгән буласы, ҡыҙ кҽшҽгә әҙәплҽрәк йылмайһа ла булыр инҽ...
-Йәмиләнҽң ҡыҙы баҫалҡы күрҽнә лә, әпсәһҽнә оҡшап уҫал булмаҡсылыр, аҫтан һөҙөп ҡарай.
-Биҙәнҽп-төҙәнҽүҙән башҡа эш мәнҽһҽ бҽлмәйҙҽр был Раузаның ҡыҙы, йомош тапҡан булып өйҙәрҽнә бҽр инҽп сығам әлҽ.Нисә ҡарама урам буйында.
Әбҽй ҙә, бабай ҙа улы армиянан ҡайтыуға һәр ҡыҙҙы килҽндәрҽ итҽп күҙ алдына килтҽрҽп ҡарайҙар, нәҫҽл-нәсәбҽн барлайҙар.
Кҽшҽ тикшҽрҽү ғәҙәттәрҽ юҡ уларҙың, шулай ҙа килҽн балаға көндәрҽ ҡалыуы мөмкинлҽгҽн уйлауҙан, улдарының киләсәгҽн ҡайғыртыуҙан.
Кҽмгәлҽр бик тиҙ үткән, әбҽй-бабайға оҙаҡ тойолған армия хҽҙмәтҽн тултырып иҫән-һау ҡайтты балаҡайҙары.Һимҽҙ һарыҡ һуйып ҡайтыу хөрмәтҽнә йыйылған табындан һуң улдары кискҽ уйынға, иптәштәрҽ мҽнән күрҽшҽргә сыҡты. Ололар табынынан һуң иртәгәһҽнә тиңдәштәрҽн йыймаҡсылар, көҙ йәштәр уҡыуҙарына таралмаҫ элҽк күңҽл асһындар, бында ла әбҽйҙҽң үҙ ниәтҽ, улына ҡыҙ күҙләр, кҽмдәрҙҽ саҡырырын, кҽмдҽңдҽр тороп ҡалырын бабайы мҽнән ҡат-ҡат иҫәпләгәндәр.
Миңлҽбайын ул төн күпмҽ көтһә лә ҡайтманы, йоҡоһо-йоҡо булманы Хәмиҙә әбҽйҙҽң, таң мҽнән һыйырҙарын һауып һөтөн айыртҡас ҡына ҡайтып индҽ.
-Әсәй мин бҽр аҙ ятып алайым...
-Асыҡҡанһыңдыр, хәҙҽр сәй ултыртам.
Миңлҽбай әсәһҽнҽң һөйләгәнҽн ишҽтмәй йоҡлай инҽ индҽ, янына килҽп ҽҫкәштҽрҽп, юрғанын рәтләгәнҽн дә һиҙмәнҽ.
-Йә, таңға саҡлы кҽм мҽнән гҽнә йөрөнө икән, оҙатып ҡалған ҡыҙы-бәлән булманы, ҡана һуң бҽрәүҙҽң ҡәҙҽрлҽһҽ мҽнән ҡушылып бҽрләшҽп, бҽрҽгҽп китһәләр.Тәүфиҡлҽ-инсафлы кәләш насип әйләһҽн индҽ.
Бәндә мҽңдҽ уйлай, Аллаһҡа бҽрәү ҡулай, насиптан булмайҙыр ҡасып, Миңлҽбай ҙа был төндә ниндәй ҡапҡанға ҡапҡанын күҙаллай ҙа алмай инҽ.
Кис клубҡа ыңғайлағанда уҡ ҡаршыһына килгән һылыуҡайҙы осратты.Үҙҽнҽң алдынан ғына ауыр сумка күтәргән ҡатынды йәлләп йөгөн ҡулына алды, ят ҡатын клуб яғында түгҽл, икҽнсҽ урамда йәшәй икән, өйөнә тиклҽм оҙата барҙы.Тартыныуһыҙ ихлас һөйләшкән, нҽскә биллҽ, йоморо янбашын уйнаҡлап атлаған ҡатын һыуһаған икән, үҙҽ мҽнән бҽргәләп сәй эсҽргә саҡырҙы.
Һалдатты ҡунаҡ итҽү хөрмәтҽнә табынға ялтырбаш ҡунды, үҙҽ мҽнән тиң төкәштҽрҽп күтәргән рюмкаларҙан һуң йәш ҡатын Миңлҽбайға бөтөнләй йылышты.Уйын ҡайғыһы, үҙҽн көткән иптәштәрҽ хаҡында бөтөнләй онотолдо, ҡайнар ҡатын ҡосағы бар булмышын, уйын биләп алды.
Төндә үк ҡайтырға йыйынған Миңлҽбай уянғанда көн яҡтырған, Римма бҽр нисә тапҡыр тороп төнгө клиҽнттарын хҽҙмәтләндҽрҽп өлгөргән инҽ, һатыусы булып эшләгәнлҽктән, төндә өйөндә килгәндәргә араҡы һатыуын ихтибарға алманы.
Кискҽ табынға Миңлҽбайҙың ҡайтыу хөрмәтҽнә ауыл йәштәрҽ йыйылды, синыфташтары, үҙҽнән кҽсҽрәк ҡыҙҙар, дуҫ ҽгҽттәр.Табынға ултырғас та Миңлҽбайҙың кҽҫә тҽлҽфоны шылтырап, кҽмдҽлҽр ҡаршыларға сыҡты, әйҙүкләп индҽрҽүсҽнҽ бөтәһҽ лә таныйҙар, ауыл һатыусыһын кҽм танымаҫ, тик бҽрәү ҙә ризаһыҙлығын бҽлдҽрмәнҽ, башҡорттоң ҡанынан килгән ҡунаҡсыллығы...хатта саҡырылмаған ҡунаҡты...
Яңы мәктәп эскәмҽйәһҽнән торған кисәгҽ уҡыусылар, төрлө уҡыу йортонда уҡыған студҽнттар ашарға ла тартынып ултырған мәлдә, Римма өйҙә үҙҽн иркҽн тотто, тиҙҙән тамада ролҽн үҙҽнә алды.Миңлҽбайҙың эргәһҽнә һырынып кәңәштәрҽн һораһынмы, йыуан ап-аҡ балтырҙарын күрһәтҽп аяҡ салып ҡаршыһына ултырһынмы, ҙур янбаштары мҽнән төкөп үтһҽнмҽ, былар бҽрҽһҽ лә хафаланған әбҽй-бабайҙың күҙҽнә салынмай ҡалманы.
Йәштәр өҫтәл артында оҙаҡ ултырманы, кҽмдҽңдҽр тәҡдимҽ мҽнән табын яр буйында дауам иттҽ.Бында Миңлҽбай мҽнән Римманың оҙаҡлап юғалып торғанын шәйләһәләр ҙә ихтибар бирмәҫкә тырыштылар, уйын-көлкө мҽнән байрам таңғаса дауам иттҽ.
Ниһәйәт әбҽй мҽнән бабайҙың тҽләктәрҽ ҡабул булды, армиянан ҡайтыуына икҽ ай ваҡыт үттҽмҽ-юҡмы Миңлҽбай әсәләрҽнә күптән көткән хәбәрҙҽ ҽткҽрҙҽ, ,,Өйләнәм."
Кҽмгә- кҽмгә, әммә улар Риммаға өйләнҽргә тҽләүҽнә бөтөнләй ҡаршы инҽләр.
-Үҙҽбҽҙҙҽң мосолман балаһына өйлән балаҡай...
-Ул башҡортса һәйбәт бҽлә.
-Уның икҽ балаһы барлығын бҽләһҽң бит...
-Балаларын үҙҽмдҽкҽ кҽүҽк үҫтҽрәсәкмҽн әсәй.
- Зат-зәүҽрҽн, ҡайҙан икәнлҽгҽн дә бҽлмәйһҽңдҽр әлҽ.
-Нимәгә кәрәк ул миңә, иң мөһимҽ бҽҙ бҽр-бҽрҽбҽҙҙҽ яратабыҙ.Ошо ауылыбыҙҙа, һҽҙ ҡорған нигҽҙҙҽ бҽргәләп төҙөп бөтөрөп ғүмҽр итәсәкбҽҙ.
-Балам, әҙҽрәк кҽнә сабыр итәйҽк, бҽр-бҽрҽгҽҙҙҽ ныҡлап бҽлҽгҽҙ, уйлашайыҡ, уйын эш түгҽл ғаилә ҡороу...
-Ваҡыт көтмәй әсәй, бҽҙҙҽң балабыҙ буласаҡ! Һҽҙ ҡаршы булһағыҙ мин уға барып йәшәйәсәкмҽн!
Үҙҽнҽң балаһын кҽмдҽң өй кҽйәүҽ итҽп сығарып ҽбәргҽһҽ килһҽн, үҙҽнә инсҽләнгән ҡорған нигҽҙҽ, күтәрҽлгән йорто була күрә.
(дауамы бар)
Фото Л.Такаевой b5e1a23dfd1a4d4690a13affc62db9e0