Әҙәби бит
9 Апрель 2024, 15:00

"Яралы һалдат"

...Ул тау - таш араһында ята...Ҡояш ҡыҙҙыра, ирендәр кипкән, тирә-яғында ҡанһыраған иптәштәре...- Ғүмер үтте инде, шул алкаш менән!.."Әһә, әлдә төш кенә икән! Хәҙер, бер-ике рюмканы эсһә, "кеше "булыр..."Был юлы хатыны уны мәсеткә апарып өшкөртөргә булды.Мәсеттә Шәмсетдин муллаға сират булып киткән.- Муллаға ғына сиратҡа ултыраһым ҡалғайны!..- Доғалары көслө, шуға сират.- Бәй, был мулла башҡорт түгел дәһә!.. Исмаһам, татарса ла һөйләмәй, түгелме?- Һиңә какая разница, ул Алла һүҙен һөйләй ... Аллаға ышанам, тиһең, бит...- Аллаға ышанам, шарлатандарға ышанмайым!- Бына һин эскеңде ташлап, мулла булып китерһең әле, бәлки..., - тип хатыны төртмә телләнеп ултырҙы.Ҡайҙа ғына йөрөтмәне уны хатыны, шул эскеһен ташлаһын, тип.Хәҙер үҙе лә ышанмай, шикелле.Хатыны уның уйҙарын һиҙгән шикелле:- Мин бында һине үҙем өсөн килтерҙем.Артабан - үҙен ҡарайһың... Онкологиянан анализдар килде.Балаларға, туғандарға әйтеп, уларҙы көйҙөртәһем килмәй... Һин бит- һалдат, ярҙам итерһеңме миңә?..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Асия Закиржанова.

"Яралы һалдат"

...Ул тау - таш араһында ята...
Ҡояш ҡыҙҙыра, ирендәр кипкән, тирә-яғында ҡанһыраған иптәштәре...
- Ғүмер үтте инде, шул алкаш менән!..
"Әһә, әлдә төш кенә икән! Хәҙер, бер-ике рюмканы эсһә, "кеше "булыр..."
Был юлы хатыны уны мәсеткә апарып өшкөртөргә булды.
Мәсеттә Шәмсетдин муллаға сират булып киткән.
- Муллаға ғына сиратҡа ултыраһым ҡалғайны!..
- Доғалары көслө, шуға сират.
- Бәй, был мулла башҡорт түгел дәһә!.. Исмаһам, татарса ла һөйләмәй, түгелме?
- Һиңә какая разница, ул Алла һүҙен һөйләй ... Аллаға ышанам, тиһең, бит...
- Аллаға ышанам, шарлатандарға ышанмайым!
- Бына һин эскеңде ташлап, мулла булып китерһең әле, бәлки..., - тип хатыны төртмә телләнеп ултырҙы.
Ҡайҙа ғына йөрөтмәне уны хатыны, шул эскеһен ташлаһын, тип.
Хәҙер үҙе лә ышанмай, шикелле.
Хатыны уның уйҙарын һиҙгән шикелле:
- Мин бында һине үҙем өсөн килтерҙем.
Артабан - үҙен ҡарайһың... Онкологиянан анализдар килде.Балаларға, туғандарға әйтеп, уларҙы көйҙөртәһем килмәй... Һин бит- һалдат, ярҙам итерһеңме миңә?..

"Яралы ҡатын"

- Нәмә!? Хәҙер һин ғәйепле, тип әйтергә уйлайһыңмы?!
- Мин, алла бирһә, һауығып китергә уйлайым...
- Әйттем мин һиңә, ашама шул дарыуҙарҙы, тип! Башым ауырта, к...м ауырта тип...
- Ә һин сколько нервыны бөтөрҙөң?!
- Әәә!.. Шулай тип әйтер, тип уйлағайным да!
Ире алдын - артын ҡарамай мәсеттән туҙынып сығып китте...
... - Эскән кеше менән йәшәү - үҙе гонаһ,
Эскән кешегә үҙеңде ҡорбан килтергәнһең...
Мәсеттән өшкөртөлгән тоҙ, сәй, һыу күтәреп сыҡҡанда, ире тәмәке тартып тора ине.
- Мәсет алдында ярамай...
- Һинең ғүмер буйы - ярамай! Нервничать иткәндә бер - ике рюмка эсер кәрәк, тип мин һиңә күпме әйттем! Ә һин дарыуҙы кәнфит урынына ашаның!
- Әйҙә, икәүләп эсәйек...
- Бер- ике рюмка, тим бит! Миңә алкаш бисә кәрәкмәй.
- Һин үҙең кемгә кәрәк!!! Алкоголик!..
- Һиңә үсеккән өсөн, араҡыны ташлап, бына тигән итеп йәшәп китермен әле! Йәшерәгән табып... - ул, йәнәһе, хатынын үсектерегә булды, тетмәкәйен тетһә, еңелерәк булыр ине.
Хатынының биттәренән йәштәр аҡҡанын күрмәмешкә һалышты.
- Ҡайҙа эшләттең ул анализдарҙы, поликлиникаларҙа ниндәй бардак, үҙең беләһең, яңынан тикшертер кәрәк анализдарыңды!
- Ярты йылдан ашыу больницаларҙа йөрөйөм бит инде, һин әйтмештәй "ауырыу эҙләп "... Наконец-то, диагноз ҡуйылды... Химиятерапия башлана.

"Һынау"

Дауалана башлағас, Әлфиәнең күңеле күтәрелеп китте. Нимәгә шулай ҡурҡҡандыр!
Диагноз ҡуйылды, дауаланыу бушлай, табиптар иғтибарлы! Кәм тигәндә ярты йыл дауаланасаҡһығыҙ, тигәс, больничный ваҡытына пландар ҡороп бөткәйне...
...Төндә коридор буйлап уның кеүек йөрөүселәр байтаҡ... Ҡайһылары стенаға тотоноп, һәрмәнеп әкрен генә шыуышалар, кемдер "тиҙерәк шыуыша".
Барып өлгөрөргә ине бәҙрәфкә!
Һигеҙ сәғәткә етергә тейеш ине уҡшыуҙы тотҡарлаусы укол. Юҡ инде, йоғонтоһо дүрт сәғәткә лә бармай, теге "химия" ваҡытында ла шулай булғайны.
Көсәнеп уҡшыуҙан күҙҙәр, баш һытылып килә. Эстә бер нәмә лә ҡалманы, нисәнсе тапҡыр ҡоҫторҙо инде был төндө. Сикәләр һулҡылдап, елкә тартыша ...
Битен - ҡулдарын йыуғанда бәҙрәфтең көҙгөһөнән уға таныш та, таныш түгел дә бер хатын ҡарай... бөкөрәйеп йөрөгәне килешмәй, әбей түгел дә инде... Бөтә ҡатын-ҡыҙ бында яулыҡта йә парикта йөрөй. Ә был сәсе ҡойолғанын, яртылаш таҙ икәнен белмәй микән... Моғайын, яулығын бәйләргә онотҡандыр... Иларға уйлай шикелле...
Төнгө уртаһында шәфҡәт туташтарын бимазаламаҫ өсөн (сөнки күп кенә ауырыуҙарҙың хәле Әлфиәнекенән дә мөшкөллөрәк) тумбочкаһынан, ҡыштырлмаҫҡа тырышып, дарыуҙар тоҡсайын коридорға алып сыҡты. Янбашына укол ҡуйып, карауатына инеп тәгәрәне.
Юҡ, инде! Уҡшыта... Ҡаршы карауаттағы апай, йөрөргә хәле булмағас, ҡоҫҡан пакетын шул көйө генә эргәһенә һалып ҡуйған. Төшкөлөккә бирелгән асы котлет еҫе бөтә палатаға таралған.
Әлфиә уның пакетын төйнәп бакка ташлап килде, таҙа кулек табып урынына ҡуйҙы, бүлмәне елләтеп алып, күҙҙәрен йомдо.
Ул, нисә химиятерапия алғанын, тағы күпме ҡалғанын иҫәпләй башланы... Көнөнә нисә тапҡыр иҫәпләй, нишләптер яңылыша, иҫендә ҡалдырмай...
Бер уйын уйлап бөтмәй, икенсе буталсыҡ ваҡиғалар килеп ҡушыла...
"Крыша едет", тигән һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан икән, тип баш ватты...

"Тормош дауам итә... "

Иртәгә "промывка" ҡуйырҙар, бөтәһе лә яҡшы булыр...
Хәлдәре бөтөнләй хөрт булғандарға махсус препарат ҡаҙайҙар. Дәртләнеп китеп, алдағы тормошоң ниндәй иҫ киткес ҡыҙыҡлы һәм бәхетле булыуы тураһында хыялланып йөрөйһөң!.. Обойҙарҙы, ҡорғандарҙы алыштырып бөтәһең уйҙарыңда...
"Если терпимо - не стоит..."- тигәс, Әлфиә һирәк ҡуйҙырта ул дарыуҙы.
Бер-нисә минут серем итеп ала ла һаташып уяна... өн аралаш төшөндә әллә нәмәләр күренә, иблес- шайтан тигәндәре шул микән әллә...тьфү - тьфү, аллам һаҡлаһын! Бисмилла... Бер доға ла, белмәй, бит, исмаһам!
Сумкала, ҡайҙалыр, нәмәлер ятырға тейеш, ҡыҙы биргәйне. Нишләп ҡыҙы шундай китапсалар ала ине икән?!... Эй, балаҡайымды!..
Алдағы химияла бер апай тик уҡынып ҡына ултырҙы, ниндәй доға тигәнгә: "Ясин. Ярҙам итә",- тигәйне. Үлгән кешегә ясин сығаралар, тигәнде ишеткәне бар...Тәүбә,тәүбә...
Әл дә интернет бар әле... Кәрәкле доғаларҙы табып, ҡолағына наушниктар ҡуйып, нойоп китте...
Таң "һарыһынан" ире килгән.
Ҡырынған, одеколонға ҡойонған.
Бүлмәләш апайҙарҙа бигерәк ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы үҙе тураһында. Формалағы ирҙәргә ышаныс менән ҡараған була ҡатын - ҡыҙ.
Әлфиә генә уның кистән күпме эскәнен, бөгөн эштән һуң тағы шул уҡ хәл ҡабатланыуын бер күтәрелеп ҡарауҙан аңланы.
Апайҙарға аҙаҡ шул турала әйткәс, бер ҙә иҫтәре китмәне: "Эсмәгән ир бар микән..."- тип кенә ҡуйҙылар.
"Минең ирем эсеп үлеп ҡуйҙы, әллә ней насар ҙа түгел ине, бер үҙемә ҡыйын, балаларҙың үҙ тормошо..."- тип һөйләп алды үҙ тарихын Урала аръяғы районынан килгән апай.
"Әлфиә кызым, иреңне хурлама, бик әйбәт кеше икәне күренеп тора, син тип өзөлөп тора, бит. Тормош булғач, барсы да булыр инде, сауыт- саба шалтырамый булмый, инде,"- тип үҙенсә һығымта яһаны йомшаҡ телле татар әбекәйе.
Ире, туғандары, малыйы - килене көн дә тәмле - татлы ризык ташыған сибәр хатын Фидалия ғына: "Эчсә, янында торорлоҡ түгел! Сумкам әйберләр белән әзер тора, йә такси яллап, йә малайға шылтыратып, бакчага сызам!"- тип көлә-көлә һөйләне.
Әлфиәнең ире өс литрлы банкаға аш тултырып, үҙенең "мунса "таҫтамалына урап килтергән... Әлфиә, йәне көйөп: "Минең бындай майлы ашты ашамағанды беләһең бит!"- тигәс, апайҙар: "Беҙ, с удовольствием, ашарбыҙ,"- тип йылмайышып, ашты алып ҡалдылар.
Әлеге сибәр хатын Фидалияға нимә генә килтермәйҙәр: махсус магазин, кафе-ресторандарҙан алдырылған сифатлы аҙыҡ-түлек, емеш-еләктәр. Үҙе сибәр, үҙе йомарт ул Фидалия, барыһын да һыйлай...
Беренсе тапҡыр химиялары тура килгәндә уңайһыҙ күренешкә лә шаһит булды Әлфиә. Фидалиянын игеҙәге бар, ныҡ оҡшаш булғандарҙыр инде йәш саҡтарында... Бер әбекәй: "Ҡызың бигерәк үзеңә оҡшаған, "- тип яңылыш хәбәр ысҡындырҙы... Ауырыу сибәр хатынды ҡарсыҡҡа әйләндергән.
Йөҙө һарғайып һурылған, тура танауы, ҙур ҡара күҙҙәре, тигеҙ тештәре уның ҡасандыр сибәр хатын булыуы тураһында һөйләй. Әле ныҡ буянған театр артистарына оҡшаған: татуаж менән ҡаш һыҙҙыртҡан, күҙенә "һөрмә" тарттырған, иренен дә ҡыҙарттырған.
"Бер бөртөк ҡаш, керфек калмагаштын, игезәгем ай- вайыма ҡуймай өйгә саҡыртты мастерҙы, "- тип һәр ваҡыттағыса йылмайып һөйләне.
Бер нисә тапҡыр химиялары бер үк ваҡытҡа тура килеп, бер палатаға урынлашырға тырыштылар...
Аҙаҡҡы химиялары тура килмәне... Медсестраларҙан Фидалия тураһында белешергә ҡурҡты...
Ә Әлфиәнең сираттағы ПЭТ/КТ-ла тикшеренеү һөҙөмтәләре яҡшы булып килде, химиятерапия ярҙам итте.
Алда оҙайлы реабилитация көтә ине уны: ул ҡаҡ һөйәккә ҡалып, үҫмер малайға оҡшап ҡалғайны...
Иренең сираттағы "горячая точка"нан килгән сәләмдәренә элеккесә көйөнөргә лә, һөйөнөргә лә хәле булманы...

Асия Закиржанова
2022 й.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас