Әҙәби бит
8 Апрель 2024, 16:00

Бауыр ите (дауамы)

-Һинең ул сабыйҙарға хаҡың юҡ, Илгенә! –Ирҙең тауышында тимер сыңы сыңланы.Шул уҡ ҡатылыҡ һәм ҡәтғилек. Шул уҡ үткер ҡараш. Йылдар Мораттың сәстәрен саллаған, олпатлыҡ өҫтәгән, ләкин холҡон үҙгәртә алмаған.-Ә һинең, Морат, хаҡың бармы?- Үҙен ҡулға алып өлгөргән Илгенә бирешергә теләмәне.- Ниңә сабыйҙар бында, бала табыу йортонда һуң?-Аңлатып тороуҙы урынһыҙ, тип һынаһам да,әйтәйем,- тине Морат һаман күҙҙәрен Илгенән алалмай. Уның ҡарашының иң төбөндә үҙенә ҡарата һаман һөйөү сатҡылары һаҡланғанын абайлап алды Илгенә. Ләкин улар Мораттың күңел яралары алдында тоноҡланып ҡала.- Сабыйҙар тыуғанда мин бик алыҫта экспедицияла инем. Ҡатыным был турала шылтыратып әйткәс тә ҡайтырға ашыҡтым. Беҙ бит күрше өлкәлә йәшәйбеҙ. Ейәнсәрҙәрем булһа ла, шуны раҫлаусы документтар кәрәк булғас, оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте. Ә бөгөн беҙ игеҙәктәрҙе алып ҡайтырға килдек...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бауыр ите (дауамы)
Гөлдәр Әхмәҙишина

Нисек ире менән һөйләшергә белмәй йөрөгән Илгенә хәлдең асылын баштан- аяҡ һөйләне лә бирҙе. Сабирҙы яратыуын да йәшермәне.Быларҙың барыһын да ауыр кисерҙе Морат. Ҡара янып ике-өс көн уйланып йөрөнө лә, ниндәйҙер бер фекергә килгәс, ҡатынына:
- Илгенә, мине иғтибар менән тыңла, һәм ике юлдың берәүһен һайла. Өсөнсө юл юҡ. Әгәр, ғаиләне һаҡлап алып ҡалам тиһәң , уны онотаһың. Ышан, минең һөйөүем икебеҙгә лә етерлек. Ә инде уны һайлайһың икән, Илүзә минең менән ҡала. Мин ҡыҙымды бер кемгә лә бирмәйем. Һинең хатаң өсөн мин икеләтә түләй алмайым. Тағы бер шарт: бер китһәң, йөрәгемдең ҡапҡаһы һинең өсөн бөтөнләйгә бикләнә… Һиңә уйларға өс көн ваҡыт,- тине ҡаты ғына итеп.
Мөхәббәткә иҫергән Илгенә Сабирҙы һайланы. Күңеле ныҡ рәнйегән Морат ҡыҙын алып ҡайҙалыр бик алыҫҡа сығып китте. Бик һуң ғына үҙ хатаһын аңлаған Илгенәгә өҙгөләнергә, ҡыҙын һағынып көнө-төнө иларға ғына тороп ҡалды. Мораттың уны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәген аңлаһа ла, Илгенә уларҙы бик оҙаҡ эҙләне. Инде таптым, ниһәйәт балаҡайымды күкрәгемә ҡыҫып ҡосаҡлайым, тигәндә Морат йәнә эҙҙәрен йәшерҙе. Ғазапланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, күҙ йәштәре менән генә тороп ҡалды йәш ҡатын. Сабир тамам өмөтһөҙлөккә бирелгән ҡатынының ҡайғыһын еңәләйтеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләргә тырышһа ла, Илгенә бер ваҡытта ла күңел тыныслығы таба алманы…
Күптән инде көн кискә һарҡты. Ләкин Илгенә урынынан да ҡымшанманы. Бына инде нисә сәғәт ҡала ситендәге парктың иң төпкөлөндәге эскәмйәгә ултырған да, таш һын булып ҡатҡан. Тик яҙғы елгә ярылған ирендәре генә бер туҡтауһыҙ шыбырлай:
- Илүзәмдең ҡыҙҙары… Илүзәмдең ҡыҙҙары…

***
Илгенә өйөнә ҡара янып ҡайтып инде. Сабир, ғүмерҙә лә эштән һуңлап ҡайтмаған ҡатынын, борсолоп һораулы ҡараш менән ҡаршы алды. Илгенә бер һүҙ ҙә өндәшмәй йоҡо бүлмәһенә үтте.Аптырауы йөҙөнә сыҡҡан Сабир ҡатыны артынан эйәрҙе. Ошо ярты көн эсендә ҡатыны һурылып, олоғайып киткәндәй. Сабир һәр ваҡыт яратып баҡҡан зәңгәр күҙҙәрҙә ғазап ярылып ята. Илгенә ауыр итеп көрһөндө лә, иренә күтәрелеп ҡарамай ғына:
-Игеҙәк ҡыҙҙар… ейәнсәрҙәрем булып сыҡты…- тине бер нөктәгә төбәлеп.
-…Ә-ә? – Сабир баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ишеткән хәбәре бер аптыратһа,әсә йөрәгенең ни тиклем һиҙгер булыуы хайран ҡалдырҙы. Ҡатыны нисәмә йылдар бала табыу йортонда эшләп, аяныслы яҙмышлы сабыйҙарҙы аҙ күрмәне. Ә береһенә лә былай тартылмағайны бит. Ҡан тартмай, тигән шунан.
Күңеленә үҙ йортондай яҡын булып киткән эш урынына бөгөн дә ашыға Илгенә. Яратҡан эшенә генә түгел, хәҙер ҡолонсаҡтары янына ла ашыға. Барыр, тәүҙә кескәйҙәренең инеп хәлен белеп сығыр. Ә унан… ә унан Рида Әхмәтовнаға барыһын да нисек бар шулай һөйләп бирергә тура килер. Башҡаса йәшереү мөмкин түгел.
Рида Әхмәтовна Илгенәнең һөйләгәндәрен берсә уйланып, берсә урынынан тороп китеп тыңланы. Коллегаһы тынып ҡалғас та, бер талай өндәшмәй ултырҙы. Баш табиптың тынып ҡалыуы Илгенәне һағайтты. Ниндәй ҡарар сығарыр? Ыңғаймы, әллә киреме? Кире булһа, сабыйҙар янына Илгенәне яҡын да юлатмаясаҡ. Бергә эшләүҙәре бер бөгөн түгел. Хужаһының ҡылыҡ-фиғелен белеп бөткән инде Илгенә. Балаларын ташлап китеүселәргә унда тик бер ҡараш: әтрәғәләм, йәғни, йүнһеҙҙәр. Илгенәне лә шуларға тиңләүе бик ихтимал. Әллә дөрөҫөн асып һалырға кәрәкмәнеме икән? Икеле-микеле уйҙарға төшөп, хафаға ҡалған Илгенә баш табипҡа күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай яуап көттө. Байтаҡтан һуң ғына Рида Әхмәтовна ниндәйҙер бер ҡарарға килеп:
-Эйе-е… - тине һуҙып ҡына.- Бала – бауыр ите шу-ул… Ҡулымдан килгәнсе ярҙам итермен,- тип ҡоро ғына өҫтәп ҡуйҙы.
Баш табип бүлмәһенән сыҡҡан Илгенә тура сабыйҙар янына йүнәлде. Бәләкәстәрҙе ҡараусы шәфҡәт туташы уларҙы ашатып маташа. Илгенә лә үҙ мәшәҡәттәрен онотоп, уға ярҙамлашырға тотондо. Шул тиклем дә йөрәккә яҡын булырҙар икән үҙҙәре. Быны аңлатыр һүҙҙе Илгенә күңелендә таба алманы. Ул тойғо бар һүҙҙәрҙән дә өҫтөн ине. Игеҙәктәрҙең береһе аҡ йөҙлө – Илүзәһенә тартҡан, ә икенсеһе ҡараҡай. Кейәүгә оҡшағандыр. Бәлки… Моратҡалыр.
Илүзә бөтә буш ваҡытын сабыйҙар янында үткәрҙе. Сабир ҡатынының эштән даими һуңлап ҡайтыуын бик үк өнәп еткермәһә лә, сабыр ғына күнде. Ниһәйәт, барлыҡ документтар теүәлләнеп бөттө. Сабир үҙе йәнә бер тапҡыр барлыҡ ҡағыҙҙарҙы өтөрөнән нөктәһенә тиклем тикшереп сыҡты ла, ҡатынына һондо.
-Рәхмәт инде һиңә, Сабир. Һинһеҙ был ҡағыҙҙарҙың ос-башына сыға алмаҫ инем,- тине ҡояштай балҡыған Илгенә сабыйҙар өсөн әҙерләнгән бүлмәгә күҙ ташлап. – Йәһәтерәк алып ҡайтырға ине Тамсы менән Наҙлыны. Күрһәң ине һин уларҙы, Сабир! Икеһе лә шул тиклем теремек…һәм шул тиклем ғәзиз. Ярай, мин йүгерҙем. Документтарҙы алып барып тапшыра һалайым. Бөгөн миңә сменаға ла, - тип осоп тигәндәй сығып китте Илгенә.
Бала табыу йортоноң ишегенән инеү менән уны Рида Әхмәтовна үҙенә саҡырып алды. Һиҙгер ҡатын баш табиптың йөҙөндә борсолоу күреп, хәүефләнеп ҡалды. Бәләкәстәре ауырып маҙар китмәгәндер ҙә ул?! Рида Әхмәтовна Илгенәгә урын тәҡдим итте лә, өндәшмәй генә уның ҡулына бер папка тотторҙо. Баҙап ҡалған ҡатын ҡарашын бер коллегаһына, бер ҡулындағы папкаға күсерҙе. Уларҙың документтарын кире ҡайтаралар түгелме? Улай тиһәң, уларҙың папкаһы икенсе төҫтә ине. Ҡултамғалар ҙа таныш түгел. Албарғып ҡалған Илгенә яҙыуҙы уҡый алмай ыҙаланды.Күҙенә хәрефтәр түгел, бер тура һыҙыҡ ҡына күренә башланы. Ҡалтыранған ҡулы менән халат кәҫәһенән күҙлеген алып кейергә маташты. Уныһының да ҡолаҡсандары асылмай бер булды. Илгенә һәр бер һүҙҙе ҡат-ҡат ҡайтып уҡыны, ләкин уҡығандары һис тә аңына барып етмәне. Ул үҙене өләсәһе һөйләгән ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер күпер өҫтөндә кеүек хис итте. “Донъялыҡта уҡ икенсе тапҡыр тамуҡ утында янам түгелме,” тигән уй мейеһен телеп үтте уның. Ә тамағына төйөлгән әсе таныш төйөр ҙурайғандан- ҙурайҙы. Көс-хәл менән танышып сыҡҡан яҙыуы Илгенәнең ҡулынан төшөп китте.
-Ҡайҙа ул үҙе?!- тип шыбырланы уның ирендәре.- Ҡайҙа улар?- Быныһын Илгенә йөрәк әрнеүе менән ҡысҡырып әйтте. Коллегаһын ситтән генә ҡарап торған Рида Әхмәтовна хатта тертләп китте.
-Килеп етергә тейештәр…
Оҙаҡ көттөрмәне яҙыу хужаһы. Бик тәккәбер ҡиәфәттә килеп инде һәм күҙен туп-тура Илгенәгә төбәне. Был ҡараш алдында Илгенә үҙене туҙан бөртөгө кеүек кенә итеп тойҙо. Еңелсә генә өрһә лә, юҡҡа сығасаҡ.
Рида Әхмәтовна уларҙың икәүһен генә ҡалдырып сығып китте.
-Һинең ул сабыйҙарға хаҡың юҡ, Илгенә! –Ирҙең тауышында тимер сыңы сыңланы.Шул уҡ ҡатылыҡ һәм ҡәтғилек. Шул уҡ үткер ҡараш. Йылдар Мораттың сәстәрен саллаған, олпатлыҡ өҫтәгән, ләкин холҡон үҙгәртә алмаған.
-Ә һинең, Морат, хаҡың бармы?- Үҙен ҡулға алып өлгөргән Илгенә бирешергә теләмәне.- Ниңә сабыйҙар бында, бала табыу йортонда һуң?
-Аңлатып тороуҙы урынһыҙ, тип һынаһам да,әйтәйем,- тине Морат һаман күҙҙәрен Илгенән алалмай. Уның ҡарашының иң төбөндә үҙенә ҡарата һаман һөйөү сатҡылары һаҡланғанын абайлап алды Илгенә. Ләкин улар Мораттың күңел яралары алдында тоноҡланып ҡала.- Сабыйҙар тыуғанда мин бик алыҫта экспедицияла инем. Ҡатыным был турала шылтыратып әйткәс тә ҡайтырға ашыҡтым. Беҙ бит күрше өлкәлә йәшәйбеҙ. Ейәнсәрҙәрем булһа ла, шуны раҫлаусы документтар кәрәк булғас, оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте. Ә бөгөн беҙ игеҙәктәрҙе алып ҡайтырға килдек.
- Юҡ! Юҡ, Морат!.. Балаҡайҙарымды бирмәйем! Ҡалдыр уларҙы миңә … Зинһар, ҡалдыр! Бер тапҡыр баламдан мәхрүм итеүең дә етер. Быныһында миһирбанлы булсы!- Илгенә Мораттың алдына теҙләнер сиккә етте.
Морат Илгенәнең өҫтөнә ғәйеп тә өймәне, битәрләмәне лә. Тик башын ғына сайҡаны.
-Ҡалдыр…Исмаһам берәүһен ҡалдыр…-тип һаман өмөтөн өҙмәне Илгенә.
-Юҡ. Сабыйҙарҙы айырмайым.
-Илүзә…Ә ҡайҙа һуң Илүзәнең үҙе? Ниңә…-Мораттың уҫал ҡарашынан әйтә башлаған һүҙен әйтеп бөтмәй туҡтап ҡалды Илгенә.
- Сит илдә ул. Стажировка үтә.- Морат асыҡ тәҙрә аша күҙҙәрен алыҫтарға төбәне.- Минең ҡыҙым бәләкәстәре янына мотлаҡ ҡайтасаҡ!- тип ҙур ышаныс менән өҫтәп ҡуйҙы бер аҙ тынлыҡтан һуң.
Шул саҡ ишектән ҡулына ике бер иш балалар комплектына уралған игеҙәктәрҙе күтәреп, шәфҡәт туташы менән бергә зауыҡ менән кейенгән урта йәштәрҙәге, мөләйем зәңгәр күҙле, аҡһыл йөҙлө, һылыу бер ҡатын килеп инде. Илгенә уларға табан уҡталып ҡуйҙы, ләкин урынынан ҡуҙғалыр көс тапманы. Ҡысҡырғыһы килде – тауышы сыҡманы. Үҙене буш бер ҡапсыҡтай итеп тойҙо. Әйтерһең дә йөрәге төшөп ватылған да, мең-мең ярсыҡҡа әйләнеп юҡҡа сыҡҡан… Һуңғы тапҡыр ейәнсәрҙәрен ҡыҫып-ҡыҫып һөйәһе, күҙҙәренән, кескәй генә биттәренән үбәһе, танһыҡ сабый эҫен эҫкәйһе килде. Тик аяҡ-ҡулдары ғына тыңламаны. Тышауланғандай хәрәкәтһеҙ ҡалды.

Фото: FcrUanzkphFQXkXhKsbu8mHaDyP3zD1pH0jIDlzdHH6jsqiI4YzQ5205qt6WMT7YzFX5rdqxP8D0dnwZtf0BQ4TZ

Бауыр ите (дауамы)
Бауыр ите (дауамы)
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас