Яҙыҡ юл
Бабайға алыҫ туған тейешле Гөлзаһира апай ҡарттар йортонда йәшәй икән, тигән хәбәрҙе ишеткәс, тәүҙәрәк ышанманым. Үҙемдең аңыма, бәлки, эшләйҙер шунда, тигән ышаныуымды һеңдерергә тырыштым. Бәлки, шунда ҡунып та ҡалалыр әле. Ул йәшәгән ҡасабалағы иҫке дауахана бинаһын күптән ҡарттарҙың һуңғы төйәге итеп ҡулайлаштырылған, тигәнде ишетеп-белә инем. Ә үҙе ҡарттар йортонда көн итерлек йәштә түгел әле. Тиҫтә йылдар элек кенә әле барлыҡ туғандарын бер табынға йыйып осраштырҙы. Беҙҙе лә саҡырған ине. Хаҡлы ялға сығыу шатлығынан ине ул мәжлес. Эшен ташларға ла йыйынманы. Тик ҡыҫҡартыуға эләккәс, ҡарттар йортонда йыйыштырыусы булып эшләй, тинеләр.
Хәҙер ишеткәс тә был хаҡта аралар алыҫлығына һылтанған булырмын, йәштән яҡын аралашып йәшәмәнек тә, тип аҡланырмын, ни тиһәң дә кеше ҡайғыһы төштән һуң бит, үҙемдең донъя мәшәҡәттәренән бушанып, уны бер ваҡытта ла хәтеремә төшөрмәгәнмен...
Бабайҙың машина йөрөтөүгә хоҡуҡ биргән ҡағыҙын алыштырыр ваҡыты еткән икән. Шунлыҡтан Гөлзаһира апайҙар йәшәгән ҡасабалағы ЮХХДИ-ға барырға йыйынды. Ниңәлер күңел ҡушыуы буйынса мин дә барырға ниәтләнем, ошоғаса артыҡ ҡатнашып йәшәмәгән апайҙың хәлен белешергә сәбәп иттем.
Юлда барғанда уҡ башымдағы икеле-микеле уйҙарҙан арынырға тырыштым. Өйҙәренә һуғылырғамы, әллә инмәҫкәме кеше мәшәҡәтләп? Күпме йылдар хәлен дә белешмәгән кешенең беҙҙе нисек ҡаршылауы ла билгеһеҙ, йомошоғоҙ булғанға ғына килеп сыҡтығыҙмы, туҡталып ял итер урын кәрәктеме, тиеүе лә мөмкин. Нисек әйтһә лә ул хаҡлы буласаҡ. Үҙем был турала бабайға өндәшмәйем. Юғиһә, әйтер, йөрөйһөң эт күтенән ем теләп, юҡ туғаныңды барлап, инеп ысталауай аша ла, правамды алһам ҡайтырға сығырбыҙ, тиер.
Мине бабай Гөлзаһира апайҙар йәшәгән өй тәңгәлендәә төшөрөп ҡалдырып, ары китте. Күрмәлекле йорттоң ҡапҡаһы алдында инергә ҡыймай туҡталып ҡалдым. Ҡыйып баҡҡыһыҙ евроремонт яһалған. Әгәр адресын белмәгән булһам, бәлки, яңылыш төртөлгәнмендер, тигән уйҙа булыр инем. Гөлзаһира апайҙың электән тырыш, эшлекле, булдыҡлы икәнлеген ишетә беләм, тик былай уҡ йортон сынъяһау итеп ҡуйыуы, ай-һай...
Ихата эсендәге эттең ярһып өрөүөнә күрше ҡапҡанан оло йәштәрҙәге ағай сығып миңә өндәште.
- Өйҙә юҡ улар, эштә булалар был ваҡытта, һеҙгә кем кәрәк?
- Гөлзаһира апайға тип һуғылғайным, һаман эшләй икән дә...
- Һе... Ул бит күптән бында йәшәмәй, ҡыҙының банкка бурысы булғанға һаттылар был өйҙө, ҡарттар йортонда ул хәҙер.
- Ә Миңзәлә, Рәйсә ҡайҙа икән, ҡыҙҙарын әйтәм. Ҡарттар йорто алыҫмы бынан, Гөлзаһира апай ни хәлдә? - албырғанып ағай кешене һорауҙарға күмәм.
- Анау урамдың осона сыҡһаң күп ҡалмай барып етергә, ике ҡатлы аҡ кирбес йорт алыҫтан күренеп тора. Шуның аҫҡы ҡатында урынлашҡан ҡарттар йорто.
Ниңәлер ҡулын ҡырҡа һелтәп ҡапҡаһынан инеп киткән ағайҙың артынан эйәрә биреп ҡалдым. Ҡулымдағы пакеттар ярайһы ғына ауыр. Машинаға ышанып, апайға ауыл күстәнәсен тултырғанмын, һыйыр тотмағанын белә инем.
Һәлмәк йөгөмдө алмаш-тилмәш ҡулдан-ҡулға күсереп, ауыр тын алып ҡарттар йортоноң күтәрмәһенән күтәрелгәндә үҙемде етмешкә артылған әбейгә оҡшата инем инде.
Рәшәткә буйында теҙелгән әбейҙәрҙән һорашып, Гөлзаһира апайҙың ҡайһы бүлмәлә йәшәгәнен белештем. Улар ниңәлер бер-береһенә аптыраулы ҡараш ташлап алғас ҡына әйтеп бирҙеләр.
Ҡабул итеү бүлмәһендәге шәфҡәт туташы ла минең үтенесемә тиҙ генә яуап бирмәне. Көтөргә ҡушып ҡайҙалыр сығып китте. Байтаҡ ҡына көттөргәндән һуң миңә үҙенең артынан эйәрергә ҡушты. Тар ғына тәҙрәһеҙ бүлмә, яҡтылыҡ түбәләге бәләкәй лампочканан ғына төшкәнгә, тыштағы яҡтылыҡтан һуң бында шыҡһыҙлыҡ тойола. Мин килгәс кенә бүлмәне ашыҡ-бошоҡ йыйыштырғандарҙыр, күрәһең, иҙәндең һөртөлгән урыны еүеш әле. Һауала ауыр еҫ аңҡый. Быныһы бүлмәне асып елләтерлек форточка юҡлығының эҙемтәһе. Тимер карауатта ятҡан Гөлзаһира апайҙы танырлыҡ түгел. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған, элекке дәү кәүҙәле, аҡ ҡына тулы йөҙлө апай урынына сирышып бөткән, битен һоро тут баҫҡан ҡарсыҡ ята. Уны ошо хәлдә күреүемдән шаңҡып ҡалғанмындыр, ул ҡулы менән иҙәп ултырғысҡа ымланы.
- Ултыр, балам, миңә төбәп килгәнһең тинеләр, сырамыта алмай торамсы...
- Һаумыһығыҙ, мин... - күҙҙәремә төйөлгән йәштәрҙән һүҙемдән бүленеп ҡалдым. Ошомо һуңғы тапҡыр күргәндә табында туғандарға арнап йыр йырлаған апай, һыйҙан һығылып торған өҫтәл артындағы туғандарына һәр береһенә ҡалаҡлап бишбармаҡ һоғондорған ҡунаҡсыл хужабикә?
- Йә! Йә! Мине йәлләп йөрәгеңде боҙма, күрәсәгеңде күрмәй гүргә инмәй кеше. Минең көндө күрергә яҙмаһын, тип телә. Гөлнур килен бит әле һин? Туғандарҙы күрмәһәм дә хәтерҙә барлап ятам әле, нисек килеп сығаһы иттең?
- Әле бына ҡустыңдың эше килеп сыҡты ла был яҡҡа, мин дә хәл белергә һылтауы менән килгәйнем.
Үҙемде ҡулға алырға өлгөргәйнем, шулай ҙа ҡыйынһыныуымдан үҙемде эш менән әүерәтәм, тумбочкаһын һөрткөләп күстәнәстәремде урынлаштырам.
- Килен ҡыйынһынмаһаң бынау тошта матрас төйөнө арҡамды ауырттыра, рәтләһәң ине бер аҙ. Ҡабаланып, һин килер алдынан аҫтымды алыштырғайнылар.
Юрғанды асыу менән ҡырҡыу еҫ танауҙы ярҙы, өҫкө яғына йәштәр футболкаһы кейгән апайҙың аҫҡы яғы күк талаҡҡа ите әйләнеп, иҙелеп, сейләнеп тора, арҡа тиреһе һыҙырылып ҡубып күберсегән.
- Сыҡмаған йән генә ҡалған инде, үлеп кенә булмай шул, үҙ йәнеңде үҙең алыуҙан да ҡыйын хәл юҡтыр. Нисәмә тапҡыр ынтылдым яҙыҡ юлға баҫырға, булмағас, булмай, муйындан гонаһҡа батырмын инде.
- Килен, тағы оло үтенесем бар, әгәр сикәнмәһәң, мине йыуындырып ҡына ал әле, сафланып алғым килә. Бик күптәнән мунсала йыуынғаным юҡ. Һораш әле, бөгөн изгелекле санитарка эшләй, рөхсәт бирер ул. Тик мунса яҡҡандармы икән?
Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡатын минең Гөлзаһира апайҙы мунсала йыуындырырға теләүемә ыңһарлап ҡына ризалашты. Уның ҡулына тотторған ауыл күстәнәсе лә ярап ҡалды.
Ваҡытты һуҙмай санитарка ҡатын ярҙамында апайҙы каталкаға һалып мунсала йыуындырып алдыҡ. Йөҙтүбән һалып елпетеп кенә сабындырғандан һуң Гөлзаһира апайҙың тәненән һыпырылып бысыраҡ, эрен-һүл ҡойолоуон күреп, күҙҙәрҙән йәш түгелде генә. Ярай ҙа эҫе мунсала биттән аҡҡан тир йәштәрҙе йыуа ине.
Беҙ ҡайтыуға санитарка постелде алыштырып йыйыштырған, бүлмәләге ҡырҡыу еҫ тә бер аҙ баҫылған һымаҡ. Әллә үҙем өйрәндемме... Таҙарынған тәненә, әммә һаман да ҡанһырап иҙелгән янбашына, бот араларына тумбочкаһында торған порошокты һиптергән булдым. Әммә бының файҙаһы юҡлығы шунда уҡ беленде: өҫтән ҡаплаған порошок аҫтынан ҡанлы һүл һарҡыуын дауам итте.
- Әрнеүҙәрем баҫылғандай булды. Хоҙай рәхмәте төшһөн инде үҙеңә, - тине. Сынаяғындағы сәйе һыуыһа ла эсеп бөтөрөргә тырышманы Гөлзаһира апай, аҫтына ебәреүенән тартына икән, үтә ныҡ ябығыуына ла шул сәбәпселер күрәһең.
- Йылдан артыҡ ятам инде, тәүҙәрәк әбейҙәр менән бер бүлмәлә булғанда рәхәтерәк ине. Уларҙың һөйләшкәнен тыңлайһың, тәҙрәгә ҡарап ятыу ғына ла үҙе бер кинәнес. Тик еҫ сыға тип һөйләнә, яратмай башланылар. Кеше күп булғанлыҡтан айырым бүлмә юҡ. Ошо тәҙрәһеҙ бүлмәгә күсерҙеләр. Тере килеш ҡәберҙә ятҡан кеүекмен. Утты ла үҙҙәре ингән саҡтарында ғына яндыралар. Сыҡһалар тағы дөм ҡараңғыла ятам. Рәхмәт шулай ҙа, бындағы эшләгәндәргә лә түҙем бирһен, урында ятҡандарҙы ҡарауы ауыр инде, үҙем элек бында эшләгәс беләм. Үҙеңдекеләргә кәрәкмәгәс, ете-ятҡа үпкәләп булмай инде.
Ниңәлер минең күстәнәстәремде ауыҙ итеүҙән дә баш тартты. “Таҙарынам әле, - тигән булып, уларҙы һыуытҡысҡа илтеп урынлаштырырға ҡушты. - Аят уҡығанда ауыҙ итерҙәр”. Һаман да ҡыҙҙары тураһында һорарға ҡыймайым, хәбәрҙән ауыҙым буш тормаһа ла өйө тураһында ла һүҙ башлай алмайым.
- Беләм, был көнгә нисек төшкәнлегемә аптырайһың. Шулай ҙа була икән был донъяла. Йәшә, йәшә лә, ғүмереңдең аҙағына килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Үҙемде ауыр йөктө һөйрәп тауға күтәрелеүсе кеше итеп тоям йәшәүемде. Инде еттем генә тигәс, йөгөм этеп тау түбәненә шыуҙырҙы ла төшөрҙө. Ғүмер буйы эскән ир менән йәшәп, уға ярарға тырыштым. Өйҙә уның бар эше бал ҡойоп, самогон ҡыуыу булды. Айыҡ та түгел, иҫереп тә ҡоламаны, мәңге аңҡы-тиңке үтте ғүмере, шул эсеүе арҡаһында китеп тә барҙы. Миңзәләмде тапҡас та табиб, ирең эсәме, тип һораны, сәбәбе булған икән. Төҫкә башҡа теүәл, етлеккән булһа ла психик сирле булып тыуҙы балам. Тиҙ ҡыҙыусан, үҙһүҙле, ауыр холоҡло булып үҫте ҡыҙым. Эсеүеңде ташламаһаң, башҡаса бала тапмайым, тинем иремә. Ташламаны, араҡыны ғаилә бәхетенән артыҡ күрҙе. Ул саҡта дарыуханала санитарка булып эшләй инем, яйын таптым тапмаҫҡа, ауырыу баланы үҫтереү ҙә үҙемә бик ауырға төшә ине. Тәүҙә балам ауырыу икәнлеген белмәһендәр, тип тырыштым. Кешегә һыр бирмәйем, кеше араһында әҙәмсә йәшәйем, тип серәштем. Ир үлгәс кенә бер аҙ тын алдым. Ғәйепләйһеңдер, әммә дөрөҫө шул. Балаға аҡсаһы сыҡты, аҡсаға тейендем, төнөм тыныс, ашауым аш булып һеңгәс, төҫ-башым рәтләнде.
Ул саҡта балалар табыу йортонда санитарка булып эшләй инем. Шунда йәш кенә бер ҡыҙ ғәйептән бала табып, дауаханала ҡалдырып китте. Эйәләштем дә ҡуйҙым шул балаға, эргәһенән китә алмайым. Ахырҙа үҙемә документтар юллап алып ҡайттым. Кешенең тыуған көнөн, исемен үҙгәртһәң яҙмышы үҙгәрә, тигән ырым буйынса исем-шәрифен әсәһе ҡушҡанса ҡалдырҙым, ә атаһы исемендә һыҙыҡ торғанға ғына мәрхүм иремдекен яҙҙырҙым. Үҙемдең ҡыҙым менән апалы-һеңлеле итеп, тиң күреп үҫтерҙем, кейемде лә бер иштән алырға тырыштым. Үҙ әсәһе табып аралашырға теләгәс тә кире һүрмәнем, йөрәген яраламаҫ өсөн ипләп кенә, яйын табып аңлатырға тырыштым.
- Әсәй, минең әсәйем Сәйҙә апаймы, - тип һораны бер уларҙан йөрөп ҡайтҡас.
- Әйҙә булһын улай бик теләгәс, ә мин һинең өләсәйең булырмын, - тип яуапланым шаярыу ҡатыш. - Ана, класташыңдың ике өләсәйе бар бит, һинеке лә икәү булыр.
- Юҡ, һин дә минең әсәйем булырһың, икәү булһын әйҙә әсәйем. Ә һин мине дауаханан алып ҡайттыңмы?
- Бәпесте дауаханан алып ҡайталар инде, кәбеҫтә араһынан, һыуҙан тотоп алдым тип алдашалар ҙа, барыһы ла дауаханан ала.
Ышанды бала, күршебеҙ ҙә шул осорҙа дауаханан бәпес күтәреп ҡайтҡас, башҡаса һорашманы ла. Ә үҙ әсәһе тағы кейәүгә сыҡты, бәләкәс бәпестәре тыуғас, йылдар буйы күрешмәй торҙолар, айырылғас тағы килде, аҙаҡ та үҙ тормошон яйларға тырышты. Рәйсә бошонманы ла үҙ әсәһенең килеп-китеп йөрөүөнә. Яҡын туғандар кеүек аралашып йәшәнек, ауыр саҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙамлаштыҡ.
Рәйсәнең өйҙән биҙеүенә үҙемдең ҡыҙым сәбәпсе булды. Эскелеккә, аҙғын тормошҡа бирелде ул. Ғүмер буйы иремдең, һуңынан баламдың эсеүен күреп, сараһыҙлыҡтан һығылып төшә инем. Эсһә ныҡ ҡыҙып, нимә һөйләгәнен белмәй китер ине ул да. Тәүҙәрәк минән ҡурҡып тынып ҡалһа, аҙаҡ күҙенә ни күренһә, шуны елгәрә башланы. Рәйсәне лә бер нисә тапҡыр туҡманы. Өй өсөн, милеккә хужа булыр өсөн йәшәйһең, тип рәнйетте. Күп тапҡыр кейәүгә сыҡһа ла бәпескә бәйләнмәне, ауырыуын белгәс, табибтар таптырмаҫҡа әмәлен тапты. Баҫылып, үҙе бер ерҙә лә эшләй алманы, инвалидность юллаһам да бирмәнеләр.
Ә шулай ҙа башы эшләгән, банктан өйөмдө залогҡа һалып, кредит алып түләмәгән. Банк өйөмдө тартып алып һатты. Ә мин урамда тороп ҡалдым. Үҙе ул саҡта кейәүҙә ине. Аҡсаһы бөткәс, иренән айырылды. Бергәләп өйҙәш булып кешелә йәшәһәк тә тынсытманы. Араҡы эсһә мине туҡмарға ынтылды. Тынысландырыусы дарыуын бәләкәй саҡтағылай көсләп тә эсерә алмай инем, тыңламаны. Айыҡһа үкенә. Тик ундай көндәре юҡ тигәндәй ине инде. Ошо ҡарттар йортона йәшәү шарты менән эшкә төштөм, тик бына инсульт аяҡтан йыҡты, ятам хәҙер кеше көнлө булып...
Рәйсәме? Бик алыҫҡа, Алыҫ Көнсығыш яғына сығып китте ул. Кейәүгә сыҡты, уға хәлемде белдермәйем, үҙ балаңдан булмағас, кеше балаһына көнөң ҡалмаһын. Мин уның аҡсаһына ҡыҙыҡманым, үҙемде ҡараһын өсөн ҡыҙлыҡҡа алманым. Бары уны йәлләнем, әсәй урынына тәрбиәләп үҫтергем килде. Ә уға ҡарттар йортонда эшләйем тинем. Әсәһенән дә уға ярҙам булманы, үҙ йортон булдырырға тырыша, аяғына тышау булмайым тейем.
Шул ваҡыт эштәрен теүәлләгән бабай бүлмәгә килеп инде, апаһы менән күреште. Үҙемдең бындалығымды алдан уға шылтыратып аңғартҡайным.
- Бик ҡыуандырҙығыҙ килеп хәлемде белеп, тәнем, йәнем сафланғандай итеп тойҙом үҙемде. Гонаһҡа батам инде, ғәйепләп иҫкә алмаҫһығыҙ улай-былай хәбәр ишетелһә, - тине Гөлзаһира апай.
Уны йыуатырға тырышып йәнен йылытырлыҡ һүҙҙәр эҙләйем, тик минән артыҡ оло ла булмаған Гөлзаһира апайға ҡарап, тамаҡҡа төйөр тығыла. Иҫәнлектә күрешеүебеҙҙе теләп ишеккә юнәләбеҙ. Ул күҙҙәрен генә асыпүйомоп, хушлашып ҡалды.
Ауыр, бик ауыр апайҙың хәле. Был осрашыуыбыҙ һуңғыһы икәнлеген дә беләбеҙ. Исмаһам, һуңғы юлына, ысын йортона хөрмәтләп оҙатырға ине.
Бер нисә көндән, апайҙың теләген үтәп, ҡарттар йортонан шылтыратҡан санитарка ҡатын Гөлзаһира апайҙың мәрхүм булып ҡалыуы, уны ерләүҙе ҡарттар йорто ойоштороуын хәбәр итте. Ашханала уның гүр эйәһе булыуы хөрмәтенә аят бағышлағандар. Нәҡ беҙ ҡайтып киткәндән һуң үҙ ғүмерен үҙе ҡыйған икән. Бына ниндәй яҙыҡ юлды һайлауын, шуның менән оло гонаһлы булырын, күстәнәстәрҙе үҙенең аятына тип ҡалдырыуын әйткән икән. Ул турала уйларға беҙҙең башыбыҙға ла инмәне.
Йән тыныслығын тапһын ине ул ысын донъяһында...
Гөлдәр Кәлимуллина.