Әҙәби бит
25 Март 2024, 17:20

Һунғы осрашыу

Апрель айында бер ҡыҙ бала донъяға килгән. Атаһв менән әсәһе уны ныҡ һөйгән. Яратып Флизә тип исем биргәндәр... Флизәнең был тыуған көнөндә һөйләй торған әкиәте ине. 

Һунғы осрашыуҺунғы осрашыу
Һунғы осрашыу

Лена Тойғонова 

Һунғы осрашыу 

Апрель айында бер ҡыҙ бала донъяға килгән. Атаһв менән әсәһе уны ныҡ һөйгән. Яратып Флизә тип исем биргәндәр... Флизәнең был тыуған көнөндә һөйләй торған әкиәте ине. 

Былтыр ҙа, туғандары ҡотларға килгәс , йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Ҡулы оҫта Флизәнең: ашын да, тамле бәлештәрен дә, ҡоймағын да, турамаларын да әҙерләп өлгөргән. "Быйыл юбилей түгел, шуға ҡунаҡ йыймайым" - тиһә лә, әҙерләнгән. Белә бит инде һенлеһе Лира ғаиләһе менән барыбер ҡотларга киләсәк.

Ысынлап та, иртәнге сәғәт туғыҙҙарҙа телефон шылтыраны, Флизә йоҡонан тормаған ине әле, ни эшләптер һунғы ике аҙна һаулығы шәптән түгел, быуындары һыҙлап, һәр ваҡыт ятҡы килеп кенә тора. 

-Хәйерле иртә апай, тыуған көнөн менән!!! Беләм, һин ҡунак йыймайым тиһәң дә, беҙ хәҙер бер сәғәттән килеп етәбеҙ- тине лә трубканы һалды.

Эй, ошо Лира, үҙ һүҙле лә инде, тынлап та торманы, үҙенен һүҙен әйтте лә трубканы һалды. Флизә, һикереп тороп тиҙ генә кейенде лә, ашын һалып ебәрҙе, өйөн йыйыштырҙы, балалар мәктәптә, ире эштә, тыуған көндө үткәрмәйем тиһә лә, һенлеһен түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Көн аралаш күрешеп торһалар ҙа ныҡ һағына ул һеңлеһен. Бәпес сағынан ҡарашып үҫтерҙе бит, Лира тыуғанда Флизә 2-се синыфҡа барған ине. Мәктәптән осоп ҡайта, һенлеһен бишектә йырлап бәүелтә, әкийәттәр һөйләй. Ҙурайғас бар ергә лә үҙе менән йөрөтөргә тырыша ине. Лиранан башҡа Ләйлә һенлеһе булыуға ҡарамаҫтан, Лираны яҡыныраҡ күрҙе.

Үҫеп етеп кейәүгә сыҡҡас та, үҙенен балалары тыуғас та, һәр саҡ һенлеһе менән аралашып, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, кәрәк саҡта ярҙам итешеп йәшәнеләр . Флизә менән Лиранын балалары бер ҡарында ятмаһалар ҙа, берен-бере хөрмәт итеп, "ағай", "апай" тип өҙөлөшөп торалар. Флизә инде хәҙер өләсәй, оло улынын ҡыҙы бар. 

Ҡунаҡтар күп көттөрмәй килеп төштөләр, Флизә йүгереп килеп Лиранын бәләкәсен күтәреп алды. Эй, ярата ла инде шул йоморсаҡты, үҙе барып алды бит бала табыу йортонан. Бөгөнгөләй хәтерендә, беренсе ғинуар, ҡар яуып тора ине. Бына йыл ярым ғүмер үтеп тә киткән. 

-Иҫәнме улым, һағынып бөттөм бит һеҙҙе, әйзәгеҙ, үтегеҙ -тип, өйгә саҡырҙы. Лира ла иптәше менән күстәнәстәрен, бүләктәрен алып өйгә үттеләр. Өй эсе бөхтә итеп йыйыштырылған, өҫтәл һыйҙан һығылып тора. 

-Унған да инде апайым, шул арала өҫтәл әҙерләп ҡуйған, кәрәкмәҫ ине, беҙ бит ҡотлайбыҙ тип кенә килдек, тамағыбыҙ туҡ ул -тип көлдө Лира. 

-Эй, ошоно, юҡ хәбәр һөйләй, ҡунаҡ булғас, шулай булырға тейеш инде, һеҙ бит минен ин ҡәҙерле ҡунаҡтарым. 

Шул арала ире эштән, балалары мәктәптән ҡайтты. Күмәкләшеп, гөрләшеп байрам иттеләр. 

Ә иң иҫтә ҡалғаны тышҡа сығып фотоға төшөү булды. Элек Флизә фотоға төшөргә яратмай торған ине, ә бөгөн үҙе: 

- Әйҙә, Лира фотоға төшәйек әле, берҙә минең менән төшкәнең юҡ, яратам бит мин һине, -тине. 

Һиҙенгәндер инде ошо уларҙын һунғы осрашыу булырын. Ҡунаҡтар нисек ҡапыл килһәләр шулай ҡапыл ҡайтып киттеләр. Флизәнен күнеле тулып китте, ултырып илап алды. Оло малайы шылтыратманы бит. Ярай әле ошо тиктормаҫ Лираһы бар, ҡырҡҡа етеп килһә лә берҙә онотмай апаһын. 

Ошо осрашыу һунғыһы булды, иртәгәһенә телефондан һөйләштеләр, ә төндә Флизәгә икеләтә инфаркт булды. Тиҙ ярҙам машинаһына үҙ аяғы менән барып ултырҙы, ә ун биш минуттан инде уны һалҡын моргкка алып барып һалдылар... 

Бына ергә тағы яҙ килде, апрелгә аяҡ баҫтыҡ, тик апай юҡ, ә тыуған көнө менән ҡотлар урынға иҫкә алыр көн булды. Хәҙер ҡәберенә барып, фотоһына ҡарап, иҫләргә генә ҡалды. Их, апай, бик иртә киттең беҙҙен аранан, купме һөйләшер һүҙҙәребеҙ ҡалды, мин һине БИК һағындым!!!!.....тип илап тора Лира ҡәбер янында ......

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас