Әмир ӘМИНЕВ
ЯҘЫЛМАҒАН ХИКӘЙӘ.
Атайым тураһында яҙғым килә. Был ниәт күңелдә күптән йөрөһә лә, һаман батырсылыҡ етеп тотона алғаным юҡ.
Ҡасанға тиклем һуҙырға була, ултырам, тип үҙ-үҙемә өҙөп кенә әйтһәм дә, ят йылға аша кисеү таба алмай йонсоған юлсы һымаҡ, йәнә уйымдан кире ҡайтам, йәнә ултырам, әммә хәүефме, оло яуаплылыҡ тойоумы ҡулды бәйләй ҙә ҡуя. Ваҡыт үтә барған, араларға йылдар ятҡан һайын был теләк туҙға төшкән тере ҡуҙ төҫлө, күңелде ашай, борсой, ә мин уның һайын атайым алдында уллыҡ бурысымды үтәй алмағанға үрһәләнәм.
Быйыл уға алтмыш йәш тулған булыр ине. Бына ун дүрт йыл инде атай тип әйтеүҙән мәхрүммен. Минең ниндәй ниәт менән йөрөгәнемде белгән-һиҙгән төҫлө ул йыш ҡына төшкә керә. Кереүен керә, тик ниңәлер күрешә алмайбыҙ: яҡын килмәй, осрашһаҡ, гел генә ситкә тайпыла. Бер тапҡыр ғына, институтты тамамлап эшкә урынлашҡас булдымы икән, һәйбәт итеп эшләргә яҙһын, тип ҡулымды ҡыҫып, арҡамдан һөйөп китте. Был хәл төштә булһа ла, һаман ҡулдарының йылыһын тоям. Ул шулай миңә фатиха биргән, уҡып сығыуыма шатланған һәм аҡ юл теләгән, тимәк. Һәр хәлдә, ул төштө шуға юраным. Шулай ҙа осраша алмауыбыҙ сәбәбен барыбер ҙә аңлап етә алмайым. Быҫҡаҡ ямғыр ҡойған төҫлө, йөрәкте туҡтауһыҙ өйкәп йөрөгән ифрат та ғазаплы тойғо был. Унан бер ҡасан да арынып булмаҫтыр, ахыры. Яҙһам, яҙа алһам ғына арынырмын төҫлө.
Хәҙер үҙем атай – улым менән ҡыҙым үҫә. Олатайҙары, әсәләренең атаһы, иҫән, осрашһалар, һөйләшеп, иркәләнеп туймайҙар. Уларҙың шулай аралашып үҫеүенә ҡыуанһам, үҙемдең атай юҡлыҡтан, балаларымдың уның менән күрешмәй ҡалыуына күңел һыҡтай. Бында, әлбиттә, минең дә, уларҙың да ғәйебе юҡ, бөтә эш атайҙың иртә китеүендә. Йәйге отпуск мәле етһә, тәүҙә ҡайнымдарға, улар яҡыныраҡ, унан әсәйемә ҡайтабыҙ. Шулай бер йыл ҡайнымдарҙа бер аҙна самаһы тороп, минең ауылға ҡайтҡас, дүрт йәшлек ҡыҙым, бында ла өләсәй бар, ә олатай юҡмы ни, тип һорап ҡуйҙы. Күрәһең, үткән йылғы тәьҫораттарын онотҡан йәки барыһын да иҫтә ҡалдырырлыҡ йәштә булмаған. Бәлки, олатай хаҡында һүҙ ҙә сыҡмағандыр. Мин уға нисегерәк яуапларға икән тип торҙом да, әйтерһең, берәй төрлө алдап була, юҡ шул бындағы олатайың, тинем. Ҡайҙа, ике өләсәй булғас, ике олатай ҙа булырға тейеш, тегендә бар бит, ниңә бында юҡ, тип ныҡыша башланы ҡыҙым. Шулай аптырашып торған арала, әсәһе, бындағы олатайың үлгән, тине, стеналағы ҙурайтылған фотоға күрһәтеп. Быға ҡыҙым, күп уйлап тормай, әйҙә, тегендәге олатайҙы бында килтерәйек, беҙ ҡалаға киткәс ҡайтыр, тигән тәҡдим индерҙе. Әйтте лә, бала тигәс тә бала инде, һикерәндәп ихатаға сығып та йүгерҙе. Шулай итеп, ҡыҙым үҙе лә аңламайынса, күңелгә һағыш яҡты. Хәйер, тыуған йортҡа ҡайтһам, атай иҫтән сыҡҡан минуттар юҡ та инде ул. Нимәгә тотонма – барыһына ла уның ҡулы тейгән, уның ҡарашы һарылған. Атай үҙе лә бына-бына ҡайтып керер, минең менән күрешер ҙә улым менән ҡыҙымды алмаш-тилмәш ҡосағына алыр төҫлө...
Бына ошо һағышты, ошо тетрәнеүҙе уҡыусыға нисек итеп һөйләп бирергә һуң? Нимәнән башларға? Барыһы ла үкенескә, һыҡтауға күмелеп китмәҫме? Сөнки хәтирәләрҙең күбеһе әсенешле. Ә уның холоҡ-фиғелен аса, ҡылыҡтарын төҫмөрләтә алырлыҡ хәл-ваҡиғалар етерлек.
Урта буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ҡарап тороуға ыҡсым кеше ине ул. Тура ҡырлас танау, киң маңлай, сөм ҡара сәс, эскәрәк батып торған ҡара күҙҙәр. Ул күҙҙәр гел генә һынсыл һәм кешегә тура ҡарай. Атлағанда тура ҡарап, һул ҡулын салбар кеҫәһенә тығып, икенсеһен һелтәп, эре аҙымдар менән атлар ине. Яҙлы-көҙлө, хатта йәйгеһен дә кирза итектәрҙә йөрөгәне иҫтә ҡалған. Һәм ул итектәрҙе иртәнсәк гел генә майлап кейер ине.
Атайҙың характерын асыр өсөн уның менән аралашҡан кешеләрҙе лә теркәргә, улар менән бәрелештерергә, эш буйынса бәхәскә индерергә кәрәк. Ә был еңел түгел. Тормошта эш тип сәкәләшеүҙәре ихтимал, кеше менән кеше араһында ни генә булмай, әммә әҫәрҙә уны һис ваҡларға ярамай, һәр төрлө әр-ыҙғыштан, ығы-зығынан юғарыраҡ күтәрергә, йәшәү маҡсатын, ынтылышын күрһәтергә тейешмен. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та шулай ине бит ул: юҡ-бар өсөн тауыш сығарманы, ваҡланманы, гел генә оло уйҙар, матур хыялдар менән йәшәне. Ә ҙур маҡсаттар ваҡ йәндәргә бирелмәй. Ҡыҫҡаһы, атайым, әҫәрҙә, әлбиттә, атайым тип түгел, икенсе исем менән алырмын һәм өсөнсө заттан тасуирлармын, бына шулай ине, минең күңелдә шулай булып һаҡлана, тип әйтеү һәм уҡыусыны шуға ышандырыу өсөн ана күпме эш атҡарырға кәрәк. Ваҡиғалар, хәтирәләр, иҫтә һаҡланған күренештәр өйөмөнән уның асылын, эске донъяһын яҡтырта алырҙайын ғына һайлап яҙырға кәрәк була. Ах, шәп яҙған бит атаһы тураһында, тип уҡырлыҡ булһын.
Бер мәл мотоцикл тауышына уяндым. Ваҡыт һуң булғандыр инде, йоҡлағас. Атайым мотоциклын һүндереп лапаҫ аҫтына индереп ҡуйҙы ла соланға керҙе, тауыш-тынһыҙ ғына өҫтөн, аяҡ кейемен һалды, тәрән итеп көрһөндө. Кире сығып ихаталағы ҡулйыуғыста оҙаҡ итеп йыуынды, һөртөндө, кире соланға керҙе. Әсәйем ашарына ултыртты. Өй ишеге аша сәй эсә башлауҙары ишетелде. Бер-береһенә берәй һүҙ әйтһәләрсе! Әсәйем, атайым өндәшмәй, тип ҡыймайҙыр, атайым арып ҡайтҡандыр, тип уйлайым. Ултыра торғас, атайым балалар һымаҡ мыш-мыш иларға тотондо. Мин тәүҙә аңламай ҙа торҙом, унан тамам ғәжәпкә ҡалдым, берәй төрлө яман хәл булғанмы әллә, тип уйланым. Йоҡо осто. Быға тиклем атайымдың ошолай һыҡтауын күрмәгәнгә шомландым да. Юҡ-барға балауыҙ һыҡмаҫ, сәбәбе барҙыр.
– Нимә булды? – тип һораны әсәйем. – Ниңә илайһың?
- Ямғыр юҡ бит, – тине атайым, һаман һулҡылдап.
Аңламаным. Яңылыш ишеткәнмендер. Ямғыр яумай тип тә ила, имеш. Миңә ни ул бигерәк яҡшы, лысҡылдатып һыу, батҡаҡ кисеп йөрөгәнсе, эҫелә һыу буйында ҡомда ҡыҙынып ятыуың мең артыҡ.
– Һин илағанға ғына яуып китһә ярар ине лә ул, – ти байтаҡ һүҙһеҙ ултырғас әсәйем. – Уға ниңә шул тиклем бөтөрөнәһең? Ваҡыты еткәс яуыр.
– Игендәр сыға алмай бит һаман. Тағы аҙна-ун көн ошолай эҫе торһа, сәскәндәребеҙ һәләк була.
- Яуыр, яумай тормаҫ. Йәй ҡасан да булһа бер килеп ҡойоп китә торған.
Әсәйем атайыма балаларға өндәшкән кеүек кенә өндәшә – борсолған сағында ауыр һүҙ әйтеп күңелен йәнсетеп ҡуймайым, тиҙер инде.
– Яуыр, яуыр, – ә атайым уны эләкләй. – Ҡасан булһа ла яуырын мин дә беләм. Бөгөн, ошо сәғәттә кәрәк. Августа уның хәжәте бер тин. Эх, – атайым урынынан тороп уҡ китә лә солан буйлап йөрөргә тотона. Уның йөрөүенән иҙән таҡталары шығырлап-шығырлап ала, әйтерһең, атайыма ҡушылып ул да һыҡтай. Байтаҡ йөрөгәс, гөрҫ итеп ултырғысына барып ултыра ла сәйен һемерергә керешә. Әсәйемдең, һыуынғандыр, ҡайҙа, яңыны яһайым, тигәненә лә яуап бирмәй. Миңә ул үҙенең сынаяҡҡа аҡҡан күҙ йәштәрен эсә кеүек тойола.
– Ҡуй, шуға ла ҡайғырып ултырма инде. Үҙеңдең игенең һымаҡ...
– Минеке булмай, кемдеке? – Атайым шырпы һымаҡ ҡапыл тоҡанып китә. – Ул минеке лә, һинеке лә, балаларҙыҡы ла. Колхоздыҡы, бөтә илдеке. Бөтөнләй сыҡмаһа, нимә ашарға итәһең? Ауыл, колхоз, ил?
– Ҡоролоҡ бер быйылмы? Йыл да нимәлер булып тора. Йә туҡтауһыҙ ямғыры яуа, йә көнө булмай, башҡаһы. Моғайын, ас ултырмабыҙ, табырҙар. Ил ҙур.
- Табыуын табырҙар, тик ситтән ташырға тура килер. Транспорты, кешеһе, сығымдары. Алтын бәрәбәренә төшәсәк. Күтәртә башлаған мал кеүек фәҡир хужалыҡҡа еңел булмаясаҡ.
Әсәйем бүтән өндәшмәне. Өҫтәлдәге ҡашығаяҡты йыйып аласыҡҡа сыҡты. Атайым тәмәке, шырпыһын алып шулай уҡ тышҡа йүнәлде.
Иртәгәһенә мин һыйырҙы көтөүгә ҡыуырға торғанда атайым өйҙә юҡ ине. Мотоциклы тауышын да ишетмәгәнмен.
Ошолай башкөллө эшкә бирелгән кеше ине ул. Ямғыр яумай, сәскән иген һәләк була, тип өҙгөләнеүе лә шунан. Хәленән килһә, үҙе ямғыр булып яуыр ине йыл ҡоро килгән саҡтарҙа. Мин белә-белгәндән бригада, колхоз тип йәшәне, шуны ҡайғыртты, шуны ғына һөйләне. Вафатына нисә йыл үтте, ололар менән һүҙ сығып китһә, барыһы ла, колхозда атайың һымаҡ эшләгән кеше булманы, хәҙер ҙә юҡ, тиҙәр. Һоҡланалар, һағыналар, иртә китеүенә йәндәре әсей, бөгөнгө хужалыҡтағы хужаһыҙлыҡты күреп аптырайҙар. Аңлағандары, дөйөм эш тип янғандары.