Әҙәби бит
10 Март 2024, 13:00

Килмешәк булып уҙған бала саҡ

Уҡытыусылар бер ҡасан да мине юғары белемле итеп күрергә теләмәне, гел генә атайың һымаҡ көтөүсе буласаҡһың, тинеләр. Китаптарҙы күп уҡыным. Уларҙағы ыңғай геройҙарҙан өлгө алып тәрбиәләндем. Фото-видео төшөрөү, техника менән мауыға башланым. 9-сы – 10-сы класты күрше рус мәктәбендә уҡыным. Бында ла мине ҡолас ташлап көтөп торманылар. Рус теленән инша яҙғанда бер ҡасан да башҡаларҙан күсермәнем. Гел уйланып, үҙем уҡыған әҫәрҙәргә таянып яҙа инем. Ләкин уҡытыусылар иншамды маҡтар ҙа “күсергәнһең”, тип түбән билдә ҡуйыр ине. Бер ваҡыт уҡытыусы ҡаршыһына ултыртып ҡуйып инша яҙҙырҙы. Яҙмамды тапшырғас, тағы ла күсергәнһең, ҡаршымда ултырып, нисек күсерә алдың, тип, унда-бында өтөрөң юҡ, тигән һылтау менән дүртле ҡуйҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Килмешәк булып уҙған бала саҡ

Мин 3-сө класта уҡыған саҡта ата-әсәйем менән тыуған ауылымдан 25 километр алыҫлыҡтағы бер ауылға күсеп килдек. Ситтән килгән кеше, тип мине мәктәптә ныҡ ҡына ситләттеләр. Китап-дәфтәрҙәремде йыртып, туп урынына тибеп йөрөтәләр ине. Малайҙар йыйылышып, үҙемде лә ныҡ ҡына туҡмай торғайны. Ләкин бер ҡасан да ҡайтып был хаҡта ата-әсәйемә әйткәнем булманы. Сөнки атайым уның өсөн мине тағы ла туҡмаясағын белә инем. Уҡытыусылар ҙа миңә ҡаныҡты. Тырышып уҡыһам да “3” билдәһенән яҡшыраҡты ҡуйманылар. Башҡалар кеүек дәрес ҡалдырманым, бирелгәнде гелән генә әҙерләп йөрөнөм. Насар уҡый, тәртипһеҙ бала тип уҡытыусылар мине махсус мәктәпкә ебәрергә тырышты. “Ике һөнәр алыр, тормошта юғалып ҡалмаҫ”, - тип ата-әсәйемде күндерҙеләр. Ғәҙелһеҙлеккә түҙмәйенсә, үҙемде яҡлар өсөн мәғариф министрлығына хат яҙҙым. Ишеттеләр бит мине унда! Бер көн унан кешеләр килеп төшө һәм төрлө фәндән минең белемемде тикшерҙеләр. “Шундай һәләтле баланы нисек коррекцион мәктәпкә ебәрергә булдығыҙ?” - тип уҡытыусыларға шелтә яһап ҡайтып киттеләр.

Уҡытыусылар бер ҡасан да мине юғары белемле итеп күрергә теләмәне, гел генә атайың һымаҡ көтөүсе буласаҡһың, тинеләр. Китаптарҙы күп уҡыным. Уларҙағы ыңғай геройҙарҙан өлгө алып тәрбиәләндем. Фото-видео төшөрөү, техника менән мауыға башланым. 9-сы – 10-сы класты күрше рус мәктәбендә уҡыным. Бында ла мине ҡолас ташлап көтөп торманылар. Рус теленән инша яҙғанда бер ҡасан да башҡаларҙан күсермәнем. Гел уйланып, үҙем уҡыған әҫәрҙәргә таянып яҙа инем. Ләкин уҡытыусылар иншамды маҡтар ҙа “күсергәнһең”, тип түбән билдә ҡуйыр ине. Бер ваҡыт уҡытыусы ҡаршыһына ултыртып ҡуйып инша яҙҙырҙы. Яҙмамды тапшырғас, тағы ла күсергәнһең, ҡаршымда ултырып, нисек күсерә алдың, тип, унда-бында өтөрөң юҡ, тигән һылтау менән дүртле ҡуйҙы.

Бер ҡасан да улар һымаҡ ғәҙелһеҙ булмаясаҡмын, тигән маҡсат менән йәшәнем. Белемемде арттырырға, байытырға тырыштым. Айыҡ аҡыл менән йәшәнем. Спорт төрөн үҙ иттем. Ирекле көрәш төрө буйынса спорт мастерлығына кандидат булдым. Төрлө һөнәр үҙләштерҙем. Инженер-электроник булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Ғүмерем буйы ижад эшен ташламаным. Мәктәптә уҡығанда уҡ гәзит-журналдарҙа яҙмам сыға ине. Уларҙы йыйып барҙым. Мәктәптә осрашыуҙа уларҙы уҡытыусыма күрһәтеп: “Күсереп алып баҫтыра инем”, - тинем төрттөрөп. Ул тәүҙә аңламаны, һуңынан килеп ғәфү үтенде.

Иҫтә ҡалған класташтарым тураһында ла әйткем килә. Баҫалҡы, йомшаҡ күңелле Фәрит исемле егет менән бер партала ултырҙым. Уны ла малайҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа гел генә ҡыйырһытты. Мәктәпте тамамлағанда класс етәксеһе һәр кемебеҙҙән ҡайҙа уҡырға барасағыбыҙ тураһында ҡыҙыҡһынды. Ул инженер-механика һөнәрен һайлауын әйтте. Шунда уҡытыусыбыҙ: ”Беҙҙең мәктәпкә тап төшөрөргә уйлайһыңмы?” - тип мыҫҡылланы. Уның хаҡында күптәр ҡайҙа, нимә эшләп йөрөгәнен дә белмәй. Ә мин беләм. Ул хыялын тормошҡа ашырҙы. Мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп, агроном булып сыҡты. Ун йыл эшләгәндән һуң ҙур ғына бер хужалыҡҡа рәйес итеп ҡуйҙылар. Ул етәкләгән совхоз Рәсәй кимәлендә данлыҡлы булып һаналды.

Был яҡты донъяла һәр кемдең үҙ һуҡмағы, үҙ юлы, үҙ моңо, үҙе генә белгән уй-хыялдары бар. Уға бирелгән һынауҙар ҙа төрлө. Кемдер еңеп сыға, ә кемдер юғалып ҡала. Күңелдәребеҙ ҙә шулай – кемдеңдер даръя кеүек иркен, кемдекелер бик тар.

Ысынлап та, ябай һәм тырыш ауыл балаһы яҙмыш һуҡмағынан атлағанда, ҡаршылыҡтарҙан сынығыу алып, алға ынтыла. Белем, һөнәр алып, тормошон ҡора. Ауырлыҡтар менән яуланған бәхет кенә тыныс күңел менән йәшәү көсө бирә. Улар һәр ваҡыт яҡты эҙ ҡалдыра.

Шәфҡәт Ғәниев.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас