Әҙәби бит
6 Март 2024, 15:00

Ҡараҡ урманы (дауамы)

- Быйылға план үтәлмәне бит әле. Урман киҫергә ебәрерлек берәү ҙә юҡ. Яңы йылға тиклем бер утыҙлап ҡатынды ебәрергә тинеләр. Ни тиклем шәберәк эшләһәгеҙ, шул тиклем тиҙерәк эш бөтөр! - тип өҫтәлгә һуғып та алды. Йыйылыусылар, табышҡа ынтылған ҡарға көтөүе кеүек, гөр итеп силсәүит Нурмыйға йәбештеләр: - Ана, ебәр бисәңде! Артын мейескә терәп ятмаһын! -тип екерҙе уҫал Биби. - Гел берүк әрһеҙҙәр, бер үк йәтимдәр йөрөй. Илдең тишек-тошоғон беҙ генә ямап бөтөрә алмайбыҙ!..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Нурбикә бик йәлләне Хәйерниса апаһын. Әгәр ҙә шомло урман, ошо ҡот осҡос хәл булмаһа, бәлки икенсерәк фекер йөрөтөр ине лә бит...

 Юҡ, нисек тә был эттәрҙе фашлап, ғәйепһеҙ, көсһөҙ затты ҡотҡарырға, тигән уй менән йәшәй башланы. Ниндәй органдар аша шул әҙәм аҡтығын тотторорға һуң?! Ана, бөтә ирҙәр ҡан ҡойғанда нишләп ул урман эсендә нәҫел үгеҙе шикелле намыҫ талап ята һуң? Әле һуғыштың ҡасан бөтөрөн кем белә? Ә юлбаҫарҙар һаман ябай кешене талап, кеҫә ҡалынайта, ҡатын - ҡыҙҙы мәсхәрәләй, намыҫын тапай. Уйҙарынан түҙмәйенсә Сәлимәгә һөйләп тә ташланы. Бейеме шөбһәләнеп:

- Эй, балаҡай , уны Алла ла, бәндә лә еңә алмаҫ, бөтә ерҙән дә ул оҫта ҡотола, йышылған жүлик бит ул, - тине.

 - Былай ҡурҡып ултырһаҡ, уның "бүре өңөн", урманын туҙҙырмаһаҡ, гел шулай йәшәргә ҡала бит! Райүҙәккә барып етергә кәрәк! – Нурбикә тороп кейенде лә, ҡыйыу баҫып Хәйернисалар яғына ыңғайланы. Кеҫәһенә бер-ике ҡыҙыл прәник һалып алды. Ул барып ингәндә, малай ҡартәсәһенә быҙау эсерешә, яңы тыуған быҙауҙың йә башын тота, йә күнәктәге һөттө эсһен өсөн уң ҡулын бирә ине. Нурбикә сәләмләшкәс, хәл -әхүәл һорашты:

- Инәй, берәй эшең юҡмы? - тип әбейҙең ҡулынан күнәген алып, башын сайҡап торған быҙауҙы кәбәркәгә япты. Унан кәзә - һарыҡ бәрәстәре тауыш биреп, өйҙә бер мәл ығы-зығылы тауыштар сығып торҙо. Ҡулдарын ҡомған менән йыуып торған Хәтирә:

- Быҙауы ла һарыҡтары ла быйыл иртәләнеләр! Эй ошоларҙы, әле генә имеҙеп сығарҙым бит әле. Иртәрәк бәрәсләгәс йәлләйем шул бәрәстәрен. Тышта аҫрарға һарайы тишек тә тошоҡ.

 Ҡапыл ғына өйҙө тынлыҡ баҫты. Килененең балаһын юҡ итеүе, ошо бәрәс балаларын ҡапыл әйтеп, барыһын да иҫкә төшөрөүе булдымы, билдәһеҙ. Тынлыҡты ейәне Сөнғәт боҙҙо:

-Ҡәрсәй минең һөт эскем килә!

- Мә, балам, эс, тип ейәненә һөт һалып бирҙе. - Әй әттәгенәһе, ҡалай һәйбәт килдең әле, Нурбикә килен. Әсәйеңә, киленгә хат яҙҙырып һалайыҡ әле Нурбикә апайыңдан. Кемдән яҙҙырырға белмәй аҙарынып йөрөйөм. Яҙырҙай кешеләр әллә нимә һорашалар.  Бутто мин беләм. Мин дә шул инде, һуҡыр шикелле. Мәскәү аръяғы инде, йүнләп әҙрисен дә яҙмай. Әллә Мәскәү өлкәһе, әллә Кимировмы? Хатын да уҡып торалар икән. Тегергә өйрәткәндәр. Һуғышҡа кәрәк-яраҡ тектерәләр, ти. Ярай инде, эше булғас, бирешмәҫ. Мин инде хәҙер эштән сығып барам. Ҡартлыҡ ҡайҙа бараһың тигәндәй,  мине ҡартайтырға килгән инде.  Яҙ әле, балаҡай, атаһы ла әллә ҡайҙарҙа һуғышып ятып ҡалды...

 Нурбикә күңеленән ҡыуанып ҡайтты. Күпме рәхмәт алды, изгелек эшләне бит әле. Бейеме  бик өнәмәй генә ҡаршыланы:

- Ана, һине кәнсәгә саҡырғандар, барып кил! Әйтеп китмәнең, кемдән эҙләргә белмәй торам! - Бейеменең хужаларса тауыш менән өндәшеүе Нурбикәнең уйҙарын тәртипкә һалды.

- Ярай, барып киләйем һуң! Ниндәй эш ҡушарҙар, - тип сығып китте.

 Нуриәхмәт силсәүиттә бик күп ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып  кәңәшмә үткәрә ине. Ил өҫтөндәге хәлдәр, һуғыш яңылыҡтарын бәйнә-бәйнә һөйләне. Башын аҫҡа эйеберәк:

- Быйылға план үтәлмәне бит әле. Урман киҫергә ебәрерлек берәү ҙә юҡ. Яңы йылға тиклем бер утыҙлап ҡатынды ебәрергә тинеләр. Ни тиклем шәберәк эшләһәгеҙ, шул тиклем тиҙерәк эш бөтөр! - тип өҫтәлгә һуғып та алды. Йыйылыусылар, табышҡа ынтылған ҡарға көтөүе кеүек, гөр итеп силсәүит Нурмыйға йәбештеләр:

- Ана, ебәр бисәңде! Артын мейескә терәп ятмаһын! -тип екерҙе уҫал Биби. - Гел берүк әрһеҙҙәр, бер үк йәтимдәр йөрөй. Илдең тишек-тошоғон беҙ генә ямап бөтөрә алмайбыҙ!

 Сарбай Зәкирә лә сарылдап барын да уҙҙырып ҡысҡырҙы:

-Ҡара көҙ, етмәһә, ҡар ҙа юҡ! Елегеңә үтерлек һыуыҡ! Кейеме лә юҡ бит әле! Ашарға ла таҡы-тоҡо!

 Нурбикә лә:

-Ҡайҙа барам тиһәң, урман тулы юлбаҫар! Органнар нишләп ята ул! Мин саҡ үлемдән ҡалдым! Лутсы ҡулыма ҡорал бирегеҙ! Мин һуғышта анау бәдбәхет ниместе ҡырырмын! – тип ҡысҡырҙы.

 Силсәүет Нурмый башын да күтәрерлек, уларҙың йөҙөнә лә ҡарарлыҡ хәлдә түгел ине. Нимә тип әйтһен инде? Шулар менән ил хәстәрен үтеп бара бит! Бер нимә лә өндәшмәй, махраһын тартыр өсөн урамға сыҡты. Бисә - сәсә әҙерәк ипкә-һапҡа килеп тындылар ҙа, ҡайтырға сыҡтылар.

- Ярай, кәрәк булһаҡ, өй беренсә лә йыйырҙар! Һин, Нурбикә, ысынлап һуғышҡа китергә уйламағанһыңдыр ул?

 Нурбикә үҙенең ҡапыл ғына яндырайланып әйткән һүҙенә үҙе ышанмаһа ла мах бирмәне:

- Ниңә, мин кемдән кәм?- тине өҙөп. - Илгә кәрәкмен икән, бирешмәм әле!

 Иртәгәһенә таң һараһы менән силсәүит атына ултырып, ғариза яҙырға ниәтләп юлға сыҡты. Тыңларға ла теләмәнеләр. Балаларыңды ҡара, урман киҫ, һыйыр һау, мал ҡара, тип кире борҙолар! Бик ныҡышҡас, исем- шәрифен яҙып алып ҡалдылар.

 Ҡараҡ урманындағы хәлде һөйләр өсөн милициялар ултырған ерҙе һорашып китте. Ентекләп һөйләп биргәс, оло ғына мыйыҡлы милиционерға:

- Бер ғәйепһеҙ Хәйерниса апай, ана, ни хәлгә ҡалды. Әйҙәгеҙ, бер сараһын күрәйек, былай булмай бит! Бәлки берәй хәйлә менән тегеләрҙе тоторһоғоҙ, беҙ, бер нисә бисә, шул ерҙәрәк туҡталған булып, һеҙгә ярҙам итербеҙ! - тине ул аҙарынып.

- Уйларбыҙ, һеңлекәш, уйларбыҙ. Был яҡшы фекер. Күптән шул шайканы ҡулға алырға кәрәк. Ана күрше Йәнегет ауылын да талап йөрөгәндәр. Бер-ике кешенең һыйырын да алып киткәндәр! Ошо көндәрҙә килеп сығырмын, йыйылышып алырбыҙ, - тине.

Нурбикә ҡәнәғәтләнеп:

 - Үҙебеҙҙә инде план ҡороп алырбыҙ. Мине ҡорал тоторға өйрәтегеҙ әле! Берәй курстар юҡмы, ағай! – тине.  

Сабиров көлөмһөрәп:

-Теге Ғәниҙе үлтерергә уйланыңмы әллә? Ул бер үҙе генә түгел бит, суҡынған! – тип Нурбикәне тынысландырҙы.

 Осрашыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар. Теге урманға инеп, арба тәгәрмәсе боҙолоу сәбәбе менән туҡтарға һөйләшеп таралыштылар. Ҡатын –ҡыҙҙар араһына милиция хеҙмәткәрен дә ҡушырға, уны арбала йәшерергә, ҡалғандар яҡын урман ситендә булырға һүҙ ҡуйыштылар. Бына ул көн килеп етте. Ҡатындар шаулаша-шаулаша арбаны эткән, күтәргән булып булашты, уларҙың тауышы урман шаңдауына ҡушылып әллә ҡайҙарға китә ине. Улар шулай маташҡансы күҙ бәйләнде. Теге юлбаҫарҙың, ысынлап та, бик ас ваҡыты булдымы, улар шым ғына, һеләүһен тиҙлегендә яҡынайып килгәндә, Нурбикә атаһы Сәләхетдиндең һыҙмаһын йәшергән еренән ҡулына яҡынайтып, һалам аҫтынан үҙенә тартып та ҡуйҙы. Үҫмер саҡта, күп кенә ҡуян, кейек, ҡоштарға һунарға йөрөгән ваҡытта, атаһы уның сос булыуына һөйөнә ине. Әммә был сер бер кемгә лә сиселмәне. Бер кәрәгер, тип һаҡлап йөрөткән ҡоралын Нурбикә үҙе менән алғайны. Бисәләрҙең ылауына һөжүм итеү йәшен тиҙлегендә, күҙ менән ҡаш араһында булды кеүек.  Илаҡ Маһинурҙың шарылдауы булды, Нурбикә һыҙмаһын алып, береһенә төбәп атып та ебәрҙе, Ғәни ҡараҡтың аяғын яраланы.

 Ул арала ни булғанын аңларға ла өлгөрмәгән милиционер уларҙы ҡыуа төштө. Ике яҡлап урман һөҙөп килгән башҡа милиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡулға алып, урмандан яҡтыға сығарҙылар. Сабиров тигән теге олорағы Нурбикәнең ҡулын ҡыҫып:

- Ысын башҡорт ҡыҙы икәнһең! Һине яуға ебәрһәң дә була, - тип маҡтаны. - Тик военной законда ыҙманы өйҙә тотоу ярамаҫ ине лә, кәрәге сыҡты бит, һеңлекәш! Башҡа күрһәтмә!  Мин егеттәрҙе тыйырмын. Теге Маһинурҙан һағыраҡ бул! Ул халыҡҡа таратыр. Китерһең ана теге апайың кеүек, - тип атайҙарса яурынын ҡағып алды. 

 Халыҡ Ғәни урманынан ышаныслыраҡ үтә башланы. Мең рәхмәттәр әйтеүселәр күп булды. Йылан үҙе үлһә лә, ағыуы ҡала, тиҙәр! Ғәни ҡараҡтың эшнәләре лә бар бит әле. Һаҡланыу кәрәклеген барыһы ла аңлай ине. Нурбикәнең саялығы тирә-яҡҡа таралып та өлгөрҙө. Ауыл өҫтөндә кәңәшкә лә, ярҙамға ла уға килә торған булдылар. Бер-нисә мәртәбә бәлә-ҡазаһыҙ ғына урман ҡырҡып та ҡайттылар. "Беҙҙең Нурбикә, беҙҙең килен!”- тип кенә ебәрә ине ауылдаштары. Ҡапыл ғына ҡәйнәһе үлеп киткәс, Хәйернисаның улы Сөнғәтте үҙенең ҡанаты аҫтына алды. Хәйернисаның яҙмышы киҫкен генә үҙгәреп китеүе, ҡаты ауырыуы хаҡында хәбәр килгәс, бигерәк тә уның улын яҡын күреп, бөтә иғтибарын күберәк уға бүлергә тырышты. Үҙе ҡайтҡансы ҡарап, уҡытып йөрөтөргә барыһы алдында ла һүҙ бирҙе. Барлыҡ күңел йылыһын ошо балаларға, килен булып төшкән Илсекәй ауылы кешеләренә арнаған Нурбикә Бөйөк Еңеүҙе лә эш өҫтөндә ҡаршыланы. Ул ҡара шырлыҡтарҙы йырып, ҡараҡ урмандарын кешеләргә йөрөрлөк итеп асып, тирә-йүнгә нур биреүсе Нурбикә булып алға бара ине...

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас