Әҙәби бит
28 Февраль 2024, 13:00

Ғүмер юлдары

Яҙмыш аскыстары, йәшәү баҫҡыстары Бик тиҙ үтә йылдар ағышы. Һандуғаслы яҙҙар, мөхәббәт һәм наҙҙар Һағындыра гармун тауышы...

Ғүмер юлдарыҒүмер юлдары
Ғүмер юлдары

Ғүмер юлдары

Ф.Шарафуллин көйө,

Ф.Ғәлиәхмәтова һүҙҙәре

1.

Яҙмыш аскыстары, йәшәү баҫҡыстары

Бик тиҙ үтә йылдар ағышы.

Һандуғаслы яҙҙар, мөхәббәт һәм наҙҙар

Һағындыра гармун тауышы.

ҠУШЫМТА:

Гүзәл бала сағым, ҡабатланмаҫ тағын

Иркәләгән әсәй ҡулдары.

Күпме һыуҙар аҡты, сәскә салдар яҡты,

Йәшәп үткән ғүмер юлдары.

2.

Тоғро дуҫтар булһа, туған ҡулын һуҙһа

Оло бәхет донъя көткәндә.

Салт ҡояшлы көндәр, тулған айлы төндәр

Тормош һуҡмаҡтарын үткәндә.

ҠУШЫМТА:

Гүзәл бала сағым, ҡабатланмаҫ тағын

Иркәләгән әсәй ҡулдары.

Күпме һыуҙар аҡты, сәскә салдар яҡты,

Йәшәп үткән ғүмер юлдары.

3.

Иҫтә, һаман иҫтә, онота алмам һис тә

Тибрәлдерә хәтер ҡылдары.

Күңелдәрҙән китмәй, ғүмерҙәр бит үтмәй

Беҙ үтәбеҙ ғүмер юлынан.

ҠУШЫМТА:

Гүзәл бала сағым, ҡабатланмаҫ тағын

Иркәләгән әсәй ҡулдары.

Күпме һыуҙар аҡты, сәскә салдар яҡты,

Йәшәп үткән ғүмер юлдары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас