Әҙәби бит
18 Февраль 2024, 11:25

Ағын һыу юлын таба

Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, барыһы ла ваҡытлы булыуын онотма! Бирешмә! Башыңды юғары күтәр! Һәр төндән һуң мотлаҡ ҡояш ҡалҡа

Ризван Хәкимов көйө.

Марат Кәбиров һүҙҙәре.

1. Күңелең китек булһа ла,

Булһа ла тәрән яра,

Керпегең түбән ҡаҙама

Аҡҡан һыуҙарға ҡара.

Ҡушымта:

Өмөттәрең өҙөлгәндә

Аҡҡан һыуҙарға ҡара.

Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла,

Ағын һыу юлын таба.

2. Булыр инде был донъяның

Тетрәнеп алған сағы,

Дер һелкенеп алған сағы,

Утларға һалған сағы.

3. Донъялар ниндәй булһа ла,

Бары сыҙарға ҡала.

Сабырлыҡтарың һынғанда

Ағым һыуҙарға ҡара.

Ҡушымта:

Сабырлығыңды һындырма

Аҡҡан һыуҙарға ҡара.

Ни ҡаҙәр ауыр булһа ла

Ағым һыу юлын таба.

Өмөттәрең өҙөлгәндә

Аҡҡан һыуҙарға ҡара.

Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла,

Ағын һыу юлын таба.

Автор:
Читайте нас