Гөлмирә БИКБУЛАТОВА (ҠАРАБАЕВА) Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы ауылында буй еткергән. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлай. Әле Туймазы ҡалаһында йәшәй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
...Бөгөн дә төн йоҡоһо булмаҫ, ахыры, аяҡтары үҙәккә үтеп һыҙлай Данияның. Тын алыуы ла ауырлашҡандан-ауырлаша, ул ярым ултырып төн үткәрә. Тыны быуылыуы хәлен ала шул. Операцияға тигәс, ҡыуанғайны ла ул, бик тиҙ булмаҫ инде уныһы ла. Күрше бүлмәлә балалары мышнап йоҡлай. Килене генә тегеләй-былай борғолана, уңайлы урын таба алмайҙыр, балаҡай, бәпәй көтә бит. Динары иһә бер ни белмәй йоҡлай. Арый шул, йөрәккәйе, көнө буйы күтәреп йөрөтһөн әле әсәһен. Иртә таңдан күрше ауылдағы дауаханаға ҡан ҡыуҙырырға юлланалар. Данияның эше бөткәнсе улы тегендә-бында йөрөштөрөп килә, шулай көн аша, бына 6 йыл инде. Көндәлек тормошон күҙ уңынан байҡай-байҡай ята торғас, уны уйҙары бала сағына, үҫмер, йәшлек йылдарына алып китә...
Ата-әсәһенең берҙән-бер, көтөп алған ғына ҡыҙҙары булды ул. Әммә бер ҙә иркәлекте күрмәй үҫте – әсәһе үтә лә ҡаты ине ҡыҙына. Сәс менән ер һеперерҙәй булыр ине, әсәһе генә һуҡранмаһын. Һаман аңлай алмай Дания. Ниңә улай уҫал булды икән? Иртәнсәк мәктәпкә лә ҡаты, уҫал тауыш менән уята ине уны.
– Тор, нимә ҡарап ятаһың? Һуңға ҡалаһың бит мәктәбеңә. У-у-уй, ошо баланы-ы-ы, ҡәһәр һуҡҡыры нәмә-ә-ә...
Әсәһенең ҡәтғи тауышын ишетмәҫ өсөн үҙе уяныр булып китте. Мәктәптән асығып ҡайтып, ары-бире генә ҡапҡылар ҙа бөтмәҫ өй эштәренә тотонор ине. Башҡа әхирәттәре был ваҡытта уйнарға сығалар, һыу инергә йөрөйҙәр. Иҙәнде тап-таҙа итеп йыуһа ла, әсәһенән әр һүҙен ишетмәй ҡалмай торғайны.
– Нимә, тағы туҙанды һөртмәнеңме? – тип аҡыра әсәһе.
– Һөрттөм, әсәй, һөрттөм бит, бына, гөлдәргә лә һыу һиптем, – ти Дания, иларға етешеп.
– Ҡәһәр һуҡҡыры бала, өйҙән сығып китеү яғын ҡарай ҙа торасы... – Ишек ябылыуға әсәһенең һуңғы һүҙҙәре ишетелмәй ҡалды.
Шулай әрләнә-әрләнә буй еткереп, егәрле, һылыу ҡыҙға әйләнә Дания. Күңеленең иләҫ-миләҫ саҡтары башлана. Ғәзинур менән паспорт алырға тип район үҙәгенә барғанында таныша. Егет ҡыҙҙан өс йәшкә өлкәнерәк. Ҡара бөҙрә сәсле, йылмайып торған күҙле, бәрхәт тауышлы егеткә бер күреүҙән ғашиҡ була ул. Егет тә уны үҙ итә, адресын белешә һәм кисен килеп тә етә. Ҡапҡа төбөндә генә һөйләшеп торғанда, тәҙрә ҡапҡасын асып әсе итеп ҡысҡырған әсәһенән оялып, ҡыҙ өйөнә йүгерә. Үкһеп илап карауатына йығыла ул. Иртәгеһенә әсәһе уны урамға сығармай. Ғәзинур ҡапҡа төбөн күпме тапаһа ла, Данияны күрә алмай ҡайтып китә. Тик бер аҙнанан һуң ғына әсәһе, егетте миңә күрһәтмәйенсә, урамға сыҡмайһың, тип шарт ҡуя. Ғәзинурҙы ата-әсәһе менән танышырға өйгә саҡыра.
– Шунан, Данияның ҡайһы ерен оҡшаттың инде? – ти әсәһе, Ғәзинурға һынсыл ҡарап.
Ҡыҙығыҙ хур ҡыҙҙарынан кәм түгел, апай. Мин уны бер күреүҙән яраттым һәм уның менән тормош ҡороп йәшәргә теләйем, – ти егет, оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып.
– Кәрәкмәй миңә һиндәй егет, ҡыҙымды хур ҡыҙына тиңләгән. Бына һиңә, хур ҡыҙы, имеш. Бирәһем юҡ һиңә берҙән-беремде! Бар, сығып кит, күҙҙән юғал! Онот беҙҙең өйҙө, килеп йөрөйһө булма, бүтән! – тип егетте өйҙән ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрә әсәһе. Ғәзинур ҡаршы һүҙ әйтергә теләй, әммә уның был ынтылышы күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ҡатынды оторо асыуландыра ғына. Егеткә башын түбән эйеп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Ислам ҡарт та әбейенең ҡыланышына аптырап, һүҙһеҙ ҡалыуҙы хуп күрә. Бер һүҙ әйтһә, хәҙер уның үҙен йолҡҡолап ташлаясаҡ. Өндәшмәүең хәйерле, тип ятыу яғын ҡарай.
Ҡыйыу, баҫҡан ерендә ут сығарған егетте әсәһе оҡшатмай ҡыуып сығарғас та, йәштәр ҡасып ҡына тағын бер-ике осраша.
Тыныс, күктә йондоҙҙар балҡыған серле төндә осраша улар. Тау артындағы шишмә буйында һил, тирәктә һандуғас өҙөлөп һайрай. Әйтерһең дә, ул да егет менән ҡыҙҙың уй-хистәрен һиҙә, улар менән бергә көйә. Һандуғас моңона ҡушылып шишмә үҙ йырын йырлай. Данияның йөрәк түрендәге кисерештәрен, бошоноуын сылтыратып ағыҙып алып китергә теләгәндәй ашҡынып, ярһып аҡты ла аҡты шишмә лә. Дания менән Ғәзинур бер талай күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтеп тын ғына ултырҙы. Бына береһе атыла, бына – икенсеһе, өсөнсөһө... Яҡты булып, эҙ ҡалдырып атыла ла һүнә. Улар тын ғына икеһе лә бер үк теләкте теләй. Йондоҙ атылғанда теләгән уй тормошҡа аша, тиҙәр ҙә бит, юҡ, уларҙың бергә булыуына йырып сыға алмаҫтай кәртә ҡуйылды инде.
– Даниям минең, матурым, сикһеҙ яратам бит мин һине! Эх, ниңә генә ҡаршы икән әсәйең, аңлай алмайым? Сәбәбен дә аңлатмай бит әле. Һораған һайын оторо ҡарыша, аптырайым.
– Ғәзинурым, мин дә һине яратам! Әммә әсәй фатихаһын алмайынса беҙ бергә, бәхетле була алмайбыҙ, аңла шуны. Ниңә ҡаршы икәнен мин үҙем дә белмәйем, аңламайым, ҡәҙерлем, берҙән-берем, – тип үкһен илап ебәрә ҡыҙ.
Үҙен сикһеҙ яратҡан егетенән Дания баш тарта, әсәһенең уларҙы бергә йәшәтмәйәсәген әйтеп, мәңгегә айырылыша улар. Шулай итеп, һөйөү усағы һүнә. Күпме күҙ йәштәре түгә Дания, хәлен үҙе генә белә. Үҙенә ҡул һалырға ла уйлап ҡуя, әммә нимәлер уны был уйынан кире күндерә...
Уйлап-уйлап, уйылып китерлек булған икән тормош юлы уның. Әсәһенең шулай ҡаты бәғерле булыуына һаман төшөнә алмай. Үҙе бала саҡтан ғәрип, әхирәттәре булмаған, тормоштоң бар йәмен татый алмағанға асыуын йөрәген ярып тыуған балаһына төшөргәнме, аптырарһың. Үҙе ике балаға әсәй, ейәндәргә ҡартәсәй булған Дания һаман шуға төшөнә алмай.
Ҡәҙерлеләре юҡ инде бөгөн был донъяларҙа, балаларының атаһы, һөйгән йәре Сабиры ла бик иртә ташлап китте үҙҙәрен. Түшәктә ятҡан ата-әсәһен бик ҡәҙерләп, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттылар. Әсәһе кеше көнлө булып ятҡанында ла әсе һарыуын ҡойоп, ҡарғап ултырыр ине, мәрхүмкәй. Эй, ҡуй инде, тамағына бешереп ашатҡан, керҙәрен йыуған, бала урынына ҡараған берҙән-бер ҡыҙын ниңә күрә алманы икән? Дания был турала әсәһенән һорарға тип әллә күпме уҡталып ҡуйҙы, тик батырсылығы етмәне.
Яратҡан ҡатынын ҡәйнәһенең ошолай йәберләүе Сабирҙың да һаулығын ҡатшатҡандыр, бәлки. Хәйер, уның да бала сағы бик рәхәттә үтмәгән шул. Эсергә, кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан ғаиләлә, өс малайҙың иң төпсөгө булып, мәктәптә тырышып уҡып, эшкә маһир булып егет ҡорона етә ул. Әрме сафына ла ҡурҡмай бара, ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итеп, имен-һау ҡайтып төшә. Дания менән улар бер ҡыҙҙың тыуған көнөндә таныша һәм бер-береһенә ғашиҡ була. Ҡыҙының егет менән танышыуын һиҙенгән зәһәр әсәһенә Сабирҙы алып ҡайтып күрһәтә. Шөкөр, әсәһенә егет оҡшай. Оҡшамай ни, буй тиһәң буй, төҫ тиһәң, төҫкә сибәр егетте үҙ итмәҫлек түгел шул. Мосолман кешеһенә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе атҡарып, матур туй үткәреп, йәштәр ҡыҙҙың ата-әсәһе менән йәшәй башлай. Сабир күптән ир-ат ҡулы күрмәгән йорт ҡаралтыларын йүнәтә, һарай, мунсаны яңырта. Өй ҡыйығын яңыртып яба, ҡулы уңған була егеттең. Сирле генә ҡайныһы эргәһендә ары-бире кәңәштәрен биреп, эстән ҡыуанып йөрөй. Ҡыҙын ярата ул, әммә уҫал бисәһенән үтеп, яҡлай алмай шул. Хәҙер инде яҡлаусыһы бар ҡыҙының, шуға шатланып бөтә алмай Ислам ҡарт. Шалҡандай ике ейәне үҫеп килә, шөкөр. Йәшәһендәр генә, йәштәр, нисек тә ҡамасауламаҫҡа ине...
...Уйылып китерлек уйҙарынан Дания ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Аяғы сәңкеп-сәңкеп һыҙлай. Бынауы, ҡороғор вирус әллә ҡайҙан килеп сыҡты бит, ҡәһәрең. Шул ғына арҡыры төштө, юғиһә әллә ҡасан аяғына операция яһатып, атлап китер ине. Табиптар ҙа һаман һуҙа, аңлатып та тормайҙар. Динарын йәлләй Дания. Уны ҡарап эшкә лә урынлаша алмай бит балаҡайы, исмаһам. Ашарға бешерә, иҙәнен, керен йыуа, мунса яғып индерә ине, ярай хәҙер килен бар. Аллаға шөкөр, икәүләп ҡарайҙар үҙен. Ҡырын һүҙ түгел, яман ҡараш ташламаһалар ҙа, ҡыйынһына Дания балаларынан, үҙен имгәккә, ауыр йөккә һанай. Кеше көнлө булып ултырыуынан, балаларына яу булыуынан туйҙы. Әллә әсәһенең ҡара ҡарғышы ғына ошо көнгә төшөрҙөмө икән тип тә уйлап ҡуя ул, әсәнеп. Йөрәк аҫтында йөрөтөп тапҡан балаһына ниңә шул тиклем ҡаты булып, ҡарғыш яуҙырҙы икән инде, билдәһеҙ. Әллә ата-бабаларының ауыр гонаһтары өсөн ул яуап биреп ултырамы икән бөгөн, балалары ҡулына ҡалып, бер Хоҙай белә.
Тәҙрәнән тулған айға ҡарап ята биргәс, серемгә киткәндәй булды. Төшөндә Сабирын да күреп ҡалғандай итте Дания. Уны һағынып илап мендәрен аҙ сылатманы ул. Балаларын аяҡҡа баҫтырыуы еңел булманы үҙенә. Бер-бер артлы донъя ҡуйған яҡындарынан һуң япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Һөйгәне һин дә мин йөрөгән еренән әле теге, әле был ерем ауырта, тип һыҙлана башлағас, хафаланғайны. Табиптар ҡалманы, яҡын-тирәләге әбейҙәргә лә күренеп ҡаранылар, тик бер файҙаһы булманы, Сабирында яман сир таптылар. Күренгән бағымсыларҙың барыһы ла был сирҙең сихырҙан килеүен раҫланы.
Килһә килә икән бәлә кеше башына, шул ғына етмәгәйне. Биш ай эсендә аяҡтан ҡалып, балаларының һөйөклө аталары, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
– Сабир, һаумы?!
– ...
– Сабир, йәнем, ниңә өндәшмәйһең? Һине һағынғанымды белмәйһеңме әллә?
– ...
– Бер үҙемә өрлөктәй ике ир баланы ҡалдырып, ташлап киттең... Миңә анһат тип уйлайһыңмы? Саби-и-ир...
Битенә ямғыр тамсылары төшөүҙән айнып киткәндәй булды Дания. Ҡайҙа әле мин тигәндәй, һиҫкәнеп, тирә-яғына күҙ һалды. Ҡәҙерлеһенең ҡәберенә килгән икән дә. Инде бына нисәнсе тапҡыр үҙ-үҙен белмәй ошонда килә ҡатын. Бына таш һындан уның Сабиры йылмайып ҡарап тора. Күҙҙәре һағышлы уның, иртә гүр эйәһе булырын һиҙенгәндәй тойола ҡараштарынан. Иптәштәренә рәхмәт инде. Ерләшергә килеп, мәрмәр таш ҡуйып киттеләр. Бергә хеҙмәт иткән дуҫтары менән ҡыҙыу нөктәлә йөрөгән егеттәр төркөмөндә ағза ине бит Сабиры. Аяуһыҙ сир уны аяҡтан йыҡҡас та килеп, хәл белешеп торҙолар, аҡсалата, утынлата ярҙамынан ташламанылар Данияны.
– Йә, ярай, ҡайтайым мин, Сабир, балалар юғалтҡандыр... Һин яратҡан итле бәлешкә тип ҡамыр ҙа ҡуйғайным, ҡабарғандыр инде, – тип Дания зыяраттан сығыу яғына йүнәлде. – Балаларыңа ғүмер, бәхет теләп ят, ҡәҙерлем, тыныс йоҡла. Борсолма, аяҡҡа баҫтырырмын мин егеттәрҙе! Бирешмәм, Аллам бар янымда, шөкөр!
Аяғында йөрөгәндә Сабиры янына зыяратҡа барған саҡтарын хәтеренә төшөрөп ятты ла, ҡатын түгелеп илап ебәрҙе. Сеү, балаларын уята инде хәҙер. Дания үҙ-үҙен ҡәтғи тыйып ҡуйҙы, һыуланған мендәрен әйләндереп һалды.
... “Ер ишелеп төшкәндәй булды, көн менән төн буталды. Нимә бешерҙем, балаларыма нимә ашаттым, белгән юҡ. Бына-бына аталары ҡайтып инер һымаҡ. Әммә ҡайтманы. Йәшәү йәме китте, минең дә уның янына китәһем килде, төндәрен үкһеп, ал мине үҙең яныңа тип, күп иланым. Тик ғәзиз балаларым ғына артабан йәшәргә көс, ҡара ҡайғыны еңерлек ҡеүәт бирҙе. Яйлап күҙҙәрем асылды. Ауыр булһа ла донъя көтөргә тырыштым. Балаларым ирҙәр эшенә ирҙәрсә тотоноп, ҡул араһына инде. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайттылар, шөкөр”, – ти Дания шатлыҡлы ла, һағышлы ла күҙ йәштәренә быуылып. Тик бына үҙенең генә ике аяҡһыҙ ултырыуына әсенеп, балаларын йонсотоуына бөтөрөнә бөгөн әсә.
“Ярай ҙа Аллам, доғалар бар, шөкөр. Уларҙы уҡыһам, хәлдәрем бер аҙ еңеләйгәндәй була. Йүгереп инеп, һаумы инәй, тип хәлдәремде белгән күрше-тирә балалары күңелемде күтәрә. Оло улым Илһамдың кескәйе, ейәнемдең тәпәй китеүен, Динарымдың бәпәйе тыуыуын күрә алһам ине тип ялбарам Хоҙайымдан. Үҙ әсәйемдән ҡара ҡарғыш һүҙҙәрен ишетеп, татып үҫеп, эргәмдә әсәй тип өҙгөләнеп торған киленемә ауыр һүҙ түгел, ҡырын күҙ ташларға ҡурҡам. Ата-бабаларының ҡылған гонаһтары өсөн яза балаларына төшә тигәнде ишеткәнем бар. Мин үҙ быуыным ҡарттарының гонаһы өсөн яуап биреп, аяҡһыҙ ултырам. Инде белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһым өсөн, Хоҙайым, ғәфү ит, балаларымды һаҡла, уларҙы бәлә-ҡазаларҙан арала тип теләйем. Бынауындай матур тормошта, инде аҡсаға етешеп, гөрләтеп йәшәр ваҡытта тилмереп ултырыуым ҡасан бөтөр икән? Балаларыма йүгереп йөрөп үҙем аш-һыу бешереп ашатаһым, ейәндәремде ҡарашаһым, баҡсама сығып йәшелсә-емеш ултыртып, үҙем уларҙы утап, ҡаҙып, эш итәһем килә. Эй, Аллам, ялбарыуҙарымды ишет, балаларым хаҡына, ейәнем, тыуасаҡ быуыным хаҡына аяҡҡа баҫтыр”, – ти ялбарыулы үтенде ҡатын.
Үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып өндәшә икән Аллаһҡа. Башын күтәреп күрше бүлмәгә ҡолаҡ һалды. Йоҡлай балалары, сәғәт кенә текелдәп, ваҡыт-минуттарҙы һанауын белә.
“Э-э-эй, ҡуй инде, был тормош тигәнең, ҡатмарлы ла, аяуһыҙ ҙа икә-ә-ән. Яратҡанымды һынармын, тигән Хоҙай Тәғәлә. Һинең яратҡаның миндер, Аллам! Һына, һына, бирешмәм, һинең ярҙамың менән аяҡҡа баҫырмын! Тик балаларымды ғына арала, уларҙы ауыр яҙмышҡа дусар итмә, Хоҙайым, улар өсөн дә бар гонаһты үҙ өҫтөмә алам. Ата-бабаларым ҡылған ҡырын эш өсөн гонаһ миңә төшкәндер. Күтәрәм, көсөм етер, тик аяҡҡа ғына баҫтыр, балаларым хаҡына, Хоҙайым”, – тип Дания шыбырлауға күсеп, доғаларын уҡыуын белде.
...Төн уртаһы үтеп, таң һыҙыла башланы. Торор ваҡыт та етә инде. Данияның бөгөн дә йоҡоһо йоҡо булманы. Ә уйҙары әллә ҡайҙа китте, әле һаман осона сығырлыҡ түгел уларҙың. Ғүмер буйы уны бер һорау борсой – ниңә? Ниңә үҙ әсәһе уны шулай яратманы, күрә алманы? Ҡара ҡарғышҡа батырып, аяҡһыҙ итер булғас, ниңә яҡты донъяларға тапты икән? Ниңә, ниңә, ниңә?.. Тик был һорауҙың осона сығарлыҡ түгел.
“Кешеләргә әйтер һүҙем бар. Тормош тигән сикһеҙ даръяла нисек кенә, ни рәүешле ҡыйын булһа ла, йөрәк түрендә йөрөтөп тапҡан балаңды ҡаты ҡарғышҡа дусар итмәгеҙ, баланың бер ғәйебе лә юҡ. Тапҡанһың икән – баҡ, тәрбиәлә, Кеше ит! Үҙең киткәс, һине яҡты һүҙҙәр менән иҫкә алырлыҡ итеп үҫтер! Шул саҡта ғына ғүмерең матур, сағыу, шатлыҡтарға бай булыр. Киләсәгең, ҡартлығың тыныс килер, Кешем!” – тип өндәшә бөгөн Дания.
Эйе, хаҡ һүҙҙәр әйтә Дания. Уның көслө рухына хайран ҡалырлыҡ. Ҡайҙан ғәйрәт ала икән ул артабан йәшәргә? Әлбиттә, балаларынан! Уларҙы бит Дания яратҡан Сабирынан теләп тапты, туғыҙ ай йөрәк түрендә йөрөттө, көтөп алды, матур тормош хаҡында хыялланды. Балаларын иркәләп уятып, яңғыҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғанға күрә бөгөн ул ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Йылы ҡараштан, тәмле аштан айырмай улар әсәләрен, Аллаға шөкөр! Тимәк, тәрбиә төбө – хазина тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Данияның тормошонан күп фәһем, аҡыл алырлыҡ.
Балаларыбыҙҙы изгелектә, һөйөүҙә үҫтерәйек, шул саҡта ғына үҙебеҙҙе хөрмәттә үтәсәк ҡартлыҡ көтөр!