Йәшләй генә йәне Аллаһ хозурына юлланһа ла, 17 йыл ғүмере эсендә ул байтаҡ уңыштарға ирешеп, бихисап эштәр эшләп өлгөргән шәхес булып беҙҙең хәтерҙәрҙә ҡаласаҡ.
Йәмилдең үҙе яныбыҙҙа булмаһа ла, баймаҡтар уның менән бәйле шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Йәмилдең “Баймағымда алһыу таң атты...” китабы донъя күрҙе. Китаптың исем туйына арналған кисәне сценарий авторы, район китапханасыһы Айгөл Иҙелбаева күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп алып барҙы. Иҫтәлекле лә, моңһоу ҙа сара ҡаланың 4-се лицейында үтте.
“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты...” йыйынтығы, үҙенең фажиғәле вафатынан һуң, Мостай Кәрим исемендәге Фонд ярҙамында Өфөлә “Самрау” нәшриәтендә нәшер ителгән. Тиражы – 300 дана. Ул “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналы коллективы, Йәмилдең
әсәһе Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙы Солтанова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билал ҡыҙы Билалова ярҙамында донъя күргән.
Китаптың мөхәррире – билдәле кинорежиссер, драматург Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева. Баҫманың тәүге исем туйы Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү үҙәгендә үтте. Унда Мостай Кәримдең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, “Аманат”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Ватандаш” журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистар, әҙәбиәтселәр, БДУ-ның студенттары ҡатнашты. Әйткәндәй, Өфөлә үткән китаптың исем туйында китапты сығарыу буйынса инициатор – М.Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова: “Был ысын шағир китабы. Уның һәр бер һүҙе йөрәккә үтеп инә. Ижадының оҙон ғүмерле булыуына ышанам”, – тип сығыш яһаған һәм быға тамсы ла шигебеҙ юҡ. Әлфиә апай Йәмил тураһында сараға тип ебәргән видеояҙма күңелдәргә үтеп инде. “Баймағымда алһыу таң атты...” йыйынтығына Йәмил Сәйҙәлиевтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, мәҡәләләре, эсселары һәм әкиәттәре тупланған. Әйткәндәй, әле башланғыс кластарҙа уҡығанда Йәмил Сәйҙәлиевтың эре, матур хәрефтәр менән яҙылған хаттары “Һаҡмар” гәзитенә килә һәм донъя күрә торғайны. Уларҙа бәхетле бала саҡ, дуҫлыҡ, әсәйгә, Тыуған иленә, тәбиғәткә һөйөү сағыла, башҡорт теленә, еренә дан йырлана. Шулай уҡ Урал батырға, Шүлгәнгә, Аҡмуллаға, Аҫылғужа Баһумановҡа, Мостай Кәримгә, Рәми Ғариповҡа, Әнғәм Атнабаевҡа, “Аманат” журналына, “Атайсал” гәзитенә арналған ижад емештәре лә бар.
Йәмил Рәжәп улы Сәйҙәлиев 2002 йылдың 4 апрелендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Вундеркинд бала өс йәшендә үк үҙ аллы уҡырға өйрәнә, 1-се класҡа барғанда минутына 176 һүҙ уҡыған була. Үҙе хаҡында Йәмил бер иншаһында былай тип яҙа: “Мин “Күбәләк” балалар баҡсаһына йөрөнөм. Тәрбиәсенең эше булһа, миңә әкиәт уҡырға ҡуша торғайны. Мине балалар тын да алмай тыңлай ине. 2009 йылда 1-се класҡа уҡырға килдем. Беренсе уҡытыусым, остазым – Зәкиә Зәкир ҡыҙы Илтенбаева. Уны бер ваҡытта ла онотмам, Зәкиә Зәкир ҡыҙы минең күңелдә яҡты йондоҙ булып ҡалды. Мин уға рәхмәтлемен”.
Ысынлап та, Йәмилдең бала ғына күңеленән урғылып ҡына тамған шиғыр бөртөктәре – хазинаға тиң ынйылар. Темалар киңлеге һәм фекерҙәр тослоғо менән айырылып торған был ижад емештәрен һоҡланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Баймағын, тыуған ерен өҙөлөп яратҡан шәхес ике шиғырының береһендә тыуыпүҫкән еренә дан йырланы. 2-се мәктәптә юғарыраҡ кластарҙа уҡығанда Йәмилгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Азаматова мөхәббәт тураһында шиғыр яҙырға тәҡдим итә. Йәмил ҡайта ла әсәһе Фәниҙә апайға: “Миләүшә Ринат ҡыҙы минән мөхәббәт тураһында шиғыр һорай. Ул турала яҙа алмайым. Һинең мөхәббәтең булдымы, һөйлә әле! Мин шуны яҙһам, уҡытыусым тынысланыр ҙа, бәлки, ҡабат һорамаҫ”, – ти. Әсәһе аптырап ҡала. Шунан егет юғалып ҡалмай, 8 Мартҡа шундай шәп ҡотлау яҙа! Миләүшә Ринат ҡыҙы өсөн махсус рәүештә тик “М” хәрефтәренән башланған йылы, матур һүҙҙәрҙән генә ғибәрәт була ул. Миләүшә Ринат ҡыҙының Йәмил тураһында күҙ йәштәре аша һөйләгән иҫтәлектәре йөрәктәргә үтеп инде.
Теүәл фәндәрҙән тыш бөтә предметтарҙан да олимпиадаларҙа ҡатнашырға өлгөргән егет, 9-сы класты тамамлағас, 4-се лицейҙың ул ваҡыттағы директоры – Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре Ринат Фазылйән улы Ильясовтың саҡырыуы буйынса ошо мәктәпкә уҡырға килә. Бер баланың шул тиклем өлгөр, аҡыллы булыуыңа иҫең китер! Был хаҡта Йәмил үҙе былай тип яҙа: “Мин күп итеп китап уҡыйым, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуым да мәшәҡәтләмәй. Киреһенсә, бөтәһенә лә өлгөрәм. Өйҙә лә минең ваҡытым бүленгән. Тиҫтерҙәрем кеүек компьютер артында ултырып уйнарға ла, шиғырхикәйә яҙырға ла өлгөрәм. Көн тәртибе минең өсөн мөһим. Йәшәү девизым: алға, алға һәм алға!”
Йәмил Сәйҙәлиев 4-се лицейҙа уҡыған сағында Баймаҡ балалар китапханаһының иң әүҙем китап уҡыусыһы, шулай уҡ уның янында эшләгән “Игебай мәктәбе”нең дә ағзаһы була. Бынан тыш Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған төрлө ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ Йәмил башҡа район һәм республика кимәлендә ойошторолған ижади конкурстарҙа ла көсөн һынай. Бигерәк тә бәләкәйҙән яратып ятлаған “Урал батыр” эпосының 4500 юлын да яттан белә, хатта рус һәм инглиз телдәрендә өҙөктәрен ятлап, район “Урал батыр” эпосын һөйләү конкурстарында призлы урындар яулай, республика кимәленә сығырға хыяллана. Хатта үҙе лә Урал батырға арнап шиғыр яҙа. “Баймағымда алһыу таң атты...” китабының Өфөлә үткән исем туйында ҡатнашыусы яҙыусылар: “Йәмилдең Урал батырға шиғыры – уның әҙип булараҡ өлгөргәнлек билдәһе лә. Уның йәшәү маҡсатын билдәләр программа шиғыры ла!” – тип юғары баһаланы.
Йәмилдең Яңы йылға яҙылған әҫәрҙәрен уҡығанда: “Тап ошо һәр кемдең өҙөлөп көткән мөғжизәле байрамы алдынан ғүмере өҙөлөрөн белеп яҙҙымы икән әллә?” – тигән уйҙарҙан һиҫкәнеп киткәндәй булаһың. Бынан тыш Йәмил Сәйҙәлиев, ижад, йыр, бейеүгә маһирлығы өҫтөнә, ҡурайҙа оҫта уйнаны. Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә Илшат Хәйбуллин ҡулы аҫтында ҡурай серҙәренә төшөнөп, ошо класты уңышлы тамамланы. Ошо уҡ мәктәптең педагогы, һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров та уның уҡытыусыһы булды. Бер көндө Йәмил Хәлил Рәфил улына үҙенең “Йәмле яҙҙар” исемле шиғырына йыр яҙырға тәҡдим итә. Үҙе шул йырҙы баянда уйнап йырлау теләге менән ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә хыяллана. Әсәһенә: “Минең шиғырға йырҙар ҙа яҙырҙар әле”, – тип әйтер була йыш ҡына.
Сара барышында Йәмил тураһында әсәһе Фәниҙә Солтанова, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, яратҡан яҙыусыбыҙ Хәйҙәр Тапаҡов, 4-се лицейҙың уҡытыусыһы Гөлдәр Сәйетҡолова, район китапханаһы директоры Зилә Мортазина, тәүге уҡытыусыһы Зәкиә Илтенбаева һ.б. күңелдәрҙә хистәр бураны уятҡан сығыш яһаны. Һәүәҫкәр композиторыбыҙ Хәлил Биктимеров Йәмилдең шиғырҙарына ике йыр яҙған. Уларҙы үҙе һәм Инсаф Зәйнуллин моңло итеп башҡарҙы.
Ысынлап та, Йәмил Сәйҙәлиевтың исеме онотолорға тейеш түгел. Сөнки беҙҙең аранан йәшләй генә киткән, әҙәби һәм башҡа ижади һәләттәрен тулыһынса асырға ла өлгөрмәй ҡалған Йәмилдең йырсы ҡоштай үрһәләнгән йәне бөгөн дә беҙҙең менән – ул үҙенең шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре, мәҡәләләре, ҡурай моңо менән рухи донъябыҙҙы йәмле һәм йәнле итеү юлында. Йәне йәннәттә булһын! Ә уның тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк!
Гүзәл Иҫәнгильдина.