Ғәли Зиләне китапхананың уҡыу залында осратты. Үҙенән бер нисә өҫтәл аша ултырған ҡыҙҙы күреп бар доньяһын онотты. Оҡшатмаҫлыҡ та түгел. зәңгәр күҙҙәре бер һирпелеп ҡараһа, әллә ҡайҙа осоп китәһең. Ә инде зифа буйы ҡыҙҙы фәрештәгә әйләндерә. Ғәли өсөн күңелле һәм моңһоу ҙа, татлы һәм һағышлы көндәр башланды. Ул ғашиҡ булды. Ә ҡыҙ аның доньяла барлығына ла иғтибар итмәне. Зилә күрше группала уҡый икән, Ғәли күпме ҡыҙҙы осратып танышып һөйләшергә ымтылмаһын, барып сыҡманы.
Профессор лекция уҡығанда Зилә бик тырышып яҙып барҙы. Ҡыҙҙың уйында гел уҡыу, сессияға әҙерләнеү булды. Егеттәргә күҙ һирпеп тә ҡараманы.
Семестр бөткәс, староста Марат бер нисә группа студенттарын яҡындағы кафегә сәй эсергә саҡырҙы. Ғәли менән Зиләнең урындары бергә туры килде. Ғәли ғашиҡ тулы күҙҙәрен Зиләнән айыра алманы.
Зилә бик ябай кейенгән, оҙон толомдарын үреп артҡа йыйып ҡуйған. Ауыҙға керә яҙып, егеттәргә оҡшарға тырышҡан ҡыҙҙар араһында артыҡ ябай, шулай уҡ аның йөҙөндә көслө ихтияр балҡый. Шуна яҡындан танышып, оҙаҡ иттереп һөйләштеләр. Зиләнең бите яна, йөрәге йыш- йыш тибә башланы, шунда ул егеткә ғашиҡ булғанын аңланы. Оҙон буйлы, киң күңелле, тура һүҙле, был егет үҙенә йәлеп итте!
– Зилә, мөмкинме һеҙҙе оҙатырға?
– Әлбиттә, һуң бит, бер үҙемә шомлыраҡ.
Ике йәш йөрәк көн дә осраштылар. Икеһе лә үҙҙәрен бәхетле һананы. Ғашиҡтарға көндәр ниндәй оҙон, төндәр осһыҙ-ҡырайһыҙ була икән. Осрашҡас бер- береһен күреп, бер-береһе менән һөйләшеп туйманылар Уларҙың мөхәббәте көҙгө ямғырҙы, ҡышҡы сатлама һалҡындарҙы һиҙмәне. Йылы май көндәре еткәс мөхәббәттәре дарьяға әүрелде.
Барыһыла яҡшы булыр ине, әгәр бүлмәлә бергә торған курсташ Альмира араларына кермәһә. Альмира йөҙгә бик сибәр, ҡыҫҡа ҡара сәсле, уртаса буйлы, нескә билле. Һөйләшкәндә егеттәрҙҙең ауыҙына керә яҙа, ҡысҡырып көлөп, оҡшарға тырыша.
Ғәлиҙе бер күреүҙә оҡшатты, ә егет бар тип тә белмәне, гел Зилә янында буталды. Альмира егетте нисек тә булһа үҙенеке итәргә планлаштырҙы.
Ғәли бер кис Зилә янына кергәйне, Альмира бер үҙе сәй эсә ине. Зилә китапханала экзаменға әҙерләнә.
– Керергә яраймы? Зилә өйҙә юҡмы?
– Китапханала, тиҙ генә ҡайтмаҫ, экзаменға әҙерләнә. Әйҙә үт, сәй эсәбеҙ.
Һөйләшә-һөйләшә, оҙаҡ иттереп сәй эстеләр. Альмираның башында, егетте нисек эләктерергә тигән уй ине.
– Ғәли. Икенсе аҙнала минең тыуған көнөм, киләһегеҙме?
– Ярай, Зилә менән һөйләшербеҙ. Мин унан башҡа бер ҡайҙа ла бармайым!
Ғәли Зиләне эҙләп китапханаға китте.
– Бына ҡайҙа ҡасҡанһың, һағынып бөттөм, – тип ҡыҫып ҡосаҡланы. – Һине эҙләп торған ереңә барҙым. Альмира беҙҙе тыуған көнөнә саҡырҙы.
– Мин икенсе аҙнаға ялға ауылға ҡайтам, әсәйем сирләп тора.
Зилә ауылға ҡайтып китте. Альмира Ғәлиҙе күндерҙе тыуған көнөнә килергә. Бик күңелле үтте байрам, Ғәлиҙе ҡунарға ҡалырға өгөтләне...
Зилә ауылдан килгәс Альмира барыһында түкмәй сәсмәй һөйләп бирҙе.
– Әгәр ҙә миңә өйләнмәһә, мин Ғәлиҙе утыртам, – тип янаны.
Зиләнең башына һыйманы был хәл, юғалып ҡалды. Нисек Ғәли ауға эләккән? Мин бит унһыҙ йәшәй алмайым! Яҡты көн уның өсөн ҡараңғы төнгә әйләнде, Альмира янында ҡала алманы, шунда уҡ икенсе бүлмәгә күсте.
Зиләне эҙләп Ғәли килеп керҙе.
– Зилә ҡайҙа?
– Хәҙер һиңә Зилә кәрәкмәй. Мин кәрәк. Асыуланма, мин һиңә тураһын әйтәм, әгәр миңә өйләнмәйһең икән, мин һине утыртам, уҡыуҙан да ҡыуасаҡтар.
– Миңә иртәгә хәтлем ваҡыт бир. Бер кемгә лә бер нәмә һөйләмә, иртәгә хәл итәрбеҙ, – тине лә Зиләне эҙләп китте.
– Зилә, миңә һинең менән һөйләшергә кәрәк.
– Ғәли, нәмә тураһында?
– Һин мине ғәфү ит инде, мин һине бик ныҡ яратам, бик ҙур хата эшләнем, Альмираға өйләнергә тура килер ахыры!
– Ғәли, мин һине аңлайым, миндә һине бик ныҡ яратам. Айырылышыу бик ауыр булһа ла, бер нәмә эшләтеп булмай, – тине лә илай-илай яңынан ауылға ҡайтып китте. Был ваҡиғаны күңеленән үткәрергә кәрәк ине уға.
Ғәли икенсе көндө Альмира янына килде.
– Беҙ һинең менән бөгөн үк ЗАГСҡа барып ғариза яҙабыҙ, минең бер шарт бар, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәйһең. Был беҙҙең эш.
– Мин риза, бәғрем, нисек әйтәһең, шулай булыр.
ЗАГСҡа барып ғариза биреп ҡайттылар. Ҡайтҡанда Ғәли киҫәтте:
– Яҙылышҡас, бергә тора башларбыҙ. Әлегә торорға урын эҙләйем, тырышып уҡы, тәртибеңдә яҡшы булһын, килештекме?
– Килештек, – тине Альмира, уның бүтән юлы юҡ ине.
Зилә ауылда илай-илай әсәһенә һөйләне, әсәһе, ҡыҙын тынысландырҙы:
– Ҡыҙым, тормош юлың башлана ғына, башыңдан алып ташла ул егетте, уҡып бөткәс, эшкә китерһең, оноторһың барыһын да.
Зилә бар иғтибарын уҡырға йүнәлдерҙе, буш ваҡыттарын китапханала үткәрҙе, Ғәли менән Альмираның өйләнешкәндәре тураһында ла ишеттерҙеләр. Маҡсаты – тиҙерәк диплом алып эшкә китәү булды.
Ниһайәт, диплом алырға ваҡыт етте. Иң беренсе Ғәлигә тапшырҙылар, ҡыҙыл дипломға бөтөрҙө, группала иң һәләтле студент булды. Зилә дипломын алғас, уҡыу мөдире янына керҙе, йәш белгес тигән йүнәлеш алып, КамАЗ төҙөлөшөнә китте. Проект институтына инженер итеп эшкә алдылар. Йәш белгес булараҡ бер бүлмәле квартира бирҙеләр. Эш хакы юғары булды. Ҡыҙ башы менән эшкә сумды, иртә китте, һуң ҡайтты. Әкренләп мебелдәр алды.
Бер көн вахтанан шалтыраттылар. Ир-ат саҡырта тинеләр. Зилә бер кемде лә көтмәй ине. Ҡараһа – Ғәли баҫып тора
– Һаумы, Зилә! Көтмәгәйнеңме?
– Һаумы, Ғәли, аҙаштыңмы әллә?
– Юҡ, һине эҙләп килдем. Альмира менән айырылыштыҡ, диплом алыу менән Саллыға килдем, эшләйем. Һинең яныңа бик оҙаҡ килергә баҙнат итмәнем, ҡыуып ебәрерһең, тип ҡурҡтым. Мин һине, Зилә, ныҡ яратам, һинән башҡа йәшәй алмайым!
– Ғәли мин дә һине яратам, онота алманым. Аңлайым, һинең ғәйебең юҡ бында. Мин ҡаршы түгел.
Ике йәш йөрәк яңынан яҙғы ташҡын һымаҡ урғылып сыҡҡан тойғоларҙан, ҡанаттары үҫте, гел бергә булдылар, әкрен генә барып яҙылыштылар, тормош дауам итте. Бер-бер артлы улдары Ирек, ҡыҙҙары Лира тыуҙы. Зиләнең эшенән өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Зиләнең эш хаҡы юғары булды, тик Ғәли генә бер эштә лә тотҡарланманы. Әле уныһы, әле быныһы оҡшаманы. Шуға өҫтәп һалып ҡайта башланы. Өй эштәре, балалар, аҡса эшләү – барыһы ла Зилә елкәһенә ятты. Зилә ире менән яҡшылап һөйләшеп ҡарарға булды.
– Ғәли, артабан былай донья алып барыуҙан мәғәнә юҡ, нәмәлер үҙгәртергә кәрәк.
– Зилә, йәнем, әҙ генә түҙ инде, бик яҡшы килешеү төҙөргә йыйынам, барыһы ла яҡшы булыр.
– Ә араҡы эсеүеңде нисек аңлатаһың?
– Альмираға үс итеп һала башлағайным, ташлай алмайым шул насар ғәҙәтте. Уға үс итеп йүнле эшкә кермәнем. Араҡы менән дуҫлашып, эштәрҙән ҡолаҡ ҡаҡтым. Тороуында кеше фатирында ай һайын бик күп аҡса түләп торҙыҡ. Аңла мине, әгәр барыһы ла яҡшы булһа, мәңге ҡотола алмаҫ инем, былай үҙе ташлап ҡасты.
Альмира үҙе айырылышырға ғариза яҙҙы. Ире эшләмәй, эсә, айырым йоҡлай, нәмәгә кәрәк уға аҡсаһыҙ, фатирһыҙ алкаш ир!
Зилә балалар хаҡына, ғаилә хаҡына тип түҙҙе, яратты ул Ғәлиҙе, бик ныҡ яратты! Ғүмер тиҙ үтә, улы менән ҡыҙы бик аҡыллы, ярҙамсыл булып үҫтеләр, икеһе лә институт бөтөрҙө. Улы өйләнеп Мәскәүгә күсеп китте, ҙур заводта директор. Ҡыҙы Саллыла врач булып эшләй. Бергә уҡыған курсташына кейәүгә сыҡты. Бергә эшләйҙәр, Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы, тик Ғәли генә аҙашҡан бәпкә һымаҡ үҙ урынын тапмай...
Зилә ауылға ҡайтҡас осраҡлы рәүештә класташы Сәлимде осратты. Ул ҡасандыр сығарылыш кисәһендә вальсҡа саҡырғайны, унан оҙатып килде. Унан уҡырға киткәнсе көн дә осраштылар.
– Һаумы, Зилә, бер ҙә үҙгәрмәгәнһең, хәлдәрең нисек?
– Һаумы, Сәлим һин дә егеттәр һымаҡ йәшһең, барыһы ла яҡшы.
Шулай аралаштылар, көн дә осраштылар, ҡасандыр булып һүнгән мөхәббәт осҡондары әкренләп ҡабына башланы.
Зилә ныҡлы ҡарар менән ҡайтты. Әйберҙәрен йыйып, иренән китергә, улының фатиры буш, ваҡытлыса шунда торорға булды.
– Ғәли, Ғәли, һин ҡайҙа?
– Нәмә булды? Шул ҡәҙәр мине эҙләйһең?
– Ғәли, хәҙер мин әйбеҙәремде йыям да китәм, улыбыҙҙың фатирына.
– Нәмәгә?
– Һинән китәм, айырылам! Мин туйҙым һинең эсеүҙәреңдән, туйҙым һинең эшләмәй ятыуыңдан, айырылышырға ғариза бирәм, унан фатирҙы ла бүлербеҙ!
Ғәли аңына килгәнсе әйберҙәрен йыйҙы ла, сығып китте! Ғәлиҙең башына күҫәк менән һуҡҡан кеүек булды! Бер нәмә лә аңламаны. Өй бушап ҡалды, шул бушлыҡты араҡы менән тултырырға булды, көн-төн эсте, айнып өлгөрә алманы.
Зилә Сәлим менән осрашты. Үҙен йәш ҡыҙҙар кеүек хис итте, мөхәббәт уны ҡанатландырҙы, алға әйҙәне! Ире менән айырылышырға ғариза бирҙе, тик Сәлимдең ҡатыны менән айырылышырға ашыҡмауы күңелен ҡырҙы. Сәлим һаман һуҙҙы, сәбәптәр уйлап сығарҙы.
Зилә бер көн Ғәлиҙең хәлен белергә барҙы. Өйҙә тәртип, ашарына бешкән.
– Зилә, һаумы, йәнем, мин һине көттөм. Мине ғәфү ит! Әле генә аңланым һине юғалтҡанымды. Ҡайт...
– Ғәли, уйлармын. Мин тынысландым, барыһы ла яҡшы!
Зилә Ғәлиҙең был һүҙҙәренән һуң уйланырға мәжбүр булды: беҙ бит бер ғаилә, балаларыбыҙ бар. Сәлим менән һөйләште.
– Сәлим, мин былай һине оҙаҡ көтә алмайым. Рәхмәт һиңә, бәхетле көндәр бүләк иттең. Миңә ғаиләнең нидәй ҡиммәт булыуын аңларға ярҙам иттең! Һин ғаиләң менән тор, айырылма, мин ирем янына ҡайтам!
– Ашыҡма, матурым! Оҙаҡламай беҙ һинең менән бергә буласаҡбыҙ!
– Юҡ, Сәлим, беҙ һинең менән һуңғы көн осрашабыҙ. Хуш.
Зилә кире Ғәли янына ҡайтты, бәхетле ине улар! Ғәлиҙе танырлыҡ түгел үҙгәрҙе! Һикәлтәле юлдар аша булһа ла, ғаилә бәхетен һаҡлап ҡалдылар. Тик Сәлим генә үҙенең мөхәббәтен юғалтҡанын һуң аңланы...
Фәниә Шәрипова.