Ел дә иҫмәй, япраҡ та һелкенмәй —
Яҙылмаһа күктә, йәмәғәт.
Һуғыш афәттәрен күрергә лә
Яҙған булған нәҡ беҙгә, тимәк.
Ней ашарға белмәй ҡыландыҡ шул,
Ризыҡ мулдан — барыбер һайландыҡ.
Һәр көн өҫкә яңы кейем алдыҡ,
Хатта ҡуйыр урын тапманыҡ.
Һәр бер йорттоң ҡапҡа төптәрендә
Баҫып тора өс-дүрт машина.
Йорттар бейек, тик ҡапҡалар бикле,
Кермәй хәҙер кеше күршегә.
Шөкөр итмәнек шул булғанына,
Күрмәнек беҙ булған байлыҡты.
Хаҡ Тәғәлә күктән күҙәткәндә
Нишләтә тип байлыҡ халыҡты.
Иң ҙур байлыҡ — һаулыҡ, тыныслыҡ тип,
Ололар бит юҡҡа әйтмәгән.
Тыныслыҡтың байлыҡ икәнлеген
Беҙ бығаса уйлай бирмәгән.
Аңланыҡ беҙ хәҙер барыбыҙ ҙа:
Байлыҡ бит ул бары бер айлыҡ.
Һорайбыҙ беҙ хәҙер Раббыбыҙҙан
Бары тик тыныслыҡ һәм һаулыҡ.
Ил-көндәргә тыныслыҡ бир, Раббым,
Миһырбанлы булһын хужалар.
Ҡанлы күҙ йәштәрен түкмәһендәр
Аналар һәм йәтим балалар.
Фәниә Минғәлимова.