Зөлфиә СӘЛИХОВА.
Йондоҙ теләге
Ямғыр күҙ йәштәрен асфальтҡа түгә. Тирә-йүн нисектер ҡараңғы, көҙгә хас булғанса моңһоу. Ҡала урамында үтеп-һүтеп йөрөүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Күрәһең, был моңһоулыҡ бер кемдең дә күңел торошона тап килмәй. Еңел машиналар еүеш асфальттағы күләүектәрҙе сәсрәтеп үтеп китә. Шул машиналарҙың береһендә, ҡараңғылатылған тәҙрә артында, болотло күккә, ямғырға сыланған урамға ҡарап йәш егет ултыра. Ниңәлер тәрән һулап ҡуя. Дан бик иртә килде, бәлки, ул быға әҙер булмағандыр? Бәлки, тап ошоноң арҡаһында уның ҡарашы бөгөн моңһоуҙыр? Тыуған ҡалаһының шул тиклем матур булыуын ул ниңә быға тиклем һис тә абайламаған? Ниңә ошо урамдар буйлап ул бер ҡасан да йөрөмәгән? Ҡасан ул үҙ тормошо менән йәшәүҙән туҡтаған? Аҡса, дан, мода тотҡонлоғона нисек килеп эләккән? Ҡасан ҡолға әйләнеп өлгөргән? Иңендә ямғыр тамсыларын тойоп, еүеш асфальтта ялан аяҡ йүгергеһе, тамсыларҙың илаһи ҙа, яғымлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу йырын тыңлағыһы килә ине уның…
Ул ямғырҙы күҙәтә. Тәбиғәт тә егеттең хистәрен аңлағандай. «Был мин илайым бит. Мин, ямғыр түгел…» Нисәлер минутҡа ул тәбиғәт менән бергә ҡушылды, ләкин был идиллияны кешелектең материаль бизмәне – кеҫә телефоны боҙҙо. Егет ысынбарлыҡҡа ҡайтты, асфальт, ямғыр – барыһы ла юҡҡа сыҡты. Ә улар менән бергә күҙ йәштәре лә… Егет үҙенә быны рөхсәт итә алмай, ул – йондоҙ. Йондоҙҙар иламай. «Шаярыу, уйын-көлкө – тағы ла ауырыраҡ нимә бар икән?» - йондоҙ йәнә уйға сумды.
Ул, меңәрләгән ваҡ өлөштәргә таралып, күк йөҙөнән атылырға әҙер булғандай баҙлап яна. Тик атылған саҡта иң изге теләген – азат булыуҙы теләп өлгөрәһе ине.
Егет ауыр тын алды ла, телефонын һүндереп үк ҡуйҙы. Тик был ғына ярҙам итә аламы ни? Был кешеләр барыбер бимазалаясаҡ, аптыратасаҡ. Ҡайҙа, ҡайҙа ҡасырға һуң уларҙан? Продюсер, менеджерҙарҙың һәм ялтырауыҡ данының ҡоло итеп хис итте егет үҙен. Уның менән һоҡландылар, яраттылар, танышырға ашҡындылар, уға оҡшарға тырыштылар, көнләштеләр һәм күрә алманылар. Ә егетте барлыҡ ысын хистәрҙән айырылыу, бушлыҡ тойғоһо ташлап китмәне. Ямғыр иһә, алтын ситлекте ватырға теләгәндәй, машинаның алғы тәҙрәһенә бәрелеп тупылдауынан туҡтаманы.
Билдәле булыу Илназдың яҙмышына яҙылғандыр. Бай ғаиләлә тәрбиәләнеп, төрлө яҡтан үҫешергә насип булды уға, яҡшы белем алды. Бәләкәйҙән үк актер булыу теләге менән янып йәшәне. Көнө минуттарына тиклем эш менән тулғайны. Ул саҡтарҙа уйланырға ваҡыт юҡ ине, ә хәҙер – азатлығын юғалтты. Һәм бына, егерме йәшендә, уның даны ла, аҡсаһы ла, талантлы актер абруйы ла бар. Ысын актер булғыһы, кешеләргә шатлыҡ, илһам бүләк иткеһе килә уның. Был хыялына егет бай атай ярҙамынан тыш барырға тырышты. Ләкин журналистар һәм күпселек режиссерҙар унда тик бай атаның улын, йәғни, яңы экран һәм театр күргәҙмәләренең бағымсыһын ғына күрҙе. Ә бит ул үҙенең күңелен байытыу, илаһиландырыу өсөн быға тиклем башҡарылмаған ҙур ролдәрҙе башҡарыр, татымаған хистәрҙе татыр өсөн тир түкте. Тик күпселек осраҡта егеттең мөләйемлеген һәм аҡсаһын талантынан өҫтөн ҡуйҙылар. Шулай ҙа уның кеүек үҙ эшенә бирелгән ысын профессионалдар ҙа осраны Илназдың юлында. Тап улар егеттәге потенциалды, талантты күрҙе, һәм уны билдәле актер кимәленә күтәрҙе. Гәзиттәрҙә иһә барыһы ла киреһенсә яҡтыртылды. Ғәҙел булмаған шелтәләргә иғтибар итергә тырышмаһа ла, кәйефте төшөрә белә ине улар. Ә егеттең эргәһенән бер аҙым да китмәй ярамһаҡланып, нисек тә булһа ярарға тырышып йөрөгән кешеләр… Ни тиклем бүктерҙе ошо ялғанлыҡ һәм ярамһаҡланыу! Улар араһында Илназ үҙен айырыуса яңғыҙ итеп тойҙо. Таянырлыҡ дуҫтары әҙ уның. Булғандары ла бала саҡ дуҫтары ине. Сөнки хәҙер дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырыуға уның ваҡыты юҡ. Йондоҙ менән түгел, ә уның үҙе менән ысын, эскерһеҙ дуҫлашырға теләк белдерерҙәренә лә ныҡ шикләнә Илназ. Ә яңғыҙлыҡ күңелен өткәндән-өтә генә бара. «Һиңә ни булды? Ниңә шул тиклем моңһоуһың?» - тип туғаны һуңғы арала йыш ҡабатлай башланы. Һәм ул, бойоғоуын йылмайыу артына актерҙарса йәшереп, яуап бирә:
- Нимә тураһында һөйләйһең ул? Мин бик тә бәхетле. Барыһы ла шәп, яҡшы.
«Эх, Лилиә, Лилиә, миңә нисек ауыр икәнен белһәң ине. Ләкин нисек кенә тырышма, һин мине барыбер аңлап етмәҫһең. Юҡ, кәрәкмәй, минең башҡа төшкән бәлә бер ҡасан да күңелеңде борсомаһын. Һиңә еңелерәк. Һин минең бик моңло тауышлы туғаным ғына бит (Илназ, һеңлеһе иҫенә төшкәс, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы). Ә мин – рекламаға һәм һатыу тауарына әйләнгән киң билдәле актер, - ул асыулы һәм көсөргәнешле көлөүҙе үҙенән һығып тигәндәй сығарҙы. - Ҡатын-ҡыҙ өсөн мин - мөхәббәт күбәләге, режиссерҙарға – бай бағымсы, журналистар өсөн иһә - гәзиттәре өсөн ҡулайлы реклама ғына. Лилиә, һин генә мине, ағайың булған өсөн генә, дәғүәһеҙ, үҙеңә файҙа көҫәмәй яратаһың бит, тик элеккесә сәғәттәр буйы серләшергә ваҡытым ғына юҡ. Һинең дан ҡаҙанғың, йондоҙ булғың килә, ә мин быға йәнем-тәнем менән ҡаршы. Ағайың кисергәнде кисерергә яҙмаһын ине, тип теләйем. Мин арыным, үҙ-үҙемде юғалттым, ижадым һүнә. Теләһәң, маҡсатыңа ирешәсәгеңә шигем юҡ. Һин – ҙур талант…»
Ошо ерҙә уның уйҙарын шәхси һаҡсыһының ҡалын тауышы бүлде. Илназ уларҙың барлығын бөтөнләй ҙә башынан сығарған, хатта тертләп китте.
- Илназ Маликович, килеп еттек, - тине һаҡсы.
Һаҡсылар… Күпме түҙергә мөмкин. Ошо ике әзмәүерҙәй һаҡсыһыҙ бер аҙым да эшләй алмай бит ул. Баҫҡыс буйлап күтәрелгәнсе ошо уй башынан сыҡманы Илназдың, ә журналист һәм режиссерҙарға һаман да көсәнеп булһа ла йылмайырға тырышты.
«Ҡасырға кәрәк, ҡасырға». Башынан шундай уй йүгереп үтте. Күк көмбәҙен үҙенең нурына һуңғы тапҡыр мансып, йондоҙ атылды… Иң ҙур теләген теләп өлгөрҙөмө икән һуң?
Өс көндән, атаһының эш кабинетына илауҙан буҫығып бөткән Лилиә атылып килеп керҙе. Ҡулында – хат:
«Мин арыным. Яңғыҙым ҡалып, киләсәгем тураһында уйларға ваҡыт. Китәм. Ҡайҙа барырмын, белмәйем. Уныһы мөһим түгел. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Был мәңгелеккә түгел. Ҡайтырмын. Ваҡыт бирегеҙ. Эҙләмәгеҙ. Ғәфү итегеҙ. Һеҙҙе ихлас яратыусы улығыҙ, ағайығыҙ.
28. 08. 2007.»
Ата кеше ҡәнәфийенә хәлһеҙ таянды, йөҙө ағарып китте.
- Машинаһын алғанмы һуң?
- Юҡ. Аҙыраҡ кейемен генә…
- Иҫәүән. Үҙен ниндәй хәүеф аҫтына ҡуйыуын аңламаймы икән ни? Ә бынау янауҙар менән тулы хаттар – уларҙы миңә ни эшләтергә?! – Малик Сабирович бер нисә аноним хатты иҙәнгә бәреп ебәрҙе.
Был хәл гәзит биттәренә сыҡманы, әлбиттә. Илназ сит ил актеры булып китте, тигән имеш-мимештәр таралды. Наркомандар өсөн махсус дауаханала ята икән, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә йөрөнө. Ләкин бер кем дә был имештәргә тулыһынса ышанырғамы, юҡмы икәнен белмәне. Малик Сабирович иһә, яратмаусыларҙың янауҙарынан ҡурҡыпмы, «Улым донъя күрер өсөн сәйәхәткә сыҡты. Ҡасан ҡайтырын белмәйем», тигәнерәк һүҙ йөрөттө.
Шулай ике йыл үтте.
***
- Бөтәһе лә әҙерме? Бейеүселәр үҙ урынында… – Лилиә ныҡ тулҡынлана ине.
Бөгөн уның тәүге соло концерты. Ҡасандыр Илназ бүләк иткән сәғәткә күҙ һирпте – 10 минут ҡалған. Күкрәгенә киңерәк итеп һулыш алғас, уға нисектер еңелерәк булып китте. Яратҡан йондоҙон сәхнәгә саҡырып, фанаттар һыҙғырғаны ишетелде.
- Һиңә - сәскәләр, Лилиә…
Лилиә сәскәләр менән тулы кәрзингә үрелде: уның яратҡан – аҡ сәскәләре. Ап-аҡ нурын тирә-йүнгә һипкән һары ҡояшҡайҙар. Сәскәләр араһында хат та бар. Лилиә зәңгәрһыу конвертты асты – «Донъялағы иң ҙур талантҡа». Ул ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы, борсолоу, тулҡынланыуы ҡул менән һыпырып алғандай тойолдо.
- Лилиә, ваҡыт.
Концерт бик яҡшы үтте.
***
Тәьҫораттарға бирелеп ҡайтып килгәндә Лилиә ғәҙәттәгесә ағаһын иҫләп уфтанып ҡуйҙы. Ҡайҙа һуң ул? Ниңә туғанына булһа ла яҙмай, шылтыратмай икән? Ике йыл бит – ҙур арауыҡ. Ағаһы уны бер ҙә иҫкә алмай, һағынмай ҙамы икән? Ниңә китте? Ул бит туғанына шул тиклем кәрәк! Хәҙер Лилиә ағаһының һүҙҙәрен бик йыш иҫкә ала: «Мин арыным». Ә нисек? Эргәһендә аңларлыҡ, ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ кешеһе лә юҡ бит, исмаһам. Ағаһының моңһоулығын, һөйләшмәүсәнлеген, ҡасыуының сәбәбен ул әле саҡ аңлай башланы, шикелле. Ҡайҙа ғына барма, йәнһаҡсылар бер аҙым да ҡалмай. Уларҙың киң арҡалары артында Лилиә бер ни ҙә күрмәй бит хатта. Йәнһаҡсыларҙы алыу тураһында атаһынан ҡыҙ күпме һораны, ләкин уның ишеткеһе лә килмәне, үҙенекен тыҡыны – түҙ.
Бына бөгөн дә Лилиә йыр яҙыу студияһынан йәнһаҡсылары менән ҡайтып килә. Мәскәү өсөн ғәҙәти булған машиналар тығылышып, бер-береһенә ҡысҡырышып, юлын дауам итә алмай ултырған үҙәк урам юлсылары… Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн көн иртәнән үк уңманы. Хәҙер килеп, тынсыу машинала ултырырға мәжбүр. Етмәһә, көн бигерәк аяҙ, еләҫ кенә. Лилиә машинаның ишеген асып ебәрҙе.
Наҙлы ел ҡыҙҙың битенән һыйпаны. Бә-ә-әй, ҡалала яҙ ҙа еткән икән. Ул шуға ла иғтибар итмәгән.
- Нимә эшләйһегеҙ ул? – Һаҡсының аптыраулы ҡарашын тойҙо Лилиә.
- Мин метрола барасаҡмын, – тине ҡыҙ һәм, шәхси һаҡсыһының артынан сыҡҡанын күргәс, асыуы ҡабарҙы. – Мин бер үҙем барасаҡмын!
- Атайығыҙ һеҙҙән күҙ яҙҙырмаҫҡа ҡушты.
- Юҡ, тинем мин һеҙгә. Тағы бер һүҙ ишетһәм, эшегеҙ менән хушлашырға тура киләсәк! – Ҡыҙ шәхси һаҡсыларына ҡаты ғына янап ҡуйҙы.
Ағаһынан айырмалы рәүештә, Лилиә атаһына оҡшап ҡатыраҡ, уҫалыраҡ булып үҫте.
- Мин бер үҙем барам, – тип ҡырт киҫте ул (барыһы ла белә: үҙ һүҙле ҡыҙ менән һүҙ көрәштереү бушҡа).
- Ә Малик Сабирович…
- Ә атайым менән ҡайтҡас үҙем һөйләшермен, – Лилиә үҙ юлы менән китте.
Ҡыҙ ағаһына ҡарағанда үткер, кеше һүҙенә артыҡ иғтибар итеп бармаҫ ине. Һәм бына хәҙер, ағаһы ике йыл элек кисергәндәрҙе башынан үткәреп, үҙен алтын ситлектәге ҡошсоҡ итеп хис иткәс, Лилиә, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, ҡотолоу юлын эҙләне. Ошо урамда ни алға, ни артҡа китә алмай ыҙаланып ултырған машиналар хәленә ҡалды ул.
Ҡыҙҙың бөтә нәмәһе лә бар, ә күңелендә ниндәйҙер мәғәнәһеҙ бушлыҡ. Таянырлыҡ кешеһе – ағаһы янында уға был хистәрҙе еңеү күпкә еңелерәк булыр ине. Тик ҡайҙа ул? Ҡасан ҡайтасаҡ? Ата-әсәһе, уны яратҡан Рөстәм аңламағанды, ялтырауыҡлы йондоҙ яңғыҙлығы нимә икәнен үҙе татыған ағаһы, һис шикһеҙ, аңлар, кәңәш менән ярҙам итер ине.
Рөстәм… Ярата, әммә хистәренә яуап тапмай. Лилиәгә ҡарата уның мөхәббәте шул тиклем көслө, хатта егет уның ҡоло булырға ла әҙер. Йондоҙ нурҙарына табынып йәшәй Рөстәм. Ләкин нурҙар артында йөрәк барлығын беләме икән ул? Ҡыҙҙы гел генә ошо һорау борсой. Уйланмай ине Лилиә был хаҡта. Иң мөһиме – Рөстәм Лилиәнең ата-әсәһенә оҡшай. Аҡыллы, буй-һыны ла матур …
Тик хәҙер ҡыҙ ҡайҙа барып бәрелергә, ни ҡылырға белмәй. Ә тормош үҙ яйына китһен, яҙмыш ғүмер ептәрен яйға һалһын өсөн һәр көнөңдө планлаштырыуҙан туҡтап, йөрәгеңде тыңлау ҙа етә икән…
Ҡапыл кеҫә телефоны шылтыраны. Был Рөстәм ине. Лилиә егеттең тауышын да ишетергә теләмәй. Ә телефон шылтырай ҙа шылтырай. Яуап бирмәйенсә ҡотолоу юҡ.
- Сәләм, һин ҡайҙа?
- Мин ҡала буйлап йөрөйөм.
- Ниндәй тауыш ул. Магазиндар буйлап йөрөйһөңмө әллә? Кем менән?
- Бер үҙем. Метрола.
- Метрола?! Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы? Ә машина? Аңлайһыңмы, унда бысраҡ, асарбаҡтар, ҡараҡтар туп-тулы… - Лилиә телефонды һүндерҙе. Башҡа тыңлап та тормаҫ. Рөстәмдең самаһыҙ эрелеге уны ялҡытты.
Лилиә метро баҫҡыстарынан төшөп килгәндә, иғтибарын аҫта гитара уйнап торған һылыу егет йәлеп итте. Әйтерһең, уның сихри бармаҡтарында гитара үҙе йырлай. Берсә моңһоу, берсә дәртле. Егет гитара уйнауҙан ҙур ләззәт ала ине. Ят ҡыҙҙың ҡарашын тойоп, егет уға боролдо. Йәшел күҙҙәренән ниндәйҙер илһам бөркөлә ине. Булғаны булдымы шулай? Лилиә бындай илаһи ҡараш диңгеҙендә йөҙҙөмө икән? Юҡ, барыһы ла бар кеүек ине уның тормошонда, әммә был ҡараш... Ике ҡараш араһында ваҡыт үҙенең көсөн юғалтты, метро, үткенселәр – барыһы ла юҡҡа сыҡты… Ләкин бер үҫмер саҡ ҡыҙҙы аяҡтан йыҡманы. Был хәл уларҙың икеһен дә иҫенә килтерҙе, хыял донъяһынан сығырға мәжбүр итте. Лилиә үҙен меҫкен хәлендә тороп ҡалғандай тойҙо. «Эргәһенә барырға? Юҡ…» Күңелендә төрлө уйҙар: «нимә әйтергә, үҙен нисек тоторға…» Егет эргәһенә барып, уның уйнағанын тыңлау теләге бик көслө ине. Аҡыл теләктән еңелде.
Рөстәмгә ҡарағанда был билдәһеҙ егет гитарала күпкә оҫтараҡ уйнай.
- Эй, музыкант, эшләпәң ҡайҙа? – тип өндәште ҡыҙ.
Егеттең йылмайыуы һүнде, һөмһөрө ҡойолдо, музыка өҙөлдө. Ул гитараһын алып, сығыу яғына ыңғайланы.
- Туҡта, үпкәләттемме әллә? Ғәфү ит. Мин...
- Нимә, әзмәүерҙәй егет ошолай итеп икмәклек аҡса эшләй икән тип уйланыңмы? Яҡшылыҡ эшләгең килеп киттеме?
- Һин бит яҡшы уйнайһың, метрола торғас, уйының өсөн… - Лилиәнең ошолай ғына хушлашҡыһы килмәне һәм, ярһыуынан ни эшләгәнен үҙе лә аңғармаҫтан, егетте ҡулынан тотоп алды. – Ярай инде, онот. Хаталанғанмын. Рәнйетһәм, ғәфү ит, – ул беренсе тапҡыр егет кешенән ғәфү үтенде. Ят егет уның күҙҙәренә ҡараны. Ҡарашында икеләнеү һиҙелә ине.
- Ысын күңелдән әйттеңме? Мин…
- Эйе, һин иҫ киткес матур уйнайһың.
Ҡыҙҙың ярты һүҙҙән аңлауы егеткә мәрәкә тойолдо, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы. Ә Лилиә быны дуҫлашыу билгеһе итеп ҡабул итте.
- Шул тиклем һылыу ҡыҙҙан маҡтау һүҙҙәре ишетеү үҙе бер бәхет. Етмәһә, бай ғына күренәһең, – егеттең һүҙҙәрендә ирония сағылды. Лилиәгә ул бына-бына китер ҙә башҡа бер ҡасан да осрашыу мөмкин булмаҫ кеүек тойолдо.
- Ниңә улай тип уйлайһың? Бай ҡыҙҙар метрола йөрөймө әллә?
- Затлы күлдәк, ҡиммәтле биҙәүестәр, яҡшы аяҡ кейеме – бындайҙар үҙәк баҙарҙа һатылмай бит.
- Мин … тамада… (Ҡыҙ ниңә улай тип әйткәнен үҙе лә аңламаны). Эйе, тамада! Бына әле лә туйҙан ҡайтып киләм. Аҡса эшләп…
- Алдамайһыңмы? – Егет ышанырғамы, юҡмы тип икеләнде.
- Һинеме? Мин алдаша белмәйемсе…
- Хуп, алдашҡанды йәнем һөймәй. Әгәр уйнағаным оҡшаһа, әйҙә минең менән. Мин уйнайым, ә һин йырла.
«Йондоҙ метрола концерт ҡуя», «Йондоҙ күктән метроға төшкән», «Лилиәнең пиар кампанияһы»…. – Ҡыҙҙың башынан меңәрләгән уй йүгереп үтте. Ҡала буйлап йәшен тиҙлеге менән таралған гәзиттәрҙе айырым-асыҡ күҙ алдына килтерҙе.
- Нимә, метрола йырлау һинең өсөн оятмы? Әллә һандуғас бушлай һайрамаймы? – Егет китергә йыйынды. Ҡыҙҙың кем икәнен әллә һиҙҙе инде. Лилиәне шуға һынап ҡарамаҡсы була?!
- Туҡта, китмә! Мин риза.
- Риза? – Егет бындай яуапты көтмәгәйне. Ләкин юғалып ҡалманы, гитараһын сығарып, Лилиәнең йырына көйләп уйнай башланы. Дуэт уңышлы сыҡты. Гел ҡайҙалыр ашыҡҡан моңһоу халыҡ йәнләнеп китте, ирендәрендә ихлас йылмайыу, күҙҙәрендә йәшәү нуры тоҡанды. Лилиә бер концертынан да шул тиклем кинәнес кисергәне юҡ ине әле. Үткенселәрҙең кәйефен күтәреү уға бик оҡшаны.
Йыр тынды. Ҡыҙҙы кешеләр уратып алды. Күптәр уны танығайны.
- Ғәфү итегеҙ, һеҙ яңылышаһығыҙ. Мин ул түгел, – ҡыҙ аҡланырға ашыҡты. Егет уны ҡулынан тотоп алды һәм, кешеләрҙе йырып, сығыу яғына ыңғайланы.
- Бигерәк оҡшаттылар үҙеңде. Ҡастыҡ әйҙә!
Улар бәләкәй балалар кеүек бер-береһен уҙыша-уҙыша урам буйлап йүгерҙе.
- Һинең фанаттарың шул тиклем күп тип уйламағайным, – тине егет, йүгереүҙән туҡтағас.
- Мин дә … - тине ҡыҙ йыш-йыш тын алып. – Миңә былай йырлау ныҡ оҡшаны, тағы ла ….
- Хәҙер мине аңлайһыңмы инде? Аҡсаға был тойғоларҙы һатып алып булмай ул. Кешеләрҙең йылмайыуын күреү – минең өсөн иң ҙур бүләк.
- Быны аңларға ярҙам иткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Мин элек сәхнәлә генә… - Ҡыҙ үҙенең «серен» саҡ асманы.
- Бәлки, йөрөп килербеҙ, – егет нисектер ҡаушап ҡалды. Үҙе йылмайып ҡулын һуҙҙы, -Азамат.
- Асия, – Лилиә, алдашҡанын һиҙҙермәҫ өсөн, ҡарашын түбән йәшерҙе.
Улар етәкләшеп, бушап ҡалған урам буйлап ваҡытты онотоп йөрөнөләр ҙә йөрөнөләр. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡай саҡ йондоҙло күккә ҡарап тын ҡалдылар…
- Миңә ҡайтырға ваҡыттыр… - Был һүҙ икеһен дә бойоҡторҙо. Бер кистә бер-береһенә эҫенеп тә өлгөргәйне улар.
- Эйе, ваҡыт… - Азаматтың тауышында моңһоулыҡ һиҙелде. – Иртәгә…
- Мин бик шат булыр инем. – Был ике йәш йөрәккә бер-береһен аңлар өсөн һүҙҙәр кәрәкмәй ине.
- Мин һине оҙатып ҡуяйым да… - Лилиәне был һүҙҙәр һиҫкәндереп ебәрҙе.
- Юҡ! Мин үҙем…
- Ҡараңғы бит. Оҙатам, – егет ҡырт киҫте.
Лилиә «өйө» итеп бер бәләкәй генә ике ҡатлы йортто һайланы:
- Бына ҡайтып та еттем.
- Ярай, хуш. Һине иртәгә бөгөн осрашҡан урында көтөрмөн.
Ҡыҙҙың күңелендә шатлыҡ осҡоно ҡабынды: «Мин уға, ысынлап та, оҡшаныммы икән?!» Быға тиклем ул сибәрлегем бөтәһен дә әсир итә, бөтә донъя минең аяҡ аҫтымда, тип уйлай ине. Ә бөгөн барыһы ла башҡаса, ҡыҙ күңелен ниндәйҙер ҡурҡыу һәм икеләнеү тойғолары солғап ала: «Ә бәлки, мин уға бөтөнләй оҡшамайымдыр?» Егет киткәс, Лилиә такси саҡыртты ла, йортона ашыҡты.
Ә Азамат бөтә донъяға йылмайып атлай. Бөгөнгө көн уға ҙур шатлыҡ алып килде бит.
+24 °С
Ямғыр




