Әҙәби бит
15 Декабрь 2023, 05:40

Ғүмер

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде, Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, — Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ...

ҒүмерҒүмер
Ғүмер

Ғүмер

Ер еләккәйҙәре беште инде,

Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ,

Ир-егеткәйҙәрҙең йәше үтһә,

Бегөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ.

 

Япраҡтарҙы һары алды инде,

Ел шаулатып, түкмәҫ, тимәгеҙ, —

Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе

Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ.

 

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде,

Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, —

Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының

Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ.

 

Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде,

Гөл-сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, —

Бишектәге бала, биш төрләнеп,

Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ.

 

Рәми ҒАРИПОВ.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас