+24 °С
Дождь
БУРЫС (Нәсихәт)
Туған телем минең башҡорт теле!
*Әсәй* тиеп телем асылған,
Был донъяның барлыҡ матурлығы
Ошо телем аша танылған!
Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән
Мираҫ иткән ата-бабалар,
Юғалтмайыҡ туған телебеҙҙе,
Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар!
Башҡорт теле - минең халҡым теле!
Башҡортостан-минең баш йортом!
Тыуған илебеҙҙә туған телдә
Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом!
Балаһына туған тел өйрәтеү-
Һәр әсәнең изге бурысы!
Онотмаһын ине бер әсә лә
Иңдәренә төшкән бурысты!
Ситтән генә ҡарап ятмаһындар
Балалары булған һәр атай,
Телен өйрәтһендәр ейәндәргә
Һәр өләсәй, һәр бер олатай!
Фәүзиә Ҡотлогилдина- Алтынбикә