Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
11 Декабрь 2023, 19:00

Урышҡал

Гөлсинә йыуып торған йүргәген ҡапыл ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. “Бәй, бәй...Ғүмере ҡыланмағанын. Әллә эсеп алған инде?” Үҙ алдына шулай һөйләнеп ҡуйҙы. Ошоғаса ауыҙына ла алмаған Дәрисе лаяҡыл иҫерек ине. Ул эләгә-тәгәрәй өҫтәл артына инеп ултырҙы ла үкһеп илай башланы. Әле генә тынсып йоҡоға киткән сабый, тертләп уянып, ҡыҙып иларға тотондо. Йоҡоһоҙ төндәрҙән кингәп, аяғында саҡ баҫып торған ҡатын лып итеп ултыра төштө.- Гөлсинә! Ташлама мине. Һинһеҙ ни эшләрмен? Мин, мин ғәйепле, ми-ин. И-и-их!– Өҫтәл төйөп илауын белде ире. Уның һайын сәңгелдәктәге сабыйы ла ярһыны. Ҡыҙҙырырға ярамағанлығын белһә лә, ҡатын ҡуҙғалырлыҡ хәлдә түгел. Түшкегә сүкеш менән һуҡҡандай зеңкеп торған башы шаулап уҡ китте – Дәристең хәбәре аңына барып етмәне...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Миңнур Ҡасимова
Урышҡал
I
Гөлсинә йыуып торған йүргәген ҡапыл ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. “Бәй, бәй...Ғүмере ҡыланмағанын. Әллә эсеп алған инде?” Үҙ алдына шулай һөйләнеп ҡуйҙы. Ошоғаса ауыҙына ла алмаған Дәрисе лаяҡыл иҫерек ине. Ул эләгә-тәгәрәй өҫтәл артына инеп ултырҙы ла үкһеп илай башланы. Әле генә тынсып йоҡоға киткән сабый, тертләп уянып, ҡыҙып иларға тотондо. Йоҡоһоҙ төндәрҙән кингәп, аяғында саҡ баҫып торған ҡатын лып итеп ултыра төштө.
- Гөлсинә! Ташлама мине. Һинһеҙ ни эшләрмен? Мин, мин ғәйепле, ми-ин. И-и-их!
– Өҫтәл төйөп илауын белде ире. Уның һайын сәңгелдәктәге сабыйы ла ярһыны. Ҡыҙҙырырға ярамағанлығын белһә лә, ҡатын ҡуҙғалырлыҡ хәлдә түгел. Түшкегә сүкеш менән һуҡҡандай зеңкеп торған башы шаулап уҡ китте – Дәристең хәбәре аңына барып етмәне.
- Мин һинән айырылырға уйламайым да инде.
- Юҡ. Һин әйт, ташламайым, тиген. Һинһеҙ бер көн дә тора алмам.
-Ни һөйләйһең? Тиктомалдан ниңә ташларға тейешмен әле ул? Яңғыҙ түгелмен дә. Ана, бөгөн ҡысҡырып ятһа ла, үҫеп етер әле улыбыҙ.
Ҡалҡынып, сәңгелдәктәге бәпесен күтәреп алды. Уныһы һаман ярһыуын белә. Ултырҙы бит үҙе лә ҡыҙҙырғансы ала һалмай. Бар, хәҙер туҡтатып ҡара!
- И-их! Үҫһен ине шул. Белмәйһең, бер ни белмәйһең... Үҫеп етерме һуң? - Шып туҡтаны Дәрис.
- Ҡуй, әле! Юҡ менән баш ҡатырма! Тым, бәпесем, тым. Егет кеше шулайтып илап ятамы? Бөгөн һиңә ете ай бит. - Баш менән ир ҡайғыһы китте ҡатындың – әлегә ошо йән эйәһен әүрәтеп, әҙгә булһа ла тынсытыу уйында.
- Ете ай шул, ете ай. - Дәрис сәңгелдәккә төбәлде лә шымып ҡалды.
… Көтөп алған бәпестәре сырхау булды. Ҡайһы ере ауыртҡанын да, нисек ауырығанын да белмәҫһең - илапмы илай. Күрер күҙгә һау-һаҡ һымаҡ та. Теремек кенә: дүрт айынан ултыра башланы. Кәйефе килгәндә, үтә ҡулсыр. Тик бына бер башлаһа, күҙҙәрен йомоп ала ла, хәлдән тайғансы ярһый. Алты айынаса ошондағы ҡала табиптарының күҙәтеүе аҫтында булдылар. Әленән-әле анализдар биреп торҙолар. Теүәл бер ай элек республика гематология поликлиникаһында үҙҙәрен дә, баланы ла ентекле тикшерҙеләр. Диагнозы әлегә билдәһеҙ тип, ят-ят дарыуҙар яҙҙылар. Ҡайтҡас, бындағылар ҙа бер хәбәрҙе тылҡынылар. Ҡайтҡас, бындағылар ҙа бер хәбәрҙе тылҡынылар. Ә бөгөн балалар поликлиникаһына Дәристең үҙен генә саҡыртып алып, аныҡ диагнозды әйтеп ҡайтарҙылар. Ирҙең ҡолаҡ төбөндә участка табибының һүҙҙәре яңғырай: “Беҙ уның ғүмерен оҙайта ғына алабыҙ. Үкенескә ҡаршы,
медицина бындай сир алдында көсһөҙ, ике йәштән үткәндәр юҡ. Бөтә талаптарҙы ла үтәп, тейешле шарттар булдырғанда, бәлки, күберәк мөмкиндер. Ҡатынығыҙға әйтеп тороуҙы кәрәкле тип һанамайбыҙ. Даими рәүештә республика дауаханаһына йөрөргә тура килер. Ә
һеҙгә, атай кеше, һалдат бурысын үтәгәндә дөрөҫөн әйткәндәрҙер. Тағы балаларығыҙ тыуған осраҡта ла, ошо хәл ҡабатланыуы мөмкин”.
Эйе, армияла саҡта үҙҙәренең часының радиоактив нурҙан ағыуланыуы хаҡында, һуңлап булһа ла, белделәр. Хеҙмәтен тултыра алмай ҡайтҡандар ҙа күп ине. Уларҙың яҙмышы менән ошоғаса бер ҡыҙыҡһынғаны булманы Дәристең. Радиоактив нурҙан ағыуланғандарҙың ирлек бурысын үтәй алмауҙары тураһында ла белә, тик быларҙың береһе лә үҙенә ҡағылмаҫ кеүек ине.
Ҡәҙимге көнитмешенән риза булып ҡына йәшәй ине ошоғаса. Бөгөн килеп, тормошо икегә бүленде.
II
Гөлсинә, тәҙрәнән киске ҡала уттарына бағып, уйға сумған. Ике йәшлек Иҙеле йоморланып ҡына йоҡлап ята. Бөгөн улар тағы ла республика дауаханаһында. Бында бер үк диагнозлы төрлө йәштәге балалар йыйылған. Йыш осрашҡастар, бер-береһен танып торалар. Йәй бергә ятҡан таныштарынан икәүһе күренмәне – яҙмыштары билдәле инде.
Береһе - йәш бала, икенсеһе - һигеҙенселә белем алған Наташа исемле ҡыҙ. Уҡыусы тип әйтеп тә булмайҙыр – уҡытыусылары өйөнә килеп дәрес биреп йөрөгән. Уның хаҡында әле генә күрше палаталағы ҡатын һөйләп сыҡты. Хәле ауырая башлағас, Наташаны ҡайтарғандар. Үҙ самаһын аңлаған ҡыҙ саф һауа һуларға теләүен әйткән. Күтәреп
сығарып ултыртыуҙарына, әллә ниндәй ҡөҙрәт менән аяғына баҫҡан да, тротуарҙан үтеп барыусыларға “Кешеләр! Минең дә йәшәгем килә. Үлгем килмәй, үлгем килмәй, үлгем килмәй!” – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра өс кенә аҙым баҫып, шунда уҡ йән биргән.
...Гөлсинәне хәҙер ғәмһеҙлек биләп алған. Иҙеленә бер йәш тулғас, ул да улының ниндәй яҙмышҡа дусар булғанын аңланы. Ә бәлки, бәлки... тип күрһәтмәгән табибы, йөрөтмәгән бағымсыһы ҡалманы. Тик сир алдында барыһы ла көсһөҙ ине. Хеҙмәт урыны балаға йәш ярым тулғанға тиклем һаҡланғанға күрә, уныһынан да ҡалды. Ҡайғыһынан
эскегә бирелгән ирендә бөтөнләй эше юҡ, эскә йомолдо. Күңелен тырнап торған бер күренеш һаман күҙ алдында.
Кеше араһында бер аҙ яҙылмаммы тип, бәләкәсен ике сәғәткә иренә ҡалдырып, ҡала мәҙәниәт һарайына концертҡа барғайны. Фыртауай егет ҡултыҡлап алған элекке төркөмдәше Римма тап булып: “Етмешенсе йылдарҙағы сепрәк менән тағы нисә быуат
алдыңды ябып йөрөрһөң?” тиеүенә шул ҡәҙәр ғәрләнде. Ҡыш итәктәре өбөрөләнгән бәлтә, яҙ студент сағынан иләнеп, уҡаһы ҡойолған елән ише һөрһөҙ плащ кейгән күрекһеҙ ҡатынды эскесегә тиңләнеме...Алҡымынан алған күҙ йәштәрен йотоп, тәүге антракттан уҡ
ҡайтып китте. Тейер-теймәҫенә урамда ла күренмәҫ, урыҡ-һурыҡ шылтыраған өй телефонын да алмаҫ булды. Йүнләп йоҡлағаны ла юҡ. Төн урталарында тертләп уяна ла, улының йомшаҡ, йылы тәнен тотоп ҡарағас ҡына, кире йоҡоға тала. Ҡасандыр бер була торған хәлде көтөп, арып та китте, ахыры.
-Әсәй! Кәртешкәләге матур апай бул әле! – Йоҡлай тигәне күҙҙәрен тултырып, баянан бирле әсәһен ҡарап ятҡан – Гөлсинә уйҙарынан оялып китте.
-Ниңә улай тиһең? - Шулай ҙа өйрәнелгән ғәҙәт үҙенекен итте: һин дә мин һөйләшеп ятҡан улының пульсын тотоп ҡараны.
-Миңә дарыу күп алғасың, аҡсаң бөтә, ибет! Шуға матур күлдәгең дә юҡ. Ҙуур булам да дарыуҙы үҙем һатып алам. Һиңә матур күлдәк әпирәм. Шунан кире матур апай булаһың. Ике йәшлек бала, тип кем әйтһен инде? Бәләкәй генә ғүмерендә әсәһен матур итеп күргеһе килә. “Бөгөн үләме, иртәгәме?” тип ҡарауыллап йөрөгән Гөлсинәнең башына
бындай уй инеп сыҡҡаны ла юҡ. Бер уның ғынамы икән? Тотош дауаханала барса әсәйҙәр ҙә ҡара-ҡура кейемдәрҙә йөрөй.
-Әйҙә, мин һиңә әкиәт һөйләйем, әсәкәйем. Матур әкиәт. Улын һөйәп ултыртты әсәһе.
-Борон бер матур апай менән ағай йәшәгән. Уларҙың матур бәпәйе булған.“Их, ғүмергенәң юҡ шул, бәпәйем!.. Был тиклем фантазияң менән әллә кем булыр инең.”
-Күҙемә генә ҡара, әсәкәйем, юҡһа әкиәт ҡайтып китә. Бәпәйҙәренең башы ауыртҡас, аспирин ашаған. Дарыуҙан ҡоҫҡан, илаған. Ул шулайтҡас, атаһы күүп итеп аҡы эскән. Шунан, әсәһе лә илаған.
“Бер һөйләй башлаһа, туҡтатып булмай торған. Тыңлайым, бәлки, һуңғыһылыр.”
-Малайҙың башы ныыҡ ауыртҡан. Врач апай ҙуур дарыу биргән. Малайҙың ҙурайғыһы килгән. Шуға теге дарыуҙы ашаған.
“Бәпкәмдең фотоһына ҡарап булһа ла һағыштарымды баҫыр инем. Юҡ шул фотоаппаратым. Дарыуға аҡса кәрәккәс, “Смена”-ны ла һаттыҡ бит әле.”
-Әсәкәйем, мине тыңламайһың бит. – Иҙел былай ҙа ҙур күҙҙәрен тултырып ҡараны. Быуынһыҙ булып шыуып төштө иҙәнгә ҡатын. Тубыҡланып, бәпесенең биленән ҡосоп, терһәктәрен карауатҡа терәне. Инде бер-береһенең күҙҙәре йәнәшә генә. Яҡынлыҡты тойоп ҡалһын ҡошсоғо. Әсәһенең яратыуын белһен.
-Шунан әсәһе менән икәүһе матур тауға менгәндәр. Әсәһе һағыҙ биргән.
“Балаҡайым. Олатаһы килтергән ҡарағас һағыҙҙы иҫендә ҡалдырған бит. Ер-һыу күреп тә өлгөрмәне ҡыҫҡа ғүмерендә. Тауҙарҙы ла китаптан ғына белә. Шуны һөйләй. Ҡалай ҙа ғына зиһенле бит.”
Иҙелдең хәле бөтә башланы: “Һағыҙҙы ашаған икән, ауырымаған да ҡуйған. Атаһы ла аҡы эсмәгән, әсәһе лә иламаған.”
Тағы күҙҙәрен тултырып ҡараны:
-Әсәкәйем, һине мин ныҡ-ныҡ яратам. Йоҡом килә. Мин йоҡлағас, эргәмә кил, йәме. Һулышы өҙөлдө Гөлсинәнең. Кисектергеһеҙ минуттарҙың етеп килгәне яңы аңына барып етте.
-Юууҡ! – Йөрәк өҙгөс тауыш дауахана стеналарына ҡаҡлығып, шаңдау булып ураны.
III
-Гөлсинә! Үҙеңде ҡулға ал. Эмоцияларыңа хужа булмай, күпме мәшәҡәт тыуҙыраһың.
“Кем әле был? Курсташы Рима. Тик ул ғына команда тонында һөйләшә. Мине мыҫҡыл итеп ултырамы? Ҡайғы уртаҡлашырға килгән берәү. Бәпесемде моргҡа илткәндәрҙер инде...”
-Иҙелде ...вскрытиеға бирмәйем. Мин уны тәжрибә өсөн дә, эске органдарын кемгәлер күсереп ултыртыу өсөн дә тапманым. Хәлем юҡ. Бар, Рима, алдырт баламды. Машина тап.
–Күҙҙәрен асмай ғына һөйләнде Гөлсинә.
-Ә-ә-ә. Улыңдың үлгәнен көтөп, иҫһеҙ ҡолап ятаһыңмы әле? Һине әпәүҙәргә, йәлләргә килгән тиһәң, яңылышаһың. Нашатырканы өҫтөңә ҡойоп булһа ла, аяғыңа баҫтырам. Артыңа айҙандыра типмәҫ борон тор! Реанимацияла Иҙелең. – Ойоп, иҫен юя барған Гөлсинәнең өҫтөнә бер биҙрә һыу ҡойҙолармы ни – ҡаҡ кушетканан ҡалҡынып тороп
ултырҙы.
-Айныныңмы? Теге ваҡыт хәлеңде аңғартһаң, ҡайғыңа яңғыҙың маз булып ултырмаҫ инең. Һин үкергәндә, дауалаусы врачығыҙ менән һөйләшеп ултыра инек. Мин бында булмаһам, үҙеңде бер яры, балаңды икенсе яры оҙаталар ине. – Риманың тауышы йомшарҙы, Гөлсинәне ҡултыҡ аҫтынан өҫтөрәп, палатаға ыңғайланы.
- Ғәфү ит мине, курсташ! Тәҡдиренә яҙғанын берәү ҙә ашаҡлап китә алмай. Сабыр булыр кәрәк. Элекке курсташтар аҡса йыйҙылар. Кипкән көньяҡ емештәрен килтерҙем. Химиянан һуң ауыҙҙан көл тәме генә килә ти бит. Малайың әллә ниҙәр ашарға теләйҙер. –
Һүҙгә ҡушылыусы булмаһа ла, Рима һөйләнеүен белде.
-Һин...теге...мине йыуатыр өсөн әйттеңме? Ысын...тереме?
Күҙҙәре таҫрайҙы элекке старостаның:
-Беләһеңме, шул һүҙҙәрең менән күпме гонаһҡа батҡаныңды? Ул ни эшләп үлергә тейеш? Диагноз приговор түгел. Балаңдың яҙмышы бер Аллаһ Тәғәләгә билдәле. Ә һиңә, сәбәп ҡылып, көн-төн улыңдың шәбәйеүен һорарға кәрәк.
-Нимә, һин атеизм уҡыманыңмы ла һынау тотманыңмы студент сағыңда? – Аҡтыҡҡы көсөнә көлөмһөрәгән булды Гөлсинә.
-Уны һеҙ уҡынығыҙ. Ә мин ул лекцияларға йөрөмәнем. Һынау, тиһеңме? Бына ул һынау. Һин, шуны күтәрә алмай, һынып ятаһың.– Рима ҡулы менән бөтә дауаханаға ишараланы.
-Минең хәлде ошо юлдан үткәндәр генә аңлар. – Үҙен йәлләүҙән күҙҙәренә йәш тығылды Гөлсинәнең.
-Алыҫтан эҙләмә. Минең дә берҙән-бер бөртөк ҡустыма рәнйеү ҡағылды. Атай-әсәйем юҡ икәнен беләһең. Ләкин иң ауыр минуттарымда янымда хеҙмәттәштәрем, күршеләрем булды. Ҡайғыны яңғыҙ йөкләүе иҫ киткес ауыр. Сирле янында мин насар уйҙарға
бирелмәнем.

Ярты йыл ятһаҡ та, вазанан сәскәләр өҙөлмәне. Магазиндарҙа һатып алыр уйынсыҡтар булмағас, күршеләрем, үҙҙәре яһап, буяп, сағыу машиналар килтерҙеләр.
-Әле ул ҡустың... ҡайҙа? Нисә йәш? – Гөлсинә Риманы һелккеләргә тотондо.
-Юҡ ул. – Күҙҙәре дымланды ҡатындың. - Һыҙланыуҙар менән аралашып барған ҡыҫҡа ғүмерендә матур балалыҡ бүләк итергә тырыштым. Сағыу кейемдәр тектереп кейҙерҙем. Магазиндарҙа шәрбәт булманы. Ә мин, райбазаға барып, ҡустыма ғына түгел, бүлектәге
барлыҡ балаларға етерлек кәнфит килтереп тарата инем. Киткәнендә лә бер ҡулында - уйынсыҡ машина, икенсеһендә кәнфит ҡағыҙы булды. Еңел үтте, йылмайып ҡына йоҡлап китте. Һыҙланыуҙарын әҙгә булһа ла кәметә алғанмындыр, тип уйлайым.”
Шул көндән мәрхәмәтлек акцияһы ойоштороп, балалар онкология диспансерына йылына ике килеп урауын, уйламағанда таныш фамилияға юлығыуын һөйләп торманы
Рима.
IV
Аҡбейек һырттарын оҙаҡ ҡыҙырҙы Гөлсинә. Тауҙың иң бейек түбәһендә ҡарт ҡарағас күреп ҡалды ла аҙымын ҡыҙыулатты. Һис бер ерҙе танымай, йәш ҡарағастары ла юҡҡа һан – баштарын йә ел һындырған, йә олоно шыйыҡ. Һағыҙҙы тик һау ағастан ғына алғыһы килде. Балаҡайына көҫәгәнен бирер. Кем белә, бәлки, тамағына ла ашай башлар. Реанимациянан сыҡҡас, ҡайһылай яратып ҡапты кипкән емештәрҙе. Ике йыл тауға артылғаны булмағас, тыны етмәй. Ниңә ошо һырттарға бәпесен күтәреп булһа ла менмәнеләр икән? Дәрис менән икәүһен дә тауҙар осраштырғайны бит. Башҡалар кеүек кистәрен ҡаса-боҫа ҡараңғыла йөрөмәнеләр, яҡты күҙҙә Ҡыраҡаның ҡуҡырайып торған һәр киртләсен үттеләр, ҡаҙан кеүек сөм сөңгөлдәренә төштөләр,
Ҡыҙылташ түбәһендәге күл һыуында май айында уҡ һыу инделәр. Төш кеүек матур бер миҙгел булған икән. Риманың килеп ҡайтыуы Гөлсинәнең тормошон тамырынан “айҙандырып” ебәрҙе.
Туғандары ла, үҙе лә ҡайһылай былҡым булғандар. Уларҙың дауаханаға килеп илашып ҡайтыуынан бер кемгә лә еңеллек килмәгән. Исмаһам, береһе-бер, “аҙ булһа ла ял ит” тип, фатирына сығарып, йоҡлатып алмаған. Ике йыл буйы төндәрен серем итеп кенә йөрөүҙән башы ла миңрәүләнгән, ултырып төплө фекер йөрөтөр хәле лә ҡалмаған.
Ҡайһылай тиҙ уртаҡ тел тапты Иҙел менән Рима. Өс көнгә үҙем алып ҡалам, ауылға ҡайтып, хәл йыйып кил тигәс, еңел генә һыпырылып сыҡты ла китте бына.
... Ниһайәт, ҡарт ҡарағас янына менеп етте. Кеҫәһендәге бәкеһен алып,
суғыртмаҡлы ҡарағас сайырын соҡорға әҙерләнде. Күҙҙәре менән эҙләгәнен тапмағас, бармаҡ йөҙө менән ҡытыршы ҡабыҡтарҙы һыйпап ҡараны. Исмаһам, йәбешкәк аҡмағы ла эләкмәне ҡулына. Тыу ағасҡа ымһынып, ятҡа балаһын ҡалдырып, анау хәтлем тау юлын
ҡыуыуы бушҡа булдымы? Ағас төбөнә ултыра төштө. Үҙенең тормошо ла ҡыу өмөткә ҡоролмағанмы? Нимәһе бар уның бөгөн?
Мөхәббәтеме, эшеме, балаһымы? Эсенә тартҡан тубыҡтарына башын һалып, һулҡылдап- һулҡылдап иланы. Күмһегән күңеле бушап ҡалғандай булды. Тороп, өс ҡоласлыҡ ҡарағастың олононан ҡосаҡлап, башын терәп тора бирҙе. Үҙенең йомшаҡлығы өсөн ғәфү
үтенгәндәй, башын күтәреп, ағас осона күҙ һалды. Аҫтан өсөнсө йыуан ботаҡ төбөндә ҡуш йоҙроҡтай суғыртмаҡты күреп, күҙҙәрен серт-серт йомғолап алды. Күренгәндең ысын икәненә инанғас, бәке менән эш ҡыйратмаҫын белеп, сурайып торған ташты соҡоп алды ла, тәүәкәлләп, үрмәләп менеп китте. Онотолмаған икән таныш мәшәҡәт:
суғыртмаҡты бер аҙ ҡумшыта бирҙе лә, ташы менән туҡмай-туҡмай, аҫҡа төшөрөп ебәрҙе. Артынса үҙе лә һыжырылып барып төштө. Ҡабаланып, ҡара суғыртмаҡтың бер мөйөшөн кимтеп алды теше менән. Ауыҙын яндырған әселектән йөҙө сирылды. Тағы алданды.
Һағыҙ тигәне урышҡал булған. У-рыш-ҡал. Ауыҙыңа ҡарағастың аҡмағы эләкһә, телең менән өйөрөлтөп, бармағың менә соҡоп алып була. Быны нисек аҡтармаҡ кәрәк?
Тағы ултыра төштө. Инде ауыҙ эсен көл тәме ялманы. Балаҡай ғынаһы һәр химиянан һуң шулай ыҙалайҙыр инде.
Баяғы ташы менән урышҡал йәбешкән теште дөңкөлдәтеп ҡараны. Ул тигәнсе булманы: был донъяға үҙе менән ҡуша тыуғанмы ни - тора сат йәбешеп. Өйөрөлтөп, төйгөсләп ҡараны - мейеһе генә һелкенде. Кинәт кенә бер тондорғайны, сатнап килеп төштө алғы теше урышҡалы менән бергә. Сикәнең бер тамыры зымбырлап китте.
Урышҡаллы тешен тотоп оҙаҡ ултырҙы Гөлсинә. Кимтеп ҡапҡанда йомшаҡтойолһа ла, гипс кеүек ҡатҡан. Тиҙ ҡотолормон, тимә. Баяғы улының сире кеүек. Исемләп әйтмәй, “рәнйеү” тине бит әле Рима. Күренеп торған теше һынһа һынды, ауыҙы ҡурылып, тетелеп төшмәне. Тәүәкәлләһәң, әллә рәнйеүҙән дә ҡотолоп буламы? “Сәбәп
ҡыл”, тине бит әле. Уныһы нимә тигәнде аңлаталыр.
-Балам! – Терт итеп ҡалды ҡатын. Тау башында атаһы нимә ҡарап йөрөй?
-Балам! Башыңа алама уйҙар килеп ҡуймаһын тип, артыңдан сыҡҡайным эҙ юллап. Ни һөйләшмәй, ни ашамай күпме йәшәргә була? Аллаһ Тәғәләнән һиңә сабырлыҡ һорай- һорай мендем тау башына. Ағас төбөндәге бәкене күреп, әллә ниҙәр уйланым. Урышҡал артынан килгәнһең икән. Йә, беребеҙҙең иҫенә төшһәсе шуның дауаһы бар икәне. Тотош ҡапһаң – ағыу, семтеп ҡапһаң – дарыу. Тамаҡ рәнйеүенән дә шуның менән шәбәйгәндәрен беләм бит. Нисек онотҡанмын? – Яндап сүгәләне атаһы.
“Ҡайһылай бирешкән атайым. Сәстәре лә ағарған. Һуңғы йылдарҙа берәйҙе булһа ла, “хәлдәрегеҙ нисек,”тип белешкәнем дә булманы.”
-Ут йотоп йәшәнек, ҡыҙым. Быларҙан миңә ни файҙа, тиһеңдер инде. Балаң менән килеп ят, тип әйтергә лә ҡурҡабыҙ. Улай-былай хәл булып ҡуйһа, аҙаҡ беҙгә үпкәләрһең. Маңлайыңа яҙылған Хаҡ яҙмыштан уҙып булмай. Беҙ сәбәп кенә ҡыла алабыҙ. Әсәң менән намаҙҙа сәждәгә киткән һайын һәр ҡайһығыҙға ғүмер һорайбыҙ. Диндән айырылғандар
менән йәшәһәк тә, ураҙаһын да, намаҙын да ҡалдырмай тотоп киләбеҙ. Доғаларыбыҙ барып етеп торалыр: табиптар ҡуйған сикте үтеп йәшәп ята бит әле. Урышҡал тешеңде төшөрҙө, тик ауыҙың да, йөҙөң дә йәмрәймәне. Көнө бөтмәһә, инвалид булһа ла йәшәр.
Камсамулмын, тимә. Күңелең менән һора.
V
Ел осортоп төштө тауҙан Гөлсинә. Үҙ йорто булғанын көтөп оҙатылмай ултырған бирнәле һандыҡтан нафталин еҫе аңҡып торған тауарҙарҙы сығарып, төн ултырып улына күлдәк, үҙенә халат тектеләр әсәһе менән. Атаһы урышҡалын балта төйҙәһе менән ваҡ-ваҡ киҫәктәргә онтап, бүлгеләп бирҙе. “Врачтар дауа ғына бирә. Сир ҙә, шифа ла Аллаһ
Тәғәләнән. Шифаһын бирһен, артҡанын таратырһың,” – тигән һүҙҙәр менән сәй ҡурғаштарына төрҙө. Почтаға барып, Дәрисенә “Ауылға кил!” тип телеграмма һуҡты. Йыуаса бешереп алаһы, мейестә тауыҡ ҡураһы бар. Ҡайын һыуын ағыҙып алыр. Балнис ризығынан ялҡҡандыр бәпесе. Дәрисен ҡарағас һағыҙына ебәрер - ир кеше бит, тапмай ҡайтмаҫ. Мунса яғып, уныһын кеше төҫөнә индереп алыр. Ҡайһылай ҡыуаныс тейәп барыр бәпесенә. “Аҡы эсмәгәс, матур минең атайым”, тип талпынып ятыр. Ә ниңә ул ятырға тейеш? Бәлки, Рима бөгөн үк аяғына баҫтырып ҡарағандыр. Кем белә, май байрамдарынан
һуң бер аҙ ҡайтарып та торорҙар. Һәр мөйөшөнән ҡайғы еҫе аңҡып торған фатирына һис ҡайтҡыһы килмәй икән үҙенең. Ни эше, ни ашы булмаған бәләкәй ҡалала нимә ҡарап ятҡан һуң улар? Күптән ошонда килгән булһаларсы. Үҙ ата-әсәһе булмағанғамы, ҡайны-
ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп тора бит ире.
...Урындыҡ өҫтөнә эленгән сәңгелдәк дүңгәләген күреп, йөрәге сем итеп ҡалды ҡатындың. Улын бәхетле балалыҡтан ғына түгел, ата-әсәһен олатай-өләсәй булыу шатлығын кисереүҙән дә мәхрүм итеп йәшәгән икән. “Инфекция индермәйек, ”- тип ейәндәренә яҡынайтманылар. Нимә тине әле Рима? “Ҡайғыны яңғыҙ йөкләүе ауыр”. Бында кеше араһында булырҙар. Улын ауыл мунсаһында йыуындырырҙар, бергәләп тауға менерҙәр. Олатай, әләсәй наҙына ҡойонор балаһы. Ауылда уға күңеллерәк тә булыр. Ҡулы эш белгән Дәрис ҡайҙа ла юғалмаҫ. Ихтыяр ҡуйып эсергән ише булмаҫ. Ниңә ул аҡыл электән инмәне һуң башына?
Бар бит әле улы. Бәлки, нығынып китер. Көндәрен мауыҡтырғыс, балалығын сағыу итергә бар хәленсә тырышыр. Теле тәм татырҙай ризыҡ менән һыйлар, күңелен үҫтерер әкиәттәр һөйләр. Кемдән булһа ла фотоаппарат алып торор, һәр аҙымын төшөрөп, үҙе уйлап сығарған әкиәттәр сағылған матур альбом төҙөр...
***
...Ҡырпаҡ ҡар яуған көндә ауыл зыяратында бәләкәй генә ҡәбер ҡалҡып сыҡты. Саҡрымдан ашыуға һуҙылған оҙатыусылар араһында ҡырҙан килеүселәр күп – “... ветерандары союзы” логотибы яҙылған автобус аят ашына халыҡты ташып әллә нисә ураны мәктәп менән зыярат араһын. Ерләүҙең бөтә мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған
Дәристең хеҙмәттәштәренә, тимер рәшәткә ҡуйҙырмай, ҡыр талашып ҡарағас бура ултыртҡан атаһына, аят ашын ойошторған мәктәптәге коллегаларына сикһеҙ рәхмәтле ине Гөлсинә. Түше һыҙлап эйеп киткәс, өс йәшенәсә имсәк ташлатмай имеҙеп йөрөгән ҡыҙсығын иҫенә төшөрөп, йүгереп ҡайтты ла китте. Стеналарын һигеҙ йәшлек Иҙелдең һүрәттәре биҙәгән, кәштәләренә пластилиндан әүәләнгән машиналар теҙелгән ыҡсым балалар бүлмәһе. Өләсәһенең тубығындағы
мендәрҙә бәпесе йоҡлап ята. Янында ағаһының алты йыл дауамында туплаған альбомы. Тумба өҫтөндәге магнитофондан Иҙелдең һеңлеһенә һөйләгән әкиәттәренең береһе яңғырай.
-Апай! Бәпес эргәһендә үҙебеҙ ултырып торабыҙ. Инәй менән аятҡа барығыҙ.
Һеҙһеҙ башлай алмайҙар. – Туғыҙынсылағы уҡыусы ҡыҙҙары шым ғына килеп инеп, ишек төбөнә баҫҡандар. Йоҡлап киткән балаһын имеҙеп ултыра алмай инде, кейеменә үрелде Гөлсинә.
Субырҙап аҡҡан йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, ситкә боролғайны, тәҙрә аша тышта тапанып торған класының малайҙарын күреп ҡалды. Әллә ниндәй хикмәттән йәштәре туҡтаны. Эргәлә генә һөйләгән Иҙелдең бәрхәт тауышынан күңеленә һиллек инде.
Йәшереп кенә йәшен һөрткән әсәһенең яурынына ҡағылды:
-Илама, әсәй! Күрәһеңме, күпме нур, яҡтылыҡ ҡалдырып китте беҙгә улыбыҙ. Һеңлеһенә матур ағай булып, бәхетле йәшәне. Һеҙҙең доғаларығыҙ ҡабул булып, бер аҙға ғүмере оҙайғандыр, Аҡбейек ҡарағасының урышҡалы һыҙлауҙарын баҫҡандыр. Был
тиклем дә ҡайғыларҙы яңғыҙ күтәралмаҫ инем... Дәристең хеҙмәттәштәренең дә балалары бар бит. Улар күңеленә шом һалмайыҡ. Көттөрмәйек башҡаларҙы.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: