Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
11 Декабрь 2023, 21:30

Уртаҡ

Уртаҡ”:— Йөгеңдө еңеләйтәйем әле, ҡыҙым, — тип ханымдың нәфис аяҡтары ҡырында торған ҙур ғына сумканы ҡулына алды Ҡатын “ялт” итеп артына боролоп ҡараны һәм, кирза итекле, ҡат-ҡат йыуылып үтекләнгән, инде үҙ төҫөн юғалтҡан пинжәк кейгән ярым-йорто танаулы теге шөкәтһеҙ ҡартты күреп, аҡырып ебәрҙе:— Грабя-ят!Кәрәк сағында эт менән эҙләп таба алмаҫ инең, милиция кейемендәге әзмәүерҙәй өс егет әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла бисара ҡартты ҡаптырып та алды. “Уртаҡ” Солтан ҡаушап, ҡойолоп төштө. Бер аҙ һушын йыйғас, хәлде аңлатырға теләгәйне лә, ләкин тегеләр ҡолаҡ та һалманы, Солтанды типкеләп, төрткөләп рәшәткәле “УАЗ”-ға ултыртты ла китеп барҙы. Таяғы туҡталышта аунап ҡалды.

Уртаҡ
Уртаҡ
Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Уртаҡ
Солтан һуңғы йылдарҙа йыш ауырыны. Район табиптары уны төрлөсә әүеш-тәүеш килтереп ҡараны ла, бер ни ҙә булдыра алмағас, дауаханаға үҙ аяғы менән килгән ҡартты таяҡҡа таяндырып, ҡала табиптарына ебәрҙе. Һуғышта ярты Европаны йәйәүләп ауылына ҡайтып төпләнгән Солтандың тыуған төйәген ташлап йыраҡҡа һәм оҙаҡҡа бик сыҡҡаны юҡ ине. Теләһәң-теләмәһәң дә ҡуҙғалырға кәрәк хәҙер.

Сәфәр башы — Табанлы станцияһы. Солтан ҡарт бәхетенә, поезға ултырғас, тыныс, ипле юлдаштар тап булды: береһе, кепкаһын ҡашына тиклем батырып кейгән ир заты, әллә йоҡлай, әллә йоҡлағанға һалышҡан, уның күршеһе, урта йәштәрҙәге ҡатын, мауығып китеп бәйләм бәйләй. Тағы ла ҡыҙыл-мыҙыл һөртөп ялтыратылған, иҙеүе кендегенә ҡәҙәр йырыҡ йәш кенә ханым, вагон тәҙрәһенән күренеп-күренеп ҡалған телеграф бағаналарын һанағандай, бар иғтибарын тышҡа йүнәлткән. Ҡиәфәте бик бойоҡ, ә сибәрлеге, ус төбөнә ултыртып, өф итһәң дә ҡара сәстәрен елберләтеп елгә осорға торған күбәләктәй ханымдарға бойоғоу һис килешмәй. Ни һыҙа, ни ҡыра гүзәлкәйҙең күңелен? Солтан түҙмәне:

— Бигерәктәр бойоҡһоң, ни булды, ҡыҙым? — тип һораны.
Яуап теүәл һәм ҡыҫҡа булды.

— Какое ваше дело?!
Ай-һай, сәскә ауыҙҙан да дорфа һүҙ сыға икән, ләкин кешене төрлө халәттә күрергә күнеккән Солтандың иҫе китмәне.

— Кәнишне, беҙҙеке. Шатлыҡты үҙең генә лә күтәреп була, ә ҡайғыла кеше кәрәк. Бүлешһәң — еңеләйә. Баштан үткән хәлкәйҙәр.
Эйе, Башҡортостандың көньяғындағы Үҙән ауылында ғүмер кисергән “Уртаҡ” Солтанға — “Уртаҡ” мулла ҡушҡан исеме түгел, ауылдаштарыныҡы — үҙ ғүмерендә күпте кисерергә тура килде, кеше хәлен еңеләйтәм тип үҙе лә ярты танаулы булып ҡалды. Көлһәң — көл, илаһаң — ила.

Эш былай булды. Көндәрҙең береһендә “Уртаҡ” Солтан урамда замандашын осратҡайны. Теге ни үле, ни тере — үлтереп башы ауырта икән. Таныш хәл, бындай саҡта кешегә нисек ярҙам итмәйһең инде — замандашын өйөнә алып китте. Һәм нимә кәрәк — барын да өҫтәлгә ҡуйып, табын хәстәрләне. Эсенә бер-ике “ҡырлы” кергәс, сәрхүш сикһеҙ рәхмәтен белдереп, “Уртаҡ”ты ҡосағына йомарланы һәм, уның танауынан үбеп, ахыр сиктә шаҡтай өлөшөн тешләп алды...

“Уртаҡ” Солтан, танауының өҙөлгән өлөшөн кеҫәһенә һалып, дауаханаға барғайны ла: “Инде һуң, урынына тегеп булмай”, — тинеләр. Баҡһаң, теге сәрхүш, төшөрөп алһа, кешенең йә танауын, йә ҡолағын тешләп алырға ымһына икән. Нисә йыл бергә йәшәп, шуны ла белмәгән.

Купелағы сибәркәй ике тишеге шыр асыҡ ярым-йорто танауға ҡат-ҡат ҡарап алды ла ерәнеп башын ситкә борҙо. Ауылдың ауыр тормошонда таушалып кәкшәйгән ҡарт уның күңеленә хуш килмәне, ахыры. “Уртаҡ” Солтан зыянлы түгел, юғиһә. Элегерәк, һуғыштан һуң, социализм төҙөгән таҡы-тоҡо заманда ауылдарында ярлы ғына япа-яңғыҙ Хисаметдин йәшәй торғайны (ауыр тупрағы еңел булһын!). Көндәрҙең береһендә шул Хисаметдин, салбар урынына ҡырыҡ ямаулы, теткеләнеп бөткән бер һәләмә кейеп, урамдан үтеп бара ине.

Бал ҡорттарының гөжләп осҡан, “Уртаҡ”тың кәрәҙҙән генә ҡойолған әсе балы ҡымырҙаған мәл ине был. Солтан, көнө буйы алйыған тәненә ял биреп, ҡапҡа төбөндә тәмәке быҫҡытып ултыра. Сүмес менән генә һемереп эскән бал уны шаҡтай мәлйерәткән, күңелдең күтәренке, кәйефтең шәп сағы.

— Ә-ә, Хисаметдин бабай! Иҫәнмеһегеҙ! Әйҙә, ултырып китегеҙ! – “Уртаҡ” Солтан, урынынан шыуышып, аҡ һаҡаллы бабайға эскәмйәнән урын бирҙе.

Хисаметдиндың сәләм бирә, сәләм ала торған ғәҙәте юҡ. Әле лә: “Зыян итмәҫ”, — тип мығырлап ҡына “Уртаҡ” ҡырына яйлашты. Ситтән генә күҙгә ташланмаған икән, бабайҙың буй-буй аҡ һыҙыҡлы ҡыҙыл ыштаны теткеләнеп бөткән дәбаһа! Инде ямау һалырлығы ла ҡалмаған, иләккә әйләнгән, арыҡ тәне күренеп тора. Заманында бик тә ғәйрәтле, мәсет манараларын ауҙарып, коммунизм төҙөп йөрөгән, байҙарҙан тартып алынған ҙур өйҙә япа-яңғыҙы йәшәп ятҡан Хисмәйҙең (ауылдаштары уны шулай атай) ҡиәфәте бик тә, бик тә ҡыҙғаныс ине. “Уртаҡ” уны йәлләп бөтә алманы, ҡартҡа нисек тә булһа ярҙам иткеһе, күңелен күтәргеһе килде.

— Ыштаның бик туҙған икән, Хисаметдин бабай. Мә, булмаһа, минекен кейеп ҡара! Һиңә ярарға тейеш, — тине “Уртаҡ”, салбар ҡайышын ысҡындыра-ысҡындыра.

Солтандың салбары ныҡ ине әле, кейерлеге бар ине. Хисмәйгә үлсәп теккән кеүек, тап-таман булып сыҡты үҙе. Бабайға ярҙам итә алған өсөн “Уртаҡ” һөйөнөп бөтә алманы. Тик ҡарттың ғына бик иҫе китмәне: “Ярар, яраған”, — тип мығырланы ла, рәхмәтен әйтергә лә онотоп, ҡыштыр-ҡыштыр китеп барҙы. Эске аҡ ыштанына көлөн ҡоя-ҡоя тағы бер махра быҫҡытҡас, Солтан ихатаһына кереп, лапаҫ аҫтындағы арбаһына түшәлгән йәшел бесән өҫтөнә һуҙылып ятты. Йәйге ятағы шул уның, ожмахың да кәрәкмәй, танауҙы ҡытыҡлаған үлән еҫе, ат бышҡырыуы, һыйырҙың иренеп кенә көйшәүе, еңелсә генә тиреҫ һәм мал еҫе, һәндерәлә сысҡандарҙың ҡыштырлап алыуы — барыһы ла йәнгә тыныслыҡ бирә, иҙрәтә, күҙҙе йомдора. Бигерәк тә эсендә бал балы семерләп торһа.

Ләкин бер рәхәттең бер ҡыйыны була — иртән ҡатыны, Хәнифә, Солтанды эттән алып эткә һалып һүкте — баҡһаң, йорт хужаһының алмаш салбары юҡ икән, Хисмәйгә һуңғыһын һалып биргән. Ҡояш менән бергә тороп йөрөргә күнеккән төҙөүселәр бригадиры Солтан беренсе тапҡыр эшкә һуңланы, сөнки Хәнифәһе иҫке бер салбарҙы кейерлек хәлгә килтергәнсе шаҡтай ваҡыт үтте. Ауыртҡан башҡа ла дауам эләкмәне.

Хәмер менән шаярырға әүәҫ ине шул “Уртаҡ” ул замандарҙа. Колхоздың төҙөү материалдары уның ҡулында булды. Кемгә нимә кәрәк — бер кемде лә кире борманы — яйын тапты. Ауылда уның оҫта ҡулы теймәгән ҡаралты-ҡура ла юҡтыр. Эш хаҡы, билдәле, хәмерләтә — “Уртаҡ”ҡа йыш ҡына өйөнә “һалып” ҡайтырға тура килде. Хәнифәһе асыу­лана ине. “Һаҫыған көмөшкәгә һатыл­ғансы, аҡсалата алыр инең” йә “Эсеп туйыр башың бармы һинең, сусҡа”, — ти. Ҡылған изгелегең өсөн ауылдаштарыңдан нисек инде аҡса алаһың?! Был уныңса — “Уртаҡ”са түгел. Ә инде эштән һуң хужа һый хәстәрләһә — быныһы икенсе хәл. Ултыраһың бергә-бергә, күңелдәр булғансы һөйләшәһең, көлөшәһең. Булғаны уртаҡ. Бына быныһы дөрөҫ. Мәжлес ахырында әлеге лә баяғы бер йырын һуҙыптырмы-һуҙҙы:
Аҡрын кәрәк. Ипләп кәрәк
Ишетергә һандуғас һайрауҙарын...

Ҡалған юлдарын, һүҙҙәрен белмәй ҙә ине. Хәйер, белһә лә, артабан йырларға хәле лә, тыны ла ҡалмай ине, ахыры.
Йырланды инде, ләкин ауыл өҫтөндә йөҙ ҡыҙартырлыҡ бер генә ғәмәл дә ҡылынманы. Хужалар ҙа бик асыуланып барманы, сөнки кистән һалмыш Солтандың төн эсендә колхоз өсөн урмандан ағас ҡайтарып ауҙара торған ғәҙәте лә бар ине. Урланғанмы ул, рөхсәт менәнме — бының менән ҡыҙыҡһыныусы булманы. Тик бер йылда ғына шундай төнгө ағастарҙан Аҡ әбейҙең өйөн һипләп биргәс, колхоз рәйесе әрләргә уйлағайны ла, Солтан:
— Ағасты урман ҡарауылсыһынан бер яртыға һатып алдым да ике яртыға һаттым. Файҙа ғына булды, — тигәс, хужа кеше, ни әйтергә белмәй, өнһөҙ ҡалды.

Ундай “файҙалы эштәр”, һанай китһәң, бихисап булғандыр, кем уны иҫәпкә алған. “Уртаҡ”тың инанғаны бер: таш менән атҡанға аш менән ат! Булғанды — бүлеш. Быны балаларҙың ҡолағына ла ҡат-ҡат киртеп ҡуйҙы. Улар инде ни эшләр. Өлкәне әсәләренә тартҡан, ҡыҫмыр, ә төпсөгө һораһаң — бирә, һорамаһаң — бирмәй. Бирһәң — ала, бирмәһәң — алмай. Нисектер битараф ул. Был донъянан ваз кисеп, бер ҡайғыһыҙ йоҡлап барған юлдаш ир затына оҡшаған ул. “Уртаҡ” юлға тип өйөнән алған тауыҡтың бер ботон уға биргәйне, шуны тәмләп ашаны ла, “спасибо”һын әйтеп, йәнә күҙен йомдо. Бошмаҫ. Ә вагон тәҙрәһенән барған һанап барыусы тәтәй ханым, уның ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, ҡарттың инде ағармаҫ ҡыршылған ҡулдарынан ерәнеп, купенан сығып уҡ китте. Ярай әле бәйләмле ҡатын ҡыҫтауға килде — икәүләшеп өҫтәлдәге ризыҡтарҙы матур ғына ялтыратып ҡуйҙылар.

Һөйләшеп, һыйлашып барғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. Поезд ни арала Шишмәһен, Димен үтеп, Ағиҙел күперенә дөбөрҙәп барып керҙе. Өфөгә еткәнбеҙ ҙә баһа. Солтан ҡарт, инде был донъяла иң кәрәкле терәккә әүерелгән таяғына таянып, ишек яғына туҡылдатты.

Вокзал буйында кешенең күплеге: барыусылар, ҡайтыусылар. Ауыл ғәҙәте буйынса, “Уртаҡ” һәр береһе менән иҫәнләшеп сыға, тик уға ҡайтарып яуап биреүсе генә юҡ, киреһенсә, артынан ғәжәпһенеп ҡалалар, ҡайһы береһе бармағы менән сикәһенә төртөп күрһәтә — иҫәр, йәнәһе. “Уртаҡ” быны һиҙмәй. Уның үҙ ҡайғыһы ҡайғы — ошо тиклем ығы-зығы араһында ул бер мәлгә юғалып ҡалды. Бында береһенең дә туҡталып торорға ваҡыты юҡ икән, бында барыһы ла урыҫ икән. Ярай арала бер иманлыһы килеп сыҡты, ул вокзалдан нисек сығырға икәнен, ҡалаға күтәрелгән трамвайҙарҙың ҡайҙа туҡтағанын әсә телендә аңлатып бирҙе. “Уртаҡ” та бурыслы булып ҡалманы, тегенең көрәктәй ҡуш усына майҙа ҡыҙҙырылған көнбағыш тултырҙы.

Трамвай яҡында ғына, вокзал ҡаршыһында ғына туҡтай икән. Солтанға ҡала үҙәгенә барырға кәрәк. Ана, Аллаға шөкөр, “етенсе” күренде, халыҡ өйөрө алға ынтылып, болғанып алды. Бергә килгән, “Уртаҡ”ты бигүк өнәп бөтмәгән ханым да бында икән, алда ғына, арҡаһы менән баҫып тора. Әйберҙәре лә күп күренә. Солтандың йәш сағы түгел шул, ханымды әйбере-ние менән бергә генә күтәреп трамвайға ултыртыр ине лә бит. Ҡартайылған. Дәрт булһа ла, дарман юҡ. Шулай ҙа бер сумканы күтәрерлек кенә көсө бар.

“Уртаҡ”:
— Йөгеңдө еңеләйтәйем әле, ҡыҙым, — тип ханымдың нәфис аяҡтары ҡырында торған ҙур ғына сумканы ҡулына алды Ҡатын “ялт” итеп артына боролоп ҡараны һәм, кирза итекле, ҡат-ҡат йыуылып үтекләнгән, инде үҙ төҫөн юғалтҡан пинжәк кейгән ярым-йорто танаулы теге шөкәтһеҙ ҡартты күреп, аҡырып ебәрҙе:
— Грабя-ят!
Кәрәк сағында эт менән эҙләп таба алмаҫ инең, милиция кейемендәге әзмәүерҙәй өс егет әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла бисара ҡартты ҡаптырып та алды. “Уртаҡ” Солтан ҡаушап, ҡойолоп төштө. Бер аҙ һушын йыйғас, хәлде аңлатырға теләгәйне лә, ләкин тегеләр ҡолаҡ та һалманы, Солтанды типкеләп, төрткөләп рәшәткәле “УАЗ”-ға ултыртты ла китеп барҙы. Таяғы туҡталышта аунап ҡалды.

...Иртәгәһенә “Уртаҡ” Солтан үҙе төбәп килгән дауахана тирәһендә күрен­мәне. Ғүмер кисергән ауылына, бер киҫәк икмәкте лә бүлешеп ашаған замандаштары янына ла ҡайтманы. Һыуға төшкән таш кеүек юҡҡа сыҡты ул.
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: