Шофер булып эшләгән әшнәһенә барғайны әле шунан ҡайтып килеүе. Элек машина, трактор йөрөткәндә кеше менән үҙе лә шулай өҙөп-йолҡоп һөйләштеме икән, был инде үтә лә фырт ҡылана – кис булһын, йоҡлап торайыҡ, ҡарарбыҙ, тип ултырасы. Иҫең китер. Әүәлерәк бер ҙә улай түгел ине, һөйләшеп-килешәһең дә алмашлап бер-береңә ярҙам итәһең, йәғни ҡул алмаш. Кемгә бесән, кемгә һалам килтерәһең, утынға бараһың.
Тракторист-шофер халҡы араһында шундай яҙылмаған ҡағиҙә ине был. Ҡулында хәҙер техника юҡ, бынан нимә өмөт итәһең тиме икән? Эх, ҡолаҡ ҡаҡты шул тракторынан, ҡайғы белмәй йәшәр ине. Инәлеп йөрө инде хәҙер. Кемгә бит әле, үҙе менән бергә эшләгәндәргә, бергә ашаған-эскәндәргә! Асыуың килмәҫ ереңдән килер. Йомошо ла бит әллә ни ҙур түгел: аҙна самаһы элек комбайн артынан ҡалған арыш һаламын таллыҡ араһына индереп өйгәйне. Шуны килтереү ине ниәте. Ямғыр яуыуы бар, кеше лә алып китмәҫ тимә. Яртыһы һиңә булыр йә яңынан өйөп бирермен тип тә ҡараны, юҡ тыңламаны. Беларусьта саҡта Сәми бесән-һалам тип һис борсолманы, ат урынына йөрөттө үҙ йомошона колхоз техникаһын. Үкенескә ҡалманы инде былай. Бынау Фәррәх ағай үлеп китмәһә, һаман эшләп йөрөр ине әле. Шул ваҡиғанан һуң тарттылар ҙа алдылар бит тракторын, әйтерһең, Сәмиҙе тракторһыҙ ҡалдырһалар, Фәррәх ағай терелеп китә. Бына шунан бирле этләнә Сәми – шырпы-тәмәке артынан да «Беларусь» менән йөрөп күнеккәс, тере ҡулһыҙ ҡалыу яман ҡыйын икән.
Ни генә тимә, барыбер ҙә йүнсел түгел, тип Сәми уйҙары менән йәнә тиңдәшенә әйләнеп ҡайтты. Яҙ башында уҡ ҡырҡҡан ағасы ята, оҙон йәй буйы ваҡыт табып шуны ташып ала белмәне. Ул өй тигәнен ҡасан һалырға самалай икән һуң? Утыны ла һаман өйөлмәгән: ярған килеш сәселеп ята. Сәсеү, бесән, ураҡ тип кенә йәшәп буламы икән ни донъяла? Йорт-ҡура, өйҙәге эшкә елкәһе йоҡалар гел шулай колхоз йомошон сәбәп итеүсән инде ул...
Сәмиҙең уйҙарын көлөшкән тауыштар өҙҙө. Тирәяғына ҡараһа, Мөбәрәк ағайҙың өйөнән килә икән. Иркен ултыралар, ахыры, көлөшәләр, булыр-булмаҫ тауыштары менән йырлап та маташалар.
Малайы, Илгиз теге көн, оҙаҡламай китәм, тип һөйләнә ине, ысынлап та, уҡыуына юлланырға самалайҙыр. Күңел асыуҙары шунандыр. Хәҙер йәштәр фырт бит, юҡ-бар сәбәп табалар ҙа, билдәләйбеҙ, тигән булып йыйылышырға әҙер торалар.
Сәми йәштәрҙең күңел асыуын үҙенә, эшенә, ауылдың ауыр тормошона, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә, бысрағына, хатта ямғырына мыҫҡыллау тип ҡабул итте һәм тегеләр менән бәхәскә ингеһе, һүҙ көрәштергеһе килде. Заманында үҙенең уҡымай ҡалыуына йәне көйҙө, тәҙрәләрҙән ишетелгән күңелле, ҡәнәғәт тауыштарҙан йөрәге ярһыны, үҙенең бер ҡасан да улар һымаҡ була алмаясағына йәне әсене. Ошо әсенеү йөрәгенә йәбеште лә үҙенең төшөп ҡалған бәндә түгеллеген иҫбат итеү өсөн аяҡтарын ят ҡапҡаға борҙо. Салт аяҙ көндө барлыҡҡа килгән ҡойон һымаҡ көтөлмәгән тойғо, көтөлмәгән әсенеү, ярһыу ине был.
Ишекте Азамат асты.
– О, Сәми ағай, әйҙүк! – тине ул тегене алға үткәреү өсөн ситкә тайпылып. Үҙе, инһенме, юҡмы, тигәндәй, һораулы ҡарашын хужаға ташланы.
Ишеккә арты менән ултырған Илгиз бар кәүҙәһе менән инеүсегә боролдо ла, урынынан ҡалҡынып, Сәмигә атланы.
– Һай, аҫыл ир Сәми, һин кәрәкһең бит самый, – тине ул, көлөп.
Барыһы ла ҡәнәғәт шаулашып алды.
– Һаумыһығыҙ! Яраймы, ҡамасауламайыммы?
– Ярай, нишләп ярамаһын. Һинең бер ҡасан да ҡамасаулағаның юҡ, – тине Илгиз, ҡулдары менән барыһын да өҫтәл янына саҡырып.
Өйҙә өсәүҙәр – Илгиз менән Азаматтан башҡа Билал да бар. Азамат ошо яҙ армиянан ҡайтып, ҡайҙалыр уҡырға кергән, Билал бына өсөнсө йыл инде агрономлыҡҡа уҡып йөрөй. Барыһының да кәйефе күтәренке, ҡыҙмасараҡ булып алғандары һиҙелә. Быларға тракторы ла, һаламы ла кәрәкмәй шул. Донъя бөтөн, борсолорлоҡ мәсьәлә юҡ.
– Һиңә штрафной, Сәми ағай, – тине Билал һәм таҙа рюмка килтереп, араҡы ҡойҙо.
– Әллә тағы, штраф һалырға, мин саҡырылған ҡунаҡ түгел дәһә, – тине Сәми, көлөмһөрәп. Әрләп сығайым тигән ниәте, үҙ ярҙарына ҡайтҡан яҙғы йылға кеүек, яйлап баҫылды һәм ул, уйынан баш тартып, эсенән генә ҡул һелтәне. Әйҙүкләп торғанда, етмәһә, төшөрөргә лә мөмкинлек булғанда, нисек кешегә ҡаты һуғылаһың да, нисек яманлашаһың? Егеттәрҙең береһенең дә Сәмигә зыяны тейгәне юҡ былай, киреһенсә, йомошҡа килһәң йәки берәй эш ҡушһаң, ярҙамлашырға әҙер торалар. Тракторы бар саҡта бер-береңә ҡул алмаш эшләнде инде эштәр – улар һиңә килә, һин уларға. Шулай булғас... Ауылда ул ғына көн итмәй, уҡырға китеүселәр ҙә ошо малайҙар ғынамы ни? Баштары эшләгәс, уҡыһындар әйҙә.
– Ризыҡ ишараты, үҙем бешергәйнем. Барыһы ла студенттарса ғына инде, – Илгиз ҡулдары менән өҫтәлдәге картуфлы табаға ишараланы.
– Ярай, ярай, үрелермен. Гөлсөм еңгә менән Мөбәрәк ағай ҡайҙа һуң?
– Тәскирә апайымдың ҡыҙы бар бит. Иртәнсәк шунда киткәйнеләр, ҡайтмағандар әле.
– Ә, шулаймы ни? Күргәйнем шул. Артҡандар икән. Тәскирәләрҙе әйтәм, һәйбәт булған.
– Насар түгел инде.
– Үҙең ҡасан китәң?
– Иртәнән һуң. Каникул бөттө, вәссәләм.
– Улай булғас, барығыҙ ҙа ҡуҙғалалыр иңде? – Сәми алмашлап егеттәргә ҡарап сыҡты.
– Эйе, – тине Илгиз һуҙып ҡына.
– Да-а, уҡыуҙары еңел түгелдер инде. Еңел булһа барыһы ла керер, уҡыр ине. Ғәйшә апай, уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, ти торғайны. Мин ҡаҙа алманым ул ҡойо тигәндәрен. Үкенгән саҡтар ҙа бар, тик терһәк йыраҡ, тешләрлек түгел. Ә һеҙ, егеттәр, маладис, ҡаҙаһығыҙ. Бына мин ғүмер буйы тракторҙа... Бәхетме ни инде шул... Илгиз, һинең ҡайҙа уҡығаныңды онотам да ҡуям.
– Университет, юридик факультет.
– Ә, шулай бит әле, – Сәми ҡулын һелтәп хәтеренә зарланғандай итте лә, ҡапыл алға эйелеп маңлайын тотто. – Мин шуны һорарға тип кергәйнем. Беләһеңдер, һин буласаҡ закон һаҡсыһы бит. Иҫеңдәме, күрше ауылдан бер егет Әҡлимәнең туйына килеп һуғышып йөрөгәйне. Үткән аҙнала милиция килеп керҙе лә шуларҙы һораша, ныҡый башланы, өйҙө тентергә кереште, әйтерһең, берәй төрлө ҡорал йәшергәнмен.
– Бәй, нимә эҙләгәнен әйтмәйме ни?
– Әйтмәй шул. Һорап-һорап ҡарайым, шымтайып аҡтарыуын белә. Башың ауыртһа ҡоям тип тә ҡарайым, юҡ, яҡын да килерлек түгел. Күргәнһең, ҡарап торғанһың туҡмағандарын, ти шунан. Шаһит яһарға маташа инде. Беҙҙекеләр теге егеттең башын яра һуҡҡандар ҙа балнисҡа эләккән, ә мыңа эш. Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, тигән һымаҡ, ул маңҡаға ҡыҫылып йөрөмәһә булмаймы икән?
– Һин ул малайҙы күрмәгәйнеңме?
– Юҡ, ҡайҙан күрәйем?
– Ә беҙҙең ауыл егеттәрен?
– Уларҙы ни, күрҙем. Теге ваҡыт бит аласыҡҡа килеп керҙеләр. Уныһын инде өндәшеп торманым, бәләһенән баш-аяҡ. Бына шул милиция ишаратын ҡыуып сығарырға итәм дә, законды белмәйем. Алды китте, йөрө шунан. Ҡулында ордер-фәләне булмаһа, өйгә үткәреп тентеү яһатып тороу ярамай шикелле лә инде? Бисәңде һәрмәгән һымаҡ...
– Дөрөҫ әйтәһең, хаҡы юҡ.
– Во, ҡара аҡылым менән мин дә шулай уйлайым шул. Ул ҡарыша, ләпәк кеүек күҙгә инеп килә, малай, – Сәми һорауына яуап алыуҙан бигерәк үҙенең һөйләүенә, һүҙен йөпләүҙәренә ҡәнәғәт булып ҡулдарын һелтәп ебәрҙе, йөҙө яҡтырҙы. Шулайтмайса, уҡыған кешеләр араһында ултыра, улар кимәлендә һөйләшә бит!
– Ярай, күтәрәйек, – Билал рюмкаһын ҡулына алды.
Эсеп ҡуйҙылар, һыуынған картуф ҡаптылар, ҡыяр кетерләттеләр.
– Юриспруденцияны белгең, әҙерәк аңлағың килһә, әйтәйек, милиция әлеге ише өйөңә керә аламы, юҡмы икәнен белгең килһә, бер уйын уйнап алырға тәҡдим итәм. Ҡайһы бер мәсьәләләр аңлашылыр, тигәндәй. Юҡһа, халыҡ, ысынлап та, ябай ғына әйберҙәрҙе лә белмәй. Зәңгәр форма күрҙеме, ҡото оса. Әбей-һәбей бала-саға тыңламаһа, милицияға биреп ебәрәм тип ҡурҡыта. Һөҙөмтәлә, беҙ бала саҡтан уҡ шуларҙан ҡурҡып үҫәбеҙ, өлкәнәйеп бөткәнсе өркөү дауам итә, бөгөн беҙҙең егеттәрҙең милицияла аҙ булыуының сәбәптәренең береһе шундалыр тип уйлайым. Ә бит улар араһында ла төрлө кешеләр бар, йүнлеһе, йүнһеҙе.
– Йүнһеҙе күберәк инде аның. Эшләгең, уҡығың килмәһә, милицияға эшкә бар, тиҙәр бит.
– Шулайҙыр, килешәм, мин үҙем дә уларға мөхәббәт тойғолары йөрөтмәйем, – тип һүҙен дауам итте Илгиз. – Беҙ бында дүртәү. Билал менән Азамат суд заседателдәре икән ти, – Илгиз иптәштәренә күҙ ҡыҫты, минең уйынды ҡабул итегеҙ, йәнәһе. – Суд председателе вазифаһын мин үҙ өҫтәмә алам. Ә һин, Сәми ағай, «ғәйепләнеүсе» йәғни ғәйепле кеше. Нимәлер ҡылғанһың икән, ти. Суд шуны тикшерергә йыйылған. Килештекме?
– Сержанттан да ҡото алынған кешене суд эскәмйәһенә ултыртырға самалайһығыҙмы? – Сәми ихлас көлдө. – Милицияның килеүен ҡайҙан әйттем? Эштең былай боролорон белһәм...
– Милицияның иң йәнгә тейгәне ана шул сержанттар инде, – тине Билал. Йәштәргә ни нимә, мәрәкә генә тап, бер-береһенә ҡарашып, тамам ирәйеп киттеләр.
– Ҡурҡма, бында милиция юҡ, суд, – быныһын Илгиз әйтте.
– Әллә, миңә барыбер. Суды ла, милицияһы ла, прокуратураһы ла бер ҡалыптан һуғылған нәмә инде...
– Улай тимә, айырмаһы ҙур уларҙың... Үсегеп китмәгеҙ, аҙағына тиклем уйнарға кәрәк, бар ҡыҙығы шунда.
– Бәй, ысын суд түгеллеген генә төшөнәм инде. Барыбер әллә нисек тәһә.
Илгиз өҫтәлдән ашамлыҡ ҡалдыҡтарын йыйып алды, ҡыяр телде, рюмкаларҙы тултырҙы, үҙенең алдына ҡағыҙ, ручка һалды.
– Башлайбыҙ. Суд заседателдәре, әҙерһегеҙме? – Илгиз ике иптәшенә алмашлап ҡараны ла йәнә күҙ ҡыҫты, унан ғәйепләнеүсегә баҡты. Һынсыл ине ҡарашы. Ике ҡулының бармаҡтарын төкәтеп, ҡабаланмай, һәр һүҙен бәҫләп, етди дауам итте. – Беҙ ниндәй генә факт килтерһәк тә, һеҙ, Сәмиғулла Боҫҡонов, үҙегеҙҙе гонаһлы тип иҫәпләмәйәсәкһегеҙ, ә беҙ һеҙҙең ғәйептәрҙе табырға, иҫбат итергә тырышасаҡбыҙ. Әйткәндәрен нығытып ҡуйыр өсөнмөлөр, Илгиз йәнә иптәштәренә ҡарап алды, көрһөндө, шырт ҡара сәсен артҡа һыпырып, кәүҙәһен турайтып ултырҙы.
– Һин упсым ысын суд председателе кеүек, – тип көлдө Сәми.
– Бәндә бер ваҡытта ла үҙен ғәйепле иҫәпләмәй. Кеше философияһы шулай. Бөтәһе лә бер иш тип әйтә алмайым, әммә күпселеге шулай. Бигерәк тә йәштәр. Кемделер һыу эскеһеҙ итеп туҡмай ҙа, ҡайтып, тыныс күңел менән йоҡларға ята. Ә күңелендә теге кешене йәлләү, үҙенең ҡылығына үкенеү тойғоһо юҡ. Кеше хәҙер йыртҡысҡа әйләнде.
– И-и, мырҙам, һеҙ йәш әле, күп нәмәне белмәйһегеҙ, ә бына беҙҙең малай саҡтараҡ олоно оло, кесене кесе итә белеү бар ине, кешегә ихтирам да, иғтибар ҙа көслө ине, – Сәми, Илгизде бүлдереп, ҡулын һелтәй-һелтәй, үҙ фекерен ҡыҫтырҙы.
– Яҙ булған бер ваҡиға онотолмай, – Илгиз Сәмиҙең һүҙенә әллә ни иғтибар итмәне, хәбәрен һөйләүен белде. – Кис ҡайҙандыр ҡайтып киләм. Ятаҡтан йыраҡ түгел урамда йәштәр сыр-сыу килә. Теге роликлы таҡта киҫәге бар бит әле, шуның менән йөрөйҙәр. Бер саҡ ҡаршы урамдан бер инвалид килеп сыҡты. Ботона тиклем ике аяғы ла юҡ, шуның һымағыраҡ кескәй таҡта киҫәгенә ултырған, ҡулдары менән этәнеп хәрәкәт итә. Йәштәр ҡартты шәйләне лә аҡырышып-баҡырышып эргәһенән дә, алдынан да, артынан да тауҙан төшкән саңғысылар һымаҡ кәйелеп үтергә тотондо. Көләләр, үҙҙәре, давай, кем шәберәк йөрөй, ярышайыҡ, тип ҡысҡырыша. Шулай ҡылана торғас, береһе ҡарт менән йәнәшә килде лә әллә яңылыш, әллә ысынлап тегеңә бәрелде бит. Ҡарт йығылды. Мин йүгереп барҙым да әлеге егетте һуғып осорҙом. Ҡыҙғайным ныҡ. Нишләйһең, тип ҡулдарын йәйеп ҡаршыға баҫҡайны ла, ҡурҡып, башҡалары артынан сапты. Торғоҙайым тип ҡарт янына барһам, күҙҙәрендә йәш. Ғәрлегенән, үҙенең көсһөҙлөгөнән илай. Аяныс ярты кәүҙәле кешегә ҡарауы. Торғоҙоп, өйөнә ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙым... Эйе, был типик ваҡиға түгел, шулай ҙа бындай хәлдәр бар. Кеше кешегә дуҫ, туған тигән принципты бөгөн, һис икеләнмәй, кеше кешегә бүре тип үҙгәртеп була.
– Ҡот осмалы хәбәр һөйләнең бит әле. Һуғыу түгел, атырға кәрәк ундайҙарҙы. Бала-саға бигерәк ҡоторҙо шул хәҙер. Бының ише лә... Белмәйем. Үҙең суд тигәс әйтәйем инде, былайтып кеше йыҡманым, үлтермәнем, һатманым, Аллаға шөкөр, намыҫым таҙа.
– Тимәк, үҙеңде намыҫлы кешегә хисаплайһың? Үҙ ғүмереңдә береһенә лә хаслыҡ ҡылманың инде?
– Ҡылманым. Тик инвалид тураһындағы ваҡиғаны нимәгә һөйләгәнеңде генә аңламаным.
– Уныһы былай ғына, һүҙ бәйләү өсөн генә тигән кеүек. Онотолмай. Ә ҡылманым тигән һүҙеңде ихлас әйтелгәндер тип иҫәпләйек. Суд дауам итә. Тамсынан күл хасил була, тигәндән сығып, беҙ ҙә ғәйептәреңде ваҡтарынан күрһәтә башлайыҡ. Ғәфү үтенәм, инеш һүҙ оҙонғараҡ китте, артабан ҡыҫҡараҡ тотормон... Һеҙ армиянан ҡайтҡанда, беҙ бала-саға инек. Яҙ ине, дөрөҫөрәге, йәй башы. Шул йәй һеҙҙең арттан йөрөп кенә үтте тиһәм дә хата булмаҫ. Сыр-сыу килеп бергә һыу инәбеҙ ҙә киң арҡағыҙға массаж яһайбыҙ, тәмәкегә, бүтән ваҡ-төйәк йомоштарығыҙға йүгерәбеҙ. Былар барыһы ла һеҙҙе яҡын күреүҙән, һеҙгә һоҡланыуҙан тыуған тойғолар ине. Һеҙҙең матур, йәш саҡ, армиялағы хәлдәрҙе ҡыҙыҡ итеп һөйләйһегеҙ, шәп итеп волейбол уйнайһығыҙ, эргәгеҙҙә ҡыҙҙар өйөрөлә. Көҙөнә машинаға ултырҙығыҙ. Хәтерегеҙҙәлер, быныһы ҡыш булған ваҡиға, минең атай больницаға эләкте, көн аша янына барып торам. Бер заман, районға юлланырығыҙҙы белгәс, мин толопто алып ҡына киләм, тинем дә йүгереп өйгә ҡайтып киттем. Ә һеҙ, ярар, көтөрмөн, тинегеҙ. Әйләнеп килһәм, машинанан елдәр иҫкән, – Илгиз тамағын ҡырҙы, тулҡынланыуын баҫырға тырышып, тын алышын тигеҙләне – Ғәрлегемдән шунда иланым хатта – яҡын күргән кешеңдең хыянатынан да ауырыраҡ нәмә юҡ икән.
– Илгиз, ҡуйсәле, әллә ҡасанғыны хәтерләп ултырма. Мин уны онотоп та бөткәнмен инде, – Сәми, шарҡылдап көлөп, бот сапты. – Йәшегеҙ апаруҡ булһа ла, холҡоғоҙ малайҙарса ҡалған икән дә. Көтмәгәнмен, имеш. Таптың һүҙ.
– Эйе, һиңә ул бер нәмә лә түгел. Бөгөнгө көн бейеклегенән ҡарағанда ул миңә лә бәләкәй генә ваҡиға, тик малай сағыңда шундайыраҡ берәй хәл кисерһәң, әлбиттә, икенсерәк һайрар инең. Кеше ҡайғыһы төштән һуң тип бик дөрөҫ әйтәләр. Шулай ҙа бер генә факттан һығымта яһарға ашыҡма. Аҙаҡ иларға тура килмәһен, – тип ҡуйҙы Илгиз ҡаты ғына итеп.
– Илауын иламам да ул, тик шуныһына төшөнмәйем һаман, судты ниндәйҙер енәйәт эшләгән кешегә яһайҙар түгелме һуң? Кеше үлтергән, мәҫәлән, һис юғы, анау инвалидты ҡолатҡан шалопайҙарға. Юҡһа һин теләһә нимә иҫләп ултыраһың. Малай саҡта ниҙәр булмай, барыһын да хәтерләп, кемгәлер үпкәләй башлаһаң, ҡайҙа китә ул. Туҡманылар ҙа, ярҙылар ҙа, бөгөн килеп шул кешеләргә мин бер ҙә асыу һаҡлап йөрөмәйемсе...
– Эйе, хаҡлыһың, Сәми ағай, килешәм. Ысын суд яһау өсөн беҙгә күп нәмә етмәй, иң мөһиме – енәйәт ҡылынмаған. Туранан-тура енәйәт юҡ. Һин бөгөнгө судты намыҫ суды итеп ҡабул ит.
– Бәй, уны хөкөмгә тарттырып буламы ни? – Сәми яурындарын йыйырҙы. – Беренсе ишетеүем. Ул бит һауала осоп йөрөгән күҙәнәк һымаҡ: күҙгә лә күренмәй, тотоп та булмай, ауырлығы ла юҡ, дәүмәлен дә самаларлыҡ түгел. Ә судҡа бит факттар, шаһиттарҙың һөйләүе, енәйәт ҡылғандың, быға дусар ителеүсенең күрһәтмәләре кәрәктер ул? Унан, һәр кемдең намыҫы үҙенсә, үҙе аңлағанса...
– Намыҫты ла хөкөм итеп була, Сәмиғулла Боҫҡонов иптәш. Минеңсә, ҡоро факттарҙан, яланғас дәлилдәрҙән кеше күңеле, кеше йөрәге, намыҫы күпкә бөйөгөрәк. Кеше берәүҙең дә ғүмеренә ҡул һуҙмаҫҡа мөмкин, ә үҙенең битарафлығы, кәрәк саҡта ярҙам итмәүе, ваҡытында яҡлап һүҙ әйтеү урынына өндәшмәй ҡалыуы, дуҫлыҡҡа хыянат итеүе физик үлтереүҙән дә яманыраҡ.
– Тапҡанһығыҙ тикшерер нәмә. Бүтән эшегеҙ юҡмы? Әгәр һорауыңа яуап алырға теләһәң, бирәм – кешене ултыртһаң – шәп, ултыртмаһаң – һинән дә хөрт бәндә юҡ. Беренсенән, үҙемдең шәхси машинам түгел икенсенән, колхоз йомошо менән барам, дөрөҫөрәге партком йәки баш бухгалтер, агроном йәки зоотехникты алып барам, шуға күрә ултыртһам да минең эш ултыртмаһам да минең эш. Ә кеше дүрт кеҫәңде тултырғансы рәхмәт әйтә лә төшә, – Сәми урынынан ҡалҡынып иҙән буйлап йөрөп килде лә, нисегерәк дөрөҫ һөйләйем бит, тигән еңеүле ҡараш менән кире урынына ултырҙы. – Һәр кемдең законы үҙ ҡулында шоферҙарҙың бигерәк тә.
– Ярай, шулай ҙа булһын, – тине Азамат һүҙгә ҡушылып. – Илгизгә өҫтәп мин бер нисә һүҙ генә әйтәйем әле. Бына шул районға барғанда кешенән аҡса йыя торғайның, иҫеңдәме? Ҡарттарҙан да, бала-сағанан да. Ултырғас, кеше ваҡланып тормай, бирә. Тик һин бит бергә эшләгән иптәштәреңдән, шуларҙың ҡатындарынан, балаларынан йыяһың. Үҙҙәренең хеҙмәт хаҡына алынған автобусҡа ултырып уларҙың районға барырға ғына хаҡтары юҡмы ни? Һин әйткән белгестәр күрмәмеш тә белмәмеш, сөнки һин уларҙан алмайһың. Хәҙер бит кеше, Сәми беҙҙән йыйған аҡсаға өй һалып керҙе, тип һөйләй. Ә был етди ғәйепләү, ғүмерең буйы йәбешеп йөрөйәсәк рәнйеү.
Сәмиҙең йөҙөнә, ҡарпыш ҡолаҡтарына ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ҡарашы туҡталыр нөктә тапмай иҙәндә йөрөнө.
– Ҡойоуын ҡойҙоғоҙ ҙа, эс тип әйтергә оноттоғоҙ, – тигән булды, берауыҡ һүҙһеҙ ултырғас, көлөп ебәрҙе, ҡулын тубығына һуғып алды, ниңәлер сәғәтенә ҡараны.
– Ваҡытлы, бик тә ваҡытлы замечание, юҡһа тамаҡ кибеп китте, һүҙ менән туҡ булып ултырмайыҡ әле, күтәрәйек. – Быныһы Билал һүҙе.
– Өндәшмәй тип, әйҙәгеҙ.
– Ә һин осло күҙле икәнһең, барыһын да күреп йөрөгәнһең, – тине Сәми, ауыҙына ҙур ғына ҡыяр киҫәге һалғас. – Машинаны ташлауға нисә йыл, ә һин шуны онотмағанһың. Да-а, дөрөҫөн әйткәндә, ваҡлыҡ был, малайҙар, ваҡлыҡ.
– Аҡсаһы булмай ҡыуып төшөргәнһеңдер берәй шуға иҫендә ҡалған ул, – тине Билал көлөп.
– Бөттө, әрепләшеү бөттө! – Илгиз ҡулдарын өҫтәлгә һалды, унан һалҡын ғына итеп иптәшенә ҡараны. – Суд дауам итә. Яңылышмаһам, бынан һигеҙ йыл элек колхоз идараһы йорто янды. Беҙ ул саҡта, баяғыса, малай-шалай, ә һеҙ, ғәйепләнеүсе Сәмиғулла Боҫҡонов, колхоз рәйесен йөрөтөүсе шофер. Килгән комиссия янғындың сәбәбен электр сымының замыканиеһынан тип тапҡан. Идара төн уртаһында янды, ә яныр алда кис колхозсыларға эш хаҡы түләү өсөн алтмыш мең самаһы аҡса алып ҡайтҡан булғандар. Кассир, баш бухгалтер һәм һеҙ.
– Идара йортона үрт һалыуҙы минән күрмәйһеңдер бит? – Сәми, мыҫҡыллы йылмайып, Илгизгә ҡараны. Шулай ҙа йөҙөндәге һауалылыҡ, һеҙгә барыбер ҙә бирешәһем юҡ, юҡҡа тырышаһығыҙ тигән тойғо юғалды, хафа менән алышынды.
– Юҡ, Алла һаҡлаһын. Һеҙ ундай ҡара эшкә бара булаһығыҙмы? Уға бит йөрәк кәрәк. Мине шул аптырата, өс ай самаһы ғына ултырған яңы бинала ниндәй замыкание булыуы бар? Ундай йортҡа мең тикшереп ҡарап, бар нәмәнең өр-яңыһын ҡуялар бит инде. Үҙенә күрә комиссияһы ла ҡабул иткәндер әле. Нисә йыл йәшәп, мин замыканиенан ут сыҡҡанын хәтерләмәйем, ишеткәнем дә юҡ. Ярар, сыҡты ла ти, ниңә тап аҡса алып ҡайтҡан көн һуң ул? Етмәһә, төнөн уттарҙы һүндерәләр ҙә түгелме?
– Ҡарауылсы ултырған бүлмәнән башҡаһы һүнә инде.
– Был бер. Уйландыра торған икенсе нәмә лә бар. Ошонан һуң бер ай ҙа үтмәй, баш бухгалтер эштән китә, оҙаҡламай кассир, аңы алмашынып, психбольницаға эләгә, һеҙ ҙә эшегеҙҙе ташлайһығыҙ, – Илгиз һөйләүенән туҡтаны ла «ғәйепләнеүсе»гә ҡараны. – Азамат әйткән өй ошо аҡсаға төҙөлмәнеме икән?
– Ниндәй өй? Ниндәй аҡсаға? – Сәми әллә ысынлап аңламаны, әллә аңламағанға һалышты. – Туҡта, һин нимә? – Сәми көлөп ебәрҙе. – Улайтып уйлай башлаһаң, милиция теләһә, бағананы ла ғәйепле итә ала тигән һымаҡ, бар нәмәнән дә шөбһә сығарып була инде ул. Беренсенән, мин кассирҙың алып ҡайтҡан аҡсаны сейфҡа һалғанын ҡарап торманым: һәр бер түрә артынан тегендә-бында эйәреп йөрөү ғәҙәтем юҡ. Минең эш бәләкәй, ҡайҙа ҡушалар – шунда алып барам, алып ҡайтам. Ҡарауылсыны астырып икәүләп керҙеләр ҙә бер аҙҙан кире сыҡтылар. Аҡсаға йөрөй торған оло сумкаларын ҡалдырғайнылар, кассирҙың ҡулында бер төргәк бар ине. Шул. Ә минең өйгә килгәндә, мырҙалар...
– Туҡта, өйөңдө ҡалдырып тор, уйындың иң ҡыҙығына килеп етеп киләбеҙ. – Илгиздең күҙҙәре янып, ҡаштары маңлайына һикерҙе. – Сумкалағы аҡсаны бушатҡан да шунда төргән, тимәк.
– Уныһы миңә ҡараңғы.
Шулай тиһә лә, Сәми, ысынлап та, шулай булыу ихтималлығын тәү ишеткәндәге һымаҡ аптырап китте, маңлайына һырҙар ятты, ауыҙын ослайтты.
– Идара янғас, әлеге төргәк иҫеңә төшмәнеме?
– Әллә тағы. Юҡ. Уйланырға ваҡыты ҡайҙа? Көнө-төнө тәгәрмәс өҫтөндә бит. Тынғыһыҙ председатель форсат бирәме? Һорауы рәхәт, бына һин минең урынға баҫып яуап биреп ҡара. Вопше, комиссия һорамаған әйберҙәрҙе ныҡыйһың. Етте! Һин кем? Юридическийҙа уҡыуың ғына минән һорау алырға хоҡуҡ бирмәй әле. Һынау үткәрергә ҡарар иттеңме? Тәжрибә туплайһыңмы? Практика кәрәк булдымы? Уны ғына аңламаҫҡа мин дүрәк түгел. Азаматҡа күҙ ҡыҫҡаныңды күрмәне тиһеңме әллә? – тыныс ҡына, хатта ирәйеп башлаған Сәми тиҙлеген арттыра барған машина шикелле ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Урынынан һикереп тигәндәй ҡалҡынды ла бер Азамат, бер Билал ҡаршыһына баҫып, Илгизгә бармаҡ янарға кереште. – Уҡыған ереңә артыңдан яҙып та ебәрә алам мин. Честный кешене мыҫҡыл иткәнең өсөн момент арт һабағыңды уҡытырҙар, ҡыуылып ауылға ҡайтып төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Тәк что ипләп, мырҙам. – Ишек төбөнә еткән Сәми кире боролдо – йөҙөнә тантана, ҡиәфәтенә баяғы һауалығы кире ҡайтҡайны.
– Тыныслан, Сәми ағай, уйнайбыҙ бит, – тине Билал, көлөмһөрәп. Рюмкаһына араҡы ҡойҙо, «ғәйепләнеүсе»нең ҡулына тотторҙо.
– Уйһыҙ йөрөргә һин мал түгел бит, Сәми ағай. Тәгәрмәсең генә уйланыуҙан мәхрүм – рулде ҡайҙа бораһың, ул шул яҡҡа борола. Ә һинең башың бар, – тине Илгиз, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғас, Сәмиҙең тәүге һүҙҙәренә кире ҡайтып, әйтерһең, «ғәйепләнеүсе»нең бүтән һүҙҙәрен бөтөнләй ишетмәгән дә, туҙыныуын да күрмәгән – Неужели саҡ төҙөлөп бөткән идара йортоноң яныуы, үҙегеҙгә өләшәсәк аҡсаның яҙмышы һине саҡ ҡына ла уйға һалманы? Унда бит һинең дә эш хаҡың булғандыр?
Сәми Илгиздең хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа бороуына, һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышыуына, унан да бигерәк, артыңдан уҡыған ереңә яҙып та ебәрә алам бит, тигәненә хафаға ҡалмауына аптыраны, унан тәҙрәгә ҡарап ҡул һелтәне.
– Минеке күп түгел ине лә ул.
– Әйтәм ыжламайһың.
– Ыжламайым шул. Хәҙер уның нимәһен соҡорға инде? Килеп тикшерҙеләр, электрҙан сыҡҡан, тинеләр. Идараға кергән ере кабелһеҙ булған тейме. Ҡоро бүрәнәгә ни, ишшеү мүккә лә яҡын торһа, тоҡаныуы һә тигәнсе инде ул. Давай, бәйләнмә, Илгиз. Ул аҡсаны мин алмағанмын, мин үрт һалмағанмын. Ул көн өйҙәренә илттем дә ҡайтып йоҡларға яттым. Бисә төрткөләүенә уянып, тәҙрәгә ҡапланһам, кәнсәләр яна. Сыҡ та йүгер. Уйланмайһың тиһәң дә, ныҡ ҡурҡтым ул саҡ мин. Бына һин, шәп булғас, бала-саға уйыны уйнап ултырғансы, ана шул кешеләрҙе тап. Тап та хөкөмгә тарттыр, урланған йәки янған аҡсаны ҡайтар. Үәт булырһың юрист. Әтеү юҡ-бар һорап баш ҡатыраһың.
– Комиссияға кассир менән баш бухгалтерҙың инеүҙәрен, кассирҙың төргәк тотоп сыҡҡанын әйттеңме?
– Юҡ.
– Ниңә?
– Әллә? Улар бит аҡса тураһында һорашманы. Унан, ул төргәктә нимә икәнен ҡайҙан беләһең? Бәлки, унда аҡса ла булмағандыр? Бөткәнме ни ҡатын-ҡыҙҙың ваҡ-төйәге?
– Ваҡ-төйәк тип, барыбер ҙә ыштан-трусик тотоп сыҡмай бит инде. Һуңынан һин кассирҙың, әлдә аҡсаны ҡалдырмағанмын, әрәм була ине, тип һөйләгәнен ишеткәнең булманымы? Кеше, шул хәбәрҙе ҡайҙалыр ысҡындырған тип һөйләй бит
– Әллә тағы. Иҫәрләнгәс, ысҡындырыуы ла ихтимал. Белмәйем. Психҡа әйләнгәс, әллә нимә лә һайрар ул. Барыһына ла ышана башлаһаң.
– Аҡылына зыян килгәс, нимә һөйләһә лә ярай тиһең инде? Ә бит юҡты һөйләмәй ул барыбер, башындағыһын, кисергәнен, мейеһенә һалынғанын һөйләй.
– Белмәйем, духтыр булмағас, әйтә алмайым. Уҡыған кешеләр һеҙ беләһегеҙ инде.
Бер аҙға өйҙә тынлыҡ урынлашты. Урамдан көлөшә-көлөшә йәш-елкенсәк уҙҙы, ауылдың теге осонда ярһып бер эт өрҙө, уға икенсеһе, унан өсөнсөһө ҡушылды, ҡайҙалыр алыҫта машина геүләне.
– Етмәҫме? – тине Билал кирелеп, унан Азамат менән Илгизгә ҡараш ташланы.
– Етер, – тине Сәми. – Уйнаныҡ, – үҙе ҡабаланмай рюмкаһына үрелде, ҡуҙғалһаҡ, эселмәй ҡалмаһын, тип уйланы, ахыры. – Ысын судтағы бәндәләргә Аллаһы тәғәлә ярҙам бирһен. Уйыны ла ҡара тирҙәр сығара.
– Юҡ инде, иптәш, башлағас, уйнап бөтәйек. Һин, Сәми ағай, шуны әйт, һуңынан әлеге кассир йәки баш бухгалтер аҡса, янған идара йорто хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡаны булманымы?
– Юҡ. – Сәми һорау алыуҙан ялҡҡайны инде, шуға күрә йыбанып ҡына яуапланы.
– Бер тапҡыр ҙа? Әйтәйек, һүҙ араһында, яңылыш?
– Әллә тағы? Уны кем иғтибарлап торһон? – Сәми берауыҡ һүҙһеҙ ултырғандан һуң ҡыйыуһыҙ ғына өҫтәп ҡуйҙы. – Китеп ай ярым самаһы ваҡыт үткәс, бухгалтерҙан бер хат килгәйне.
Илгиздең күҙҙәре шар булды,
– Хат тей? Ниндәй хат?
– Ниндәй тип, ябай, ҡәҙимге хат. Әллә нимәһе юҡ ине. Шул эшендәме, теге ҡыҙ ни хәлдә, тигән. Кассирҙы әйтә инде. Фартауай бәндә ине, хаты ла үҙе һымаҡ эре, һауалы, ҡупыҡ ине. Һеҙҙә эшләгән саҡтарҙы һағынам, әллә кире бараһы, тигән булған. Быныһын мыҫҡыл итә тип аңларға кәрәк – килгәндең тәүге көнөнән алып ҡайтып киткәнсе, ошо ла булдымы колхоз, ошо ла булдымы район тип яманлап йөрөнө.
Егеттәр аптырашта ҡалды, сөнки бындай хәбәрҙе һис көтмәгәйнеләр. Тимәк, Сәми асыла, ярыла башланы. Илгиз, был әллә башын дүрәккә һаламы, әллә үҙе лә алышына башланымы, тип тә уйланы. Улай тиһәң, ҡылығында шикләнерҙәй бер ни ҙә юҡ һымаҡ. Хәйер, әлеге ҡараңғы ваҡиға төҫлө, Сәми үҙе лә серле бәндә бит.
– Яуап яҙҙыңмы һуң?
– Юҡ, бәләһенән баш-аяҡ.
– Эх, әллә һин шул ҡәҙәре аңра, әллә дүрәк, – суд председателе, тәрән көрһөнөп, баш сайҡаны. – Дәлилдәр – ҡулында. Хат үҙе генә лә һине һағайтырға тейеш ине. Ул бит бындағы хәл-әхүәлде белешкән, кассирҙың хәлен һорашҡан, юлламайҙармы, белмәнеләрме, тапманылармы, тигән. Ә һин?.. Бына аның осо ҡайҙа? Ана шул хатта, ана шул аҡсала – алтмыш меңде ҡулға төшөрөү өсөн яндырғандарын аңларға тейешһең дәһә! Кем белә, бәлки, унда колхоз етәкселәренең дә ҡыҫылышы барҙыр? Улар ҡотортҡан, был икәү эшләгән. Аҡсаны бүлешкәндәр. Ә комиссияға нимә, килеп, кеше күҙенә күренеп, тикшергән-һораштырған булып киткәндәрҙер инде. Күҙ буяп. Көлгә әйләнгән идараны нисек тикшерәһең? Кабель булмауын нисек белергә мөмкин? Фантастика! – Илгиз йөҙөн ҡапланы ла шарҡылдап, ниндәйҙер ят тауыштар сығарып көлдө. – Һинең күңелең, намыҫың үҙеңә комиссия булырға тейеш ине, Сәмиғулла ағай. Һин ошо ауылда йәшәйһең, кешеләр менән аралашаһың, колхоз һинеке, унда, атап әйткәндә, идара йортон төҙөүҙә һинең дә хеҙмәтең бар, шулай булғас бындай битарафлыҡ ҡайҙан ул һиндә?.. Ниңә шиктәреңде район, район ярҙам итмәһә, Өфө прокурорына барып һөйләмәнең? Нисә йыл үтте, серҙең күбеһен һаман үҙеңдә йөрөтәйең. Эх, һин...
«Ғәйепләнеүсе» Сәмиғулла Боҫҡонов өндәшмәне, дәресен әҙерләмәй килеп уҡытыусынан әрләнгән уҡыусы ҡиәфәтендә аҫҡа ҡарап тик ултырҙы.
– Уҡып бөтөп кенә ҡайтайым әле, – Илгиз ҡулдарын ҡулдарына һуғып, сәстәренә йәбеште лә иҙән уртаһына сығып баҫты. – Күрәләтә, белә тороп... Бөтә факттар ҙа бар. Комиссия, имеш...
– Минән янғындан башҡа бер нәмә лә һораманылар. Һорамағас ни, ниңә әйтәйем, үҙемә бәлә алып. Соҡсона башлаһалар. Мин бәләкәй кеше... Быға тиклем үҙен нисек тә тыныс тоторға тырышҡан Илгиз был һүҙҙәрҙән һуң түҙмәне, күҙ асып йомған арала Сәмиҙең ҡаршыһына килеп тә баҫты.
– Бәләкәй кеше лә бәләкәй кеше. Ваҡ кеше һин, ваҡ йән, бына һин кем...
– Ә һин ҡысҡырма! Хаҡың юҡ. Һинең менән уйнап ултырған мин иҫәр. Уйын, имеш. Етте, бала-саға юҡ бында. Мин барығыҙҙан да олораҡ әле, – Сәми урынынан ҡалҡынды ла, нимәһендер эҙләп, тирә-яғына ҡаранды.
– Башың эшләмәгәс, һинең ололоғоңдан ни файҙа?
– Ҡуй, Сәмиғулла ағай, ысынға алма, уйын бит был, – Билал, һөйләшеүҙең кәрәкмәгән юҫыҡҡа төшә барыуын шәйләп, урынынан ҡалҡынды ла Сәмиҙе ҡултыҡлап алды. – Шаярыуҙы аңлаған кеше лә инде һин. Әллә ысын судта былай ғына асыуланышмайҙар тиһеңме? Еще как. Ултыр әле, берәйҙе һелтәйек лутсы.
Билалдың юхалауы тәьҫир иттеме, әллә үҙенең ҡыҙып китеүен аңланымы, Сәми ултырғысы тирәһендә баҫырға ятҡан ҡаҙ шикелле тапанды-тапанды ла эҙләгән әйберен таба алмай, урынына кире сүгәләне.
– Бер-беребеҙгә бәйләнешмәй генә ултырайыҡ. Юҡһа, кәнсәләргә үрт һалған, аҡсаны ла мин сәлдергән тип ғәйепләргә самалайһығыҙ, – Сәми, балалар ише ауыҙын ослайтып, йөҙөнә үпкәләү ғәләмәте сығарҙы.
– Ғәфү ит, ҡыҙыбыраҡ кителде шикелле ысынлап та, – тине Илгиз. – Бер кем дә һине, ут төрткән, аҡса урлаған тимәне. Бөтә ғәйебең шиктәреңде ваҡытында тикшереү органдарына әйтмәүеңдә. Бәлки, ғәйеплеләр табылыр ҙа ине. Хәйер, улар табылды ла инде, ни рәүешле эшләгәндәре һәм кемдәр эшләгәне генә билдәһеҙ. Ә кеше барыбер һиҙенә ул. Комиссия электрҙы ғәйепләһә лә, халыҡ бында кемдеңдер ҡулы уйнағанын тойомлай. Уйлап ҡара, кассир юҡҡа ғына психбольницаға эләккән, баш бухгалтер икенсе районға ҡасҡан тиһеңме? Ә был эшкә ҡотортҡан бәндә, моғайын да, арабыҙҙа йөрөйҙөр.
Дүртеһе араһынан шул кешене табырға тырышҡандай, Сәми берәм-берәм егеттәргә ҡарап сыҡты.
– Ярай, Илгиз, ағайға бик ябырылма әле. – Быныһы йәнә Билал тауышы.
– Йә уйындан уймаҡ сығарырһың. Уның ни ғәйебе бар? Әйтте бит инде барыһын да. Милиция өйгә ордерһыҙ керә аламы, юҡмы тигән һорауына суд яһаның да ебәрҙең.
– Ҡыҫылма! – Быға ҡәҙәр һөйләшеүгә бөтөнләй тиерлек ҡатышмаған Азамат ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Билал аңламайым тигәндәй ҡулдарын йәйҙе лә яурындарын һикертте. Унан ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер марш көйләп тышҡа, ҡорған сите аша ҡараңғылыҡҡа, ҡарап ултыра башланы.
– Йәнә саҡ ҡына ситкәрәк китәйек тә үҙенә күрә ҡайһы бер һығымталар яһайыҡ. Сәмиғулла ағай, уҡыйһыңдыр, һуңғы ваҡытта гәзит һайын тигәндәй бәрелешкән, төкәшкән поездар, пароходтар, аварияға осраған самолеттар хаҡында яҙалар. Радионан һөйләйҙәр, телевизорҙан күрһәтәләр. Техникаһы ярар, бына кешеләр йәл. Сәбәбе нимәлә тип уйлайһың? Күбеһенсә, бер йәки бер нисә бөртөк кешенең вайымһыҙлығында, яуапһыҙлығында. Ҡайһыһылыр йоҡлап киткән, кемелер посын ҡалдырған, эскән. Бына шуның һымаҡ, һин дә, Сәмиғулла ағай, кәрәк ваҡытта ситкә тайшанғанһың, әйтмәгәнһең, мин бәләкәй кеше, тип йөҙ борғанһың, һөҙөмтәлә идара йортона ут төртөүсе лә, аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалыусы ла иректә йөрөп ята.
– Ну, һин инде бигерәк. Вис бутап бөттөң. Ул самолет, поезд, пароходтарҙа минең ни ҡыҫылышым бар һуң? Һин упсым ысын судтағы ише йәбешәһең, әйтерһең, уларына ла мин ғәйепле.
– Уларын мин былай ғына һөйләйем. Мин битарафлығыңа, йоҡоло күңелеңә барып теймәҫме, тим. Кем белә, намыҫың уяныр, бәлки. Бит, уйлап ҡараһаң, бөтөн ҙур ваҡиғалар ана шул ваҡтарҙан йыйыла. Әгәр ысын суд булһа, ул һине күптән рәшәткә артына ултыртыр ине.
– Ҡурҡытма! Уны ҡайҙан беләһең әле. Юрисмын тигәс тә...
Илгиз шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Сәмиҙең уның шәхесенә ҡағылырға маташыуы ҡыҙыҡ ине уға. Бер уйлаһаң, үҙҙәре лә хәс малайҙар инде, юҡҡа-барға үпкәләшеп баралар, һүҙ күтәрмәйҙәр.
– Әйҙә, сығып тартып алайыҡ.
– Берәр йотайыҡ та.
Ҡабаланмай ғына тәмәке көйрәтеп кергәс, кәйефтәре ыҡланып, йөҙҙәре яҡтырып китте, бер-береһенә үпкәләшеү юҡҡа сыҡты.
– Йә, иптәштәр, идара йорто яныу мәсьәләһен ҡалдырайыҡ та икенсе мәсьәләгә күсәйек, – тине Илгиз, барыһы ла урындарына ултырғас. Сәмиҙең күҙҙәре маңлайына һикерҙе.
– Һеҙ нимә, егеттәр, бөгөн мине ҡайтармаҫҡа уйлайһығыҙмы әллә? Ысынлап ғәйеп тағырға, ахыры, ниәтегеҙ. Ҡайҙан керҙем.
– Быныһы әле һөйләшкәндең туранан-тура дауамы булмаһа ла, бер-береһе менән бәйләнеше бар, – Илгиз Сәмиҙең һүҙҙәренә бөтөнләй иғтибар итмәне. – Һеҙ, ғәйепләнеүсе Сәмиғулла Боҫҡонов, идара йорто янғандан һуң күп тә үтмәй, колхоз председателен йөрөтөүҙе ташлап, тракторға күсәһегеҙ. Яҙғыһын Азаматтың атаһы Фәррәх ағай менән понтон күперҙәр алып ҡайтып килгәндә...
– Давай, егеттәр, был ваҡиғаға ҡағылмайыҡ, ә?
– Юҡ, ҡағылабыҙ! – Азамат быны ҡысҡырып тигәндәй үк әйтте.
– Ай-вай, тәки соҡсонаһығыҙ, ә, – Сәми, сит ихатаға килеп кергән мал шикелле, күҙҙәрен алартып, ҡотолоу юлын эҙләне. Йөҙө үҙгәрҙе, яңаҡ мускулдары тартышты, шырт баҫҡан осло эйәген түшенә ышҡып алды, бармаҡтарын шартлатып Илгизгә йәнә бер күтәрелеп тәрән көрһөндө лә, нишләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ, мин риза тигән һымаҡ, ултырғысына сумыбыраҡ ултырҙы. Уның был ваҡиға хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡыһы килмәгәне бар ҡыланышына яҙылғайны.
– Бер заман Фәррәх ағайҙың «Беларусь»ы ҡыйғалап китә лә, юлдың ситенә үк килеп, түбәнгә янтая башлай. Яҙғы бысраҡта ни. Ярҙам итеү урынына һин Фәррәх ағайҙы ташлап ҡайтып китәһең. Артабан ни булғанын бер кем дә белмәй. Нишләгәндер ул, ни рәүешле үлгәндер – барыһы ла бөгөнгө төн кеүек ҡараңғы. Ә бит бергә сығаһығыҙ, бергә тейәйһегеҙ шул понтон тигәндәрен, бергә ҡайтырға юлланаһығыҙ. Алыҫ араға йөрөгәндә йәки ауыр йөк йөрөткәндә шофер, тракторист халҡы гел бергәрәк йөрөргә тырыша – яҙылмаған закон был.
– Давай, теймәгеҙ быға! Иҫләүе ауыр миңә, – Сәми ялбарыулы ҡарашын Илгизгә ҡаҙаны.
Юҡ, уйынан кире ҡайтырлыҡ түгел ине «суд председателе». Быға ҡәҙәр яҡлашҡылап ултырған Билалы ла тышҡа ҡараған көйө ауыҙын йомған. Быларҙан изгелек көтөрлөк түгел. Сәми көсләп булһа ла йылмайырға маташты, рюмканы ҡулына алды, әммә эсмәне. – Беҙ быныһы тураһында килешмәнек. Ҡайтам. Һуң хәҙер.
Ҡапыл ҡалҡынып, уның ҡаршыһына Азамат килеп баҫты.
– Ҡайтмайһың, ултыр! Нисек булған – барыһын да һөйләп бир!
– Егеттәр, һеҙ нимә? – Сәми тәүҙә Азаматҡа, унан Илгизгә ҡараны. – Был уже уйын түгел, һеҙ уйынды ысынға әйләндерергә тырышаһығыҙ, минән булмаған ғәйептәрем өсөн үс алырға теләйһегеҙ.
– Ысынлап та уйынды судҡа әйләндермәйек. Допрос бит был. Мин һеҙҙе тәүҙүк иҫкәрттем, – тине Билал, ниһайәт, ҡарашын тыштан алып. Ниңәлер ҡулын һелтәп ҡуйҙы, шыма, матур йөҙөнә ҡурҡыу ятты.
Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла бер юлы тигәндәй тәмәке тоҡандырҙы – был юлы тышҡа сығып торманылар.
– Нимә һөйләргә лә белмәйем, – тине байтаҡ ҡына үҙ төтөнөнә күмелеп ултырған Сәми. – Ул ер тар, «Беларусь» менән тартып сығарырлыҡ түгел, гусеницалы трактор кәрәк. Маташһаҡ, ул соҡор икебеҙҙе лә һөйрәп төшөрәсәк ине. Мин ҡайтып трактор алып киләм, ҡуҙғалмай ғына ултырып тор, тинем. Тынғыһыҙ кеше ине бит Фәррәх ағай, көтә буламы, яңғыҙ ҡыланған инде. Ауып ишеге менән ҡыҫҡан да ҡуйған. Мин барғанда үлгәйне.
– Ишеге менән ҡыҫҡас, һин түгел, үҙенең «Беларусь»ы ғәйепле инде, тимәк.
– Улай тимәйем. Әҙ генә сабыр итһә, бер ни ҙә булмаҫ ине, һөйрәп сығарыр инек.
– Бала-саға шикелле ниңә ҡабаланып ҡайтып китергә? Ике ир берәй фекергә килә алмай инегеҙме ни? Атайым ҡайтма тиһә лә ҡайтҡанһыңдыр әле, – Азаматтың ирендәре дерелдәне.
Сәми тамам ҡурҡыуға төштө: быларҙы әрләргә кереп, үҙе бахырға ҡалды түгелме һуң? Ҡалды ғына тиң, эште судҡа тапшырыуҙары ла бар. Ана, уҡып ҡына бөтәйем, һәммәгеҙҙе ултыртам, тип янай бит. Ышан уға, теге инвалидты яҡлап һуғып ебәргән малай ише генә итмәҫ, бар ауылдан һорау алһа алыр, осона сыҡмай туҡтамаҫ. Үҙендә лә баш бар, ҡайҙан уратып килтерә – көлкөлө генә ваҡиғанан башланы ла Фәррәх ағайҙың үлеменә килтереп ялғаны. Былар алдан һөйләшеп ҡуйманылармы икән? Хәйер, уның бында керерен ҡайҙан белһендәр? Эйе, йөрәккә ҡулды ҡуйып әйтһәң, ысынлап та, Сәмиҙең ғәйебе бар ҙа һымаҡ шул. Тарттырып ҡараһа, бәлки, сығарыр ҙа ине. Әллә нимәһенә ҡабаланған булды, этләнәһе килмәне, ярҙам иткеһе килмәне, дөрөҫөн әйткәндә. Данлы механизатор Фәррәхтең шул хәлгә ҡалыуына, тракторын осороуына ҡыуанды хатта.
– Әйтеп торам бит, Азамат, трактор алып килергә ҡайттым тип. Кем белгән уның ауырын? Белгән булһам, ҡайтмаҫ инем. Кем батмай ҙа, кем ҡыйғаламай? Төндәр буйы ыҙаланған бар. Бер улмы? Юҡҡа бәйләнәһегеҙ, мин төртөп ауҙармаған...
Ул һүҙен ослап та бөтөрә алманы, Азамат тегенең түшенән матҡып алды ла һелкетергә кереште.
– Һин генә ғәйепле атайымдың үлемендә, һин... Һатлыҡ йән, хәшәрәт... Билал менән Илгиз быларҙы айырайыҡ тигәнсе, Азамат Сәмиҙе бар көсөнә этеп тә ебәрҙе. Тегеһе, ҡулдары менән һауаны бутай-бутай, тәнтерәкләп, арты менән ишек төбөнә барып төштө.
– Азамат! – тип ҡысҡырҙы Илгиз. – Ҡағылма! Ул Сәми янына барып, тегенең терһәктәренән тотоп аяғына баҫтырырға маташты. – Ғәфү ит, Сәмиғулла ағай былай уҡ булыр тип уйламағайным.
Сәми бөгәрләнеп ятты-ятты ла яй ғына ҡалҡынды, йөҙөн һытып, башын тотто, унан өндәшмәй генә урынына барып ултырҙы.
– Беләһегеҙме, бының өсөн мин үҙегеҙҙе, судҡа бирә алам бит. Честный кешене туҡмау был. Билал, һин свидетель. Ҡулығыҙҙы ла, телегеҙҙе лә тиҙ ҡыҫҡартырҙар, – бөршәйеп кенә ултырған Сәми күҙ алдында турая, йөҙөнә, ҡыланышына ҡыйыулыҡ инә башланы. Тауышы шәбәйгәндән-шәбәйҙе. – Күрә алмайым мин һеҙҙе, күрә алмайым. Үҙегеҙҙе әллә кемгә ҡуйып йөрөгән булдығыҙ, һеҙ Алланың ҡашҡа тәкәләре түгел, уҡып йөрөһәгеҙ ҙә. Бер аяғығыҙ тиреҫтән сыҡмаған, икенсеһе асфальтҡа баҫмаған. – Сәми йәлп иттереп Азаматҡа боролдо. – Атайыңды яратманым. Шуға ҡайтып киттем. Етәкселәр уны ғына күтәрҙе, уны ғына президиумға ултыртты, уға ғына орден бирҙеләр, депутат иттеләр, ул ғына Мәскәүгә күргәҙмәгә барҙы. Эйе, егәрле ине, ә бит мин дә хөрт эшләмәнем, минең дә маҡталғы килде. – Сәми ҡаабалана-ҡабалана теҙҙе лә теҙҙе, әйтерһең, кемдер артынан ҡыуа сыҡҡан – килеп етер ҙә һөйләүенән туҡтатыр. Ауыҙынан төкөрөктәре сәселде, күҙҙәренән ут һәм асыу бөркөлдө. – Әммә мин үлтермәнем атайыңды, ундайҙар үҙҙәрен-үҙҙәре үлтерә. Ул саҡ үлмәһә, икенсе ваҡыт, икенсе ерҙә һәләк булыр ине. Сәми һөйләүенән туҡтаны. Туҡтаны ла егеттәрҙең һәр береһенә алмашлап ҡарап сыҡты. Сыбыртҡы шартлатҡандағы һымаҡ һелтәнгән ҡулдары һәленеп төштө, ҡурҡыныс салышайған йөҙө яйлап үҙ рәүешенә ҡайтты. Башы йәнә түшенә һәленеп, яурындары тартылды – ул нисектер бәләкәйләнеп, тиреҫ араһында көн иткән ҡарышлауыҡҡа оҡшап бөршәйеп ҡалды.
– Ярар, Сәмиғулла Боҫҡонов, суд шуның менән тамам, – тине Илгиз, тегенең сәйер ҡиәфәтенә ҡарап. – Хөкөм сығарҙыҡ, бер-беребеҙ менән аңлаштыҡ, белмәгән байтаҡ әйбер белдек. Кереүеңә рәхмәт.
Сәми аяҡтарына гер аҫҡан кешеләй ҡуҙғалып, ишеккә йүнәлде. Хәҙер уның юлына төшөүсе, туҡта, уйнап бөтәйек, тип туҡтатыусы булманы.
– Суд тамам, – тигән иңрәү ҡатыш тамаҡ төбөнән сыҡҡан һаңғырау тауыш өй эсендә ҡалды, – юҡ, бөтмәне әле, – тигәне ишеккә ҡыҫылды. Артабан ни әйтелгәндер, Илгиз дә, Азамат та, Билал да аңғарманы – өсөһө лә ҡаҡҡан бағаналай аптырашып, яй ғына ябылған ишеккә төбәлеп, иҙән уртаһында ҡатып ҡалды.
Тышта таң һыҙыла башлағайны...
Эттәре өрөүгә тышҡа сыҡһа, ҡапҡанан әсәһе кереп килә. Төҫө ҡасҡан, хәрәкәттәре хафалы. Тәскирә йәки балаһы менән берәй хәл булғанмы әллә тип, Илгиздең йөрәге жыу итеп китте, шуға һорай һалды:
– Апайымдар ни хәлдә?
– Арыуҙар, – тип яуапланы әсәһе, өрөүҙән туҡтап үҙен уратып һикергеләгән этте ҡул хәрәкәттәре менән ҡыуып. – Сәми котельныйҙа аҫылынған тейҙәһә. Атайың шунда ҡалды. Халыҡ йыйылған, – тине ул эске бер ҡалтыраныу менән. – Аһ-аһ, ниңә улайтты икән? Ҡатыны менән татыу ғына йәшәгән һымаҡ ине. Үәт донъя...
– Уйындан уймаҡ сығарҙыҡ. Әйттем мин һеҙгә, – быныһы ҡайһы аралалыр Илгиз янына сығып баҫҡан Билал һүҙе булды...
Әмир ӘМИНЕВ.