+24 °С
Ямғыр


Был төнәтмә күҙҙең күреүен яҡшырта, хатта бельмо ауырыуын да еңә, тиҙәр. Эшләп ҡарайыҡ әле!
4-5 кипкән лавр япрағын 250 мл ҡайнар һыу менән төнәтегеҙ.
Был төнәтмәне стакандың өстән бер өлөшөнә ҡойоп, көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ.
Шул уҡ ваҡытта аир тамырынан да төнәтмә эшләргә кәңәш ителә. Бының өсөн тамырын онтап, 3 балғалаҡ алығыҙ ҙа 2 стакан ҡайнар һыу менән болғатығыҙ.
Ҡапҡасын ябып, 15 минут ҡайнатығыҙ. .
Был төнәтмәне 2-3 ай дауамында ашарҙан алда яртышар стакан эсегеҙ. Был төнәтмә бельманы дауалаған саҡта ярҙам итә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.