Мөжәйеп менән Хәшшимде Хариса, алсаҡ йылмайып, ихлас ҡаршыланы:
– Һәйбәтләп әҙерләнергә кәрәк. Бындай ҡиәфәттә кеше араһына сығырға ярамай. Мөжәйеп ҡустым, әйҙә теге бүлмәгә керәйек, һаҡал-мыйығыңды ҡырайым, арыу кейем кейҙерәйем, – Хариса тәтелдәп кенә тора.
– Әлләсе… Уңайһыҙ бит… – Мөжәйеп ҡатынҡайға мөлдөрәп ҡараны.
– Һис тә уңайһыҙланма. Ҡыҙ-ҡырҡындың, бисә-сәсәнең күҙҙәре ҡыҙырлыҡ, һине күргәс тә «аһ» итерлек булһын. Аукционға алам-һаламды ҡуймайҙар. Хоҙай ҡушып, тәүге экспериментым уңышлы үтһен, – Хариса, йәһәт кенә Мөжәйептең һаҡал-мыйығын мөнтәгәс, хушбуй бөрктө.
Ныу, Хариса… Барыһын да алдан хәстәрләгән! «Көр күренерһең» тип, ҡыҫтай-ҡыҫтай, ҡаҙылыҡ ашатты, «кәйефең күтәрелер» тип, лимонлап, ҡуян ҡанылай ҡаты сәй эсерҙе.
– Ғәйепләмә инде, ҡустым, ваҡиға ифрат яуаплы – «мәй» ярамай. Бына үҙеңде һатып алһалар, алдыңдан ҡалғансы һыйлармын. Хәҙер ошоларҙы кей, – ҡатынҡай ҡар шикелле ап-аҡ күлдәк, күк йөҙөндәй зәп-зәңгәр кәстүм, ҡара туфлиҙар һондо.
Кәйефе күтәрелгән Мөжәйеп йәһәт кейенде. Хариса уны оҙон көҙгө алдына баҫтырҙы. Вәт, әй, тәрбиә тигәнең ниндәй көскә эйә! Мөжәйеп үҙен танымай ҙа торҙо: ҡырҡты уҙған тимәҫһең – йәшәргән, аслы-туҡлы көн күргән тимәҫһең – йөҙөнә нур йүгергән.
Мөжәйеп, үҙенә һоҡланып, көҙгө алдынан һаман китмәҫкә иҫәбе бар ине лә, Хариса уны оло бүлмәгә әйҙүкләне. Баҙар тигәндә бәндәләрҙең күңеле аҙалыр – шул арала әллә күпме кеше йыйылған.
Мөжәйепте йәшел ҡәнәфигә ултырттылар. Бер тирәлә теҙелеп кенә кәләштәр баҫҡан. Йәмғеһе – бишәү. Бер кейәүгә – биш кәләш. Бишеһе лә, һоҡланыуҙандыр, ауыҙҙарын асып, Мөжәйепкә ҡарап ҡатҡайны. Мөжәйеп тә ғәжәпләнде: бәй, кәләштәрҙең барыһы ла уға таныш бит. Ауылдаштарының һын-ҡиәфәтен һиҙҙермәй генә күҙҙән үткәрергә өлгөрҙө: «Кемеһе байыраҡ икән? Быларҙың күбеһе үҙемә оҡшамай, ни хәл итергә? Мәхмөхийыһан…Үҙе бер быуар йылан: сирле генә ирен, тәрбиәләргә иренеп, гүргә иртә тыҡты, тинеләр.
Ғәзәүиәһе лә әүлиә түгел, торғаны ғазраил. Өс иргә барҙы, өсөһө лә йәһәт кенә ситкә китеп олаҡты – ҡасып ҡотолдолар. Бисәкәйҙең берәй әтнәкәһе барҙыр, ирҙәр юҡҡа ташламағандыр…
Мәрилә, башҡортлашҡан мәрйә ҡыҙы, ҡылыйлығы арҡаһында, утыҙҙы уҙғансы йәр таба алмай, ҡартайып бара. Уға насип булмаһам ярар ине, аҡсаһы етмәһен мине алырға…
Фәүисә… «Фәүисә, ҡасан үҫәң?» – тип, күрше ҡыҙыҡайҙы ирештерә торғайным. Үҫкән бит – уға ла кейәү кәрәк. Әммә бигерәк һимергән икән – убырҙы нисек туйҙырырмын? Бәй, һатып алғас, ул үҙе мине ашатырға, кейендерергә тейеш.
Рәфисә… Сынҡайыш ауылының шәфҡәт туташы ул. Медколледжды быйыл ғына тамамланы. Ата–әсәһе хәлле – эшҡыуарҙар. Аҡсалары бихисаптыр. Тик ул мине алырға теләрме? Теләйҙер. Теләмәһә сиратҡа баҫмаҫ ине. Хоҙайым, ошо йәш, сибәр, бай ҡыҙҙы ғына миңә насип ит. Эйе, Рәфисәне генә бисәлеккә алырға ризамын».
Аукционды башлар алдынан ауыл биләмәһе башлығы Нотиғулла нотоҡ тотто:
– Бөгөнгө сара – күптәргә яңылыҡ. Баҙарҙа кейәүҙәр һатыуҙың киләсәге дан булмаҡсы. Хариса, нәҡ шуны күҙаллап, ошо эште башланы. Бүтән әмәл юҡ – егеттәр өйләнмәй, ғаилә бәхетен күрмәй, балалар үҫтермәй ҡартая бит. Быныһы – бер. Икенсенән, ҡатын алған, бала-сағалы булған ирҙәр ҙә ифрат ялҡауланды: эшләргә теләмәйҙәр, алаптай ауыҙҙарына араҡы ҡойорға ла ҡалъя ҡабырға яраталар.
Ҡатын-ҡыҙ ир-атты аҡсаға һатып алһа, ҡонон ҡайтарыр: эскесенең эсеүен ташлатыр, эшкә өйрәтер. Ир тигәнең төҙәлергә теләмәһә, яман ғәҙәтен ташламаһа, ҡатындың ул белекһеҙҙе туҡмарға, ас тоторға тулы хоҡуғы бар, сөнки шул аҙман өсөн күпме аҡса исрафлаған. Ҡатындар бер тулаһамы…Эйе, үҙемдән беләм…
Һатыу эшен ҡабаланмай ғына атҡарырбыҙ. «Ашыҡҡан – ашҡа бешкән» тиҙәр, аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Ауылыбыҙҙағы утыҙҙан ашыу ир-егетте өс айҙа һатып бөтһәк, таман булыр.
Йәнә бик мөһим бер мәсьәләгә иғтибар итегеҙ. Һәр баҙарҙың үҙ ҡануны бар: беҙҙең тауарҙың, йәғни ир-егеттәрҙең бирнәһе хаҡында дәғүә, бәхәс тыуыуы ихтимал. Ундай сетерекле саҡта ла ир-аттың бер һүҙ әйтергә хаҡы юҡ – барыһын да ҡатын-ҡыҙ хәл итә.
Шуны ла әйтәйем: үҙен һатып алырға ниәтләгән ҡатын-ҡыҙға риза булмаған ир-егеттәр аукциондан төшөп ҡала. Ҡабаттан аукционға ҡуйылмай. Ҡәҙерҙе белмәгәс, әйҙә, эт кеүек элмәндәп, урамда йөрөһөн. Төшөндөгөҙмө?
Ваҡиғаның үтә яуаплы, үтә тантаналы икәнен иҫәпкә алып, Хариса менән артабанғы эш-хәлдәрҙе лә төпсөрләп планлаштырҙыҡ. Былары бигерәк ҡыуаныслы: кәләштәр һатып алған кейәүҙәрен шунда уҡ ЗАГС-ҡа алып китә. Ауыл хакимиәте йорто биҙәлгән, ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көтөп тора. Еңел машиналар әҙер: шарҙар тағылған, сәскәләр ҡуйылған.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы телмәрен тамамлап та бөттө, ҡулына уҡлау менән батмус тотҡан Мөшбикә, Мөжәйептең өлкән апаһы, аукционды асып та ебәрҙе:
– Ҡустым ҡиммәт тора, сөнки ул үҙе сибәр, үҙе көйәҙ – кем уны һөйөр. Бер тапҡыр ҙа өйләнмәне, тәүге ҡатынына ҡайтып китер, тип ҡурҡмаҫ кәләше. Ситтә үҫкән балаһы барлығы ла тойолмай – тимәк, алимент түләмәйәсәк. Тәүге хаҡы – миллион, – ул уҡлауы менән батмусҡа тондорҙо.
– Миллионды мин бирәм! – тип аҡырҙы Мәхмөхийыһан.
Мөжәйеп көжөрәйҙе: уның һис кенә лә Мәхмөхийыһандың ҡуйынына керәһе килмәй. Шәфҡәт туташы Рәфисәгә мөлдөрәп ҡараны – тора уныһы ауыҙына һыу уртлағандай, өндәшмәй.
– Миллион – бер. Миллион… – Мөшбикә һүҙен әйтеп бөтмәне, Мәриләнең сағыу тауышы бүлмәне яңғыратты:
– Миллион ярым, йәғни бер миллион да биш йөҙ мең!
Мөшбикә уҡлауы менән батмусҡа һуҡты:
– Миллион ярым – бер!… Миллион ярым – ике!… Миллион…
Шул саҡта Фәүисәнең сибек тауышы сипелдәне:
– Бер миллион да биш йөҙ меңгә ун һум өҫтәйем!
Ул арала Ғәзәүиәнең зәһәр тауышы ишетелде:
– Фәүисәгә һәпмәҫ. Туҡта, постой, Фәүисә. Мөжәйепкә, ғәжәйеп егеткә, ике миллион да йәл түгел!
Мөжәйеп ҡәнәфигә һеңде: «Өс ирҙән ни ҡәҙәре аҡса йыйған, яуыз. Талаған бит тегеләрҙе, бөлдөргән…»
Бүлмәлә себен осҡаны ишетерлек тынлыҡ урынлашты.
Мөшбикә, иҫенә килеп, уҡлауын күтәрҙе, әммә батмусҡа һуғырға йәнә өлгөрмәне, Рәфисә, ике ҡулын алға һоноп, Мөжәйеп янына йүгерҙе:
– Биш миллион. Үҙемә генә, Мөжәйеп бәғеремде бер кемгә лә бирмәйем!
Мөжәйептең тыны ҡыҫылды: теләге алдына килде бит – хур ҡыҙындай Рәфисәнең ҡосағына сумасаҡ.
Мөшбикә, шатлыҡтандыр инде, уҡлауы менән батмусҡа йән көсө менән тондорҙо:
– Биш миллион – бер. Доңҡ-ҡ! Биш миллион – ике. Доңҡ-ҡ! Биш миллион – өс. Доңҡ-ҡ! Рәфисә, Мөжәйеп – һинеке! Ал, рәхәтен күр!
Мөжәйеп ҡәнәфиҙән һикереп торҙо ла Рәфисәгә уҡталды…
…Мөжәйеп күҙҙәрен асып ебәрһә, ғәжәйеп күренешкә шаҡ ҡатты: янында төҫө ҡомһарған Хәшшим баҫып тормаһынмы. Ҡулында алюмин тәрилкә менән алюмин ҡалаҡ.
– Тор, төш еткән – һаман йоҡлап ятаһың, – Хәшшим ҡалағы менән тәрилкәне тағы төйөргә тотондо.
– Ниндәй төштө бүлдерҙең, э-х-х… – Йәне көйгән Мөжәйептең күҙҙәре дымланды.
– Ха-ха-ха! Йоҡонан кәбән һалырһың, төштә кәләш алырһың, тигән таҡмаҡ бар. Әллә төшөңдә кәләшле булдыңмы?
– Рәфисә миңә бисәлеккә ризалашҡайны. Ҡосағыма алдым тигәндә ҡамасауланың, – Мөжәйеп кисерештәренән һаман иләҫ-миләҫ килә ине.
– Бәй, белмәйһеңме ни, үткән аҙнала Рәфисә ситкә сығып китте бит. Бәхетен эҙләйҙер. Бөтөрөнмә, көйөнмә, яңғыҙлыҡҡа өйрәнгәнһең. – Хәшшим дуҫын йәлләйме, әллә, киреһенсә, кәзекләйме, һамаҡларға тотондо.
– Үтескә мең һум бирәм, тигәйнең, килтерҙеңме? – Мөжәйеп күптән йыуылмаған етек сәсенә оҙон тырнаҡлы бармаҡтарын батырҙы.
– Ялындым, ялбарҙым, ете бисәмдең береһе аҡса бирмәне. Айырылған бисәләр, сәсрәгерҙәр, ҡаты бәғерлегә әйләнә икән – һис йәлләмәйҙәр.
– Ызначит, аукционда ҡатнашмайбыҙмы? – Мөжәйеп ауыр көрһөндө.
– Ни сурытаһың? «Хариса эксперимент үткәрә, аукцион ойоштора» тип шаярттым ғына, әллә ышандыңмы? Шаяртмаҫ та инем, үҙең бит «Имселәр клубы» тигәнде «Димселәр клубы» тип, ҡысҡырып уҡының. Вәт, бер ҡатлы йүләр…
Хәҙер Мөжәйеп ғәжәпләнде:
– Һыраны күберәк һемергәнбеҙ. Дөрөҫ уҡымайһың, тип, ниңә әйтмәнең? – Мөжәйеп дуҫына ҡаш аҫтынан ҡараны.
– Йә, шул ҡәҙәре шаулама. Исмаһам, буш хыял менән булһа ла, күңелебеҙҙе күтәрәйек, тигәйнем. Уйынсалауҙың файҙаһы тейҙе: исмаһам, Рәфисәне төшөңдә күргәнһең, шатлан. Ә-ә, онотоп торам: Хабрахман ҡайтҡан, ҡайҙалыр массажислыҡҡа уҡып ятҡан. Ҡулында дүкәмите лә бар, тиҙәр. Шуға «Имселәр клубы»н асҡандар. Мең һум түләп, массажға йөрөүселәр табылырмы? Беҙ йөрөмәбеҙ. Хабрахман үҙенең Харисаһын рәхәтләнеп имләһен. Баш ауырта, төҙәтергә әмәлен нисек табырға? – Хәшшим, тоноҡ күҙҙәрен упайтып, Мөжәйепкә текәлде…
Нажиә Игеҙйәнова.