Әҙәби бит
17 Ноябрь 2023, 14:00

ҠОРОЛОҠТАН ҠОТОЛОУ ЮЛЫ БЕР...

Туҡһан бишенсе йылдарҙа булған хәл был.Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районының бер совхозында директор вазифаһын башҡарыусы Анисимов ҡоролоҡ башланғас, үҙе етәкселек иткән совхоз биләмәләре өсөн бик борсола.Һәр хужа өсөн ҡоролоҡ үҙе ҙур һынау булып тора бит инде. Ҙур ғына хужалыҡты нисектер ҡотҡарып алып ҡалырға кәрәк, ә мөмкинселектәр юҡ һымаҡ. Ләкин Анисимов ҡоролоҡ менән көрәшеү сараһын таба.Ниндәй сара тапты икән,һеҙ нисек уйлайһығыҙ ҡәрҙәштәр ?Техника,прогресс алға киткән замана:Бәлки баҫыуҙарға һыу һиптергес агрегаттар ултыртып сыҡҡандыр?,-тип әйтер кемдер.Ә бәлки...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

ҠОРОЛОҠТАН ҠОТОЛОУ ЮЛЫ БЕР...
(Булған хәл)
Туҡһан бишенсе йылдарҙа булған хәл был.
Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районының бер совхозында директор вазифаһын башҡарыусы Анисимов ҡоролоҡ башланғас, үҙе етәкселек иткән совхоз биләмәләре өсөн бик борсола.
Һәр хужа өсөн ҡоролоҡ үҙе ҙур һынау булып тора бит инде. Ҙур ғына хужалыҡты нисектер ҡотҡарып алып ҡалырға кәрәк, ә мөмкинселектәр юҡ һымаҡ. Ләкин Анисимов ҡоролоҡ менән көрәшеү сараһын таба.
Ниндәй сара тапты икән,һеҙ нисек уйлайһығыҙ ҡәрҙәштәр ?
Техника,прогресс алға киткән замана:
Бәлки баҫыуҙарға һыу һиптергес агрегаттар ултыртып сыҡҡандыр?,-тип әйтер кемдер.
Ә бәлки, вертолеттар һатып алғандыр ҙа ошо оса торған машинаны ҡулланып, күктән һыуҙар ҡойҙороп ауыр хәлдән сығыу юлын тапҡандыр?,-тип әйтерҙәр икенселәр.
Юҡ,ҡәрҙәштәрем һеҙ күпме генә фекерләп, фараз итһәгеҙҙә Анисимовтың ниндәй сара уйлап тапҡанын тап өҫтөнә баҫып, дөрөҫөн генә әйтә алмаҫһығыҙ. Бәлки яҡынса берәй уй килер башығыҙға, әммә ләкин ул уйығыҙға үҙегеҙ ҙә ышанып етмәйәсәкһегеҙ.
Әгәр ҙә бөтәбеҙҙә лә ышаныс,тигән нәмә ныҡ булһа (кемгә ҡарата ышаныс,тип әйтерһегеҙ...һуңыраҡ белерһегеҙ ) быйылғы йылда урыны менән ямғыр яумаған ерҙә йәшәүселәр, Анисимовтың ихластан ҡылған ғәмәлен ҡабатлаған булырҙар ине. Уның менән булған хәлде тормошта булмай торған хәл тип түгел, мөғжизә, әммә ләкин кешелек донъяһында була торған, булырға тейешле хәл һәм беҙҙә шулай эшләргә тейеш,тип ҡабул ителер ине.
Анисимов ышанғанға— бар халыҡтар ышанһа,ул эшләгән ғәмәлде улар ҙа эшләһә, ҡоролоҡ булған ерҙәрҙә гөрләп ямғырҙар яуыр ине, игендәр, ағастар бар тәбиғәт ҡуйы йәшел төҫкә инеп, сәскәләр аллы- гөллө булып үҫеп ултырырҙар ине — Аллаһ теләһә инде.
Ҡоролоҡтан ҡотолоу өсөн ниндәй юл тапты икән совхоз директоры?
Анисимов ҡоролоҡ менән көрәшеү әҙәм балаларының хәленән килмәйәсәген, хәлдәренең мөшкөл икәнлеген аңлап ... Аллаһҡа мөрәжәғәт итергә була.
Һәр нәмә Аллаһ теләге менән була,
Аллаһ теләмәһә бер нәмә лә булмай,-тигән хаҡлыҡты совхоз директоры бик яҡшы аңлаған, күрәһең.
Көндәрҙең береһендә Анисимов ауылдың аҡһаҡалдарын йыйып ала һәм уларҙы хөрмәт итеп, үҙен борсоған һорауҙы күтәреп сыға, кәңәш һорай:
--Ямғыр яуһын өсөн Аллаһҡа нисек мөрәжәғәт итергә кәрәк?
Мосолман аҡһаҡалдар ҡорбан килтерергә кәрәк, икәнлекте яҡшы итеп аңлатып бирәләр.
Габдуллаһ бин Зәйдтән Аллаһ уларҙан риза булһа ине, риүәйәт ителә,ул әйткән: "Пәйғәмбәрҙең ,уға Аллаһтың рәхмәте үә сәләме ирешһә ине, ямғыр һорап Аллаһҡа ялбарыу өсөн (намаҙ уҡыу урынына) барғанын күрҙем.Ул ҡиблаға ҡарап, кешеләргә арҡаһы менән боролдо ,һәм Аллаһҡа ялбара башланы,унан һуң ул үҙенең плащын башҡаса кейҙе, унан Ҡөръәнде ҡысҡырып уҡып, беҙҙең менән ике рәҡәғәт намаҙ уҡыны."
Әнәстән Аллаһ унан риза булһа ине, риүәйәт ителә, ул әйткән:
---Һәм Аллаһтың рәсүле, саләллаһу ғаләйһиссаләм ҡулдарын күккә күтәрҙе ,шунан һуң әйтте: "Йә Аллаһ,беҙгә ямғыр ебәрһәң ине! Йә, Аллаһ беҙгә ямғыр ебәрһәң ине!/Аллаһүммә агыс--на,Аллаһүммә агыс--на,Аллаһүммә —агыс--на/
Ошо хәҙистәрҙән күренеүенсә пәйғәмбәр саләллаһу ғаләйһиссәләм Аллаһтан ямғыр һорап мөрәжәғәт итә торған булған. Әлбиттә намаҙ уҡыған ауыл аҡһаҡалдары был турала хәбәрҙар булғандарҙыр.
Урыҫ милләтенән булған,Ислам динен тотоусыларҙан булмаған Анисимов, үҙе лә аңлап еткермәйенсә , Аллаһтан ямғыр һорап пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләмдең сөннәтен үтәп ҡуя:
Совхоз директоры иң һимеҙ,иң яҡшы атты һайлап, ҡорбан салырға ҡуша.
Ҡорбан итенән ҡаҙаҡса бишбармаҡ бешереп бөтә ауыл халҡы ҡунаҡҡа саҡырыла.Ҡорбан ашын ашағас, мосолмандар намаҙ уҡып (әле ул ваҡытта намаҙ уҡыусылар һаны бик аҙ ине)ҡулдарын күтәреп Аллаһтан ямғыр биреүен һорап доға ҡылалар .Шулай уҡ уларҙың артында баҫып торған ауылдың күп милләтле (ҡаҙаҡ, татар, башҡорт, урыҫ, сыуаш, ,белорус һ.б) халыҡтарынан торған ауылдаштар берҙәм ҡулдарын күтәреп, ихлас күңел менән, бер Аллаһтан ялбарып ямғыр һорайҙар.
Ҡөрьән:
"Раббығыҙ шулай бойорҙо:
—Миңә доға ҡылығыҙ,ҡабул итәсәкмен"
40.Ғафир(Ғәфү итеүсе сүрәһе)
60 аят
Доға ҡылынғандан һуң өс сәғәт ваҡыт үткәс гөрләп ямғыр яуа башлай. Ямғыр ике көн ҡойоп яуа: һарғая башлаған баҫыуҙар ,иген яландары, ағастар бар тәбиғәт йәм-йәшел булып йәшәрә .
9. Беҙ күктән бәрәкәтле ямғырҙар яуҙырып, баҡсалар,бәндәләремә ризыҡ булһын тип,(урып алырлыҡ) иген үҫтерҙек
10. Бөйөк хөрмә ағастарында теҙелеп киткән мул емештәр етештерҙек.
11. Йәнә шул ямғыр һыуы менән үле тупраҡҡа йән өрҙөк
Терелеп ҡәберҙән сығыуҙа нәҡ шулай буласаҡ
Ҡөръән .50-Ҡаф сүрәһе
Был ваҡиғаның тағы бер хикмәте була, ямғыр совхозға күрше булған хужалыҡтарҙа яумай, тик ҡорбан салып,Аллаһтан ялбарып доға уҡылған, Анисимов етәкләгән совхоз биләмәһендә генә яуа, совхоз менән сиктәш булған биләмәләрҙә ямғырҙың бер тамсыһы ла төшмәй, уларҙы урап үтә.
Шулай итеп тәккәберлектәрен еңеп, үҙҙәрен юҡтан бар итеүсе Аллаһтың ҡөҙрәтенең сиге юҡ икәнлекте аңлап, Үҙенә мөрәжәғәт итеүсе ҡолдарын мәхрүм итмәй Аллаһ Сөбхәнә үә Тәғәлә.
Ләә иләһә илләЛаһ -лә хәүлә үәлә ҡуәтә иллә билләһ.( Аллаһтан башҡа иләһ юҡ,барса көс һәм ҡеүәт тик Аллаһта ).

Миндиниса Ҡолмөхәмәтова.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас