Әҙәби бит
14 Ноябрь 2023, 06:50

Элегерәк ололарға, Аптырап карай инем;

Улар ҡыҙыҡ, сыбыҡҡа ла Эләгеп ҡолар ине. Тәпәш кенә һикәлтәне, "Уф бейек" тирҙәр ине, Урындан ҡапыл торһалар, Сайҡалып китәр ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Элегерәк ололарға,
Аптырап карай инем;
Улар ,ҡыҙыҡ, сыбыҡҡа ла
Эләгеп ҡолар ине.
Тәпәш кенә һикәлтәне ,
"Уф бейек" тирҙәр ине,
Урындан ҡапыл торһалар,
Сайҡалып китәр ине.
Ә мин инде матайҙарҙа,
Күл буйлап еләр инем,
Һә тигәнсә, һарайҙарға
Һикереп менәр инем.
Мал ҡыуһам да алдарынан,
Ҡалышмай сабыр инем.
Күҙҙәр үткер, энәне лә,
Бик етеҙ табыр инем.
Көрәк тотһам ҡоҙоҡто ла
Көсәнмәй ҡаҙыр инем.
Тик югерҙем дә югерҙем ,
Арыуҙы мин белмәнем,
Әсәйҙең тукта тиеүен
Ҡолаҡҡа ла элмәнем.
Тауыҡтарҙы ла баҫтырҙым
Автобуска югерҙем,
Уҡығанда югерешеп,
Трамвайға өлгөрҙөм.
Һигеҙгә эшкә барам тип,
Әллә күпме югерҙем,
Балаларҙы йоҡоһонан ,
Уятырга өлгөрҙөм.
Туйындырып, кейендереп,
Сәс тарарға өлгөрҙөм,
Һыйыр һауып, малды ҡарап,
Ҡош ҡортона югерҙем,
Әсеткем дә ташып бара,
Икмәк болғап өлгөрҙөм.
Балаларымды етәкләп,
Мин садикка югерҙем.
Төшкә кайтҡас бер сәғәткә
Малды ҡарап өлгөрҙөм;
Бесән һалып,
һыу эсереп
Икмәк баҫып өлгөрҙөм.
Сәй ҙә эсмәй тағы эшкә,
Һуңламаҫҡа югерҙем,
Эше бөткәс журнал, дәфтәр,
педсоветка югерҙем.
Энә осонда ултырам,
Икмәгем тугеләлер,
Малды уйлап, балалар тип
Йөрәгем өҙөләлер.
Шулай үтте ғүмеркәйем
Доньяны яңғыҙ ҡыуып.
Тормоштар үҙгәрҙе инде,
Булһасы хәҙер тыуып.
Йылдан йыл тубыҡ бөгөлмәй,
Саҡ ҡына тиҙлек кәмей
Билдән тота, күҙ ҙә күрмәй
Әллә булдым мин әбей.
Юҡҡа көлгәнмен ҡарттарҙан
Шунан ҡурҡа башланым,
Кәрәкһеҙ булып ҡалмаҫҡа
Шиғыр яҙып ташланым.🤣🤪
12.11.2023
Минзәлә Ямалова- Монасипова

Фото: aV9B9gEULT8

Элегерәк ололарға, Аптырап карай инем;
Элегерәк ололарға, Аптырап карай инем;
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас