+24 °С
Дождь


Бороооон заманда бер бабай юлда китеп барғанда бер егеттең матур итеп тороп балта һаплап ултырғанын күргән дә һораған: "Эшкә кем өйрәтте, улым?" - тигән.
Егет: "Атайым өйрәтте"- тигән.
Шунан бабай уға "Эй, тәүфиҡлы балаһың, эшең аҙ булһын, күҙгә күренеп барһын" - тигән дә ары киткән.
Бара торғас йөн иләп ултырған ҡыҙҙы осратҡан да "Ҡыҙым, кем эшкә өйрәтте?"- тип һораған.
Теге ҡыҙ арҡыс-торҡос итеп "Үҙем өйрәндем, юлыңда бул"- тип яуап биргән.
Бабай уға "Эшең күүүп булһын, күҙгә күренмәһен" - тигән дә китеп барған.
Ысын, уйлап ҡараһаң, ирҙәр бер-ике эш эшләй, күҙгә күренеп тора. Ҡатындар иртәнән алып ятып киткәнсе эшләйҙәр ҙә эшләйҙәр, күҙгә күренгән бер эш юҡ.