Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби бит
3 Ноябрь 2023, 07:00

ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)

Ауыр һүҙҙәремде кисер, йәнем, Атҡан уҡтай осто, һиҙмәнем. Сабырлыҡтың төбө - һары алтын, Ә мин, ярһыу йөрәк, түҙмәнем. Ҡаушап киттең, тының өҙөлгәндер, Аптырашта ҡалған күҙҙәрең. Күреп торам: бәғереңде телде Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙҙәрем...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)
Зөһрә Рәхмәтуллина

Ауыр һүҙҙәремде кисер, йәнем,
Атҡан уҡтай осто, һиҙмәнем.
Сабырлыҡтың төбө - һары алтын,
Ә мин, ярһыу йөрәк, түҙмәнем!

Ҡаушап киттең, тының өҙөлгәндер,
Аптырашта ҡалған күҙҙәрең.
Күреп торам: бәғереңде телде
Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙҙәрем.

Үҙемә лә ҡыйын: тел һөйәкһеҙ,
Ҡайһы ваҡыт алдан елдерә.
Уйламаным: яман һүҙҙәр - ағыу,
Дошманды ла хатта үлтерә.

Һағыштарға һала күңелдәрҙе,
Йоҡоларҙы ҡыуа төндәрен,
Уҫал елдәй, тирә-йүнгә сәсә
Көйгән мөхәббәттең көлдәрен!

Һүҙҙәр әсеһенән татлы хистәр
Кипкән гөлдәр ише онтала...
Тотанаҡлыҡ, ныҡлы сабырлыҡҡа
Нимә етә икән донъяла?

Асыу-хистәремде йүгәнләрмен –
Анттар бирәм мәңге үҙемә.
Кисер, зинһар, йәнем, тик ышанма
Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙемә.


Фото:b5e1a23dfd1a4d4690a13affc62db9e0
 
ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)
ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас