Әҙәби бит
22 Октябрь 2023, 07:00

Кисер, әхирәтем!

- Ҡыҙым, тормош бумеранг ул, һиңә аламалыҡ ҡылған бәндәләр, үҙҙәре тиҙҙән бик ҡаты ҡайғы кисерәсәк. Кешегә аламалыҡ ҡылмағыҙ, балам, дошманыңа ла яҡшыһын телә. Барыһы ла әйләнеп ҡайта, шуны онотмағыҙ!- тип оҙатып ҡалғайны бит ул күрәҙәсе. Ҡайта икән шул. Үҙҙәренә түгел, балаларына. Шуныһы аяныс...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кисер, әхирәтем!

(Хикәйә, тормоштан алынды)

Земфира Садыкова

Райондан ҡайтыусы автобус шығырым тулы ине. Алдағы рәттәгеләрҙең береһендә ултырған Инзирәне арттағы урында үҙ-ара һөйләшеп ҡайтып килгән ир менән ҡатындың һүҙҙәре һағайтты:

- Түбән ос Ҡәҙриәне тапҡандар. Һыу буйындағы таллыҡта аҫылынған булған, бахырҡай. Һуңғы арала әллә ни генә булды би уға, енләнеп тик йөрөнө. Инде өйөнән сығып киткәненә аҙна була түгелме һуң? Әле ике аҙна элек кенә кесе ҡыҙы аварияға эләккән ине, хәле бик насар тиҙәр бит, һаман да дауаханала ята. Икән ул. Бер килһә, килә шул, Аллам һаҡлаһын. Ирен әйт, нисек кисерер икән был хәсрәтте...

Инзирә ауылдарына ингәнсе саҡ түҙҙе. Үҙҙәренә яҡын ғына туҡталышта төшөп ҡалғас та, ишеткәндәренең барыһын да башына һыйҙыра алмай торҙо. Өй ишеген асып инеү менән иренә өндәште:

- Рәфис, сәй ҡуйсы әле, башым ауыртып тора, ҡайнар сәй эсһәм баҫылыр, бәлки.

- Юл шулай инде, ҡәҙерлем. Көнө лә эҫе бит бөгөн. Башың ауыртырлыҡ шул. Юлың уңдымы һу?

Ире эше буйынса ике йыл инде пенсияла.Һуңғы йылдарҙа себерҙә эшләне. Уныһы пенсияға сығыр өсөн бик уңай булды. Себер юлдары ауыр, эше ҡатмарлы булды, ләкин түҙҙе. Инзирә лә иренең эшен аңлап торҙо. Ул эштә саҡта үҙенең дә, өйҙәге, йорт-ҡуралағы бар мәшәҡәттәрҙе алып барырға тырышты. Ирен һағынып көтөп алды, тәрбиәләп оҙатты. Матур итеп тормоштарын алып барған, бер-береһенә һөйөп-яратып ҡараған мөхәббәтле парға, әлбиттә, көнләшеп ҡараусылар ҙа аҙ булманы. Етмәһә, Инзирә кеше араһында абруйлы, өҙҙөрөп баянда уйнай, ҡайҙа барһа ла асыҡ йөҙ менән һөйләшә, һәр кем менән уртаҡ тел таба. Балалары үҫкән инде, күптән икеһе лә ситтә уҡып, эшләп йөрөй.

- Рәфис, ишеттеңме әле, Ҡәҙриәне тапҡандар бит.

- Ишеттем, баҡсаға сыҡҡан инем, күрше Рөстәм әйтте.

Өйҙә бер мәлгә ауыр тынлыҡ урынлашты. Бының сәбәбен икеһе лә белә ине. Сәйен эсеп бөтөргән Инзирә ике йыл элек булған ваҡиғаны ҡабаттан күҙ алдынан уҙғарҙы. Иҫенә төшһә, әле лә тәне сирҡанып, әллә нимә эшләп китә...

Инзирәгә тыуған көнөнә әхирәте Ҡәҙриә сәскәләр бүләк итте. Ғәҙәти генә, матур баҡса сәскәләре, зауыҡлы итеп төрөлгән. Саҡырмаһа ла, “Ҡотлайым, дуҫҡайым”, - тип йылмайып килеп ингән әхирәтен ҡыуып сығарып ебәрә алмай бит инде. Ире эштә ине ул ваҡытта. Эштән ҡайтҡан Инзирә үҙе лә сәй эсергә әҙерләнеп йөрөй ине. Тиҙ генә өҫтәл әҙерләнде, бергә ултырып көлөшә-көлөшә сәй эстеләр. Юҡ-бар һөйләшеп... Ҡәҙриә киткәс тә, ул алып килгән сәскәләрҙе һыулы банкаға ғына ултыртып ҡуйҙы ла онотто. Мәшәҡәтләре менән... Ире эштә булғас, тыуған көн тип уйлап та ҡарамай ине ул. Эшендәге иптәштәре лә ҡотланы, ире лә шылтыратты, әлбиттә. Тыуған көн үтте. Сәскәләр тумбочка өҫтөндә ултыра бирҙе.Инзирә эш тип, сабаланып йөрөгән еренән кинәт кенә үҙендә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, борсолоу тойҙо. Тәне ауырта, хәлһеҙлек, ғүмүмән, аңлата алмаған ауырыу менән ауырыған кеүек булды ул. Донъяға ҡарашы үҙгәрҙе, йәшәһе килмәгән кеүек ине. Өс көн йөрөнө шулай.

Балалары ситтә уҡыуҙа. Ире шылтыратһа үҙ хәлен белдермәҫкә тырышты. “Барыһы ла яҡшы”, - тип ялғанланы. Эштә йөрөгән ирен борсоғоһо килмәне. Дүртенсе көндө хәлен белергә, үткән тыуған көнө менән ҡотларға тип апаһы менән еҙнәһе килен инде. Тормоштан ваз кискән кеүек йөрөгән һеңлеһе менән аңлашып та бөтмәне, уның хәлен шунда уҡ аңлап алды һәм тиҙ генә йыйынырға ҡушты. Көн әле кискә ауышып ҡына килә, көтөү ҡайта-нитә ҡалһа, мал-тыуарын ябырға күршеһе Нәсимәгә ҡушып, апаһы белгән яҡшы ғына бағымсыға алып киттеләр Инзирәне. Апаһы юл буйы һеңлеһенән күҙен алманы. Ҡосағына һыйынған туғанының сәстәренән һыйпап, тик бер генә һүҙҙе ҡабатланы:

Барыһы ла яҡшы булыр, туғаным...

Күрәҙәсе әбей йәшәгән өйгә барып ингәс тә Инзирәне бер тулҡын ҡурып алғандай булды. Әбей уны көтөп торғандай ҡаршы алып, ҡаршыһына ултыртты ла ҡарашын Инзирәгә төбәне.

- Бүләк итеп бирелгән сәскәләр әле лә шундамы? - тип һораны күрәҙәсе.

- Ә һин уны ҡайҙан беләһең? - тип Инзирә шаҡ ҡатты. Бер күрмәгән кеше, ҡайҙан уға сәскә бирелгәнен белә һуң? Һәм шунда уҡ башына килгән уйҙан әллә нимә эшләп китте. Бәй, белмәҫкә ни, күрәҙәсе лә инде ул!

- Эйе, - шул булды яуабы һәм әбей уға сәскәләрҙең ниндәй яуыз ниәт менән бирелгәнен барыһын да һөйләп бирҙе. Инзирәне оҙаҡламай нимә көтәһен дә һөйләне. Бар көсөн һалып, уны өшкөрөп, унан ҡайтҡас инде нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтеп, ҡайтарып ебәрҙе. Ҡайтыу менән барыһын да күрәҙәсе әйткәнсә эшләнеләр. Бер аҙ тынысланғас, бергәләп ултырып сәй эсеп алдылар. Апаһы инде һеңлеһен яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй, эргәһендә ҡалды, еҙнәһе ҡайтып китте.

Төндә уянманы Инзирә, сабый бала кеүек йоҡланы. Әлбиттә, был турала апаһы ла, үҙе генә белде. Ҡәҙриәгә рәнйеүенең сиге юҡ ине уның да, апаһының да. Иренең эштән ҡайтыуына ул инде бер аҙ хәлләнеп, матур төҫ алған ине. Эшендә иһә ауырып торам, тип кенә әйтте.

Был хәл Инзирәнең күңелендә ауыр тойғо ҡалдырҙы. Дуҫ тип йөрөгән кешенең шундай аламалыҡҡа барыуына, яҡшылыҡтан башҡа бер зыяны теәмәгән әхирәтен шул ҡәҙәр насарлыҡ менән уны юҡ итергә маташыуына ышанаһы килмәне. Ләкин ышанмай сара юҡ ине Инзирәнең. Иренә һөйләмәй булдыра алманы. Ишеткәс, ул да шаҡ ҡатты.

Инзирәне тағы ла бер нәмә борсой ине. Күрәҙәсе ҡарсыҡ уға: “Был аламалыҡты эшләгән бәндәләр тиҙҙән ауыр ҡайғы кисерәсәк. Һиңә сәскә биргәненә үкенеп, ғәфү һораясаҡ”. - тигәйне. Һәм ысынлап та шулай булды. Ҡыҙы юл фажиғәһенә эләгеп, ике көн дә үтмәне, эштән ҡайтып килгәндә Ҡәҙриә уны ғына көткәндәй, ҡаршыһына сыҡты. Инзирә сәләм дә бирмәй үтеп китеүҙе килештермәне. Баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә ары атланы. Ҡәҙриә уның артынан ҡапҡанан уҡ килеп инде һәм шунда уҡ:

- Инзирә, кисер әхирәткәйем! Зинһар кисер! Үтенеп һорайым! Ҡыҙым ауыр хәлдә, мин беләм, иткән яуызлығым кире үҙемә ҡайта. Инзирә, мин белеп торам, кире ҡайтырын да, ниңә генә яңылыштым икән? Аңламайым. Шуны ла әйтәм һиңә, был минең генә эшем түгел, һине күрә алмаған, һинең бәхетеңдән көнләшкән Ираның да эше был. Кисер мине, беҙҙе кисер...

Инзирәнең күҙҙәре ҡараңғыланып китте. Йығылмаҫ өсөн, ҡапҡа бағанаһына һөйәлде лә, әрнеп илап ебәрҙе. Уның тауышына өйҙән ире йүгереп сыҡты. Аңлап ҡалыу менән Ҡәҙриәне ҡапҡанан этеп кенә сығарып ебәрҙе лә, ҡатынын ҡултыҡлап, өйөнә алып инеп китте. Һалҡын һыу ағыҙып эсеп, тынысландыра торған дарыу ҡапты ла, диванға ятты. Шул хәлдән күп тә үтмәне, Ҡәҙриә юғалған, тигән хәбәр таралды. Инде бына тапҡандар. Кны ерләгәс тә, Ираның ситтә, йыраҡта эшләп йөрөгән улын алып ҡайтып ҡуйҙылар. Инзирә шаҡҡатты. Күрәҙәсенең әйткәндәре шул ҡәҙәр ҙә тап килер, тип көтмәгәйне ул.

- Ҡыҙым, тормош бумеранг ул, һиңә аламалыҡ ҡылған бәндәләр, үҙҙәре тиҙҙән бик ҡаты ҡайғы кисерәсәк. Кешегә аламалыҡ ҡылмағыҙ, балам, дошманыңа ла яҡшыһын телә. Барыһы ла әйләнеп ҡайта, шуны онотмағыҙ!- тип оҙатып ҡалғайны бит ул күрәҙәсе. Ҡайта икән шул. Үҙҙәренә түгел, балаларына. Шуныһы аяныс...

Лилиә ТАКАЕВА тәржемәһе.

Фото: gSRWtg4D6iI

Кисер, әхирәтем!
Кисер, әхирәтем!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас