Әҙәби бит
17 Октябрь 2023, 14:00

Мөхәббәт вальсы (Дауамы)

Егет кәләшенең туй кейемдәрен алып урамға сыҡты. Ҡапыл иҫенә килгәндәй, уларҙы йолҡҡоларға, йыртырға, ергә һалып тапарға кереште. Ап-аҡ туй күлдәге, туй ҡалпағының ебәк өлөшсәләре туҙышып, ер өҫтөндә ятып ҡалды...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мөхәббәт вальсы Хикәйә (2) Миңзәлә Хәлилова

– Шаярталарҙыр, кейәү егетен эт итмәксе булып, йәшенеп, шаһит әхирәте Сәлимәләрҙә ултыралыр.

Ажғырып йүгереп инеп килеүсе Хәмитте күреп, Сәлимәнең әсәһе Вазифа тертләп китте. Уныһы һаулыҡ та һорашып тормай аҡырып ебәрҙе:

- Сәлимә ҡайҙа?Фәйрүзә һеҙҙәме?

– Бәй, Сәлимә өйҙә, ана йоҡо бүлмәһендә ултыра,ә бына... һинең кәләшең нишләп беҙҙә булһын?

Сәлимә бүлмәһенең ишеген шаран-яра асып барып инде Хәмит.

– Фәйрүзә ҡайҙа?Ҡайҙа оҙаттың?

Сәлимә яҫтығына ҡапланды. Уның эргәһенә йүгереп барып, ике яурынынан тотоп,һелкетеп,аҡырырға тотондо кейәү егете:

– Ҡайҙа Фәйрүзә? Ҡайҙа?

Күп илауҙан ҡарлыҡҡан Сәлимәнең һүҙҙәре егетте телһеҙ итте:

– Китте!..Фәйрүзә... ҡасып... китте!

– Ни-имә?Нисек?Ҡайҙа... ҡасып китте?!

– Бөтөнләйгә,белдеңме? Бө-төн-ләй-гә!

Хәмит мейес буйындағы эскәмйәгә ултыра төштө, башын ике ҡулы менән тотоп, бер алға, бер артҡа сайҡалырға кереште

– А-а-а-а!Мин нишләйем?Ниңә былайтып мыҫҡыл итте ул мине?

– Нишләп үҙең иптәштәреңә, еңгәңә маҡтандың, хәҙер ҡайҙа барһын ул, әллә ҡасандан бирле йоҡлап йөрөйбөҙ,тип.Фәйрүзә һиңә үс итеп китте,был ғәйбәттең дөрөҫ булмауын хәҙер бөтә кеше аңлаясаҡ.Мә,туй кейемдәрен алып кит.

Егет кәләшенең туй кейемдәрен алып урамға сыҡты. Ҡапыл иҫенә килгәндәй, уларҙы йолҡҡоларға, йыртырға, ергә һалып тапарға кереште. Ап-аҡ туй күлдәге, туй ҡалпағының ебәк өлөшсәләре туҙышып, ер өҫтөндә ятып ҡалды. Күрһә лә йәне әрнемәҫ ине Фәйрүзәнең. Аҡ күлдәк тиһең, аҡ намыҫы ошолай тапалды, теткеләнде. Быныһын тик Фәйрүзә йөрәге генә кисерҙе, күтәрҙе,был төҙәлмәҫ яра уның йөрәге аша үтте.Кисерҙе ,тим. Аһ!Кисерерлекме ни!?

***

Был ваҡытта Фәйрүзә ҡалаға ҡарай елә ине. Тиҙерәк! Тиҙерәк! Арттан ҡыуа сыҡмаһын Хәмит!Унан алыҫҡараҡ китергә, әйткән һүҙҙәрен оноторға!Хатта уның исемен хәтерҙән юйып ташларға! Киске поезға билет алып,вагонға инеп ултырғансы йөрәге шартлай яҙҙы ҡыҙҙың. Хәмит килеп етер,кеше алдында янъял ҡуптарыр, тип борсолдо.Был ҡыйыу аҙымды яһауына үҙенә үҙе аптыраны ул.

– Нишләргә?– тигән һорау нисә көн буйы мейеһен сүкене.Туйҙы ташлап китһә,әсәһенең илаулауын «намыҫ» тип йәшәгән атаһының йөҙөн күҙ алдына килтереп, был уйынан баш тартырға уйланы.Ләкин Хәмиттең иптәштәре, еңгәһе алдында маҡтанып, Фәйрүзәнең намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапауы һарыуын ҡайнатты.Фәйрүзә бит туйға тиклем ҡушылыуҙы күҙ алдына ла килтермәне. Аҡ күлдәк кейеү намыҫың таҙа, тәнең дә, йәнең дә саф тигәнде аңлатҡанды бәләкәй саҡтан уҡ күңеленә һеңдереп үҫтерҙе ҡыҙҙың ата-әсәһе...

***

Хәмит Фәйрүзәгә беренсе кластан уҡ күҙ һалды тиһәң дә хата булмаҫ. Беренсе класҡа уҡырға килгәс, сөм ҡара күҙле, тулҡынланып торған оҙон сәсле ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булды ул.Беренсе партаға, Фәйрүзә эргәһенә килеп ултырҙы Хәмит, һигеҙенсе класты тамамлағансы ҡыҙ эргәһенә берәүҙе лә яҡын ебәрмәне. Тәүҙәрәк ҡыҙ егет тарафынан үҙенә булған иғтибарға көлөп кенә ҡараны, унан башҡа ҡыҙҙар эргәһендә уңайһыҙлана башланы. Күп тапҡыр үҙенең ғорур холҡон күрһәтеп,егетте кире бороп ҡайтарҙы, әммә уныһы бер нәмәгә ҡарамай, ҡыҙ артынан сабыуын белде. Малай-шалай ҡыҙға иғтибар күрһәтһә, ундайҙарға көн бөтә.Хәмит туҡмап ташларға ла күп һорап тормай. Уның ныҡ дорфа ҡыланыуы ҡыҙҙың һарыуын ҡайнатты ,әлбиттә.Ҡайһы саҡта иптәш ҡыҙҙары менән һүҙгә әүерәп,клубтан оҙағыраҡ сыҡмай торһа ,үҙенең тышта көтөп тороуын күпһенеп, тауыш күтәреп алғылаған саҡтары ла булғыланы. Ундай саҡта Фәйрүзә:

– Ваҡытың йәл икән,көтмә,өйөмә юлды таба беләм! – тип туҡтатып ҡуя.

Егет үпкәләп, туҙынып ҡайтып китә, иртәгеһенә тағы килеп ғәфү үтенә, башҡа улай итмәйәсәгенә, үҙенең ҡыҙҙы өҙөлөп яратыуына ышандыра. Ә бына Фәйрүзәнең атаһы Ғилман шул Хәмитте оҡшатты бит, бәлки ҡыҙының ауылда ҡалыуын теләп, егетте кейәү иткеһе килгәндер. Хәмит менән дә уртаҡ һүҙҙәре табылды, етмәһә, икеһе бергә совхозда эшләй башланы, хатта атаһы:

– Шәп егет был Хәмит, комбайнда атаһына ярҙамлашырға килгәндә иген һуҡҡанын ҡарап торҙом, бик тигеҙ итеп ала,ҡул машинкаһы менән сәс алған кеүек. Тырыш егет, тырыш! Ҡулы алтын ул егеттең! – тип ҡыҙы ишетерлек итеп маҡтаны.

Ул арала йәштәр урта мәктәпте тамамланы,Фәйрүзәнең Өфөгә педагогия институтына уҡырға инеү ниәтен еткергәс,егеттең ҡобараһы осто.Нисек тә булһа уҡырға ебәрмәҫ өсөн йөҙ сәбәп эҙләне. Аптырағас:

– Ситтән тороп уҡы, өйләнешәйек,һин унда хәҙер башҡа егеттәр менән йөрөйәсәкһең, – тип башын ҡатырҙы.

Тик ҡыҙ үҙ һүҙенән ҡайтманы,көндөҙгө бүлеккә уҡырға инде. Фәйрүзә биш йыл уҡығансы,Хәмит ике йыл һалдат итеге кейеп, «айт-два»ға баҫып, ракета ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты.Унан да Фәйрүзәне көнләшеп, көн дә хат яҙҙы.Иптәш егеттәре аша ҡыҙҙың һәр бер аҙымын белешеп торҙо. Фәйрүзә беренсе кластан уҡ артынан бер аҙым ҡалмай йөрөгән егеткә өйрәнгәйне,тик уға кейәүгә барыуға иҫәп тотмай, дуҫ, иптәш, класташ тиеберәк ҡараны. Хәмиттең дорфа ҡыланыуы, үҙен өҫтөн тотоуы,мин-минлеге көслө булыуы, үҙенең көнләшеүен белдереүе ҡыҙҙы оторо ситләштерҙе генә.

Музейҙа ғилми хеҙмәткәр булып эш башлаған Фәйрүзәнең Хәмиткә кейәүгә сығырға иҫәп тотмағанын һиҙеп ҡалған атаһы үҙ шартын еткерҙе:

– Йә Хәмиткә сығаһың,йә һин...минең ҡыҙым түгел!

– Атай, хәҙерге заманда ҡыҙ кеше үҙе хәл итергә тейештер бит,һин миңә улайтып бойороп,күңелемде китмә, зинһар.

– Ата һүҙен тыңламаған – оролған дә бәрелгән,ти,ризалығым юҡ.Ана күрше Хөмәйрәнең ике ҡыҙы ла ун һигеҙҙәре тулыр-тулмаҫ кейәүгә сыҡтылар, бынамын итеп ҡырауар бала табып, дөңгөрҙәтеп донъя көтөп яталар, ә һиңә хәҙер ун һигеҙ түгел, тиҙҙән егерме бишең тула,йәшең үтеп бара.Ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалырға итәңме?Хәмиттең түҙеме бөтөр,башҡаға өйләнеп тә ҡуйыр.

– Өйләнһә һуң...Өйләнһен!Мин уны тотмайым!Ә Көнһылыу менән Миңһылыуҙың уҡырға теләмәүенә мин ғәйеплеме ни, атай! Һин үҙең уҡығыҙ, юғары белем алығыҙ, тип таҡылдап ултырҙың бит. Рәхмәт, ярҙам иттегеҙ, уҡып сыҡтым,диплом алдым,яратҡан эшем бар.Ә кейәүгә сығырға өлгөрөрмөн. Әле аспирантураға документтар әҙерләйем, үҙем эшләгән музей етәкселеге лә ярҙам итергә тора.

– Минең һүҙем бер. Эштән сыҡ,ауылға ҡайт,юғары белемле тарихсылар ауыл мәктәбенә лә кәрәк.

– Юҡ, атай, мин эшемде яратам,унан ситтән тороп аспирантурала уҡыһам, сессияға йөрөүе лә уңайлы буласаҡ,мәктәптә дәресем ҡала, тип ҡайғыраһым юҡ!

– Уҡығаның еткән, тағы утыҙың тулғансы ҡыйшаңлап йөрөргә итәңме? Һорарға килһәләр, Хәмиткә кейәүгә сығаһың һәм... вәссәләм!

Әсәһенең бер ваҡытта ла атаһы һүҙенән сыҡмағанын күреп үҫкән ҡыҙ, яҡлау тапмағас,күҙ йәштәренә төйөлдө.Атаһы ҡыҙын ярата, улайтып уҡ көсләп кейәүгә биреп ебәреренә ышанманы ла кеүек,әммә уның ике һөйләмәй икәнлеген ғаиләлә генә түгел, ауылда ла беләләр.

Ысынлап та, киләһе ялға ҡайтып, мунса инеп сығып, ғаилә түңәрәк өҫтәлде уратып ултырып киске аш ашарға йыйынғанда ишек алдында бәйле торған Алабай һау-һаулап кемгәлер өрөргә тотондо. Шул саҡ ишек шаҡынылар, уң аяғының ыштан балағын төшөрөп, Хәмиттән яусылар килеп инде. Фәйрүзә, улар артынан уҡ ата-әсәһен эйәртеп ишектән май ҡояшы кеүек йылмайып инеп килгән егетте, тышҡа саҡырып сығарып, үпкәһен белгертергә тотондо:

– Минең менән кәңәшләшмәйенсә,ни тип яусы ебәреп ятаһың. Мин бит һиңә тормошҡа сығырға һүҙ биргәнем юҡ. Минең әле киләсәккә икенсе төрлө ниәттәрем бар!

– Фәйрүзә! Минең мөхәббәтем икебеҙгә лә етерлек.Үҙеңде үлеп яратҡанды беләһең бит! – тип ҡосаҡларға үрелде Хәмит.

-Етмәһә эсеп алғанһың!Нисек оялмайынса ошолайтып килергә баҙнат иттең?

– Мин бит ҡыйыулыҡ өсөн генә, бер-ике йотом ғына...

Фәйрүзә, егеттең ҡосағынан ысҡынып, өй эсенә йомолдо. Был ваҡытта инде ҡоҙа булаһы кешеләр өҫтәл түренән урын алған, атаһы , ҡәнәғәт йылмайып, теле телгә йоҡмаған яусының татлы һүҙҙәренә эреп китеп, ҡунаҡ һыйларға йыйына. Әсәһе, ғәйепле төҫ менән, ыуаланып, бер иренә, бер ғәзиз балаһына алмаш-тилмәш күҙ йүгертеп, нимә эшләргә белмәй бошорғалана. Фәйрүзә: “Ҡоҙа ла ҡоҙа!”– тип таҡылдаған яусыға көйҙөрөп бер ҡарап алды ла атаһына өндәште.

– Атай!Тороп тор әле!Мин бит әле кейәүгә сығырға уйламайым! Һеҙ нишләп минең теләгемдән башҡа яҙмышымды хәл итеп ятаһығыҙ? Элекке заманмы ни көсләп кейәүгә бирергә?

– Көсләп тип ни, Хәмит, һөйләшелгән, вәғәҙә бирешелгән, тине бит! – Был юлы яусының тауышы юғалыбыраҡ ҡалды.

Ғилман, ҡапыл әйләнеп, ҡатынына көйҙөрөп ҡараны:

– Бар, ҡыҙыңды тый! Ә һин (ул Фәйрүзәгә ымланы)битеңде сайып,күҙ йәштәреңде һөрт! Беҙ һине тиҙ арала табын артында көтәбеҙ. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, аш-һыуҙан етешеп ултырығыҙ!

Ҡунаҡтар аптырашып бер-береһенә ҡарашты, шунан барыһының иғтибары шым ғына инеп ишек төбөндәге ултырғысҡа сүгәләгән Хәмиткә йүнәлде. Ул, әлеге мәлдә аяҡ аҫтында ер убылһа, һис уйламайынса,үҙе үк шунда һикерер ине.

***

 

Дауамы бар.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:

Мөхәббәт вальсы (Дауамы)
Мөхәббәт вальсы (Дауамы)
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас