Поезд аҡрын ғына Мейәс ҡалаһына килеп туҡтаны, ҡайтып етергә әллә ни күп ваҡыт ҡалманы. Үҙ машиналары булғандан бирле әлеге юл менән йөрөгәндәре юҡ. Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда һәр ваҡыт тулҡынлана, был юлы бигерәк тә. Егерме йыл көттө ул осрашыуҙы. “Килерме осрашыуға? Өҙөлөп яратҡан күҙҙәрҙе күрерме? Ниндәй улар, күҙҙәр, танырҙармы бер-береһен? Әгәр килмәһә, күрәһе килмәһә? Ах, бәлки, кәрәк тә булмағандыр...” Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, уйлаған һайын шулай: бер яна, бер туңа. “Бик ныҡ ҡартайҙымы икән, ни әйтһәң дә, ике тиҫтә йыл үткән бит”. Ауылдарына кисләтеп ҡайтып етте. Яңғыҙ ҡайтып ингән ҡыҙын күреп әсәһе аптырап та, ҡурҡып та ҡалды.
– Ни булды, балам? Иҫәнме! Ни эшләп яңғыҙ, ҡайҙа балалар, ҡайҙа кейәү? – Йүгереп барып ҡапҡанан башын тығып ҡараны. Борсолоуы йөҙөнә сыҡты.
– Әсәй, иҫәнме, тим, бына отпускыға ҡайттым әле һинең янға. – Асия, ҡулдарын киң йәйеп, әсәһен ҡосаҡлап алды.
– Ниңә балаларҙы алып ҡайтманың? Ҡайҙа кейәү?
– Бөтәһенән дә ял алдым, әсәй. Барыһы ла яҡшы. Ашап-эсеп йоҡларға ятҡас та әсәһенең ҡурҡып шикләнеүенә аптырап, уйлап ҡуйҙы. Әсәһе һаман уның тормошо өсөн тыныс түгел. Күрәһең, әсә күңеле ниҙер һиҙә... Икеһе лә ҡараңғы түбәгә ҡарап йоҡоға китә алмай үҙ уйҙарында булдылар. Асияның яңғыҙ ҡайтыуы әсәһен борсоуға һалды.
– Былай яңғыҙ йөрөүең миңә бер ҙә оҡшамай.
– Әсәй, минең өйҙән сығып киткәнгә быйыл егерме йыл! Киткән юлдар менән поезда ҡайттым.
– Эйе, алданған өмөттәр эҙенән тағы бер ҡат әйләндем тиһең инде һин, улайһа. – Ауыр һулап тороп уҡ ултырҙы әсәһе: – Балам, ирең аҡыллы, ғаиләң Аллаға шөкөр, балаларың үҫеп бөттө, нимәгә өмөтләнәһең, ниңә һаман тыныслана алмайһың, ниңә үҙ башыңа бәлә эҙләйһең?
– Әсәй, мин киткәндә әйтеп киттем: “Үтер ике тиҫтә йыл, мин ҡайтырмын, күрерһең, мин юғалмам”, – тинем. Мин быға егерме йыл килдем һәм әйткән һүҙемдә торҙом.
– Барма ла, йөрөмә лә, риза түгелмен.
– Әсәй, иртәгә кис һөйләшербеҙ, әйҙә, йоҡлайыҡ.
Асия Рифатҡа юлдан уҡ телеграмма һуҡҡайны, әсәләренә инде. Ул уның үҙ яҡтарына күсенеп ҡайтҡанын белә. Эстәге тулҡынланыу үҙен һиҙҙерә ине. Икенсе көндө тороп, ашыҡмайынса, бик тырышып үҙен тәртипкә килтерҙе. Көндөҙгө автобус менән район үҙәгенә китте. Асия осрашыуҙы киске бишкә почта ҡырында тигәйне. Ашыҡмай ғына шунда табан атланы, һәм, ул уны йыраҡтан уҡ күреп алды. Күрәһең, ул да тулҡынлана: көткән һуҡмаҡта арлы-бирле йөрөнә. Асия, туҡтап, бер аҙ уны күҙәтеп торҙо. “Йылдар уны бер ҙә үҙгәртмәгән, кәүҙәһе шул уҡ: төп-төҙ, таҙармаған да, ябыҡмаған да. Уйлайҙыр, был ни һорарға ҡайтты икән, тип...” Килеп етәрәк, аяҡтары еңелсә дерелдәгәнде һиҙеп, үҙен нисек тә тынысландырырға, ебеп төшмәҫкә тырышты Асия. Тәрән итеп тын алды ла, бөтә ҡыйыулығын йыйып, йылмайып килеп уның ҡаршыһына баҫты. Бына ул егерме йыл көткән осрашыу! Рифат, Асияны ҡаршыһына килеп баҫҡас ҡына, танып алды. Бер аҙ ҡарап торғас, ул да йылмайып ебәрҙе, баштан-аяҡ күҙ йөрөтөп сыҡты. Әйтерһең, кисә генә айырылышҡандар. Күрәһең, был осрашыуҙы улар икеһе лә көткән, тик Рифат ҡулында күңел өмөт иткән ялан сәскәләре юҡ ине шул инде.
– Хәтерләйһеңме, мин киткәндә: ике тиҫтә йылдан ҡайтырмын, тинем? Бына мин ҡайттым.
– Мин туҡһан өстә ҡайттым. Үзбәкстанда инек, һуғыш башланды ла бөтә әйберҙе ташлап, ҡайтып киттек.
– Ҡасмаҫҡа ине. Мин ҡайтмаҫҡа тип киттем, ә һин мине ҡайтыр тип уйлап ҡурҡып ҡастың. – Рифат, әллә ишетмәмеш булды, башын ситкә борҙо.
– Бына бында ҡайтып, көскә йорт еткереп йәшәп ятыш, – тип, ул үҙ тормошон һөйләне. Ике улы бар икән, кесеһе асматик булып тыуған. Ул балаһының нисек сирләгәнен һөйләгәндә, Асия улының һигеҙ йәшкә тиклем үпкә менән интегеүен, хәҙерге атаһы Самат менән уның өсөн ҡан биреүҙәрен, төндәр буйына дауахана коридорында ултырып сығып, иртән эшкә китеүҙәрен иҫкә алды. Тик бер уй: “Ситтә тыуған балаһы тураһында һорармы икән? Арыҫлан да уның улы бит...” – Юҡ, һораманы.
– Ауылыңа ҡайтарып ҡуям, Асия.
– Ярар, мин өйгә генә шылтыратайым да, – тип, Асия почтаға инеп китте. Самат, күрәһең, телефон төбөндә көтөп ултырған, трубканы шунда уҡ алды:
– Асия, матурым, әсәһе, һинһеҙ йәшәү йәшәү түгел икән, ҡасан ҡайтаһың? Ирҙәр иреккә сыҡһалар, шатланып “этлек”кә сабалар, мин йүләр кеүек өйҙә. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәйем, һағындым, үлеп һағындым, – тип теҙеп китте.
– Атаһы, йүләрләнмә, мин киткәнгә өс кенә көн бит әле, тағы берәр аҙна торайым инде.
– Юҡ, торма, ҡайт, һинһеҙ өйҙөң йәме юҡ. – Асия артына боролоп ҡараны, кабинканың ишеге төбөндә Рифат та уларҙың һөйләшкәнен һөйәлеп тыңлап тора ине.
– Һау бул! Ҡайтырмын, – тине лә трубканы ҡуйҙы. Рифат менән урамға сыҡҡас та әле уйҙары менән ире янында ине.
– Асия, һин бик бәхетле, буғай. Ҡара, ирең һине нисек һағына.
– Эйе, был минең икенсе тапҡыр уны ҡалдырып китеүем, икеһе лә һинең арҡала. Беҙ бер ҡасан да айырым йөрөмәйбеҙ. – Асия Рифатҡа күтәрелеп ҡараны һәм... бына нәҡ ошо урында, нәҡ ошо минутта нимәлер өҙөлгәнен аңланы. Улар икеһе ике ғаилә кешеләре, улар бер-береһенә бер кем дә түгел икән, улар сит кешеләр... Ул бит уға унһыҙ үткән егерме йыл тормошон, улы тураһында һөйләргә тип ҡайтҡан ине, ә ул уның тураһында һорашмай ҙа, һаман үҙ янындағыларын һөйләй. Уның йөрәгендә уларға урын юҡ бит. Ҡапҡа төбөнә ҡайтып етергә күп тә ҡалманы, ә ул юл буйы һаман шуларҙы тыңлай. Ул бит уға үҙе кисергәндәрҙе илай-илай һөйләмәксе ине. Юҡ, Асия уға бер ни ҙә һөйләмәйәсәк һәм иламаясаҡ та! Ул бит теге саҡтағы сығыу сараһы таба алмаған ебек ҡыҙ бала түгел: донъя сыныҡтырҙы шул инде.
– Рифат, миңә рәхмәт әйтәһең килмәйме? – тине Асия уға тура ҡарап.
– Нимә өсөн, Асия?
Дөрөҫ. Нимә өсөн? Һорауға яуап икеһе өсөн дә асыҡ ине: алимент түләне бит! Үҫтергәндәге мәшәҡәттәр, тәрбиә яҡтары, ҡан берлеге лә атай кешене ҡыҙыҡһындырмай: башҡа ояға йомортҡаһын һалған кәкүк һымаҡ, булһа ни ҙә, булмаһа ни уның өсөн баһадирҙай үҫеп еткән улы.
Рифат өндәшмәй, шым ғына башын эйеп атлай бирҙе.
– Рифат, бөгөн мин һинең менән мәңгегә хушлашам, һин минең йөрәк түремдә егерме йыл батша булып ултырҙың, мин һиңә булған мөхәббәтемде бөгөн ошонда күмеп китәм, – тине Асия моңһоу ғына. – Һин теге ваҡыт: “Көт, ике тиҫтә йылдан килермен”, тигән булһаң, мин көтөргә риза инем бит. Мин һинең менән “һөйләшеп” йәшәргә шундай күнеккән, киләсәктә нисек йәшәремде лә белмәйем.
– Улай тимә, Асия. Миңә ҡыйын, мине нисәмә йылдар шул мөхәббәт илатты. Әгәр һин шул ваҡытта китмәгән булһаң... күп нәмәне белмәйһең шул.
– Хәҙер бының кәрәге юҡ, мин һине барыһы өсөн кисерҙем. Һине уйлап үткәргән йылдар ғына ҡыҙғаныс: иремдең өлөшөн һиңә бағышлап, уны мөхәббәттән, наҙҙан мәхрүм иткәнемде әле генә аңланым. Хуш, инде мәңгегә!
Асия ҡапҡанан инеп киткәс тә, Рифат ҡуҙғалып китә алмай оҙаҡ торҙо.
Асия тәрән итеп һулыш алды, ҡараңғы төшөп, күктә йондоҙҙар ҡабынған, һыҙылып ҡына яңы ай тыуған ине.
– Асия, балам! – Ҡайтҡанын көтөп арыған әсәһе уны ишек асып ҡаршыланы. Йылмайып ҡайтып ингән Асия уны йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап алды, әсәһе баҡсаға саҡырҙы:
– Әйҙә баҡсаға, алмағас төбөнә. – Нисәмә йылдар элек әсәһе шунда тимер карауат сығарып ҡуйҙы, янына матур итеп мейес сығарҙы, ҡартатаһынан ҡалған ҙур өҫтәл өҫтөндә еҙ самауыры тора. Йәмле ине әсәһенең баҡсаһы, йәй буйына ошонда улар.
– Ҡайҙа самауырҙы яңыртып ебәрәйем, һыйлап ҡайтармағандарҙыр. – Әсәһе үҙе лә, күрәһең, борсолоп көн буйына ашамаған. Бешкән ризыҡтарға ла ҡағылыусы булмаған: өҫтәренә таҫтамал япҡан килеш. Шаулап сыҡҡан самауырын өҫтәл уртаһына ултыртты ла үҙе ҡыҙы ҡаршыһына ултырҙы:
– Шунан, – тине ул, – күңелең булдымы инде?
– Әсәй, йәнем, ниңә беҙ уның менән элегерәк осрашманыҡ икән! Мин бит ошо көнгә тиклем Саматымдың бәхетен урлап йәшәгәнмен. Минең бит уға бер генә тапҡыр ҙа “яратам” һүҙен әйткәнем юҡ. Ул бит нисәмә йылдар шул ярты-йорто бәхеткә риза булып йәшәй. Мин бөгөн барыһына нөктә ҡуйҙым, әсәй, и-их, әсәйем!
– Йә Хоҙай, – тип күҙ йәштәрен һөртөп алды әсә. – Ниһайәт, һин дә аҡ менән ҡараны айыра башланың, балам. Өҙөп ташла уны йөрәгеңдән, йәшә кешесә.
– Ниндәй рәхәт төн, күктә йондоҙҙар күҙ ҡыҫа, яңы тыуған ай егете беҙҙе күҙләй... Һиҙәһеңме, әсәй, алмалар өлгөрә башлаған, хуш еҫе танауға бәрелә. Бар ерҙә тынлыҡ, бына бөгөн минең дә йөрәк тынды, буғай. Мин бөгөн ҙур, бер үк ваҡытта буш хыялым менән хушлаштым. Егерме йыл буйына иртән-кисен уның менән һөйләштем, уның менән кәңәшләштем, хыялымда гел ул ғына булды. Ҡыҙыҡ, иртәгә ни менән йәшәргә һуң – хыял да юҡ, өмөт тә, ул да юҡ.
– Булғанына шөкөр итеп йәшә, балам. Ярай әле, юҡҡа алданып булғанын юғалтманың, мин дә бөгөн тыныс йоҡлармын, Алла бойорһа.
Төн үтеп, таң атты, ҡояш сыҡты. Асия уянып, урамда ҡоштар һайрауын тыныс ҡына тыңлап ятты, әсәһе тәҙрәне асып ҡалдырған икән: селтәрҙәр саҡ ҡына һелкенеп ҡуя. Асия әсәһенең ап-аҡ түшәгендә, мамыҡ мендәрҙә, йомшаҡ юрған аҫтында һелкенмәй ҙә бала саҡтағы кеүек иркәләнеп ята бирҙе. “Унда, йыраҡта, үҙ өйөндә – ул әсәй, ә бында – ул бала. Ҡайтҡанына өс көн, ә ул һаман иркәләнеп, ҡунаҡ ҡыҙы булып ята. Тороп нимә лә булһа эшләргә кәрәк”.
Тороп баҡсаға сыҡты. “Их, көн ниндәй матур. Әсәһе эшкә киткәнме? Элек, ни әйтһәң дә, иҫән саҡта ҡартәсәһе иптәш ине, әсәһе хәҙер бигерәк яңғыҙ, беҙ ҙә йыраҡ”. Асия тирә-яғына ҡаранды: бар ерҙә тәртип, бер ерҙә бер сүп күрмәҫһең, өҫтәлдең тирә-яғын сәскәләр әйләндереп алған. Алмағас төбөнә ултырып, ҡоштар һайрауын тыңлай-тыңлай, яңы айыртылған ҡаймаҡ менән тәмләп тороп сәй эсте. “Кисә әсәһе: картуф сүбен утап күмергә етешә алмайым, тигән ине бит. Бер һелкенеп алайым әле, бала саҡты иҫкә алып”. Асия, һәр ауыл балаһы кеүек, соландан эш кейемдәре табып, башына аҡ яулығын ҡыҫып бәйләп, трико менән аҡ футболкаһын, әсәһенең тәрән калушын кейеп, ҡулына тәпкеһен тотоп, арт баҡсаға сығып китте. Сүп инде картуф һабағы бейеклеге булған. Утарға ярата ул яратыуын, тәпкеләргә генә бына ауырыраҡ булыр, тип, ауыҙ эсенән йыр көйләй-көйләй, сүп араһына инеп сумды. Йырлай-йырлай утаны ла утаны, көн ныҡ ҡыҙҙырып киткәс, баҡса артындағы йылғаға төшөп сайҡанып килде. Ҡасандыр мул һыулы йылға йылдан-йыл һайыға, тарая. Ә Арыҫландың тоторға яратҡан балыҡтары һаман көтөүе менән арлы-бирле йөҙә бирә. Йыуынып алғас, еңел, рәхәт булып китте. Ҡартәсәһе: “Башыңа яулыҡ бәйләп, аҫтына әрекмән япрағы һалып эшлә, ҡояштан да һаҡлай, баштың ауыртыуын да тарта”, – ти ине. Үләндәрҙе яҡшы белә ине, сирләп тә ятманы, йөҙгә етә яҙып, китеп барҙы.
Кисен әсәһе эштән ҡайтҡанда, Асия картуф араларын утап бөтә яҙған ине инде. Әсәһе Асияның йылы һөт яратҡанын белә: Арыҫландың ҡалай кружкаһына һауып алып килде лә, ҡыҙы янына килеп сүгәләне.
– Мә, балам, йылы килеш эсеп ебәр әле.
– Әсәй, бзди-бзди иттеңме? – тип көлөшөп алдылар.
– Арығанһыңдыр инде, ин әйҙә, етәр бөгөнгә.
– Уның ҡарауы, бөгөн минең башым ял итте, бер ни уйламаным. Ә элек, әсәй, беләһең бит инде, минең һәр минутым уның менән һөйләшеп үтә ине, бөгөндән минең яңы тормош башланды тиһәң дә була. – Асия менән әсәһе бер-береһенә һыйынышып ултырҙылар. – Миңә, әсәй, был юлы һинең янда шундай рәхәт, әллә янда балалар булмағанға, серләшәбеҙ, бер кем ҡамасауламай, бөгөн бында мин генә бала, һәм һин мине аңлайһың.
– Миңә лә, балам. Яңғыҙлыҡ рәхәт нәмә түгел бит. Нимәгәлер алданып, шул донъя мәшәҡәттәре менән йәшәйбеҙ инде. Һыйырҙы бөтөрөр инең, ейәндәр ҡайтҡанда нисек инде ул һөт-ҡаймаҡһыҙ, ауылға шуның өсөн ҡайталар бит. Оҙаҡламай бына бесәнгә төшөр ваҡыт етә. Ярай, Асия, балам, ташла. Ҡояш байығас, ерҙә соҡсонорға ярамай. Иртәгә иртәрәк тороп сығырһың.
– Ҡара әле, әсәй, атай хәҙер килеп йөҙәтмәйҙер бит?
– Улар башҡа ауылға күсеп киттеләр, ҡотолдом мин унан, балам.
Картуф рәте араһында ла уйланып, һорауҙарына яуап эҙләй-эҙләй эшләгән ине. “Ҡайҙа китә был мөхәббәт тигән хис? Юҡһа бит, атай әсәйгә шундай яратып өйләнгән, ул бына парлы ла ул, ә әсәһе яңғыҙ, шул ауыл тормошон һөйрәй”.
Асия машина тауышына уянып китте, кем йөрөй икән, башын ҡалҡытып тәҙрәгә ҡараны ла, бер кем күренмәгәс, кире ятты. Кисә күп эшләп ташланылған, тәне ауырта, һис торғоһо килмәй, кире күҙҙәрен йомдо. Бөгөн төшөндә Саматын күрҙе, әллә ниңә бик асыулы күрҙе, буғай. Һағына түгелме һуң? Башындағы уйҙары ла буталсыҡ. “Рифат, их, Рифат... Эх-х, мин йүләр, ниңә шул яуапһыҙ мөхәббәткә алданып ғүмеремде, бөтә йәшлегемде юҡҡа әрәм иттем икән?” Ауылға ҡайтһаң, йоҡо туймай. Асия тағы тәрән йоҡоға сумды. Кемдер өҫтөнән юрғанын тарта түгелме һуң, төштөң дауамын күрергә йыйынған ине. Кемдер килеп арҡаһын һыйпай, бер ҙә әсәһе кеүек түгел, әллә ҡайҙа күкрәктәргә үрелгәс... Ҡурҡыуынан күҙҙәрен ҙур асып һикереп тороп ултырҙы. Ҡаршыһында иҙәнгә теҙләнеп ултырған ирен күреп: “Төштөң дауамымы, әллә үҙеме?” – тип күҙҙәрен шарҙай итеп тын ҡалды. Ә ул уға ҡарап йылмая.
– Ух-х, яратам да инде ошо туҙғаҡ башың менән тороп ултырған ҡиәфәтеңде! Мин генә беләм бындай саҡта һинең ниндәй ҡайнар, татлы икәнеңде...
– Төшмө был? Һине әле генә төштә күрҙем, буғай, һин асыулана инең. Ысынлап ҡайтһаң, нисек яҡшы булыр ине, картуфты күмәһе бар, – тип йоҡо аралаш мығырҙанып кире мендәренә ауҙы.
– Шул ғынамы, һағынманыңмы?
– Һағындым, һағындым, атаһы. – Шул саҡ Самат уны ҡосаҡлап үбә башлағас, ысынлап уянып китте һәм иренең ҡосағына һарылды: – Самат, бәй, ысынлап ҡайттыңмы ни? – Асия ҡабат тороп ултырҙы, иренең күҙҙәренә баҡты. Төнө буйы руль артында килеп күҙҙәре ҡыҙарып бөткән, йөҙө талсыҡҡан... Ирен ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланы Асия.
– Һин бит эштә инең, нисек былай ҡайтаһы иттең – мең саҡрым араны!
– Нимә ул мең саҡрым?! Йә ҡатынды алып китерҙәр, тинем. Әллә ниндәй уйҙар килә башҡа, уйлап ғазап сиккәнсе, эштән һорап ҡайттым да киттем Урал тауҙарына ҡарап.
– Эй, йүләркәйем минең, кемгә кәрәк һинең ҡырҡ йәшлек ҡатының...
– Миңә кәрәк, әсәһе. Ҡәйнәм ҡайҙа? – тине күҙҙәрен ялтыратып яҡ-яғына ҡаранып, юрған аҫтынан ҡулын алмайынса. Ә Асия көлә-көлә һикереп тороп ултырҙы.
– Сабырһыҙланма, хәҙер әсәй ҡайта, – тип алданы. Үҙе тиҙерәк баҡсаға сығып, күмер ваҡлап самауыр тергеҙеп ебәрҙе. Ул бөгөн әйтеп бөтөргөһөҙ бәхетле ине, әлдә ҡайтҡан. Икәү ҡулға-ҡул тотоноп йылғаға йыуынырға төшөп киттеләр. Ире билдән шәрә ҡалып йыуына, Асия уға ҡарап һоҡланып торҙо. “Ҡара, ниндәй матур баһадир. Киң күкрәгендә әллә кемдәрҙе бәхетле итерлек көс, тик ул уныҡы ғына! Ниңә быны элегерәк аңламаған? Уның хистәренә: “Булһа ла, ярай, булмаһа ла, ярай, тип ҡараған? Әгәр ул кисә Рифат менән ҡабат осрашмаған булһа, ғүмер буйына һаман шулай үҙен дә, ирен дә оло хистәрҙән мәхрүм иткән булыр инеме?” Самат кинәт боролоп ҡараны, ҡараштары осрашты. Уның башынан, битенән, киң күкрәгенән һыу тамсылары тәгәрәп төшә, иртәнге ҡояш нурҙары шул тамсылар менән уйнай. Асия һоҡланып башын сайҡаны – әйтеп бөтөргөһөҙ сихри матурлыҡ! “Юҡ, ул был юлы иң оло серен әйтмәйәсәк, ниңә уның тағы йөрәген яраларға? Һәр кемдең шкафында һөлдәһе була, хәҙер инде юҡ ул, үҙенән-үҙе сығып китте. Улар уртаһында бер ни ҙә, бер кем дә тормай”. Асияһы бик сәйер күренде Саматҡа һәм ул бик етди итеп һорауҙарын яуҙырҙы:
– Нимә? Ниңә улай итеп ҡарайһың миңә? Тағы ни булды?
– Мин һине, был саҡлы сибәр итеп, беренсе тапҡыр күрәм, – тине Асия аҡрын ғына һәм бик һөйкөмлө йылмайып. – Мин бит һине ғүмерем буйы яратҡанмын, тик аңламағанмын ғына. Мин һиңә ғашиҡ, Самат, Саматым минең! – Күҙҙәренә йәш төйөлдө, ул үҙенең ни саҡлы бәхетле икәнен әле генә аңланы. – Кисер мине, рәнйетһәм, киреләнеп үҙәгеңә үтһәм... – Самат ҡатынының һәр һүҙен, керпек тә ҡаҡмайынса, тыны менән йотто. Был танһыҡ һүҙҙәрҙе ул нисәмә йылдар көттө. Быға тиклем ул үҙе генә яратты. Яҡшы ир булырға тырышты, күпме кирелектәренә түҙҙе, ләкин был көндөң килеренә өмөтөн өҙмәне. Асияның күҙҙәренән туҡтамай йәш аҡты. Йәш аралаш: – Яратам, бик яратам! – тип бышылданы. Самат ҡатынын киң күкрәгенә алып һөйҙө.
– Үлтерәһең һин мине, кирегә бөткән ҡатын, һин генә шулай йәнде өҙгөләй беләһең. Ниңә шул саҡлы яратамдыр, үҙем дә белмәйем. Тағы бер ҡабатла әле, яңылыш ишетмәнемме икән?..
– Мин ике ҡабатламайым. – Асия, йылы ҡарашы менән балҡып, ире ҡуйынына һыйынды. Уныһы:
– Ха-ха, бына шуның өсөн дә яратамдыр инде мин һине, кирегә бөткән ҡатын, – тип, бөтә яр буйын яңғыратып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Икенсе минутта, ул инде Асияһын ҡулдарына күтәреп алып, баштары әйләнгәнсе өйөрөлдөләр. – Әйттем бит: “Килер ул көн, һин дә яратырһың”, тип. Килдеме?! Килде! Аллаҡайым үҙе ишеткәндер минең ялбарыуҙарҙы. “Мин уны яратҡан кеүек, мине лә яратһын ине ошо кирегә бөткән ҡатын”, тип ялындым. Ишеттең бит, Хоҙайым, рәхмәт һиңә!
Бәхет тигәнең, киткәндә илап киткән кеүек, килгәндә лә шулай илап киләлер, күрәһең, Саматтың да күҙҙәрендә йәш ине, тик ул уны ҡатынына күрһәтмәҫкә тырышты. Шатлығы эсенә һыйманы, ул бөтә йылға буйына һөрән һалды: “Яратам, бик яратам!”
Улар йылғанан күтәрелгәндә, әсәһе баҡсала самауырын инде икенсе ҡабат яңыртып, һый-ниғмәттәре менән өҫтәл янында көтөп ултыра ине.
Аҙағы.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v