Әҙәби бит
8 Октябрь 2023, 14:00

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН

– Алмас уҡып бөтөрөп диплом алып ҡайтты ла атайҙарға әйтә: “Минең ҡатыным, балам бар, алып ҡайтам да өйләнәм”, ти. Өйҙә әҙерләнеп көтөп ҡалдылар, беҙ киттек һине алырға. Ә һин... Беҙ ауылға ҡайтманыҡ: ресторанға барып ләх булғансы эстек. Ирҙәр илағанды күргәнең бармы һинең? Бына беҙ, брат менән, иланыҡ. Ғәрлектәнме, хурлыҡтанмы, араҡы ла күп эселде, әлбиттә, иланыҡ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (12)

Ысынлап та, магазиндың байлығына Асия шаҡ ҡатты. Леня ҡыҙҙарға ниҙер әйткәйне – ни һораһа, шуны килтереп кенә торҙолар. Пальтоны Леня үҙе һайлашты: әле береһен, әле икенсеһен кейҙертеп ҡаратты – береһен дә оҡшатманы. Унан келәттән ҙур аҡ төлкө яғалы, асыҡ зәңгәрһыу төҫтәге матур пальто алып сыҡтылар. Леня бармағын күтәрҙе: “Во это то, что надо!” – Асия уңайһыҙланып ҡына: “Сапоги бы еще...” – тине. Келәттән яҡшы итектәр ҙә сыҡты. Балаларға иҫ китмәле матур, йомшаҡ балон курткалар, хаҡтары ла Мәскәүгә ҡарағанда күпкә арзан ине. Асияның был саҡлы матур әйберҙәрҙән башы әйләнде... Бер сәғәт үттеме-юҡмы бөтә кәрәк-яраҡтарын алып, ҡайтырға сыҡтылар. Юлда ҡайтҡанда Асия балалар әйберенә һөйөнөп, төргәктәрен ҡулынан да төшөрмәй ҡосаҡлап, йылмайып ҡайтты. Шул саҡ балаларын өҙөлөп һағыныуын аңланы. Уның шатлығын күҙәтеп барған Леняға ла рәхәт ине:
– Ася, йылмайғанда һин шул тиклем һөйкөмлө, ниһайәт, мин һинең шатланғаныңды, йылма­йыуың­ды күрҙем, мин бик шат һинең өсөн! – Уның да күҙҙәре йылмая, бөтә йөҙө йылмая.
Рәхәт ине ҡышҡы юл. Машиналар ҙа әллә ни күп түгел. Юлдың ике яғы буйлап аҡ бүрекле матур шыршылар оҙатып бара. Бына шулай, бер ни уйламайынса барырға ла барырға ине... Тик һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды. Үтеп барған юл ситендә ҙур аҡ сиркәү күренде. Леня автобусты шунда борҙо: “Әйҙә, минең полкташ егеттәргә шәм ҡуйғанымды ҡарарһың”, – тип Асияны ҡулынан етәкләп алды. Асияның сиркәүгә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр инеүе ине. Ҡайҙалыр юғарыла йөрәктәргә үтерлек итеп орган музыкаһы уйнай. Тәне буйлап ҡалтырау йүгерҙе, ҡурҡа-ҡурҡа ғына алға атланы, бер аҙҙан үҙ-үҙен белмәйенсә иларға тотондо. Күҙ йәштәрен һөртөп, күҙҙәрен нығыраҡ асып ҡараһа – бағанала дүрт ҡаҙаҡҡа ҡаҙаҡланған Иисус һүрәте тора. Ул да илай кеүек тойолдо. Уны күргәс, үкһей үк башланы. Башында бер уй: “Миңә бында инергә ярамай бит”. Сығып китмәксе була – аяҡтары йөрөмәй. Арҡаһынан кемдер һыйпай кеүек тойолдо, ҡурҡып боролоп ҡараһа, Леня икән, арттан килеп саҡ ҡына уның беләгенән тотто:
– Нимә булды һиңә, Асенька? Киттек, әйҙә, киттек...
Автобусҡа сығып ултырғас, саҡ тынысланды. Бер аҙ бер ни һөйләшмәй барҙылар. Асия был хәлде бер нисек тә аңлата алмаҫ ине.
– Асенька, һин ни өсөн иланың? Атаҡайҙан ҡурҡтыңмы әллә?
– Миңә ауыр, ҡыйын миңә. Мин ашамайым-эсмәйем, йоҡонан ҡалдым. Һинең янға йүгереп бармаҫ өсөн мин хатта үҙемде карауатҡа бәйләп ҡуйырға әҙер. Минең йөрәгем бөтә барлығы менән һиңә тартыла. Был – гонаһ. Мин улай эшләргә тейеш түгел. Мине Аллаһ һынай. Бер нәмә лә үҙгәртергә ярамай, хыянат кәрәк түгел! – Көтмәгәндә, бер тында, барыһы бер юлы әйтелде, Асия, ике ҡулы менән битен ҡаплап, тынып ҡалды.
Леня ҡуҙғалмай тыңланы, иңбашынан алып һөйөргә, йыуатырға теләне, ләкин үҙ алдына ғына әйтеп ҡуйҙы: “Бөтә нәмә үтә, быныһы ла үтер, тиҙерәк өйгә, өйгә ҡайтырға кәрәк”. Юл ситенә сығып туҡтаны ла иҫе китеп бер аҙ Асияға ҡарап торҙо, унан рулгә башын һалып уйға ҡалды. Улар бер һүҙһеҙ ҙә бер-береһен яҡшы аңланылар.
Ҡайтыр юлға ҡараңғынан сыҡтылар. Килгәндәге бер буш сумканан биш баулға әйләнгән әйберҙәрен автобусҡа тыңҡыслап тултырып, поезға ашыҡтылар. Асия тағы төн йоҡламаны, тағы илап шешенеп бөттө. Уның йөгө – бер генә ҙур сумка, шуға ул автобустан беренселәрҙән булып төшөп йүгерҙе. Йүгерҙе генәме әле, тиҙерәк поезға инеп ҡасаһы, барыһын онотаһы килде уның. “Яман төш кенә булып ошонда ҡалһын, эйәреп йәнемде таламаһын. Йә Аллам, рәхмәт һиңә, гонаһтарҙан һаҡланың бит... Китәм! Ҡайтам! Барыһы ла бында ҡалһын”. Асия, илап шешенгән йөҙөн башҡалар күрмәһен тип, өҫтәлгә ҡапланып ятты. Бүлмәләштәре лә инеп урындарға урынлашалар, шаулашалар. Әлдә янында ошо ике апай булды. Улар ауылса бер ҡатлылыҡтары менән илағансы көлдөрәләр.
– Факия апай, бындағы тормошто күреп ҡайтҡас, нисек йәшәрбеҙ инде, бер ҙә һыйыр аҫтына инәһе килмәй бит әле, – тине Хәмдиә, урынлаша-урынлаша.
– Мин шуны уйлайым: мужиктар һағындымы, әллә һыйырҙар нығыраҡ һағындымы икән?
– Завферма һағынғандыр, унда һауынсылар етмәй ине... – Тәҙрәнән кемделер күреп, һүҙен бүлде: – Атаҡ, ҡарағыҙ әле, теге шофер беҙҙе оҙатырға килгәнме? Асия, ҡара әле, һиңә түгелме, ҡул болғай бит. – Асия теләр-теләмәҫ кенә өҫтәлдән башын күтәрҙе. Леня ҡул болғап, тышҡа саҡырҙы. Хәмдиә кинәт төртөп ебәрҙе: – Бар, ни эшләп ултыраһың, поезд китә бит атыу.
Асия тышҡа тороп йүгерҙе, вагон эсендәге бөтә турист тәҙрәгә ҡапланды.
– Ася, Асенька, беҙ бит һаубуллашманыҡ та. Миңә лә ауыр, бәләкәсем! Мосолман ҡатындарын мин күп күрҙем, уларҙың нисек йәшәгәндәрен яҡшы беләм: уларҙы туҡмайҙар, уларҙы үлтерәләр, ә улар бер ҡасан намыҫ һатмайҙар. Үлгәндә лә ирҙәренә тоғро ҡалалар. Элек беҙ аңламайынса көлә инек. Мин хәҙер аңлайым, нисек беҙгә тоғролоҡ етешмәй. Бәлки, шуға күрә лә минең йәнем һиңә тартылалыр... – Леня бик тулҡынланған Асияның ҡулдарын алып, йылы күкрәгенә ҡыҫты. – Бәләкәсем минең, мин һинең иреңдән көнләшәм. – Күҙҙәрендә йәш ялтыраны. Поезд ҡуҙғалырға тип гудок бирҙе. – Бына ал минең телефон номерын, ауыр саҡтарыңда хәбәр бир, йәиһә ҡабат бында килһәң, мин ҡаршы алырмын. Мин һағынырмын һине, Ася! – тип, усына ҡағыҙ киҫәге һалды.
– Мин һине, ниндәй генә ҙур яралы булһаң да, бер ҡасан да ташлап китмәҫ инем. – Асия уның ҡулын ҡыҫты ла вагонға инде.
Проводник ҡатын шатырҙатып ишектәрҙе япты, поезд аҡрын ғына ҡуҙғалып китте. Асияның өс көнлөк мөхәббәте ҡайҙа башланһа, шунда тороп ҡалды. Ошо өс көн кеше өсөн ниндәй ҙур һынау икән бит. Асия бар көсөнә ҡарышты, тартышты, аяҡта баҫып ҡала алды. Ә аҙмы ни ошо өс көнлөк һынауҙы үтә алмайынса, алданып тороп ҡалыусылар. Асия әле тамбурҙа бик оҙаҡ ҡына уйланып торҙо, илай-илай усындағы ҡағыҙҙы ваҡ-ваҡ киҫәктәргә тураҡланы. Ҡайта-ҡайта ул тынысланды: “Барыһы ла артта ҡалды. Башымды юғалтманым бит!” – тип, үҙ алдына һөйөнөп ҡайтты. Вокзалда Самат ҡаршы алды. Һыуыҡта оҙаҡ көтөп, өшөп-ҡатып бөткән ирен күргәс, барыһы бер юлы онотолдо. Яҙмыш һынауымы, әллә шайтан ҡотҡоһо булдымы, нисек булһа-булды, ошо сәйәхәт бер талай елеген һурҙы.
Асияның өс көнлөк сәйәхәте эҙһеҙ үтмәне: ниңәлер уйсанға әйләндеме. Юҡ, унда инде Леня ла юҡ, барыһы ла үҙ урынына ҡайтҡан кеүек, ә йөрәк түрен нимәлер кимерә, нимәгәлер эсе боша – сәбәбен үҙе лә белмәй.
Самат бер көндө уға ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла һорарға булды:
– Ҡара әле, әсәһе, һин әллә ниндәйгә әйләнеп ҡайттың әле был турпоходыңдан. Берҙән, һурылып киттең, икенсенән, өндәшәм – ишетмәйһең, үҙ эсеңдә ҡайнайһың тиәйемме... Нимә булды һиңә?
Асия яурынын һелкетте.
– Белмәйем, бер ни ҙә юҡ, шикелле, – тип кенә ҡуйҙы. Ә үҙе эстән: “Бәлки, мин ғәйеплелер, сәйәхәттән алып ҡайтҡан серем баҫа түгелме? Бәлки, һөйләргә кәрәктер? Нимәһе бар? Уның бында бер ғәйебе лә юҡ бит. Ул бит уға хыянат итмәне”. Һөйләргә кәрәк тигән уй баш мейеһенә инеп ултырҙы ла йәненә тынғылыҡ бирмәне. Кис йоҡларға ятҡас, аҡрын ғына һүҙ башланы:
– Атаһы, һөйләйемме ни булғанды? – Асия тороп арҡаһын терәп ултырҙы. – Мин ғашиҡ булдым, атаһы. Мин шундай итеп ғашиҡ булдым, үлер хәлгә еттем. – Ире хәҙер һикереп тороп ултырыр тип уйлаған ине, ә ул нисек ятҡан, һелкенмәй ҙә, түбәгә ҡарап ята. Самат өндәшмәгәс, Асия түкмәй-сәсмәй нисек бар барыһын да һөйләп бирҙе. Аҙаҡ: – Бына шул, мин һиңә хыянат итмәнем, һине күреү менән барыһы ла үҙ урынына ҡайтты. Самат, ниңә өндәшмәйһең? – тине, уҡлау йотҡан кеүек ҡатып ҡалған иренә ҡағылып. – “Ишетәһеңме, мин һиңә хыянат итмәнем, ышан миңә!”
– Ышанам. – Бер генә һүҙ әйтте Самат. Тәрән итеп тын алды ла артын ҡуйып боролоп ятты. Асия ла уның арҡаһына танауын төрттө, ауыр йөктән ҡотолоуына еңел һулап ҡуйҙы. Эйе, иренән уның бер сере лә юҡ. Тик, уртаҡлашҡан серҙең ни менән бөтәһен Асия әле күҙ алдына ла килтермәй ине. Икенсе көндө Самат ныҡ ҡына һалып ҡайтты, һөйләшмәне, ашаманы, ятты ла йоҡланы. Ике көн, өс көн, аҙнаға китте... һөйләшмәй. Ут сәсеп торған ире, әллә һүнде, әллә ни булды. Әлдә ир менән ҡатынды ҡауыштырған төн менән бер уртаҡ ятаҡ бар.
– Самат, ни булды һиңә? Ниңә эсәһең?
– Мин эсмәйем, мин янғанды баҫам, – тине башын аҫылындырып ултырған ире. – Бар бит бәхетле кешеләр ер йөҙөндә, мөхәббәткә тейенгән.
– Атаһы, ни һөйләйһең, әллә миңә ышанманыңмы? Мин һиңә хыянат итмәнем, ул ваҡытлыса килгән хистәр. Килде һәм шунда уҡ китте лә.
Самат ике ҡулы менән битен ҡаплап өндәшмәйенсә ултырҙы.
– Һин тәнең менән хыянат итмәнең, һин йөрәгең менән хыянат иттең. Мин шул һөйөүҙе нисәмә йылдар көтәм. Һинең йөрәгеңдә башҡаларға урын бар, тик миңә генә урын юҡ... Эх, һине, ҡаты бәғер... Һөйләмәгән булһаң ине ул...
Былай килеп сығыр тип башына ла килтермәгән ине Асия. Үҙенең уға ҡарата тоғро ҡалыуын, хыянат итмәүен генә аңлатаһы килгән ине бит. Кеше ҡайһы саҡ үҙ хисен генә аңлай шул, Асия ла шулай иренең оло хисе тураһында ла, яралармын тип тә уйламаны. Яраһына тоҙ һипте булып сығамы ни, йә Аллам? Был тормошта һәр кемдең дә шкафында бер һөлдә һаҡлана, ти. Шул һөлдәне сығарырға ярамай икән... Әле, ҡараһаң, уның шкафында унан да олорағы бар. Асия аҡрын ғына иҙәнгә шыуып төштө лә иренең аяҡтарынан ҡосаҡланы.
– Ғәфү ит, йәнем, мин ул хистәрҙе һорап та, теләп тә алманым: уларҙы Хоҙай Тәғәлә һынар өсөн ебәргәндер. Юҡһа, барыһы ла яңылыш ингән төш булып бик тиҙ юҡҡа сыҡмаҫ ине, ышан миңә! – Асия ҡараңғыла үрелеп иренең битенән һыйпаны, бармаҡ остары менән уның күҙ йәштәрен тойоп, йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы. – Һин бит минең бәхетем, атаһы. Аңламай тиһеңме әллә, бәхет шулай илап килә, илап китәлер, күрәһең.

***

Йылдар үтә торҙо. Өс бүлмәле фатирлы, машиналы булдылар, балалар ҙа үҫтеләр. Бер көндө өй йыйыштырғанда, Рифаттан килгән йәшереп һаҡлаған хаттар, алимент ҡағыҙҙары килеп сыҡты. Асия хаттарҙы асып, ҡабат-ҡабат уҡып сыҡты. Ярты йыл эсендә бер төргәк хат килгән булған. Арыҫланға ун ете тула, Рифат хаҡында бер ҡасан һүҙ ҡуҙғатҡандары юҡ. Шулай ҙа Самат борсола: “Бала бер ваҡыт белеп алыр ҙа үҙ атаһын эҙләп китер, ә улар ҡабул итмәһәләр, ғүмерлеккә йөрәге яраланып ҡалыр. Берәйһе яңылыш әйтеп кенә ҡуймаһа ярар ине”, – ти.
Асия уйланы-уйланы ла бер көндө улы менән ултырып һөйләшергә булды. Өйҙә икәү генә саҡта янына саҡырып ултыртты. Һүҙ башлауы бик ауыр булды.
– Улым, өйҙә кеше юҡта бер сер һөйләшәйек әле. Һин беләһеңме Самат һинең үҙ атайың түгел икәнде?
– Беләм, мин быны күптән беләм. – Асия аптырап улына ҡараны.
– Нисек? Ҡасан? Кем әйтте?
– Минең хәтерҙә ҡалған: беренсе класҡа ингәндә икенсе фамилия ине. Кәрим дуҫтың да шул хәл, фамилияһын алыштырҙылар. Шул, ҡыҫҡаһы, әсәй, мин быны күптән беләм, әйтеүселәр ҙә булды...
– Ни эшләп, улайһа, бер ни ҙә һораманың?
– Ә ниңә кәрәк ул? Минең бер атайым бар, шул еткән.
– Улым, атайың әлегә һине бер ни белмәй тип йәшәй. Уның бар ҡурҡҡаны: һин белеп алырһың да үҙ атайыңды эҙләп китерһең.
– Мин бер кемде лә эҙләп китергә йыйынмайым, кәрәк кеше үҙе эҙләп килер. Әсәй, берүк атай белә күрмәһен минең белгәнде. Әйтмә, кәрәкмәй. Ул минең берҙән-бер атайым.
– Бына, улым, бында уның миңә яҙған хаттары, һиңә тип ебәргән аҡса ҡағыҙҙары. Балам, һин мине ғәфү ит. Ул атайың да насар кеше түгел, тик был мөхәббәт тигән нәмә өсмөйөштән тора шул, мин – уны, ул башҡаны яратты. Ғәйеп миндәлер, бәлки. Мин хәлемдән килгәнсе һине атайлы, бәхетле итергә тырыштым. Яратып, яратылып, тулы ғаиләлә үҫтең, балам. – Асия күҙ йәштәрен тыйырға тырышһа ла, улар ирекһеҙҙән ағып сыҡтылар. – Рәхмәт, балам!
– Ни өсөн рәхмәт, әсәй?
– Беҙҙән аҡыллыраҡ булғаның, артыҡ һорауҙар бирмәгәнең өсөн. Атай булалмаған атайыңа һин рәнйемә, балам, һәр кемдең үҙ юлы. – Арыҫлан үрелеп әсәһен ҡосаҡлап үпте.
– Беҙҙең арала күптәрҙең атаһы юҡ. Улар миңә ҡыҙығып ҡарайҙар, сөнки беҙ атай менән бик дуҫ. Ҡайһы бер малайҙар үҙ атайҙары менән дә уртаҡ тел таба алмайҙар. Яратам мин һеҙҙе, әсәй, атай менән икегеҙҙе лә. Илама, хәҙер атай эштән ҡайта, күрмәһен күҙ йәштәреңде, бир был ҡағыҙҙарҙы. – Арыҫлан ҡағыҙҙарҙы үҙ бүлмәһенә алып инеп йәшерҙе. “Ниҙәр генә кисермәҫ балам был хаттарҙы уҡығанда, ауыр бик ауыр булыр, хатта бик йәмһеҙ юлдар бар – ул уға ла ҡағыла. Рифат уларҙың икеһенән дә баш тартты бит. Ни хаҡына? Мөхәббәт, күрәһең, баланан да өҫтөн. Ә Асия балаһын мөхәббәтенән өҫтөн ҡуйҙы. Әсә өсөн – балаһы бәхетле булһын, ә ул үҙе, ярар, унһыҙ ҙа йәшәр. Ҡатын-ҡыҙ ғына кисерә, ир-ат, ай-һай, кисерә белмәй. Арыҫланы ла бит ир затынан – кисерерме Рифатты? Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү Асияның өҫтөнән ауыр йөктө алып ташлағандай булды. Үҫте, оло егет булды шул инде, Рифаттың йәшлеген хәтерләтә. Асия иртә-кисен эшкә барғанда, ҡайтҡанда, күнеккән бер ғәҙәт менән, һаман Рифатҡа улы тураһында һөйләй, тик Рифат ҡына ишетмәй. Нисәмә йылдар һөйләүсеһе лә, тыңлаусыһы ла Асия үҙе. Бына бөгөн дә, уйланып килеп, берәүгә килеп бәрелде. Башын күтәреп ҡараһа:
– Иҫ киткес, Айзат! Һин түгелме һуң, Айзат! – Икеһе лә туҡтап ҡалдылар.
– Һай, дуҫ, һин ҡайҙан килеп сыҡтың? Нисәмә йылдар бер ҡалала йәшәп күрешкән юҡ. Әйҙә, бына бында эскәмйәгә ултырып аҙырак йәшлекте иҫкә алайыҡ әле. Шунан, һин ҡайҙарҙа, нисек йәшәйһең?
– Эй, Айзат, һине осратыуыма шундай шатмын. Мин һинең яҡшылыҡтарыңды бер ҡасан да онотмайым, ауыр саҡта гел һин янда булдың.
– Мин дә һине ваҡыт-ваҡыт иҫкә алам, нисек икән, тормоштан уңдымы икән, тим. Беҙгә еңгәй булаһың килмәне инде.
– Алманығыҙ бит, – тине Асия, бер ҡатлы йылмайып.
– Беҙме? Беҙ алырға килгән инек тә ул...
– Еңгәй?! Туҡта, Айзат, мине еңгәй итеп саҡырыусы булманы бит, ниндәй үпкә миңә? – тип Асия көлөп ебәрҙе. Айзат башын тырнап бер аҙ уйланып торҙо ла, бөткән баш бөткән тигән шикелле сатнатып әйтеп һалды:
– Һин, дуҫ, асыуланма, мин бер аҙ эскәнмен. Тел ҡысыта, бер нәмә әйтәм, үпкәләмә. Һин бит минең браттың йәшлеген, бәхетен урланың. Эх, Асия, һин белһәң... Һин хәтерләйһеңме, Алмас уҡыу бөтөрөп ҡайткан йылды беҙ икәү һеҙҙең менән дөйөм ятаҡтың баҫҡысында осраштыҡ? Хәтерләйһеңме? Һин бер егет менән төшөп килә инең. Шул саҡта... ниңә шул ер ярылып төшөп китмәне...
– Туҡта, Айзат, ни һөйләйһең? Мин һеҙҙе ҡабат килерһегеҙ, ултырып бер һөйләшербеҙ тип уйланым, тик һеҙ бит юҡҡа сыҡтығыҙ...
– Алмас уҡып бөтөрөп диплом алып ҡайтты ла атайҙарға әйтә: “Минең ҡатыным, балам бар, алып ҡайтам да өйләнәм”, ти. Өйҙә әҙерләнеп көтөп ҡалдылар, беҙ киттек һине алырға. Ә һин... Беҙ ауылға ҡайтманыҡ: ресторанға барып ләх булғансы эстек. Ирҙәр илағанды күргәнең бармы һинең? Бына беҙ, брат менән, иланыҡ. Ғәрлектәнме, хурлыҡтанмы, араҡы ла күп эселде, әлбиттә, иланыҡ...
Асия аптырап, телһеҙ ҡалып, Айзатҡа ҡарап ултыра бирҙе.
– Айзат, дуҫҡайым, ни һөйләйһең? Һеҙ бит миңә гел “дуҫ” тинегеҙ. Алмас, ике йыл хат яҙып, бер тапҡыр ҙа оҡшайһың тип яҙманы. Унан, уның йөрөгән ҡыҙы ла бар ине бит. Һин дә бер ҡасан бер ни белгертмәнең.
– Ул бит миңә көн дә хаттар яҙып, һине ҡайғыртып, мине һинең янға йүгертте, “ауыр саҡтарында булыш, тик ҡара, яңылыш янында берәйһе сыуалмаһын” тип. Асия, һуҡыр ҙа аңлар ине, быны аңламаҫҡа һин бит йүләр түгел. Мин өйләнеп, балалар үҫтерҙем, ә ул һаман нимәгәлер өмөтләнеп йәшәне. Тормоштан уңмаһа, ире рәнйетһә, айырыла ҡалһа тип, ул һине әллә ҡайҙа алып китергә риза ине. Ҡырҡҡа етә бит инде, районда ҙур начальник булды, ә үҙе һаман яңғыҙ йөрөй. Һин уның үтмәй ҙә, бөтмәй ҙә торған бер сире булдың. Братымды ҡыҙғанам, аңлайһыңмы шуны? Йәшлеге әрәм булды юҡты көтөп. Ни ере менән артыҡ ине һинең ул әҙәмең минең браттан?
Асия тороп китергә йыйынған Айзаттың беләгенә йәбеште.
– Дуҫҡайым, рәнйемәгеҙ миңә, мин белмәнем, белһәм дә, бер ни үҙгәртә алмаҫ инем. Бала – атаны, ата баланы үҙе һайланы, мин башта шуға буйһондом. Алмасҡа әйт, онотһон да бәхетле булһын. Дуҫ булып ҡалайыҡ, Айзат!
– Һин дә ғәфү ит, рәнйетһәм. Иҫән булһаҡ, бер осрашырбыҙ.
Айзат китеп барғас та, ул әле һушына килә алмайынса оҙаҡ ултырҙы. “Бер бәхетһеҙлекте ҡаплайбыҙ тип, икенсе бәхетһеҙлек килеп сығаһын кем уйлаған... Теге саҡта, ауылдан телеграмма һуғып, Асияны хурлыҡтан ҡотҡарам тип, һаҙлыҡҡа үҙе батҡан була түгелме һуң? Араларында бер ни ҙә булманы: хис тә, яратыу ҙа. Әгәр булһа, ул көтөр ине. Ҡылған яҡшылығы өсөн, рәхмәт йөҙөнән генә уға кейәүгә сыҡһа, бәхеттәре булыр инеме икән?.. Эй, Алмас, дуҫҡайым, һуң булһа ла уң булһын, парыңды тап та бәхетле бул”.

***

Урал тауҙарының бейеклеге, бөйөклөгө һәр ваҡыт тулҡынландыра. Бындай матурлыҡ ҡайҙа бар икән тағы: өҫтөңә ишелә яҙып торған ҡая-таштар, зәңгәрләнеп торған ҡуйы ҡарағай урмандары, ҡайҙа ҡарама – тау ҙа урман. Нисек ташлап китә алды һуң ул ошо матурлыҡты? Яҙмыш. Көҙгө япраҡты елдәр ҡыуалай, кешене яҙмыш йөрөтә. Бигерәк тә ҡыҙ бала яҙмышы. Улар ҡоштар кеүек осор өсөн яралған, улар тыуған йортта ҡунаҡ ҡына. Асия үкенәме киткәненә? Юҡ, һис тә юҡ. Бөйөк Сулман буйҙары ла бик бай, матур. Шулай ҙа тыуған яҡ – тыуған яҡ инде, уға бәйләнгән матур хәтирәләр, татлы бала саҡ, беренсе мөхәббәт... Былар барыһы-барыһы йөрәк түрендә урын алғандар ҙа тыныс ҡына йәшәй бирәләр, тик ҡайһы ваҡыт, һағынғанды һиҙҙереп, һулҡылдап, скрипка ҡылылай тартып ҡуялар.


Дауамы бар.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас