ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
Повесть
Зифа ҠАДИРОВА
(11)
– Юҡ, күлдәк кенә түгел бында, төндә миңә уның бөтөнләй ҙә кәрәге юҡ. Һин мине башымды юғалтып һиңә ғашиҡ булған йылдарға, киреләнеп үҙәгемә үткән саҡтарға, йәшлеккә алып ҡайттың. Был үҙгәрештәргә ни сәбәпсе икән, ә?! – тине бышылдап. Асия серле генә йылмайып иренә һыйынды.
– Саф һауа һулайым, көнө буйы өйҙә ултырып туйҙым, – тип ҡотолдо.
Иренең ҡабына барыуынан, уның ҡайнар тын алышынан үҙенең дә тәне буйлап ҡайнар тулҡындар йүгереште. Их, айырым бүлмәләре лә булһа, ни эшләрҙәр ине икән... Баш остарында малай йоҡлай, аяҡ осонда – ҡыҙҙары. Тик был тормоштоң бер яҡшы яғы бар: әллә ни тиклем үпкәләшһәң дә, шул бер ятаҡ: артыңды артҡа терәйһең дә бергә йоҡлайһың. Бер көн түҙһәң, икенсе көндө барыбер ярашаһың. Һуңғы араларҙа гел бер төрлөгә әйләнгән, һүлпәнләнә башлаған тормошто ҡабыҙып ебәрергә әллә ни күп тә кәрәкмәй икән бит. Тәмле ризыҡтар ашатып ҡына ирҙәрҙең күңелен күреп булмай икән ул. Быға тиклем Асия, иренең өҫтө таҙа, тамағы туҡ, тағы ни кәрәк ҡатындан, тип уйлай ине – былар ғына аҙ икән. Ғаилә тормошоноң “рычаг”тары күптер шул, мейескә утын өҫтәп тормаһаң, усаҡтың һүнеүен көт тә тор, быға әле өйрәнергә лә өйрәнергә.
Ә Валюшаны күрергә тура килде уға. Саматҡа заводтан фатир бирҙеләр. Ул үҙе ялда ауылдарына ҡайтып киткән саҡҡа тура килде, заводтың профкомына Асия барҙы. Беренсе тапҡыр заводҡа инеүе ине. Ҡараңғы. Әллә ниндәй еҫле завод цехтары бер ҙә оҡшаманы. Әллә өйрәнгәнгә үҙенең төҙөлөшө яҡшыраҡ кеүек тойолдо. Исмаһам, урамға һауаға сығырға була, ә бында көнө буйы ошо тимер-суйын араһында көн яҡтыһы күрмәй ғүмерҙәре үтә. Асия профком бүлмәһен табып инеп, бер аҙ ултырыуға, ишектән атылып тиерлек бер ҡатын килеп инде, инде лә өндәшмәй-нитмәй уның ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ябыҡ, шыма битле, ҡалын сәс толомо баш түбәһенә уралған. Асия бер генә ҡараш ташлап алды: күҙҙәре ут яна, бит остары алһыуланған, үҙе йыш-йыш тын ала, әйтерһең, ҡайҙандыр сабып килгән. “Әллә быға ла фатир бирәләрме?” – тип уйлап өлгөрмәне, шул саҡ ҡылт итеп иҫенә төштө: “Ҡалын толомло, ябыҡ...” Асия уға ҡабат төбәлеп ҡараны. Кеше нисек шулай һиҙә икән үҙенең көндәштәрен, ул да бит бына Саматтың ҡатыны килгәнде ишетеп, күрергә тип сабып килгән. Асияның да йөрәге кинәт ҡуҙғалып, лып-лып тибергә тотондо, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. “Бына ниндәй икән һин, Валюша... Эйе, сибәрһең”.
– Валюша, ни йомош, ни кәрәк? – тине профком етәксеһе. Валюша һикереп торҙо ла сығып йүгерҙе. Эйе, яңылышмаған Асия. Фатир алып күскәс кенә әйтте Саматҡа ул турала.
– Матур ҡыҙ, шундай толомдары өсөн генә лә яратырға була. Китеп барһаң, ни эшләрмен һинһеҙ?
– Асия-а-а, һин нимә, әллә мине көнләшәһең инде, ҡара әле күҙҙәремә, – тип ҡатынының эйәгенән күтәреп күҙҙәренә текәлде. – Асия, Асиям, был ысынмы? – Асияның, үс иткәндәй, күҙҙәренән ниңәлер йәш бәреп сыҡты. Артыҡ һүҙ ысҡындырыуҙан ҡурҡып, иренен тешләне. Ә Саматтың йөҙөндә шатлыҡ балҡый, күҙҙәре ялтырай. – Асия, йән киҫәгем... – Ул ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла шашып-шашып үбергә тотондо. – Әйттем бит, һин дә бер килеп мине яратырһың тип, мин һине бер кемгә лә алмаштырмайым, ишетәһеңме, кирегә бөткән ҡатын, һин әле миңә бер тапҡыр ҙа яратам тигәнең юҡ, тик килер бер көн, һин уны әйтерһең...
Асияны уйҙары солғап алды. “Ғаилә тормошо гел һынауҙарҙан ғына торғанын йәшәй-йәшәй аңлайһың икән. Күпме тапҡырҙар Хоҙай Тәғәлә һине әллә ниҙәр менән ҡыҙыҡтырып, ымһындырып, көтмәгәндә ғашиҡ итеп, һынауҙар арҡылы үткәрә. Кем әйтмешләй, бынан бер кем дә “не застрахован”. Бына шул саҡта һине һынай ҙа инде тормош”. Саматҡа заводтан ике бүлмәле фатир биргәс, һөйөнөстәре эстәренә һыйманы – айырым үҙ ғаиләң менән генә йәшәүгә ни етә! Ә әҙәм балаһына һәр ваҡыт нимәлер етмәй, саба йә эҙләнә, уныһы кәрәк, быныһы кәрәк. Яңы йыл алдынан Асияларҙың эшенән Прибалтикаға сәйәхәткә путевка бирҙеләр. Магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ тиерлек замана. Ә унда әйбер тулып ята икән, тигән һүҙ ҙә ишеткәс, Асия булған аҡсаларын йыйҙы ла юлға әҙерләнде. Быға саҡлы бер ҡайҙа ла йөрөгәне булмағас, аҡсаларын ҡайҙа йәшерергә белмәне. Уйланы-уйланы ла, иренең күлдәген кейеп, аҡсаларын күкрәк кеҫәләренә икегә бүлеп һалды, уларҙы булавка менән эләктереп үк ҡуйҙы, унан беленеп тормаһын тип, өҫтөнән тағы иренең свитерын кейҙе. Аяҡтарына яйлы “бутый” кейҙе, иҫке туны ла ярар. Ҡыҫҡаһы, бөтә булған байлығын иҫке тун аҫтына йәшереп, ул оло юлға сығып китте. Башта Мәскәүгә туҡтанылар. ГУМ, ЦУМ тигәндәренә баш тығырлыҡ түгел – һыу буйы сират. Аптырап йөрөнөләр-йөрөнөләр ҙә киске поезға ултырып, Ригаға киттеләр. Иртән әле яҡтырмаған да, ә уларҙы автобус көтөп тора ине инде. Шул автобусҡа ултырып әллә ҡайҙа “база”ға баралар икән. Асия бер ҡатын менән дүртенсе рәткә ултырҙы. Гонаһ шомлоғо, күрәсәгең булһа, ишек артында ла күрерһең, ти. Урынлашып бөткәс, Асияның ҡарашы шофер ҡаршыһындағы көҙгөгә төштө: унда... матур ғына ике күҙ салонды күҙәтә ине. Шул күҙҙәр Асияның күҙ ҡарашына эләгеп ҡалдылар, һәм, бик оҙаҡ ҡына бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Бер аҙ барғас, күҙҙәр тағы осрашты. Тағы бер аҙ барғас, шофер, көҙгөнән түгел, артына боролоп, салон эсенә ҡараны. Асия һиҫкәнеп китте, ул ҡара мыйыҡлы, тутыҡ йөҙлө, үҙе йәшендәрәк бик матур кеше булып сыҡты. Асия, уңайһыҙланып китеп, аҡрын ғына ултырғысына һеңде. Әллә ни булды уға. Тирә-яғына ҡаранып алды. Халыҡ, әле иртә булғанғамы, барыһы ла тиерлек йоҡлайҙар ине. Муйын үҙенән-үҙе ирекһеҙҙән уртаға һуҙыла, теге күҙҙәр менән тағы осрашаһы килә... Был ни хәл? Уларҙы Рига ҡалаһынан ситтә урман эсендәге туристар базаһына урынлаштырҙылар. Иртәнге ашҡа килеп еттеләр, уларға беренсе ҡатҡа ашханаға төшөргә ҡуштылар. Асия юлда ни менән килһә, шул кейемдәре менән төштө. Ә киске ашҡа төшкәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалды: ҡатын-ҡыҙҙар матур күлдәктәрҙә, аяҡтарында бейек үксәле туфлиҙар. Етмәһә, ҡаршы өҫтәлгә теге шофер килеп ултырҙы. Асия, берҙән, үҙенең өҫ кейеменән хурланды, икенсенән, аш ҡайғыһы китте, ҡалаҡ күтәреп аш та ҡаба алмай ултыра. Ә ул, ҡаршыға ултырып алған да, күҙен дә алмай. Асия тороп сығып китер ине, булмай, йылан арбауына эләккәндәй, ҡатып тик ултыра. Йә Хоҙай, бынан да мәғәнәһеҙ кисереш юҡ ине, буғай: ҡайҙа китте саялығы, ҡайҙа китте ҡыйыулығы? Күршеһе төрткәс, бурлыҡта тотолғандай һиҫкәнеп китте.
– Ниңә ашамайһың? Төнгөлөккә ас ҡалаһың киләме ни? – тигәс, ашына эйелде, тик тамаҡтан үтмәне. Кешеләр тороп сыға башлағас, ул да шулар менән тиҙерәк буталып сығып китеү яғын ҡараны. Бына ала ҡарға, алмаш кейем дә алып килмә инде, тип, үҙ-үҙен һүкте. Улар бүлмәһенә ауылдан килгән һауынсы ике ҡатын тура килде. Меҫкендәр, улар бер ҡасан ял күрмәгәндәр, шул саҡлы тәмләп ашайҙар, тәмләп йоҡлайҙар, бындай рәхәтлеккә беренсе генә эләгеүҙәре ине. Ә бында Асия кәрәкмәгән сир менән “сирләй...”
Икенсе көндө иртәнге аштан һуң барыһын да сәйәхәткә алып сығып киттеләр. Ҡайҙалыр алып барҙылар, нимәлер һөйләнеләр, унан ҙур ғына бер сауҙа үҙәгенә килтереп төшөрҙөләр. Һыу тулҡынылай бер автобус халыҡ магазинға инеп сумды. Асия ла уларға эйәрҙе, тик башы эшләмәй ине, ни кәрәген дә онотто. Унан русса һөйләшкәндәргә әллә ни яҡшы әйбер һатырға ла бик йыйынып тормайҙар ине, буғай. Ул бөгөн баҙарҙан арзанлы ғына бер зәңгәр костюм менән йәшел өҫтөндә ал ҡуян ҡойроғо тегелгән күн ситектәр һатып алды: “Ярай шунда ашханаға йөрөргә”. Тик, киске аш ваҡытында: “Бөгөн кис дискотека була, барығыҙ ҙа актовый залға төшөгөҙ”, – тинеләр. – Асия ла үҙенсә дискотекаға йыйынды: яңы алған костюмы менән ал ҡуян ҡойроғо йәбештерелгән ситектәрен кейеп ҡуйҙы. Бүлмәләш күршеһе уға ҡарап:
– Берәй йүнлерәк аяҡ кейеме алманыңмы ни? Костюмың да бер ширпотреб, был тапочкаң... шыж-шыж итеп бара, – тип хурлап ташланы.
Асия төшмәҫкә лә уйлаған ине лә, теге һауынсы апайҙарҙың береһе, уға теләктәшлек күрһәтеп:
– Ярар, иҫең киткән икән иҫке сәкмәнгә, кем көтөп тора һуң әле унда беҙҙе, – тип ҡуйҙы.
“Эйе шул, кем көтә, ул өйөнә ҡайтып китәлер, килгән бер туристарҙы төнө буйы оҙатып йөрөмәҫ бит инде”, – тип, үҙ-үҙен йыуатты Асия. Улар төшкәндә, халыҡ йыйылып бөткән ине. Бөтәһе ялтыр-йолтор күлдәктәрҙән, матур туфлиҙар... Ишек төбөнән үк тәҙрә буйлап теҙелгәндәр, кәйефтәре лә бик яҡшы күренә. Һауынсылар ҙа аһ итте.
– Былар ныҡлап ял итергә әҙерләнеп килгәндәр, әй, ҡарале...
– Шулай, ә беҙгә йоҡо етмәй, шулай ҙа кеше күреп, кеше ҡыланғанды ҡыланып ҡайтайыҡ, эйеме, Факия апай. Тик һин, ҡайтҡас, һөйләнә күрмә инде тансала йөрөгәнде. Минең йүләр бәреп үлтерер.
Урын иң түр тәҙрә төбөндә генә ҡалған булып сыҡты. Улар шунда теҙелешеп баҫтылар. Шул саҡ ишектә Леня күренде (шоферҙың исеме шулай ине). Ул инеүгә, халыҡ уны ҡул сабып ҡаршыланы. Киң елкәле, мөһабәт кәүҙәле кеше, өҫтөндә матур вельветтан заманса тегелгән ҡара костюм, салбар.
– Әй, ҡарағыҙ әле, теге шоферҙы әйтәм, бигерәк һөйкөмлө, сибәр инде. Вәт, ир тиһәң дә ир. Ул күҙҙәренең матурлығы, ул мыйыҡ тиһеңме. Бындай ир бер килеп ҡағылһа, йәнеңде фиҙа ҡылырһың, ә, Хәмдиә! – тип, Факия апай иптәшенең ҡабырғаһына төрттө.
– Әй, минеке лә шофер ҙа бит, меҫкенкәйемдең ыштандары аҫылынып тора. Үҙе ябыҡ, ашай-ашай, ашағаны ҡайҙа китәлер? – Ауыл кешеһе ауыл кешеһе инде, ябайлығы менән көлдөрә лә, илата ла.
Асия Леняның ишек төбөндәге ҡатын-ҡыҙҙар менән көлөп һөйләшә-һөйләшә инеп, рәт буйлап килгәнен самалап алды ла, тиҙ генә артҡа сигенеп, тәҙрә төбөнә менеп ултырҙы. Аяҡтарын батарея араһына тығып, үҙе тәҙрә яңағына һөйәлде. “Йә Хоҙай, бында ғына килеп етә күрмәһен”.
Ул инде, Рәйсә апай хурлағандан һуң, ҡуян ҡойроҡло ситектәренән үҙе лә ояла ине. “Юҡ, бында килеп етмәҫ”, – тип, үҙ-үҙен тынысландырҙы. Тик, ул килеп етте шул. Залда музыка уйнай, кешеләр инде парлы бейеүгә сыҡтылар. Шул саҡ улар ҡаршыһында ҡалҡып сыҡҡан Леня Асияны телһеҙ итте.
– А вот Вы где! Вот Вы где спрятались!
Ер ярылдымы ни?! Асия үҙе генә белә үҙ хәлен. Етмәһә, аяҡ ҡуян ҡойроғо менән бергә батарея араһына инеп ҡыҫылған, һис сыҡмай. Һиҙҙермәҫкә тырышып, ситектәре менән тартыша, ә ул һаман йылмайып ҡарап тора. Нимәлер әйтә, Асия ишетмәйме, әллә башына барып етмәйме...
– Бар төш, һине саҡыра бит. Нимә тауыҡ кеүек менеп ҡунаҡланың? – тине Хәмдиә.
– Аяҡ ҡыҫылды, сыҡмай.
Хәмдиәнең, эйелеп ҡарап, аяҡтан тартып ебәреүе булды, Асияның ҡапланып килеп төшөүе булды. Башын яра ине, Леня тотоп ҡалмаһа. Хурлығынан ни эшләргә белмәйенсә битен ҡапланы ла арты менән боролоп баҫты. Был кеше тағы килеп ҡағылһа, иҫтән ауыр кеүек ине. “Ни булды, ниндәй хәл һуң был? Бөтә тәне дер-дер ҡалтырай. Их, ошо тәҙрәнән генә сығып китергә...” Ә Леня улар янынан китергә лә йыйынмай.
– Ну что ты, как маленькая, идем танцевать, – тип ҡулынан алды ла зал уртаһына алып сыҡты. Леня бик һаҡ ҡына уның биленә ҡулын һалып, музыка ыңғайына бик еңел генә алып китте. Ә Асия уға күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡа, ҡулдары, аяҡтары ҡалтырай.
– Ты такая смешная и очень симпатичная, – тип ҡолағына бышылданы Леня. Бында минең үҙ бүлмәм бар, төҫлө телевизор. Әйҙә инеп ултырайыҡ шунда.
Асияны ҡорт саҡтымы ни, ҡабынып китте, онотолған теле лә асылды:
– У меня дома тоже есть цветной телевизор. Я что, телевизор не видела? – Ҡайҙан сыҡты шундай ҡырыҫ тауыш, үҙе лә аптырап китте.
– Һин икенсе ҡатта бит? Мин килермен. Шунда, коридорҙа, диванда ғына һөйләшеп ултырырбыҙ.
Асия уға күтәрелеп ҡараны. “Шул саҡлы матур күҙҙәр!” Улар тағы бер-береһенә бәйләнешеп алдылар. Ә ул йомшаҡ ҡына итеп үҙенә тарта төштө, битенә ҡайнар һулышы килеп бәрелде. Асия үҙ-үҙенән ҡурҡып китте. Әйтерһең, кемдер ҡолағына бышылданы: “Яҡын барма – янаһың!” Ул һаман үҙенә тарта, ә уның ҡаршы торорлоҡ көсө юҡ, башы әйләнә хатта. Уның хәлен бөтә зал һиҙәлер кеүек, йөрәк уның йөрәгенә ҡушылып тибә. Музыка бөткәндә, атларлыҡ та хәлдә түгел ине. Леня уны урынына оҙатты ла башҡа улар янынан китмәне, икенсе көй башланыуға тағы бейеүгә алып сыҡты.
– Бигерәк күркәм һинең был тапочкаларың, – тине егет, сөнки ситектәр шыж-шыж шыуып йөрөйҙәр, уларға иғтибар итмәй мөмкин түгел ине. Көй бөткәс, Леня: “Мин хәҙер инәм”, – тип ҡайҙалыр китеп юғалып торҙо. Шул арала Асия ҡыҙҙарға: “Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ, мин арыным”, – тигәс, улар ҙа ҡаршы килмәне. Кеше бейегәнде ҡарап тороу ҡыҙыҡмы ни? Асия тиҙ генә сисенде лә урынына менеп ятты. Төнөн кемдер коридорҙа арлы-бирле йөрөнө лә йөрөнө. Асия күҙ ҙә йомманы. “Хоҙайым, үҙең һаҡла, гонаһтарға батырма, тағы ике көн түҙергә, унан өйгә ҡайтып китәбеҙ”. Уның бит нисәмә тапҡырҙар ғашиҡ булғаны бар, тик бындай тетрәнеү кисергәне юҡ ине әле. “Йә бер Аллам, ярҙамыңдан ташлама”.
Иртәнге ашҡа төштөләр. Леня тағы ҡаршы өҫтәлгә килеп ултырҙы. Уның ҡарашы бөтә йөрәген аҡтарып сығарҙы, тағы ашау ҡайғыһы ҡалманы, тамаҡҡа аш үтмәне. Асия тороп сығып китте. Икенсе көндө уларҙы Прибалтика ҡалалары буйлап экскурсияға йөрөттөләр, ахырҙа тағы баҙарға, сауҙа үҙәктәренә индерҙеләр. Кешеләр сумка тултырып өйөм-өйөм әйбер һатып алып сыҡтылар, ә ул буш ҡул һелтәп тик йөрөнө. Киске аш ваҡытында Леня уның ҡаршыһына килеп ултырҙы. Өҫтәл артында икәү генә ҡалғас:
– Һеҙҙекеләр бөгөн Ригаға ресторанға баралар, әйҙә һин дә, – тине. Асия, юҡ, бармайым тигәнде аңлатып, башын ғына сайҡаны. – Кисә мин һине бик оҙаҡ көттөм, ниңә сыҡманың? Ҡурҡаһыңмы әллә минән? Улайһа, бөгөн, мин ҡайтҡас, коридорға сыҡ. – Егет уға ялбарып ҡараны. “Йә Хоҙай, нисек ҡаршы торорға был матур күҙҙәргә... Ул бит үҙ хистәренән үҙе ҡурҡа, ярамай... Уны юлға, үбә-үбә, Саматы оҙатып ҡалды”.
– Ярамай, – тип кенә әйтә алды, күҙҙәре йәш менән ҡапланды. Нисек ауыр икән хистәреңде йүгәнләү. – Ярамай, ярамай, – тип ҡабатланы, әллә уға, әллә үҙенә. Үҙ ҡатына күтәрелеп, ванна бүлмәһенә бикләнде лә туйғансы иланы. Ниңә иланы?.. Төндә автобус халыҡты ресторандан алып ҡайтҡанда ла ул әле йоҡламаған: күңеле менән уның янында ине.
Өсөнсө көн – һуңғы көн. Иртән туристар автобусҡа инеп тулғас:
– Ҡайҙа теләйһегеҙ, народ? Ҡайҙа алып барайым? – тип һораны Леня. Бөтәһенә ҙур магазин кәрәк ине. Турбаза матур шыршы урманы эсенә урынлашҡан. Юл ике сәғәтләп ваҡытты ала. Юл буйына Леня микрофондан нимәлер һөйләп бара, аңлата, халыҡҡа күңелһеҙ булмаһын, тиҙер инде. Шул саҡ ул: “Бында бер кешегә йыр бүләк иткем килә!” – тип белдерҙе һәм бик матур итеп йырлап ебәрҙе. Асия алдағы көҙгөгә үрелеп ҡараны, ә унда... ике күҙ ҡарашы уға төбәлгән! Автобусын сауҙа үҙәгенә килтереп туҡтатты ла Асияны ҡулынан эләктереп алды: “Ҡал!” – тине. Халыҡ төшөп бөткәс:
– Ҡайтып китәһеңме инде шулай, бер ниһеҙ... Әйт, мин ни менән булыша алам һиңә? – Асия үҙе лә аңлай: бөгөн һуңғы көн, ни балаларға, ни үҙенә бер ни алмаған, иләҫ-миләҫ килеп тик йөрөй. – Ладно, садись, поехали. Мин һине бер урынға алып барам, барыһын да шунан һатып алырһың. Рәсәйлеләрҙе бында бик өнәп бөтөрмәйҙәр. Ултыр яныма, киттек, һөйләшеп барырбыҙ. Мин һиңә үҙ тормошомдо һөйләрмен. Эх, һин, Ася, ҡояшым минең, ни була ине инде һинең менән коридор диванында һөйләшеп ултырғандан? Йәиһә ресторанда бейегәндән ни насарлыҡ? Һин минән ҡурҡаһыңмы ни? Бына нимә, ҡәҙерлем, һин шуны аңла: мин совет офицеры, Афған һуғышын үттем мин һәм бик ҡаты яраландым. Төҙәлә алмаҫ, үлә тип уйланылар. Ҡатыным ҡурҡып ташлап ҡасты, ә мин терелеп аяҡҡа баҫтым. Һин минең тәнемде күрһәң, бер иҫән ере юҡ: мин киҫкеләнеп бөткән. Тәнем генә лә түгел, йөрәгем дә киҫкеләнгән... Өндәшмәйһең. Мин йыртҡыс түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ташланмайым, үҙе теләмәһә, конечно...
Ысынлап та, Асия әле ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтмәне. Ул ошо көслө, матур ир алдында үҙен беренсе класс уҡыусыһы кеүек хис итә, үҙен нисек тоторға икәнен белмәй, нисек һөйләшергә... Аптыраны Асия: “Белгән хәтле руссаһын да оноттомо һуң?.. Ниңә ҡаушай һуң ул уның ҡаршыһында, был саҡлы наҙан ебегән ҡатын түгел дә баһа, уның һөйләгәндәренә ҡаршы ни тип яуап бирергә? Кеше бит минең менән һөйләшә, ололарса, итәғәтле, матур итеп, ә мин... ауыҙ асып бер һүҙ әйтә алмайым. Ултырам шунда, күҙле бүкән булып. Яралы саҡта ҡатыным ташлап китте, тиме... Нисек шулай була ала инде? Ундай эшкә барыр өсөн йә йүләр, йә бик көслө булырға кәрәктер. Бына, мәҫәлән, Саматты ташлай алыр инеме ул шундай хәлдә? Юҡ, булдыра алмаҫ ине, хатта яратмаһа ла...” Уйҙарына инеп батҡан ерҙән, осона сыға алмайынса интекте Асия. Леняны ла ишетмәй ине, ахыры.
– Ася, Ася, ты меня слышишь? – Асия һиҫкәнеп китте, аптырап башын күтәреп ҡараны. – Һин ниңә бер һүҙ ҙә өндәшмәйһең? Ирең яҡшы кешеме тип һораным мин һинән. – Асия башын һелкте, “эйе” тигәнде аңлатып. Үҙе эстән генә: “Йә Аллам, ҡайҙа булды һуң был тел, ултыр инде шунда ябалаҡ шикелле, ухылдап, – үҙ-үҙенә асыуы килде. Ҡайҙа алып бара ул уны, ниңә кәрәк инде был кешегә мин, телһеҙ йүләр?
Автобус бер поселокка килеп инде. Аҡ ҡар аҫтында ойоп ултырған поселоктың әллә ни матурлығын күреп булмай, шулай ҙа бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ һиҙелеп тора. Урамда йүнләп кешеләр ҙә юҡ. Йыйнаҡ ҡына ике ҡатлы бина янына килеп туҡтанылар.
– Инәйек, әйҙә, үҙеңә кәрәк бар әйберҙе һайлап ал, бында минең апайым эшләй, – тип матур итеп йылмайҙы.
Дауамы бар.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v