Әүлиәләр иле
Мотал Рәмов Һүҙҙәре, Илшат Яхин көйө
Шәхестәрҙе шәхес иткән төйәк,
Башҡорт ғорурлығы һин, Баймаҡ!
Милләт йөҙөн бары һиндә күрәм,
Һин илемдә һүнмәҫ нур һымаҡ!
Ҡушымта:
Баймаҡ, Баймаҡ – әүлиәләр иле,
Һиндә үҫә ирҙең аҫылы.
Күпме таланттарға ғүмер бирҙең һин,
Бары һиндә ғүмерем асылы!
Ирәндекте иңләп һуҙылғанһың,
Йылға-күлең – торған хозурлыҡ!
Башҡортомдоң рухи мәккәһе һин,
Бар йәһәттән өлгө алырлыҡ!
Ҡушымта:
Баймаҡ, Баймаҡ – әүлиәләр иле,
Һиндә үҫә ирҙең аҫылы.
Күпме таланттарға ғүмер бирҙең һин,
Бары һиндә ғүмерем асылы!
Илдән-илгә шаңдау булып оса
Талҡаҫыңдың дан һәм шөһрәте.
Алыҫ ҡитғаларға барып етте
Әүлиәләреңдең ҡөҙрәте!
Ҡушымта:
Баймаҡ, Баймаҡ – әүлиәләр иле,
Һиндә үҫә ирҙең аҫылы.
Күпме таланттарға ғүмер бирҙең һин,
Бары һиндә ғүмерем асылы!